НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Атай-әсәй беҙгә ҡояш кеүек…

Атай-әсәй беҙгә ҡояш кеүек…


Атай-әсәй беҙгә ҡояш кеүек…
Атай-әсәй – пар ҡанатым минең, тигән шиғри юлдар иҫкә килеп төштө лә, уйға ҡалдым. Уларҙың бит тормошо китап яҙырлыҡ. Һуғыш балаларының ниндәй ауырлыҡтар менән үҫеүен бөтәһе лә беләлер. Һынауҙар бәләкәй саҡтарынан уҡ күмәртәләп бирелә.

Атайым Зиннур Ишемғолов һуғыш­ҡа тиклем үк әле үгәй әсә ҡулына ҡала. Аллаһы Тәғәлә уны икенсе бер ғаиләгә күсерә. Үҫә килә тәҡдир буйынса ғүмер юлы уны етем башҡорт балаларын үҙенә һыйындырған Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатына алып килә. Был үҙенә күрә бер тормош мәктәбе, үҙе бер айырым дәүләт кеүек. Атайым әлегәсә ошо балалар йортон, уҡытыу­сыларын, тиҫтерҙәрен иҫкә ала, улар хаҡында матур хәтирәләр һөйләй. Унан күпме шәхес сыҡҡан! Беҙ бала саҡтан, атайыбыҙҙың һабаҡташтары, класташтары тип, уларға һоҡланып, ғорурланып үҫтек. Хәҙер был уҡыу йорто Рәми Ғарипов исемен йөрөткән киң билдәле республика гимназия-интернаты.
Интернаттан һуң атайым Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый. Артабан йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районына эшкә тәғәйенләнә. Бында инде ул яңғыҙ ғына китмәй, ә студент сағынан уҡ бер күреүҙә күҙе төшкән һөйгәненә өйләнеп, тумалаҡ ҡына бер ҡыҙға атай булырға ла өлгөргән була.
Әсәйем Сәйҙә Хәсәнова атайымдың ауылына дипломлы уҡытыусы булып барған. Хеҙмәт юлын яңы башлаған был һылыу ҡыҙ ауылдың гөрләп торған йәшәйешендә лә әүҙем ҡатнаша. Уҡымышлы, алдын­ғы ҡарашлы ике йәш йөрәк яҙ һыуҙары ташып торған, тәбиғәт уянған йәмле бер миҙгелдә ғаилә ҡора.
Баймаҡ халҡы белгестәрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршылай. Был яҡтарҙа улар ярайһы ғына тормош тәжрибәһе туплай, һөнәри оҫталыҡтарын да үҫтерә. Йәнә ике ҡыҙҙары донъяға килә. “Ҡыҙыл Октябрь” колхозында, “Үрнәк” совхозында эшләй атайым. Әсәйем иһә башланғыс кластарҙа уҡыта. Әле булһа Баймаҡтағы көнитмештәрен, аралашып йәшәгән дуҫтарын, күршеләрен иҫләп, беҙгә һөйләп алалар.
Элекке тәртип буйынса, белгестәр партия ҡайҙа ҡушһа, шунда китә. Беҙҙекеләр ҙә шулай Көйөргәҙе районының “Таймаҫ” совхозына барып сыға. Һәр ерҙә эшкә сума улар. Беҙҙе, өс бәләкәй ҡыҙҙы, балалар баҡсаһына биреп, әсәйем дә гел мәктәптә булды. Уның уҡыусыларынан аҙаҡ та, үҙҙәре тыуған Күгәрсен районына ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар хаттар, ҡотлау открыткалары килеп торҙо. Йәнтөйәк үҙенә тарта шул – атайымдың тыуған ауылы Бикескә ҡайтып төпләнә ғаилә. Тағы үҙ тырышлыҡтары менән күркәм йорт күтәрелә, ҙур хужалыҡ булдырыла, йәнә ике һылыуым тыуа. Атайым – колхозда, әсәйем мәктәптә эшләүен дауам итә.
Атай-әсәй беҙҙе, биш ҡыҙын, хеҙмәт менән тәрбиәләне. Бәләкәйҙән йәшелсә-емеш менән тулы баҡсаны, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тулы ҡураны күреп, ундағы эштәрҙә ҡатнашып үҫтек. Бөтә ауыл балалары шикелле утынын да быстыҡ, көтөүен дә көттөк, бесәнен дә саптыҡ. “Минең армия”, – тиер ине атайым, беҙҙең йүгерешеп йөрөп эшләгәнгә ҡарап.
Өй тулы гөл-сәскә булды, был да әсәйебеҙҙән беҙгә “йоҡто” – хәҙер һәр кемебеҙҙең өйөндә гөлдәр хуш еҫ тарата. Әсәйгә оҡшап, тегеү-бәйләүгә, аш-һыуға ла оҫтарҙыҡ. Улар беҙҙе кешеләргә ҡарата яғымлы, илтифатлы булырға, мөмкин тиклем ярҙам итергә өйрәтте. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа яңы китап алып ҡайттылар. Ҙур китап шкафыбыҙ беҙҙең ғорурлыҡ ине. Әле лә шулай, әлбиттә. Башҡортостан, Рәсәй әҙиптәренең генә китаптары түгел, сит илдекеләрҙең дә тәржемәләре бар ине унда. Китап уҡып үҫкән балалар булараҡ, бөтәбеҙ ҙә әҙәбиәткә ғашиҡ. Биш ҡыҙҙың дүртәүһе – педагог, уларҙың да өсәүһе – филолог, иң өлкән апайыбыҙ ҙа оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләне, иң кесебеҙ – журналист. Бына бит атай-әсәйҙең йоғонтоһо ниндәй!
Атайым сирек быуатҡа яҡын тома һуҡыр булһа ла, бөгөн дә беҙҙең өйҙә Ҡөрьән Кәрим, өр-яңы китаптар, гәзит-журналдар уҡыла, ҡәҙерләп һаҡлана.
Әсәй атайға изге китаптан сүрәләр уҡый, аяттар ятлата. Биш ваҡыт намаҙ уҡыйҙар, атайым йома намаҙын да ҡалдырмай. Ауылда Ҡөрьән, никах уҡытыу, сабыйҙарға исем ҡушыу кеүек бурыстарҙы ла башҡара.
Йәштән күңелгә ятҡан шөғөл онотола буламы – атайым шиғриәткә һөйөүенә тоғро. Үҙе хәҙер бигүк яҙа алмаһа ла, шағирҙарҙың әҫәрҙәрен ятлауын ташламай. Электән Рәми Ғарипов, Рауил Бикбай, Абдулхаҡ Игебаев, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Назаров, Һаҙи Таҡташ кеүек билдәле әҙиптәрҙең һәм башҡа бик күп шағирыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләүен яратып тыңлай торғайныҡ. Әле лә һәр саҡ хәтерендә нығытып тора, теге йәки был күренешкә, ваҡиғаға шиғри юлдар менән яуап биргәненә лә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Туғандар, ауылдаштар ҙа уның шиғыр һөйләүен ярата. Шиғриәт конкурстарында һаман да ҡатнаша әле, район сараларына ла саҡыралар. “Шоңҡар” республика йәштәр журналы үткәргән видео-конкурс­тар­ҙа ла сығыш яһап, еңеүҙәр яуланы. Бындай мөмкинлек биргән редакцияға ҙур рәхмәт.
“Сәйҙәм – минең күҙҙәрем, ул янымда булғанда мин һуҡыр түгел”, – ти атай. Әсәйебеҙ уның терәге, таянысы. Ҡатын-ҡыҙға иң кәрәк сифат нимә, тип һораһалар, сабырлыҡ, түҙемлек, тип яуап бирер инем мин. Инде туҡһанынсы тиҫтәне ҡыуалаһалар ҙа, бер кемгә лә ауырлыҡ һалмай, ихласлап тормош көтә ҡәҙерлеләребеҙ. “Алтмыш йыл бергә, ә был күҙ асып йомған ара булды”, – тип йылмая улар.
Тормош гөрләй тыуған ихатабыҙҙа – һарайҙа туҡ малдары баҡыра, ҡош-ҡорто ем сүпләй, бал ҡорттары оса. Бөгөн инде үҙебеҙ атай-әсәй, олатай-өләсәй булһаҡ та, ҡәҙерле кешеләребеҙҙең аҡыллы кәңәштәренә, ярҙамына мохтаж булып китәбеҙ. Борсолһаҡ та, шатланһаҡ та, улар менән бүлешергә ауылға ҡайтабыҙ. Иң ҡыуаныслыһы шул – доға ҡылып, фатиха биреп оҙатып ҡала атай менән әсәй. Тыуған тупһаға тартып торған еп, өй ҡото, беҙҙең йәшәйештең көсө улар.

Гүзәл ХӘЙСӘРОВА.
Мәләүез ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 23-05-2016, 17:02 | Ҡаранылар: 766
|
  • «Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM