НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?

Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?


йәки Милләттәштәребеҙҙең, ил-тел, тип яныуы…
Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә күҙәтелгән реформалар аныҡ проблемалар тыуҙырмай ҡалманы. Тәү сиратта, оптималләштереү һөҙөмтәһендә күпләп ауыл мәктәптәре ябылһа, төп дөйөм биреү стандарттарына һылтанып, ҡайһы бер белем усаҡтарында башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙы туҡтатып ҡуйҙылар. Күптән түгел БДУ-ның Сибай институтында уҙған “Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы яңы Закон шарттарында мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ла фекер алышыу ошо хаҡта барҙы.

Шуны билдәләү мөһим: уҡыу йортонда халҡыбыҙ традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртыуҙы үҙ эсенә алған киң масштаблы сараларға етди иғтибар бирелә. Ул ғына түгел, институтта күренекле шәхестәребеҙҙең һындары, барельефтар, милли рухыбыҙҙы сағылдырған репродукциялар, паннолар урын алыуы быға асыҡ дәлил. Әлеге сараның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә уҙғарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, изге башлан­ғыстың дауамы, тип әйтергә мөмкин. Сөнки уҙған йылда нәҡ ошо ваҡытта сибай­ҙар төбәк, шул иҫәптән республика зыялыларын йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә арналған ҡорға туплағайны.
Эйе, бөгөн дә милләтебеҙҙе борсоуға, хатта хәүефкә һалған проблемалар етерлек. Күҙгә-күҙ ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү иһә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең бер юлы, тип әйтергә мөмкин. Сибай институты директоры Зиннур Йәрмө­хәмәтовтың сығышында ла үрҙә әйтелгәндәр сағылыш тапты.
– Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, 1999 йылда “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәре тураһында” тигән закон ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, шулай уҡ һәр ҡала һәм район хакимиәттәре янында был мөһим закондың үтәлешен тикшереү буйынса махсус комиссиялар ҙа ойошторолдо. Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен күҙ уңында тотҡан ҡарарҙың күп урында үтәлмәүенә шаһит булаһың, – тине ул. – Әйтәйек, беҙҙең Сибай ҡалаһында ла алтаҡталар­ҙың, реклама, башҡа мәғлүмәт, белешмәләрҙең тик рус телендә генә яҙылыуын аҙым һайын осратырға мөмкин. Яңы асыл­ған магазиндарҙы, төрлө ойошмаларҙы сит телдән алынған һүҙҙәр менән атау “модаға” инеп китте. Шулай уҡ вокзалдар­ҙа, туҡталыштарҙа мотлаҡ ике дәүләт телен­дә әйтелергә тейеш булған белдереүҙәр, мәғлүмәттәр тик рус телендә генә иғлан ителә. Закон үтәү өсөн ҡабул ителә, шуға күрә бындай кире күренештәргә сик ҡуйылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Ауыл мәктәптәрен күпләп ябыуға килтергән мәғариф өлкәһендә барған оптималләштереү күренеше тәү сиратта беҙҙең милләттең бәкәленә һуғасаҡ. Сөнки мәктәп ябыл­һа, ауыл үҙе лә әкренләп юҡҡа сығасаҡ. Ә был инде башҡорт халҡының һаҡланып ҡалыу мәсьәләһен тағы ла киҫкенләштерәсәк. Артабанғы хәл итеүҙе көткән мәсьәлә туранан-тура бөгөнгө конференцияның темаһы менән бәйле, йәғни ошо йылдың 1 сентябренән көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында белем биреү” тип атал­ған яңы Закон шарттарында туған телдәр­ҙе, шул иҫәптән башҡорт телен дә уҡытыу­ға ҡайтып ҡала. Ошо юҫыҡта шундай миҫал килтереү ҙә етә: үткән быуаттың 90-сы йылдарында Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә 120-гә яҡын башҡорт теле уҡытыу­сыһы эшләһә, хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 40-ҡа ла тулмай. Ә бит быларҙың һөҙөмтәһе иң беренсе сиратта беҙҙең милләт өсөн хәүефле, йәғни үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен белмәгән манҡорттарҙың тағы ла артыуына килтерә. Ғөмүмән, башҡорт теле уҡытыусыларының абруйын күтәреү буйынса эшләргә кәрәк беҙгә.
Шулай уҡ Зиннур Ғөбәйҙулла улы күрше өлкәләрҙә, айырыуса башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Пермь өлкәләрендә, Татарстанда башҡорт телен һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған төрлө йыйындар, осрашыуҙар үткәреүҙе, беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыларының ундағы мәктәптәрҙә дәрестәр уҙғарып, тәжрибә уртаҡлашыуын тергеҙеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, башҡорт телендәге күп кенә ер-һыу атамаһының халыҡ телендә, юл күрһәткестәрендә, хатта ҡайһы бер карталарҙа боҙоп күрһәтелеүе телебеҙҙе ярлыландыра.
Артабан ҡатнашыусыларҙы Башҡор­тостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Хәбибов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Айнур Иҙрисов сәләмләп, сараның нәҡ ошо төбәктә уҙыуының әһәмиәтен билдәләп, шулай уҡ мәсьәләнең ваҡытында күтәрелеүен билдәләне.
Башҡорт мәктәптәренең башланғыс клас­тарында предметтарҙы, шул иҫәптән математиканы рус телендә уҡытыуҙы нисек аңларға? Әле уҡый-яҙа белмәгән, тик үҙенең телендә фекерләгән яңы уҡырға килгән бала башҡа телдә нисек белем үҙләштер­һен? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Б. Күсәбаев әллә ни күҙгә күренмәгән мөһим мәсьәләне күтәреп, мәктәп етәкселеген ошо йәһәттән иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Ысынлап та, дөрөҫлөк бар был һүҙҙәрҙә. Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек алып барыу маҡсатында, урта һәм өлкән кластар­ҙа предметтарҙы рус телендә алып барыу кәрәк тә кеүек, әммә тәүге йылдар­ҙан бындай аҙымға барыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ни өсөн тигәндә, 1-се класс уҡыу­сыһы башта туған телендә уҡырға өйрәнергә, фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә тейеш. Ә үрҙәге хәл иһә уҡыусыла, киреһенсә, дәрестә яуап биреүҙән ҡурҡыу тыуҙырып, баҫылып ҡалыу хәүефен дә тыуҙыра.
– Беҙ барлыҡ предметтарҙы ла башҡорт телендә уҡып сыҡтыҡ. Юғалып ҡалманыҡ, беҙҙең мәктәптән уҡыусыларҙың күпләп Өфөнөң уҡыу йорттарына инеүе ошо хаҡта һөйләй ине, – тип был хаҡта фекерен белдерҙе БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының тарих һәм демография мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Марат Ҡолшәрипов. Уның әйтеүенсә, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса башҡорт халҡының күпкә кәмеүе аңлашмаусылыҡтар тыуҙыра. Бер ҡараһаң, Президент ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алыусыларҙың күпселеге – ауылдағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары.
Барлығы биш йүнәлештә алып барылған секцияларҙа – Башҡортостан Республи­каһында һәм унан ситтә башҡорт теленең хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары, хәҙерге этапта милли тел сәйәсәтенең тарихи-хоҡуҡи һәм социаль-мәҙәни аспект­тары, мәғариф учреждениеларында башҡорт телен камиллаштырыу юлдары, туған телде һаҡлауҙа һәм йәш быуында милли рух тәрбиәләүҙә ғаилә, мәғариф учреждениелары, әҙәбиәт, мәҙәниәт, дин һәм киң мәғлүмәт сараларының роле кеүек мәсьәләләр иғтибарға алынды. Мәҫәлән, философия фәндәре докторы Гүзәл Вилда­нова, “Ҡала мөхитендә бала тәрбиәләү” темаһына сығыш яһап, төп тәрбиәнең ғаиләлә һалыныуын раҫланы.
– Тормош иптәшем менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Бәләкәй саҡтан уҡ башҡорт телендә һөйләшеп үҫеүҙәре, туған телдәге китаптар, гәзит-журналдар менән дуҫ булыуҙары уларҙы рухлы итте лә инде, – тине Гүзәл Булат ҡыҙы.
Сара һуңында ғилми-ғәмәли конференцияның резолюцияһы ҡабул ителде. Шуларҙың бер нисәүһенә күҙ һалғанда, мәғариф өлкәһендә барған оптималләштереү процесы һөҙөмтәһендә ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптәрҙең ябылыуына сик ҡуйыу, яңы асылған төрлө ойошмаларҙы, учреждениеларҙы, магазиндарҙы башҡорт теленән алынған һүҙҙәр менән атарға, урамдарға, биҫтәләргә һ.б. төбәк менән бәйле арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен биреү, Законға ярашлы, урта дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен предмет булараҡ уҡытыуҙы ла, дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе лә ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, мәғариф етәкселәренән һәр мәктәптә йыл һайын башҡорт класына (1-се класҡа) уҡыусылар йыйыуҙы һәм ойоштороуҙы талап итеү зарурлығы иҫәпкә алынды.
Нисек кенә булмаһын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияны мөһим сара тип атамай булмай. Әммә фекер алышыу, ниндәйҙер һығымталарға килеү – бер эш, ә уның үтәлешен талап итеү, тормошҡа ашырыу икенсе эш икәнен онотмаһаҡ ине.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.
Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 10-01-2014, 04:50 | Ҡаранылар: 1462
|
  • Халыҡҡа хеҙмәт итә
  • Милләттәштәргә әүҙемлекте арттырыу фарыз
  • Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • “Мәғариф тураһында” закон проекты ҡабул ителде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM