НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Туҡал


ТуҡалКүп йылдар элек Мәрфуға ауылдың абруйлы муллаһының улы Дамирға икенсе ҡатын булып кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә. Уның беренсе ҡатыны Маһруйҙың рөхсәте менән эшләнә был эш. Бала тапҡандан һуң Маһруйҙың һаулығы ныҡ ҡына ҡаҡшай, оҙаҡ ваҡыт ире менән бергә була алмай. Көндәрҙең береһендә ир йәш ҡатын аласағы тураһында әйтеп һала. Беренсе ҡатыны ҡушҡан ҡыҙға ғына өйләнәсәге хаҡында белдерә. Ҡатыны был хәлде күптән көткән була, шуның өсөн оҙаҡ уйлап тормай, ярлы ғына ғаиләлә үҫкән тыйнаҡ, сабыр, ипле, егәрле Мәрфуға исемле ҡыҙҙы көндәш – туҡал* ҡатын итеп алырға ризалыҡ бирә.

Бер йылдан Мәрфуғаның ҡыҙ балаһы донъяға килә. Иртә менән бала тыуыу шатлығынан ығы-зығы ҡуба: ҡоймаҡ, бәлештәр бешерелә, мунса яғыла. Атай кеше үҙенә урын таба алмай, нимә эшләргә белмәй. Ул бит ир бала көткәйне, ә ҡыҙ бала уны һис кенә лә ҡыуандырмай. Шулай йөрөй торғас, ир Мәрфуға эргәһенә килә һәм туҡал ҡатынға «Хәйерсе ҡыҙынан тыуған балаға минең өйөмдә урын юҡ» тигән яҙыу яҙып, мунса һикеһенә илтеп һала. Ҡатын иҙән йыуғанда, һикегә күҙе төшөп, яҙыуҙы күреп, алып уҡый. Йәш әсә, аңын юғалтып, нимә эшләргә белмәй, оҙаҡ ҡына мунса алдында ултыра, аҙаҡ урынынан көскә тороп, өйгә ҡайта ла, балаһын төрөп, әйберҙәрен йыйып, тыуған өйөнә ҡайтып китә.

Йыл артынан йыл үтә. Мәрфуға ҡыҙын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, ә был саҡта Дамир оло ҡатыны менән Үзбәкстан яғында йәшәй. Ауылда ҡалған ҡыҙы менән туҡал ҡатынына ярҙамлашыу тураһында уйламай ҙа. Мәрфуғаның ҡыҙын уҡытып, белемле иткеһе килә. Ҡыҙы табип һөнәрен һайлай. Атай кеше һирәк кенә булһа ла ауылда ҡалған ҡатынына хаттар яҙғылай. Ҡыҙының хәле менән дә ҡыҙыҡһына. Ҡыҙ диплом алып, әсәһен һөйөндөргән көндө атаһынан уны ҡунаҡҡа саҡырып яҙған хат килеп төшә. Ҡыҙ әсәһенең ризалығы менән юлға сығырға әҙерләнә. Өс көндән һуң әсәгә ҡыуаныслы хәбәр килә. Унда: «Атайым мине бик яҡшы ҡаршы алды, ҡунаҡ итәләр. Әсәй кеше лә яҡшы. Үҙ балалары кеүек кейендерҙеләр һәм бергәләп ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ», – тиелгән була. «атай» тип ауыҙ тултырып әйтә алыуына ҡыҙ бик һөйөнә. Көндәр, айҙар үтә. Әсәһе ҡыҙының ҡайтыу көндәрен һанай башлай, ә уныһы әлегә ҡайтыу тураһында уйламай ҙа. Атаһы уға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә, иғтибарлы, йомарт, затлы кейемдәр алып кейҙерә, үҙҙәренә эйәләштерә. Атай йортонда кейәү егеттәре лә күренә башлай. Улар менән һөйләшкән арала ҡыҙ, бирнә, туй һүҙҙәре лә йыш ҡабатлана. Үзбәкстанда дипломлы ҡыҙҙың «хаҡы» ла ҙур ғына була шул.

Әсә кеше, әллә берәй хәл булдымы, ниңә һаман ҡайтмай икән, тип аптырай. Кәңәшләшер кешеләре лә юҡ, исмаһам. Һағышҡа бирелгән Мәрфуға, фекерҙәрен туплап, ҡыҙына хат яҙа. Әсәнең хәлен аңлаған кешеләр ҙә: «Әсәйең ауыр хәлдә, тиҙ генә ҡайтып ет!» – тип телеграмма һуға.

Шул көндәрҙә ҡыҙынан: «Әсәй, атай бик тә яҡшы кеше икән, минең етем үҫеүемдә һин үҙең ғәйепле булған­һың, башҡа ауылға ҡайтмайым. Атайым мине, ҙур туй үткәреп, кейәүгә бирә, хуш», – тип яҙған ҡыҫҡа ғына хаты килеп төшә. Хатты әсәһенә бирмәй торалар, сөнки уның хәле бик насар була.
Һуңғараҡ ҡыҙы ҡайтып төшә. Әсәһен күреп аптырай, сөнки ул бик ныҡ бирешкән була. Әсә менән ҡыҙ бик оҙаҡ һөйләшәләр. Бер-береһен аңлашҡандай булғас, әсә соланға сыға һәм унан һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәген алып инеп, ҡыҙына тоттора. Был ҡағыҙ ҡыҙ тыуғас та атаһы мунсала ҡалдырған яҙыу була. Ҡыҙ яҙыуҙы уҡый, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Шулай итеп, әсәһен аңлай, күҙ йәштәре менән уны ҡосаҡлай һәм ғәфү үтенә.

Көндәрҙән бер көндө атай кеше лә ҡайтып төшә. Ул бик матур итеп кейенгән, заманы өсөн ауыл халҡының күҙ яуын алырлыҡ. Әсә менән ҡыҙ уны һалҡын ғына ҡаршы ала. Дамир: «Мәрфуға ханым, ҡыҙым, нимә булды, был йортта ниндәй ауыр ҡайғы бар?» – тигән һорауға ҡыҙы һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәген сығарып тоттора. Атай кешенең бөтә пландары емерелә. Сөнки ул ҡыҙҙы бик ҙур суммаға һатып ебәреү ниәте менән бик бай егеткә вәғәҙә биреп килгән була.

Атай кеше үҙе яҙған яҙыуға ҡырын күҙ менән генә ҡарап ала ла, уны тиҙ генә кеҫәһенә тыға һәм башын түбән эйеп, сығып китеү яғын ҡарай.
Ул үҙенең хатаһын таный, ләкин һуң була инде.

Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.

*Туҡал – көндәш ҡатындарҙың иң йәше. Тубылғынан өй булмаҫ, туҡалдан тыуған бай булмаҫ, ти халыҡ мәҡәле.

Сығыу ваҡыты 10-10-2014, 16:45 | Ҡаранылар: 1768
|
  • Һайлап алған яҙмыш
  • Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба
  • Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM