НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тотҡонлоҡта үткән ике ай



Иртәгәһен тағы бер ялан, өсөнсө көн тағы бесән сабыу… Ул арала былар менән бергә йәшәгән ике ир ҡайҙалыр юҡ була, хужа әйтеүенсә, эшкә барымдары юҡ тип, йорттарына кире оҙатҡан икән. Көн артынан көн үтә, көн һайын йылғыр хужаның эше лә табылып тора. Инде тамам айныҡҡан Мират, үҙенең донъяһы барлығын, мал-тыуары өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә кәрәклеген иҫенә төшөрөп, хужаға был турала белдерә. Хужа, уға көлөмһөрәп ҡарап: «Эш бында һеҙгә етерлек, әгәр ҡасырға уйлаһаң, белеп ҡуй, бөтә ергә видеокамера ҡуйылған», – тип кенә ебәрә. Тик шунда ғына ул үҙенең кешеләрҙән ишетеп кенә белгән ысын «ҡоллоҡ»ҡа килеп ҡапҡанын аңлай. Иптәш егете лә, асылып китеп


Тотҡонлоҡта үткән ике айҺуңғы йылдарҙа кешеләрҙең эҙһеҙ-ниһеҙ юғалыу осраҡтары йышая бара. Ололар, йәштәр, балалар, бер ниндәй сәбәпһеҙ, һыуға батҡандай, юҡ була. Уларҙы туғандары, яҡындары эҙләп ҡарай, ә инде эҙләп тә тапмағас, өмөттәрен өҙмәй, иҫкә алалар, көтәләр. Әгәр кеше юғалыуы элек ҙур фажиғә булһа, хәҙер инде был күренеш ғәҙәти хәлгә әйләнеп тә барған һымаҡ.
Статистикаға күҙ һалғанда, Рә­сәйҙә бер йыл эсендә эҙһеҙ юғал­ған кешеләрҙең һаны уртаса ҙурлыҡтағы ҡалала йәшәгән кешеләр­ҙең һанына тиң, йәғни 100 – 120 мең кеше тәшкил итә. Был һандар бик ныҡ уйландыра. Ярай әле, бәхеткә күрә, ҡайһы берәүҙәре үҙҙәренең вайымһыҙлығы арҡа­һында, туғандарына хәбәр бирмәй, ҡайҙалыр йөрөй ҙә, кире әйләнеп ҡайта. Ҡайһы берҙәре үҙҙәренең бурыстарын түләмәү өсөн юғала. Кеше юғалыуына өй эсендә тыуған ғаилә низағтары ла сәбәпсе була. Ләкин иң күп юғалыусылар һанын эш эҙләп ситкә киткән кешеләр тәшкил итә.
Үҙемдең дә яҡын ғына еҙнәм, әхирәтемдең тормош иптәше, тағы ла бер нисә таныш кеше эҙһеҙ юғалды. Былтыр күрше ауылдан бер ир юғалғайны, милицияға хәбәр итеп, эҙләп тә ҡаранылар. Инде ғаиләһенең өмөтө һүнде тигәндә, пәйҙә булды. Уның юғалыу тарихын һеҙгә лә бәйән итергә булдым.
Республикабыҙҙың көньяҡ ра­йон­дарының береһендә йәшәүсе билдәле балта оҫтаһы Мират эсергә әүәҫ була. Был көндә лә ул, баш төҙәтеп булмаҫмы тип, ауыл магазины яғына юллана. Магазин янында иномаркала ултырған яҫы битле, ҡыҫыҡ күҙле, киң яурынлы урта йәштәрҙәге ир, уның хәленә ингәндәй, бер шешә һыра сығарып бирә. Һөйләшеп китәләр, был ҡаҙаҡ ке­шеһе магазин төҙөтөр өсөн оҫталар эҙләй икән, хаҡын да арыу ғына түләмәксе. Күптән эш таба алмай йөрөгән Мират ҡуш ҡуллап риза була. Күп уйлап тормай, йортона инеп, инструменттарын ала ла, туғандарына ла өндәшмәй, күп булһа, бер-ике аҙнанан ҡайтырмын тип, иномаркаға ултырып китә.
Магнитогорск ҡалаһын үтеп, байтаҡ ҡына барғандан һуң, бер ҡасабала ҡоймаһының бейеклеге өс метр булған ике ҡатлы йорт янында туҡтайҙар. Бәләкәй генә, ҡыҫыҡ бүлмәлә унан башҡа өс кеше көн күрә икән. Карауат тигән әйбер юҡ, йоҡо урыны булып иҙәнгә ташлан­ған иҫке-моҫҡо сепрәк, кейем-һалым хеҙмәт итә. Әле кисәге эскелектән айнып та етмәгән Мират үҙенең ҡайҙа килеп эләккәнен дә аңламай.
Икенсе көнөнә таң менән хужа эшселәрен уятып, арлы-бирле тамаҡ ялғата ла, Мират менән бер ирҙе машинаһының фургонына тейәп, ҡайҙалыр алып китә. Фургондан сыҡҡас ҡына Мират үҙҙәренең ҡола яланда тороуын аңлай. «Бына һеҙгә салғы, бөгөнгә ошонда эшләйһегеҙ», – тип, хужа ҡайҙалыр китә. Икенсе ир күрше район кешеһе булып сыға, ул да шул бахмурҙан килеп эләккән икән.
Бай ғына күренә, буш ҡайтармаҫ әле, тигән булып, күңелдәрен йы­уатып, көнө буйы әлһерәп, ҙур ғына яланды сабалар. Ҡараңғы төшөүгә хужа уларҙы килеп ала. Пре­миальный тигән булып, көмөшкәһен дә һалып бирә.
Иртәгәһен тағы бер ялан, өсөнсө көн тағы бесән сабыу… Ул арала былар менән бергә йәшәгән ике ир ҡайҙалыр юҡ була, хужа әйтеүенсә, эшкә барымдары юҡ тип, йорттарына кире оҙатҡан икән. Көн артынан көн үтә, көн һайын йылғыр хужаның эше лә табылып тора. Инде тамам айныҡ­ҡан Мират, үҙенең донъяһы барлығын, мал-тыуары өсөн ҡыш­ҡылыҡҡа бесән әҙерләргә кәрәклеген иҫенә төшөрөп, хужаға был турала белдерә. Хужа, уға көлөм­һөрәп ҡарап: «Эш бында һеҙгә етерлек, әгәр ҡасырға уйлаһаң, белеп ҡуй, бөтә ергә видеокамера ҡуйылған», – тип кенә ебәрә. Тик шунда ғына ул үҙенең кешеләрҙән ишетеп кенә белгән ысын «ҡоллоҡ»ҡа килеп ҡапҡанын аңлай. Иптәш егете лә, асылып китеп, ҡасырға маташҡаны өсөн бик ныҡ туҡмалғанын һөйләй. Ул арала бесән эше тамамланып, уларҙы магазин төҙөү эшенә күсерәләр. Эшкә иртә таңдан алып китәләр, ҡарауыл аҫтында эшләтәләр, ауыл кешеләре менән һөйләшергә рөхсәт юҡ, ҡараңғы төшкәс кенә арлы-бирле тамаҡ ялғайһың да, иҫке-моҫҡо түшәлгән иҙәнгә барып ауаһың. Яҡшылап йыуыныу күрмәгәнгә, алмашҡа кейем булмағанлыҡтан, бөтә кейеменә әсе тир еҫе һеңеп, урам буйында йөрөгән бомж хәленә ингән Мират янынан үткән кешеләрҙең танауҙарын сирып уҙғандарын аңлай ҙа ул, тик бер ни эшләй алмай. Ә хужа инде тамам бәйһеҙләнә, шашҡандан-шаша, саҡ ҡына ҡайтыу, аҡса тураһында һүҙ сыҡһа, әшәке һүҙҙәрен дә йәлләмәй, йоҙроғо менән эләктереп тә ала, әйтерһең, улар – уның ҡолдары.
Магазин ҡыйығы ябылып бөтөп килә, бында алып килгәндәренә ике айға яҡын ваҡыт үтеп тә бара, түшәктә ятҡан ауырыу әсәһе ни хәлдәлер, ҡатыны ла ул көндө ҡалалағы балалары янына киткәйне, улар нисек көн күрәлер, бер ни билдәһеҙ. Төнө буйы йоҡлай алмайынса уйланып сыға Мират. Таң һыҙылыу менән, ипләп кенә тороп, артҡы ҡойма аша сығып, йүгерә-атлап оло юл яғына юллана.
Оло юлға барып өлгөрмәй – хужа уның ҡаршыһына сығып, елкәһенән эләктереп тә ала. Ә инде йортона ҡайтҡас, рәхәтләнеп йоҙроҡтарын, аяҡтарын эшкә ҡуша.
Был төндә бөтөнләй йоҡлай алмай Мират. Ғәрлегенән, кәмһетелеүҙән, әллә ниндәй яман уйҙар башына килә. Хатта был хужаның донъяһына ут төртөргә тигән уй менән төн уртаһында тороп ултыра, тик, хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, шырпы таба алмай. Мейеһендә тик бер уй ғына ҡайнай: «Нисек был ҡоллоҡтан ҡотолорға?»
Икенсе көнөнә, башы ауыртыуы­на һылтанып, йортта тороп ҡала. Инде барыһы ла таралышып, йорт эсе тынысланғас, һаҡ ҡына баҫып, артҡы ҡойма аша төшөп, юл яғына боролдом тигәндә, машина тауышы ишетеп, артына ҡараһа, хужа уны ҡыуып килгәнен шәйләп, ауыл ситендә күренеп ятҡан күлгә табан йүгерә, аяҡ кейемен сисеп ырғыта ла һыуға сума. Ҡаҙаҡ машинаһынан сығып, Миратты әшәке һүҙҙәр менән һүгә башлай, һыуҙан сығыр­ға уйламағанын күргәс, кейемдәрен сисеп ырғытып, уға табан йөҙә башлай. Кәүҙәгә ҡаҡса булһа ла, бәләкәйҙән ҡара эштә эшләп үҫкәнгә, таһыл була Мират. «Яҡы­ныраҡ кил, мөртәт, һыуға батҡың килһә. Иң тәүҙә һине батырам, үҙем дә батып үләм», – тип ҡысҡыра. Әллә шөрләп, әллә батып үлгеһе килмәгәнгәлер, хужа кире ярға табан китә. Бер аҙ торғас, йомшарып, юхалай ҙа башлай, эшләгән эше өсөн аҡса ла вәғәҙә итә. Мират: «Үҙем ҡайтырмын әле, һин кит», – тигәс, машинаһына ултырып китә.
Уның күҙҙән юғалғанын көтөп кенә торған Мират күлдән тиҙ генә сыға ла, аяҡ кейемен дә кеймәйенсә, икенсе урам яғына йүгерә. Буш шешә табып алып, төбөн ярып, ҡулына ала. Кәртә арттарынан ҡаса-боҫа трасса яғына юллана. Ярай әле, бәхетенә күрә, бер машина туҡтай. Хәлен аңлатып биргәс, машина хужаһы уны Магнитогорск ҡалаһына хәтлем илтә, хатта юлына аҡса бирә. Ялан аяҡ икәнен күргәс, аяғындағы ойоҡбашын сисеп бирә. Була бит изге кешеләр. Был көндө Мират Магнитогорск ҡалаһындағы туғандарына барып йығыла. Икенсе көнөнә ауылына ҡайтып етә. Уны ишеге бикле йорт ҡына ҡаршылай. Урамға сығып, эскәмйәгә ултыра. Күршеһе, уны күреп: «Бәй, һин те­реме ни, Мират?» – тип аптырап ки­тә. Уны үлеләр иҫәбенә теркәп тә ҡуйғандар икән, граждан никахы менән йәшәгән ҡатыны, йәш балаһын алып, әсәләренә ҡайтып киткән. Малын, өйөн туғандары үҙ-ара бүлешеп алырға ла һөйләшеп бөткән. Бына шундай хәл булған ул юғалып йөрөгән саҡта.
Ҡайтҡанын ишетеп, күрше район полиция хеҙмәткәре килеп, төпсөнөп, ҡайҙа булғанын, уның менән тотҡонлоҡта булған кеше тураһында һораша. Туғандары уның табылыуы тураһында полицияға хәбәр бирһә лә, бер кем дә уның яҙмышы менән ҡы­ҙыҡһынмай. Шулай инде ул. Кеше ҡәҙере бөттө бит инде хәҙер.

Әминә ЯХИНА.

Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 12-12-2014, 15:35 | Ҡаранылар: 1348
|
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Енәйәт һәм яза
  • Егерме беренсе быуат ҡолдары
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM