НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡартәсәйем ҡалдырған ҡомартҡы

Ҡартәсәйем ҡалдырған ҡомартҡы


Әсҡәп ҡоҙоғона килеүсе йәштәр хистәренең мәңгелек булырына ышана
Ҡартәсәйем ҡалдырған ҡомартҡыШау-гөр килеп, урам буйлап туй үтеп бара. Йәш киленгә һыу юлын күрһәтәләр. Алдан, көйәнтә аҫып, нескә билле ҡыҙ юл асып бара. Тиҙҙән күнәктәргә Әсҡәп ҡоҙоғоноң һалҡын, таҙа һыуы тултырыласаҡ.
Ауылымдан ситтәрәк, урман янында, яңғыҙ ҡоҙоҡ моңайып ултыра. Эргәһендә үҫкән ҡайындар, уны йыуатҡандай, ел булмағанда ла шыбырлашып, серләшеп тынмай. Өлкәндәр: “Ҡайындар Әсҡәп менән Зариф хаҡында илай бит ул!” – тип аңлата.
Ауылдаштарҙың ҡайһылары, Әсҡәп ҡоҙоғо – серле урын, ти. Хатта кистәрен уның янында ап-аҡ күлдәктә ҡатын-ҡыҙ шәүләһен күреүҙәре тураһында ла һөйләйҙәр. Икенселәр ҡоҙоҡто изге урын тип иҫәпләй. Уның янынан үткән һайын: “Әсҡәп, һыу эсер әле, зинһар”, – тип ризалыҡ һорайҙар, шунан һуң ғына ҡоҙоҡ һыуынан ауыҙ итеп, һыуһындарын ҡандырып алғас, хәйергә тип, тәңкә ташлап китәләр.
Атайым һөйләүенсә, элегерәк ауылыбыҙҙа Әсҡәп исемле ҡыҙ йәшәгән. Күктәге айҙай һылыу, нурлы ҡояштай яҡты, оҫта ҡуллы ҡыҙға тирә-йүн хайран ҡалған, ти. Күрше ауыл егете Зариф та һылыуға бер ҡарауҙан ғашиҡ булған. Ике йәш йөрәк араһында ҡабынған мөхәббәт уты дөрләп, көндән-көн көсәйә генә барған. Әммә Әсҡәп менән Зарифҡа бергә булырға яҙмай, сөнки илдә һуғыш башланыуын хәбәр итәләр. Әлбиттә, Зариф, ватаныбыҙҙы яҡлар­ға тип, һуғышҡа китә. һөйгәненә үҙенең бетеүен биреп ҡалдыра. “Әсҡәп, әгәр ҙә һинең яныңа ҡайта алмаһам, зинһар, бетеүемде тәрәнгә күмеп ҡуй! Үҙ ауылымда, һинең яныңда һәр саҡ булыр минең йәнем!” – тип хушлаша егет.
Күп тә үтмәй, ауылға Зарифтың үлеме тураһында хәбәр килә. Әсҡәп илай-илай, туң ерҙе тырнап, ҡайнар мөхәббәт билдәһе, һөйгәненең төҫө булған бетеүҙе ергә күмергә була. Тик бетеү күмелгән ерҙә һыу атылып килеп сыҡҡан, ти атайым. Яйлап ҡоҙоҡ та барлыҡҡа килгән. Ә Зарифы хаҡында илаған ҡайнар йәштәрҙең тәме һалҡын, таҙа Әсҡәп ҡоҙоғо һыуында әле лә һаҡлана, ти ололар. Уларҙың һөйләүе буйынса, Әсҡәптең күҙ йәштәре ҡоҙоҡ төбөндә гәүһәр булып ялтырап, Зарифҡа булған мөхәббәтен белдереп, иң тәрәндә һаҡланып ята икән.
Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн Әсҡәп ҡоҙоғо ябай урын түгел. Ул – Әсҡәп ҡартәсәйемдән ҡалған ҡиммәтле ҡомартҡы. “Ҡоҙоҡ һыуын тәмләп ҡараған һәр кем бәхетле булыр”, – тигән ул. Шуға күрә яңы ғына тормош башлар­ға торған йәштәр, ҡоҙоҡҡа килеп, һыуынан ауыҙ итә. Йәш йөрәктәргә, Зариф менән Әсҡәп кеүек бер-береһенә мөхәббәтен сағылдыр­ған, ғаилә бәхетен, мөнәсәбәтен һаҡларға көс биргән тылсымлы урын ул Әсҡәп ҡоҙоғо!

Зинара БАЙМӨХӘМӘТОВА.

Баймаҡ районы,
Ғәҙелбай ауылы.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 11:58 | Ҡаранылар: 698
|
  • «Халыҡҡа хеҙмәт итеү – минең ҡанымда»
  • Туҡал
  • Ағинәйҙәр ҙә ҡулдарына тырма алды
  • Ҡоҙоҡҡа… һыйыр төшкән
  • Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM