НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Боламыҡҡа – май, һәр нәмәгә яй кәрәк

Боламыҡҡа – май, һәр нәмәгә яй кәрәк


йәки “Әсәй миңә шәп кәләш әпирҙе”

Боламыҡҡа – май,  һәр нәмәгә яй кәрәкАртымса ҡара янып, гадук килеп етте. Нишләп һин Хәлимәне алғанһың, башҡа ҡыҙҙар бөткәнме һиңә, ти. Хайран ҡалдым. Мал ҡыуғанда бер күргән дә, күҙе төшкән. Үҙе саҡ иламай инде, Хәлимәне миңә бир, ти ҙә ҡуя. Мин ни, кәләште үҙ ҡулдарым менән дуҫыма тоттороп ебәрергә риза ла, әсәйҙән шөрләтә. Шулай ҙа, ул һиңә буш ҡапсыҡмы, ҡулдан-ҡулға йөрөтөргә, тигән булам.

Көйгән бабай асыуын атына төшөрөп, дилбегәһен сабырһыҙ тарт­ҡыланы:
– Нимә аяғыңа көсөң етмәй килә?! Ну-у, малҡай!
Әсәйем ун һигеҙем тулыр-тулмаҫ саҡта өйләндерҙе. Бер кисен, иртәгә шул ауылдан ҡыҙ әйттерергә барабыҙ, тине: «Үҙем иҫән саҡта һине башлы-күҙле итеп ҡалайым, ҡыҙҙы бик маҡтайҙар, эшкә шәп, ҡулы оҫта, тиҙәр». Атай хеҙмәт армияһында имгәнеп үлде, ике ағай һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, ғаиләләге иң өлкән өс бала аслыҡ йылында уҡ вафат булған. Әсәйемдең күҙ терәп торғаны бер мин – төпсөгө. Уның һүҙе минең өсөн закон, ҡаршы килеү юҡ. Колхоздан ат алып, киттек. Әсәйем кеше аша алдан хәбәр ебәргәс, йылы ғына ҡаршы алдылар. Тик тәүҙә минең йәштәге Хәдижәне ҡоҙалап килгәнбеҙ, тип уйлап хаталандылар, өлкән ҡыҙ Хәлимәне алырға килдек, тигәс, аптырап ҡалдылар. Ғаилә башлығы һуғышта хәбәр­һеҙ юғалыу сәбәпле, бында оло йәштәге олатай менән өләсәй – командирҙар. Ҡат-ҡат төпсөп, әллә Хәлиҙәнеме (уныһына ун алты йәш), тип ныҡышты ҡарттар. Хәлимәне, тигәс, бер миңә, бер әсәйемә, шунан бер-береһенә ҡараштылар. Олатай, улың бигерәк йәш түгелме, тип сәйерһенде. Тиҙҙән ун һигеҙе тула, тине әсәйем. Шаршау артында асыҡтан-асыҡ сырҡ-сырҡ килделәр. Өләсәй кеше, иренен асыу­лы ҡымтып, сеү, әҙәпһеҙҙәр, тип таяғы менән иҙән туҡылдатҡас, тымдылар. Битем уттай янып, урындыҡ ситендә ултырам. Ниһайәт, минең буласаҡ йәмәғәтемде танышырға саҡырҙылар. Инәлтеп торманы, Хәлимә шунда уҡ килеп тә сыҡты. Уның минән сама менән бер башҡа оҙон, кәүҙәле – эре һөйәкле икәнен күреп, шаҡ ҡаттым. Сәсен икегә ярып үргән, түңәрәк йөҙлө, бит осонда уймаҡтай ғына миңе бар. Башын күтәреп, миңә бер һирпелеп ҡараны ла, әсәһенә өндәште: «Мине бер ҡарыштай ғына балаға бирергә итәһегеҙме? Ана, Хәлиҙә сыҡһын!» Шунан ҡырт боролоп эргәмдән үтешләй, һинең кеүек хәстрүшкә сыҡҡансы, ирһеҙ ҡартаям мин, тип шаршау артына инеп юғалды. Үҫмерлек ҡоронан сығып бөтмәһәм дә, ир затынан бит әле мин, торҙом да, әсәй, әйҙә, ҡайттыҡ, тинем: «Башҡа ҡыҙҙар бөтмәгән!» Әсәйем шаршау яғына, үҫер, үҙең үҫтереп алырһың, тип көлөмһөрәне… Ну-у, малҡай, нимә йоҡланың?!
– Шунан? – ҡыҙыҡһыныусан Варвара өсөн мөхәббәт ҡиссаһының иң ҡыҙығы етте, өшөү онотолдо, эйәкте һоноп толоп эсенән килеп сыға яҙҙым.
– Шу-ул… – бабай яйлап танауын таҙартты ла, ашыҡмай һүҙен дауам итте, – оло­лар­ҙың һүҙен ашаҡлап үтеп, барһын, алып ҡайттыҡ үҙен. Әсәй беҙгә түрҙәге урындыҡҡа урын йәйҙе. Хәлимә ятһынып, тартынып төпкә һуҙылды. Мин ҡараңғыла баш тырнап ултыра бирҙем дә, эргәһенә яттым, ҡорама юрғандың осон аяғыма яптым. Нисектер уңайһыҙыраҡ булһа ла, арыу үҙенекен иткән, йоҡлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Иртән өшөп уянһам, кәләш юрғанды ситкә типкән дә, йондоҙ кеүек, аяҡ-ҡулдарын сәсеп, ихласлап йоҡлап ята. Һаҡ икән үҙе, мин уянғанға ул да күҙен асты. «Эй-й, рәхәт иркенлектә йоҡлауы!» – тәүге һүҙе шул булды. Күмәк балалы ғаиләлә үҫкәс, гел тығылып ятып ялҡып та киткәндер. Эшкә урынлаштырырға тип, киленен әсәй таң менән идараға алып китте, мин йәйләүгә юлландым. Артымса ҡара янып, гадук килеп етте. Нишләп һин Хәлимәне алғанһың, башҡа ҡыҙҙар бөткәнме һиңә, ти. Хайран ҡалдым. Мал ҡыуғанда бер күргән дә, күҙе төшкән. Үҙе саҡ иламай инде, Хәлимәне миңә бир, ти ҙә ҡуя. Мин ни, кәләште үҙ ҡулдарым менән дуҫыма тоттороп ебәрергә риза ла, әсәйҙән шөрләтә. Шулай ҙа, ул һиңә буш ҡапсыҡмы, ҡулдан-ҡулға йөрөтөргә, тигән булам. Уйлап ҡараһаң, иҫ китерлек хәл бит ул: тирә-яҡта бихисап ауыл, кейәүгә сығырлыҡ йәштәге ҡыҙҙар һанап бөткөһөҙ күп, ә дуҫым минең йәмәғәткә йән ата… Бер генә күргән бит әле ул. Шул мәлдә гадуктың ғүмер буйы «Хәлимә» тип өҙөлөрөн белһәм, биллаһи, кәләште, икенсе көнөнә үк төйөнсөгөн тоттороп, кире ҡайтарып ебәрер инем, әйҙә йәрәшһендәр ине… Ә ул саҡта әсәйҙән ҡурҡылды. Дуҫым шунан һуң ауылдан сығып китте, беҙ Хәлимә менән апалы-ҡустылы ише бер урындыҡта йоҡлап йөрөнөк, аҙаҡ мине армияға алып киттеләр. Өс йыл йөрөп ҡайттым. Ҡайтҡан төндө үк Хәлимә үҙе ҡуйыныма һырылды: «Ҡәйнәм, ниңә балаға уҙманың, тип мейемде генә серетте… Елдән еленләйемме инде, бер тапҡыр ҙа булмағас…»
Бабайҙың һүҙен өҙөп, ҡар буранын ҡуптарып, эргәнән шыж да быж бышҡырып кескәй машина үтеп китте лә, алдараҡ барып туҡтаны. Унан оло йәштәге водитель килеп сыҡты.
– Һы, был гадук таһа! – юлдашым, ҡыуанып, атына йомшаҡ өндәште, – т-р-р, малҡай…
– Һин, смәтри, малай, Хәлимәне рәнйетмә! – водитель килеп етер-етмәҫтән асыу­лы ҡысҡырып, йоҙроҡ төйнәне. – Атыу алыр ҙа ҡайтырмын!
– Хәҙер, тот ҡапсығыңды! – юлдашымдың йылмайыуы юйылды, сыбыртҡыһын ҡыҫыбыраҡ тотто. – Биреп торам ти һиңә! Сихут!
– Аһ һин, ихтраз…! – ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, водитель һелтәнеп, минең юлдашҡа һуҡты. Мин уны-быны уйлап та өлгөрмәнем, ике бабай бер-береһенә сат йәбешеп, көрмәкләшә лә башланы. Толоп эсенән нисек һурылып сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым:
– Туҡтағыҙ, зинһар, туҡтағыҙ, минең йөрәкте тулатмағыҙ! – сырылдап, нисек уларҙы айырырға белмәй, икеһен уратып һикерәңләп йөрөйөм. Минең өсөн улар бик ныҡ оло йәштә, хас та динозаврҙар йәштәше кеүек, ә бәләкәй малайҙар һымаҡ ерле-юҡтан һуғышалар! Өнһөҙ генә көрмәкләшә торғас, ике һалмыш ҡарт әллә минән уңай­һыҙланып тыйылды, әллә арынылар, һәр хәлдә, өйрөлөүҙән туҡтанылар. Бер-беренә баш терәп бер аҙ тын торғандан һуң, водитель минең юлдаштың арҡаһынан ҡаҡты:
– Ярай… Сәләм әйтерһең.
Аҡһабыраҡ машинаһына табан атланы. Унан «авоська» тип аталған сумка-селтәр килтереп сығарҙы ла, юлдашыма тотторҙо:
– Күстәнәсте онотҡанһың бит.
– Һы, ашыҡҡайным шул, – юлдашымдың ауыҙы йырылды. – Үҙең килеп сыҡ, Хәлимәне бер ҡыуандыр әле.
– Ярай… Килермен.
Әле генә бер-береһен түпәләнеләр, тип кем әйтһен, яҡты йөҙ менән хушлаштылар.
Машинаны ҡарашыбыҙ менән оҙаттыҡ. Ул күҙҙән юғалғас, толопто хужаһына ҡайтарып бирҙем:
– Йылындым инде, үҙегеҙ кейегеҙ.
Ҡуҙғалғас, күңелде ҡытыҡлап торған һорауҙы бирҙем:
– Дуҫығыҙҙың ҡатыны юҡмы әллә?
– Булмай әллә, бар, – юлдашым көлдө. – Биш бала атаһы ул.
– Ә нимәгә енләнеп килгән?
– Бая яртыны һуҡҡанда, ейәндәрем хаҡында әйтеп ысҡындырғайным…
– Бәй, балабыҙ юҡ, тинегеҙ ҙә һуң!
– Минеке бар ул, – юлдашым ҡәнәғәт рәүештә бейәләйе менән мыйығын һы­пыр­ҙы, – һуғыштан һуң тол ҡатындар, бө­төнләй кейәүгә сыға алмай ҡартайған ҡыҙҙар менән донъя тулғайны… Шаярыуым хаҡында Хәлимәгә билдәле булғас, баланы ситкә типмә, тине. Берҙән-бер баламды ситкә тибә торғаным бармы? Минең фамилияла йөрөй. Ғүмере ҡыҫҡа булған Хәлиҙә балдыҙ ирһеҙ игеҙәк бала тапҡайны, уларҙы ла үҙ исемемә күсерҙем. Ризалыҡ менән ҡарап үҫтерҙек, хәҙер үҙҙәре атай-әсәй. Ял һайын өйөбөҙ бала-саға менән тула... Әсәйгә рәхмәт, шәп кәләш әпирҙе. Боламыҡҡа май кәрәк, һәр нәмәгә яй кәрәк: яйы булғас, тормош көйлө үтеп бара.
Ауылыбыҙға килеп еткәндә, тамам ҡараңғы төшкәйне. Беҙгә инеп, ҡунып сығырға өгөтләһәм дә, бабай ыңғайламаны:
– Бөгөн ҡайтып етмәһәм, Хәлимәнең йөрәге сығыр… Минһеҙ тамағына аш та бармай уның, күҙенә йоҡо эленмәй...
– Исмаһам, эҫе сәй эсеп сығығыҙ! – атай-әсәйемдең ҡунаҡсыл, киң күңелле булғанын, һис кемде тупһанан бороп сығармаҫын белгәнгә, ихлас саҡырам.
– Рәхмәт, ҡыҙым, юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы. Сәйгә инһәм, таралып китермен, йыйналып сығып китеүе ауыр булыр.
Ул ҡуҙғалғас, артынан эйәрә бирҙем:
– Ә «ихтраз» тигәнегеҙ ни ул?
– Әллә, этем белһен… Гадук мине бәләкәйҙән шулай үсекләне. Ябыҡлыҡты аңлаталыр, бәлки. Ә мин уны «сихут» тинем, сөнки гел йүткерҙе.
– Йәнәһе лә, чахоточник?
Байтаҡ алыҫлашҡан бабайҙың ҡытҡылдап көлгәне ишетелде:
– Тап шулай…

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

(Аҙағы. Башы 2-се һанында).

Сығыу ваҡыты 22-01-2016, 12:07 | Ҡаранылар: 794
|
  • "Боламыҡҡа – май, һәр нәмәгә яй кәрәк"
  • Әсәй менән донъя – түңәрәк
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Балдай татлы… вазелин
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM