RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар

24.10.2014 “Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар

“Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙар“Тимер ат”ты” йүгәнләгән һылыуҙарМашина йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарға элегерәк аптырап, бер аҙ шикләнеберәк ҡараһалар, хәҙер өйрәнелде. Ысынлап та, бөгөн үтә ҡыйыу, заман менән бергә атлаған, тәүәккәл гүзәл заттарҙың руль артына ултырыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Ә шулай ҙа был донъяға нескә, тыныс холоҡло итеп яратылған ҡатын-ҡыҙҙың техник яҡтан ауыр булған “тимер ат”ты йүгәнләүе ҡыҙыҡлы. Салауат районында ла руль артына ултырырлыҡ үҙендә көс һәм теләк тапҡан һылыу заттар етерлек. Әйҙәгеҙ, уларҙың бер нисәүһе менән танышып, күңел донъяларына байҡау яһайыҡ.

– Тәүге тапҡыр руль артына ултырғаным бөгөнгөләй күҙ алдымда, – тип һүҙен башланы районда иң беренселәрҙән булып “тимер ат”ты йүгәнләгән Фәниә Зарипова. – Машинабыҙҙа башта ирем генә йөрөй ине. Бер көндө миңә ҡайҙалыр барырға кәрәк булды һәм ул унда алып барырға баш тартты. Үсектем дә машинаға ултырҙым да сығып киттем. Һәм … соҡорға барып төштөм. Ә шулай ҙа соҡорҙан сығып, бара торған еремә барып еттем.

Шунан башлап машина Фәниә Хисам ҡыҙының тоғро дуҫына әйләнә. 15 йылдан ашыу руль артында йөрөп, 11 машина алмаштыра. Иң бе­ренсеһе “копейка” булһа, хәҙер ул “Киа”ла елдерә. Елдерә, тип юҡҡа ғына әйтмәйем, Фәниә Хисам ҡыҙы машинаны йөрөтөү оҫталығы менән бер ҙә ир-егеттәрҙән ҡалышмай, кәрәк еренә “һә” тигәнсе барып етә.

– Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа юл ҡағиҙәһен боҙмаған водитель юҡ­тыр ул. Мине лә бер нисә тапҡыр полиция хеҙмәткәрҙәре шелтәләп алды. Хәтеремдә, бер ваҡыт ҡай­ҙандыр өйгә ашығып ҡайтып барам. Тиҙлекте арттырған өсөн туҡтаталар. Мин һаман да ашығып: “Хәҙер “Клон”ды (сериал) ҡарайым да кире килермен”, – тип әйтеп һалғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Көлдөләр һәм башҡаса тиҙлекте арттырмаҫҡа ҡушып, ебәрҙеләр, – ти ул, элекке ваҡиғаларҙы хәтерләп.

Бар нәмәгә ыңғай күҙлектән ҡараған, оптимистик рухлы Фәниә Хисам ҡыҙының машинаһы уның ярҙамсыһы ла. Эшенә шуның менән йөрөй, тауар алып килә. Тәүәккәл ҡатындың ҡыҙҙары Лилиә менән Зөлфиә лә машина йөрөтә.

– Минең өсөн машинала иң ҡыйыны ҡайыш тағыу булып сыҡты. Шуны эләктерергә онотам да ҡуям, – тип үҙе тураһында бәйән итә Фәниә Зарипова.
Ә бына Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова беренсе тапҡыр руль артына 2003 йылда ултыра һәм бөгөн тормошон машинаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Зилә Әмин ҡыҙының беренсе машинаһы “Ока” булһа, бөгөн ул “девятка”ла йөрөй.

– Үҙебеҙҙә сыҡҡан машиналарға өҫтөнлөк бирәм. Уларҙы йөрөтөүе еңел, өйрәнелгән дә. Дуҫтарым, таныштарым, шаяртып, иномарканы йөрөтөп ҡара, шунан фекереңде үҙгәртерһең, ти, тик әлегә машинамды алмаштырырға уйламайым, “девятка”мдан ҡәнәғәтмен, – ти ул.

Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән, тәбиғәтте яратҡан Зилә Әмин ҡыҙы районыбыҙҙың һәм Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап үҙенең машинаһында сәйәхәт итә. Тыуған Бөрйән районына ҡайтыр өсөн дә һәр миҙгелдә үҙе ҡурҡмайынса юлға сыға. Машинаһының торошон да үҙе ҡарай, майын, тосолын алмаштыра, тәгәрмәсен дә үҙе йүнәтә белә. Ә бына машина етди ремонт талап итһә, автосервисҡа бара.

– Әлбиттә, машинаны ремонтлау байтаҡ сығым талап итә. Әммә барыбер ыңғай яҡтары күберәк: ваҡытыңа үҙең хужа, береһенә лә буйһонмайһың, эш буйынса йөрөйһөң, бар ергә лә өлгөрәһең, – ти Зилә Әмин ҡыҙы, башҡа ханымдарҙы ла автомобилселәр рәтенә баҫырға әйҙәп.

Киләһе һылыуыбыҙ Светлана Ғиниәтуллинаның нескәлегенә, матурлығына, наҙлылығына ҡарап, һис тә машина йөрөтә тип әйтеп булмай. Ә уның хатта йөк машиналарын: “ГАЗель” һәм “Пежо”ны йөрөткәне күптәрҙең башына ла инеп сыҡмай!

Светлана Фуат ҡыҙының машина менән бәйле тормошо 2006 йылда башлана. Әле студент саҡта үҙе теләп, замандан артта ҡалмайым тип, автомәктәпкә яҙыла. Дәртлә­неп уҡырға йөрөй, имтихандарға әҙерләнә. Һынауҙарҙың беренсе өлөшөн биш минутта уңышлы тапшырып сыҡҡас, уға имтихандың иң ҡатмарлы өлөшөн – практикаһын бирергә ҡала.

– Хәтеремдә, яныма полиция хеҙмәткәре килеп ултырғас, йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып тибә, әммә үҙемде ҡулыма алып, инспекторҙың әйткәндәрен үтәйем. Һәм имтихан алыусы, мине яңылыштырырға теләп, туҡтарға ярамаған урында: “Ошонда туҡтағыҙ!” –ти. Үткән темаларҙы хәтергә төшөрөп, ҡушылған урында туҡтамайым. Ул миңә: “Имтиханды тапшырҙығыҙ”, – тигәс, бик ныҡ шатландым, – тип һөйләй Светлана Фуат ҡыҙы.

Әммә водитель таныҡлығы алғас, шундуҡ машина йөрөтә башламай, 2010 йылда ғына руль артына ултыра. Әле Светлана Фуат ҡыҙы “Тойота Авенсис” машинаһын йөрөтә. Эш буйынса “ГАЗель”, “Пежо” менән Өфөгә лә бара икән. Шундай нескә генә һылыуға ҙур машинаны йөрөтөүе ауыр түгелме икән?
– Юҡ, хәҙерге “ГАЗель”дәрҙе йөрөтөүе еңел, сөнки уның идара итеү йыһаздары камиллаштырылған. Ә шулай ҙа “ГАЗель”де йөрөткән саҡта уның габариттарын тойорға кәрәк, – тип яуаплай ул. – Машинаһыҙ аяҡһыҙ-ҡулһыҙ кеше кеүекмен. Унһыҙ бер көнөмдө лә күҙ алдыма килтерә алмайым. Автомобиль йөрөтөү башта ғына ауыр тойола. Аҙаҡтан бөтә нәмә автоматик рәүештә башҡарыла. Бөгөн машина йөрөтөүҙән кинәнес, иреклек тойоп һөйөнәм.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»