НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...

Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...


Түҙ, йөрәгем, түҙ,  башҡа сара юҡ...Фәнисә менән нисек, ҡасан йән дуҫтарға әйләнеп китеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалды Нурзилә. Бер-ике тапҡыр кафеға саҡырҙы, өйөндә лә бер нисә тапҡыр ҡунаҡта булдылар. Һуңынан ул гел генә телефон аша: «Сәләм! Һин әле ҡайҙа йөрөйһөң, яҡынса нисәләрҙә ҡайтаһың?» – тигән һорауҙарҙы бирер өсөн генә шылтырата ине.
Әллә ниңә һуңғы арала ире менән аралары һыуынып киттесе, әллә эс бошҡанда Фәнисәгә барып ултырырға инде, тип уйлап та өлгөрмәне, ул үҙе шылтыратты. «Шарап ҡына алып килеп сыҡ әле. Көн үтмәй, эс боша», – тине ул, уфтанып. Барып ингәндән алып сығып киткәнсе һүҙ уның тураһында ғына барҙы. Ҡасан кем менән осраш­ҡан, ҡайһы ире менән ни сәбәптән айырылған...
Һүҙ араһында: «Ә һеҙ нисек йәшәп ятаһығыҙ? Көнө-төнө рейста йөрөгәс, иреңде күрмәгән дә саҡтарың булалыр әле. Үҙеңә берәй йүнле генә ир тотоп алмай. Быға тиклем нимә ҡарап йөрөйһөң ул?» – тигән һорауы менән иҫен китәрә яҙҙы. Тәүбә, Нурзиләнең хәләленә хыянат итеү уйына ла инеп сыҡҡаны юҡ. Әхирәте: «Мәңге юлда йөрөгән иргә ышанып, өй һаҡлап ғүмерең үтте инде, үкенерһең әле!» – тип йәненә тейергә тырышып ҡараны. Тик Нурзилә уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Һәр һүҙенә көлөп кенә яуап бирҙе йә өндәшмәй ҡалыу­ҙы хуп күрҙе.
Ҡайтҡас, ҡатын оҙаҡ уйланып ятты. Һуңғы ваҡытта ҡайһылай беҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһыныусан булып китте әле әхирәте. Әллә ирем тураһында берәй һүҙ ишеттеме икән? Юҡ, булмаҫ – ул үҙе йөрөмтәл ирҙәрҙе тәнҡитләүҙән бушамай торғайны ла баһа!
Иренең һуңлап ҡайтҡан саҡтары ла күп инде ул. Шофер кешенең эше лә шулай бит, тип үҙен йыуатҡандай итте. Тик барыбер күңелендә ниндәйҙер бер шик пәйҙә булды ла ҡуйҙы. Бер нисә тапҡыр өй телефонына шылтыратып, кемдер трубкаһын һалып ҡуйҙы.
Был хәл йыш ҡабатлана башлағас, Нурзилә түҙмәне, почтанан өй телефонына шылтыратыуҙарҙың распечаткаһын алды. Таныш һан­дар­ҙы күргәс, аптырауҙан иҫе китә яҙҙы. Сөнки улар Фәнисәнеке ине. Йә таң менән, йә төндә Нур­зиләләрҙең өйөнә шылтыратҡан булған. Нимә кәрәк булды икән был ҡатынға? Бәлки, кем кәрәк булғандыр?
Ошо көндән алып Нурзилә Фәнисә йәшәгән йорт янына йыш барып урар булды. Бер-ике тапҡыр уның өйө янына килеп туҡтаған машинаһында иренең кире боролоп ҡайтҡанын да күргеләне.
Күңелдәге ауыр тойғоларҙан түҙер әмәле ҡалманы. Ире менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай башлағас, көн дә аҡырыш, иреш тә талаш китте. Бер көндө донъяһын күтәрә һуғып, эшкә сығып китергә мәжбүр булды. Тик ике көн дә эшләп өлгөрмәне – киҙеү эләктереп, ҡайтырға тура килде. Автобуста температура менән һелкенеп ҡайтып килеүенә үҙенең йәне көйҙө. Шоферҙан Фәнисәнең өйө алдында туҡтатыуын һораны ла, тура баҫып, унда ыңғайланы. Иң алда үҙен ҡулға алды, нисек һүҙ башларға әҙерләнде. Шаҡыған ыңғайы ишек асылды – унан Фәнисәнең башы күренде.
– Мин эштән ҡайтышлай ғына индем әле – беҙҙең өй номерын беләһең бит инде. Көнөнә биш тапҡыр шылтыратҡаныңды онот­маған­һыңдыр әле, моғайын. Әйҙә, тағы бер тапҡыр шылтырат әле минең иргә. Мин һеҙгә барам тигәйнем, тышта буран икән – үҙең кил, тип әйт, – тигәс, Фәнисә аптырап ҡалды. Бер телефонға, бер Нурзиләгә ҡарап бер килке торғас, номерҙы йыйҙы ла, һөйләшә башланы. Ул нимә әйтһә, шуны һүҙмә-һүҙ ҡабатланы ла, ултырғысҡа барып ултырҙы. Ул артабан нимә булырын көтә ине.
Ҡатын, күңелендә йыйылып, әйтә алмай йөрөгән һүҙҙәрен тиҙерәк әйтергә ашыҡты.
– Ҡурҡып-боҫоп йөрөгәнсе, индереп кенә алһаң яҡшыраҡ булыр. Һинең тәжрибә елле бит инде. Дуҫ, имеш. Бөтә район белә бит инде. Был дүртенсеме әллә бишенсеһеме шул? Әллә ирҙәреңдең һанын да оноттоңмо? – тине, тура күҙенә ҡарап.
– Хәҙер ирем килеп етер – мин унан алда сығып өлгөрәйем. Ҡайтарма чтобы! Ҡурҡып-боҫоп йөрөү арытҡандыр ул. Мин һиңә уны үҙем бирәм. Үҙенә лә шулай тип әйт! – тине лә, ишеген шарт ябып сығып та китте. Тыштағы буран да баҫыла биреп, ни буласағын ҡыҙыҡһынып көткәндәй тойолдо уға. Нурзилә, оло эш башҡарғандай, йүгерә-атлай өйөнә табан йүгерҙе генә. Янынан үтеп киткән ирен дә шәйләмәне. Ә мөхәббәт уттарында янып, һөйәркәһе ҡосағына аш­ҡын­ған ирҙең күҙенә бер нәмә лә күренмәй ине. Тик шатлығының оҙаҡҡа булмауын ғына аңламай ине.
Нурзилә өйөнә ҡайтып ингәс тә йылҡы итенә ҡаҙ ите ҡушып, аш һалды. Үҙе шул арала тиҙ генә ғаилә дуҫы булған оло йәштәрҙәге Зәүрә апаһын ҡунаҡҡа саҡыр­ҙы. Йырлай-йырлай йөрөп туҡмас ҡырҡты. Ул арала Зәүрә апаһы йүгереп килеп тә инде.
– Ауылдан сығып киткән икән ирен ташлап, эш тапҡан икән, тип ишеттем дә, үҙем килеп белешәйем тип уйланым. Кеше әллә барҙы, әллә юҡты һөйләй, – тип хәбәрен һөйләй-һөйләй өҫтәл әҙерләшә башланы.
Әйтергәме-юҡмы тип аптырап торғанда, ишек асылып китте. Унан ҡара тиргә батҡан иренең башы күренде.
– Ә һине бында кем саҡырҙы? Бар-бар, юлыңда бул! Мин һине үҙ ҡулым менән бирҙем бит инде. Йөрөмә бисәләр башын ҡаңғыртып. Ирһеҙ ҙә үлмәҫбеҙ! – тип арҡыс-торҡос һөйләшеүенә Зәүрә апаһы ла, ире лә аптырап ҡалды. Ә Нурзилә башынан үткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләне лә һөйләне. Ҡуй, тиеүсе лә юҡ ине шул. Һөйләр һүҙе бөтөпмө, әллә арыпмы, ҡатын өҫтәл артына барып ултырҙы. Сумкаһынан баяғы юлда һатып алған араҡыһын сығарып ултыртты: «Әйҙә, апай, ирҙе икенсе ҡатынға биреүемде ихлас ултырып йыуып алайыҡ әле. Барған ерендә таштай батһын, кире ҡайтырға юлын да ябып ҡуяйыҡ!» – тип, Зәүрә апаһына рюмка тоттор­ҙо. Тегенеһе, иҫе китеп, бер килке ултырғас: «Әйҙә һуң», – тип төп күтәрә эсеп тә ебәрҙе...
Икәүләп бер яртыны яйлап ултырып эсеп бөткәс, Зәүрә апаһы үҙҙәренә саҡырып алып ҡайтырға булып китте. Сығыр саҡта Нурзилә: «Мин ҡайтҡанда өйҙә духың да булмаһын!» – тип аҡырҙы иренә.
Зәүрәләргә барғас, баяғы яһил Нурзиләне алмаштырҙылармы ни, күҙ йәштәренә ирек биреп, илап та алды. Дуҫ булып ҡыланып, нигеҙҙәренә йылан эйәләшеүендә үҙенең генә ғәйепле булыуын әсенеп һөйләне лә һөйләне. Утһыҙ төтөн булмай икән ул, кешеләрҙең бушты һөйләмәүен дә аңлауын бәйән итте.
– Улай уҡ ҡыҙып китмә әле, балалар бар бит. Бала хаҡына ғәфү итергә кәрәк булыр. Нишләп әле һин үҙ иреңде биш иргә барып та йәшәй алмаған бисәгә бирергә тейеш?! Бына, күрерһең, йыл да тулмай, бомж кеүек магазин алдында хәйер һорап торасаҡ! – тип, нисек кенә ауыр булмаһын, иренең хыянатын ғәфү итергә кәңәш бирҙе апаһы.
Уның ошо һүҙҙәре Нурзиләнең аңына йәшен уғы кеүек тәьҫир итте лә ҡуйҙы.
– Эйе шул... Үткән һайын күреп, йәнем әсер. Балаларымдың атаһы булған өсөн генә ғәфү итергәме икән әллә?!
Ата-әсәһе лә: «Әллә инде, үҙең беләһең, балам. Үҙеңдән тора барыһы ла. Тота алһаң, йәшәп ҡара», – тип кәңәш бирҙе ҡыҙҙарына.
Бик оҙаҡ Нурзиләнең өйөндә һағыш ҡатыш ҡайғы кеүегерәк эс бошорғос тойғо өйрөлөп йөрөнө лә йөрөнө. Ауыр кисерештәрҙе йүгәнләр көс таба алмауҙарынан, күрәһең, икеһенең дә йөҙөндә нур әҫәре лә ҡалманы. Әгәр Әмир алдына бер-бер артлы ауыр һынау­ҙар килеп баҫмаһа, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнеп, әллә күпме йөрөр ине әле. Әле генә һап-һау йүгереп йөрөгән атаһына бер көндө инсульт булды. Был ҡайғыны ҡатыны менән бергә кисерҙе. Атаһының һуңғы көнөнәсә янынан китмәнеләр. Бер бүҫелһә, йөй һүтелә, тигән кеүек, унан һуң ике апаһы гүр эйәһе булып, тағы ла оло ҡайғы өҫтәне Әмирҙең йөрәгенә. Ошо ауыр мәлдәрендә Нурзиләһе булмаһа, нишләр ине икән?! Ир, Хоҙай бүләк иткән бәхете икәненә яңы ғына төшөнгәндәй, күҙҙәрен ала алмай, Нурзиләгә текәлгәйне...

Нуридә ИЛҺАМОВА.

Сығыу ваҡыты 26-05-2016, 14:23 | Ҡаранылар: 2096
|
  • Һуңғы осрашыу
  • “Иремде барыбер бирмәйем!”
  • БҮЛӘК
  • Балдай татлы… вазелин
  • “Көслө заттың башын әйләндермәгеҙ”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM