НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?


Һәр Яңы йылды иң яҡты хыялдар, өмөттәр менән көтөп алабыҙ. Тап ул көтөлмәгән бәхет, мөғжизә алып килер кеүек. Уҙғанында ниндәйҙер маҡсатыбыҙға өлгәшә алмаһаҡ та, мотлаҡ яңы йылда тормошҡа ашыр тип өмөтләнәбеҙ. Ғөмүмән, бармы ул мөғжизә? Әллә барыһы ла беҙҙең фантазиябыҙ ғынамы? Бөгөнгө аҙна һорауы: һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?

Гөлназ САФИНА, студент:
– Мөғжизәгә ышанам. Алда мине, ысынлап та, иң матур, иң-иң шәп яңылыҡ көтә кеүек. Бәлки, ул яңылыҡ миңә мөхәббәт булып килер, бәлки, уҡыуымда ниндәйҙер шәп уңыштарға өлгәшермен, бәлки, ғаиләбеҙҙә һөйөнөслө ваҡиғалар булыр. Тормошом яңы башлана ғына әле, мөғжизәләргә бай булыр, тип ышанам. Шунһыҙ ҡыҙығы юҡтыр ул.

Илдар ИҪӘНДӘҮЛӘТОВ, эшсе:
– Һуңғы ваҡиғаларға ҡарағанда, яңы йыл бер ниндәй ҙә мөғжизә вәғәҙә итмәй бит әле. Көн дә әле бер нәмәгә, әле икенсеһенә хаҡ артыуы тураһында ғына ишетәбеҙ. Эш хаҡы артыу түгел, ҡулайлаштырыу тип, ҡыҫҡартыу менән генә янайҙар. Бер ҡыуандырырлыҡ хәбәр юҡ. Бар кеше, нимә менән барып бөтөр был, тип аптырауға ҡалған. Миңә ҡалһа, мөғжизәгә артыҡ ышанмайым да. Донъя тыныс булһа, тормош һәүетемсә дауам итһә, кешеләрҙең үҙҙәрен тәьмин итә алырлыҡ эше, йәшәр урыны булһа, шул еткән.

Ғәйфулла НОҒОМАНОВ, пенсионер:
– Беҙҙең йәштә һәр яңы көн – үҙе мөғжизә. Иҫән-һау булыуың, туғандарыңдың именлеге, балаларыңдың барыһы ла һәйбәт булыуы – бына шул мөғжизә инде. Ағастарҙың япраҡ ярыуы, сәскәләрҙең хуш еҫе, ҡоштар һайрауы, шишмәләр сылтырауы, ҡояш яҡтылығы, йондоҙҙар балҡышы – мөғжизә түгелме ни?! Беҙҙең был донъяға килеүебеҙ, йәшәүебеҙ үҙе мөғжизә ул. Шуның ҡәҙерен белеп, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәй белеү мөһим.

Рәсимә ВӘЛИЕВА, уҡытыусы:
– Мөғжизә бар ул, бар. Ғәҙәттә, иң ауыр саҡта мөғжизә көтәбеҙ. Минең менән дә шулай булды. Өс йыл элек бик ҡаты ауырыным. һауығырыма туғандарым да, табиптар ҙа ышанманы. Бына шул ваҡытта ниндәйҙер юғары көс мине халыҡ табибына барырға мәжбүр итте. Төрлөһөнә лә түгел, тап берәүһен айырып күрһәтте, шул кешегә барырға тейешлегемде аңғартты. Бына шунан аяҡҡа баҫып киттем, Аллаға шөкөр. Шунан һуң нисек мөғжизәгә ышанмайһың инде?!

С. ЛОТФУЛЛИНА
яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 26-12-2014, 17:08 | Ҡаранылар: 940
|
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Иң яҡшы Яңы йыл тамашаһына бәйге!
  • Өсөнсө бала өсөн – 4,5 йыл
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM