НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Гонаһтарыбыҙға күрә һынаумы әллә?

Гонаһтарыбыҙға күрә һынаумы әллә?


Гонаһтарыбыҙға күрә һынаумы әллә?Ямғыр яуып үтте бөгәсә төндә. Йоҡо аралаш булһа ла, күк күкрәгәнен моңло бер йыр һымаҡ тойоп, тыңлап яттым. Иртән тороуға һауа сафланып киткәйне, август башы ғына булыуға ҡарамаҫтан, һары йоҡҡан ағастар, үләндәр ҙә сафланып ҡалған. Ай, бигерәк аяуһыҙ ҡыҙҙыра бит ҡояш һуңғы аҙналарҙа. Хәйер, бер быйыл ғына шулаймы ни? Алты-ете йыл рәттән ҡабатлана ошо хәл. Йәй етһә, тотона тәбиғәт әҙәм балаһын һынарға.
Миңлеямал инәйем: “Ахырызаман етһә, бөтөн донъяны һыу баҫасаҡ, ерҙе ут солғаясаҡ”, – тип һөйләй торғайны. Бәләкәй инем әле мин, ә шулай ҙа, бәй, донъяны һыу баҫҡас, нисек ут яна икән, тип аптырай инем. Бына килде замана, планетабыҙҙың бер өлөшөн һыу баҫа, шул уҡ мәлдә икенсе яғы утта өтөлә. Көн торошон алдан хәбәр итеүсе белгестәр ҙә, иртәгәһенә нимә көтә беҙҙе, тигән һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмай.
Ғәжәп бит, мәңгелек туңлыҡ һаналған ханттар, ненецтар иле лә яна хатта. Шул арҡала бығаса “йоҡлаған” Себер язваһы “баш күтәр­ҙе”. Был зәхмәт үҙенең тәүге ҡорбандарын сүпләй ҙә башланы. Ауырыусылар ғына түгел, үлеүселәр ҙә бар хәҙер.
Бер инсан, ерҙәге тормошо менән хушлашып, баҡыйлыҡҡа барғас, Аллаһы Тәғәлә уға: “Урының тамуҡта булыр һинең”, – тип әйтте, ти. Аптыраған ир: “Нисек улай? Мин бит ғүмер буйы биш ваҡыт намаҙымды ҡалдырманым, бала сағымдан ураҙа тоттом, байрамдарҙа ла, былай көндәрҙә лә ярлы-ябағаға ярҙам иттем, хәйер бирҙем, бер нисә тапҡыр хаж ҡылдым”, – тигән. Аллаһы Тәғәлә: “Мин быларҙың барыһын да беләм, ләкин һин, анау бер ҡоролоҡ йылында халыҡ алдына сығып, исмаһам, ни эшләп Хоҙай ямғыр яуҙырмай икән, тип зарланып торҙоң. Бел, ямғыры ла, ҡары ла – минән. Йылғалар ҙа минең теләгем менән аға, йәшеллек тә, башҡа ниғмәттәр ҙә минеке. Тимәк, һин үҙеңдең ризаһыҙлығың менән миңә ҡаршы икәнеңде күрһәттең. Шуның менән оло гонаһ ҡылдың”, – тигән.
Гонаһтарыбыҙ күбәйҙеме икән әллә, тиеүем, ағай-эне. Шуға ошондай ҙа ҙур һынау кисерәбеҙме икән? Бәлки, ысынлап та, шулай­ҙыр. Сөнки ҡайҙа ҡарама – ҡан ҡойош. Әҙәм балаһын, мосолманмы ул, башҡа дин вәкилеме, ҡарап тормай үлтерәләр, баштарын ҡырҡалар. “Зәңгәр экран”дарҙан, социаль селтәрҙәрҙән эскелек, наркомания, зина ҡылыу рекламалана. Быйыл Кино йылы иғлан иткән булдылар, ә ҡайҙа ул күңелгә ятышлы, йәш быуынды тәрбиәләүсе фильмдар? Һаман шул һуйыш, һуғыш, үлем тулы Америка фильм­дары менән “һуғаралар” әҙәм балаларының зиһенен.
Ирҙәр менән ирҙәр, ҡатындар менән ҡатындар тормош ҡора башланы хәҙер. Ул ғына ла түгел, хатта эт, бесәй, сусҡа менән сәстәрен сәскә бәйләгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Эй, һанай китһәң, бер улар ғынамы ни әле…
Нимә көтә беҙҙе, туғандар, алдыбыҙҙа тағы ниндәй һынауҙар бар икән? Ау…
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Сығыу ваҡыты 18-08-2016, 11:18 | Ҡаранылар: 413
|
  • Август. Кино. Ҡан ҡойош
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Һынауҙарҙы сабырлыҡ менән ең!
  • Теләгәнеңде мотлаҡ тормошҡа ашыр!
  • Әгәр Хоҙай ғүмер бирһә...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM