RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңғыҙ тирәк илгә ҡот бирмәҫ

22.11.2013 Яңғыҙ тирәк илгә ҡот бирмәҫ

Яңғыҙ тирәк илгә ҡот бирмәҫ(“50 йәшлек “ҡыҫыр” ҡыҙҙар, егеттәр тураһында”, “Йәшлек”, №19, 8 ноябрь, 2013 йыл)
Өмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашыуҙың береһендә Ғәббәс ауылы уҙаманы Рәсүл Шәмсетдиновтың сәхнәнән һөйләгән ошо шиғыры йөрәкте семтеп-семтеп алды:

Юғарылар әллә аңламаймы
Төкөргәнен үҙенең ашына:
Һәр үҙгәреш ауыр таяҡ булып
Төшә ауыл халҡы башына.

Уларҙа бит ауыл ҡайғыһы юҡ,
Уйлағаны – майлы ҡалъялар.
Иң тәмлеһен бүлеп, һурып
бөткәс,
Ауылдарға нимә ҡалалыр?

Ауылдарҙа өйҙәр һирәкләнде,
Оҡшап тешһеҙ бабай ауыҙына.
Эш эҙләргә йәштәр сығып китә,
Ҡайтмай ҡабат тыуған ауылына.

Урамдарҙа гармун тартыр егет
Аунап ята ҡойма буйында.
Кисҡырын бит – ҡыҙҙар
күҙләр ваҡыт,
Бары шешә уның уйында.

Ишек алдарында бәпкә үлән
Үҫә әле, үҫә һаман да.
Тик шуныһы: бәпкә көткән бала
Күренмәй шул, юҡ шул урамда.

Был тирәлә ауыл булған элек,
тиеп,
Һөйләрҙәрме һинең турала?
Үҙ-үҙеңде, ауыл, ҡарамаһаң,
Таралырһың иҫке буралай.

“Пессимистик шиғыр” тип атала уның был шиғыры. Ысынлап та, тыуған ауылының, ауылдаштарының ғына түгел, ғөмүмән, тирә-яҡтағы ауылдарҙың бөгөнгө яҙмышы-көнитмешенә ҡарап һыҡра­ныу­ҙан тыуған был юлдар уның күңелендә. Хәйер, ауыл шағирының ҡуйын дәфтәре ошоға оҡшаш ҙур һәм бәләкәй шиғырҙары менән туп-тулы. Ысынбарлығы­быҙҙан, бөгөнгөбөҙҙән яуап таба алмағанлыҡтан, уның үҙ-үҙенә, башҡаларға, юғарыға төбәлгән һорауҙары риторик һорау булып яңғырай.

“Ауылдарҙа өйҙәр һирәкләнде,
Оҡшап тешһеҙ бабай ауыҙына.
Эш эҙләргә йәштәр сығып китә,
Ҡайтмай ҡабат тыуған ауылына”,

– ошо дүрт юллыҡ ҡына ла бөгөнгө ауылдарҙың бар булмышын ысын килеш кенә асҡан да һалған.
Эйе, күпселек ир-ат, тыуып үҫкән, ояһын ҡорған ерендә эш­һеҙлектән, ғаиләһен аҫрар бол табайым, көнитмешен рәтләйем, балаларымдың киләсәген йүнләйем тип, тыуған төйәгенән, йылы түшәгенән айырылып, меңәр саҡрым алыҫлыҡтағы ҡала һәм өлкәләргә сығып китергә мәжбүр. Башлыса, ауыр эштән, ғаиләһе менән айырым йәшәүҙән, башҡа михнәттәрҙән ҡурҡмағандары сит тарафтарға юллана. Ә күптәр сығып та китә, ауылында, райо­нында ла эш таба алмай интегә.

Егеттәр ниңә өйләнмәй?

Өҫкәлек йылғаһы буйында Муйнаҡ исемле өс ауыл урынлаш­ҡан. Шуларҙың иң ҙурыһында, Үрге Муйнаҡта, буйҙаҡтар категорияһына ингән утыҙға яҡын, Урта Муйнаҡта – ун бишләгән, бәләкәй генә Ҡырғыҙ Муйнағында ла биш-алты ир-егеттең көнитмеше ирекһеҙҙән, ир булған ир егерме биштә лә баш булыр, ир булмаған ир иллелә лә йәш булыр, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрҙө. Ысынлап та, улар араһында ҡырҡ-иллегә етеп, хатта иллене лә үтеп, һаман үҙ ояһын ҡора алмаған “йәштәр” күп. Кемеһелер ата-әсәһе менән, бәғзеләре яңғыҙ йәшәй. Эшле­ләре лә, эшһеҙҙәре лә байтаҡ. Бер нисәүһе урындағы ауыл хужалығында “көн уҙҙырып, сабата туҙҙырһа”, балта-сүкеш тота белгәндәре ситкә китеп, аҡса таба, белмәгәндәре ата-әсәһенең елкә­һендә ултыра. Шуныһы бигерәк аяныс: улар араһында “ауыҙҙарына баш була алмағандар” ҙа етерлек.
Буйҙаҡлыҡ мәсьәләһе бер генә кеше йәки бер генә ауыл проблемаһынан күптән инде уҙып, республика, ил күләмендәге ситен бер күренешкә әйләнде. Был хәлдең заман афәтенә тиң булыуын бер кем дә инҡар итмәҫ: ысынлап та, икенсе яртыһын таба алмай ғүмеренең ахырына яҡынлашҡан ир-ат һәр ауылда һәм районда аҙым һайын тиерлек. Ҡырҡҡа етмәгәндәренең үҙ тормошон яйға һалып ебәрергә әле ваҡыттары ла, мөмкинлектәре лә бар һымаҡ. Тик...
Һуңғы ике тиҫтә йылда типик күренешкә әйләнә барған буйҙаҡлыҡ мәсьәләһен өйрәнгән психологтар егеттәрҙең өйләнергә теләмәү сәбәптәрен асыҡлаған. Беренсе сәбәп: егет әсәһенең һүҙенән сыға алмай. Йәнәһе, улы һайлаған ҡыҙ уға тиң түгел. Һөҙөмтәлә егеттә интимофобия барлыҡҡа килә. Икенсеһе: егеттәр үҙҙәренә, матди базамды нығытмайынса, йәғни өй төҙөмәйенсә йәки, фатир, машина алмайынса, өйләнмәйем, тигән йөкләмә ала. Ә был хәлдең бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Өсөнсөһө: яуапһыҙ йәки бәхетһеҙ мөхәббәт арҡаһында алған йән йәрәхәте арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмау. Дүр­тенсеһе: комплекстар. Бишен­сеһе: ата-әсәһенең насар йәшә­үен күреп үҫкәнлектән, улар­ҙың яҙмышын ҡабатлағыһы килмәй. Алтынсыһы: магазинда әҙер аҙыҡ барҙа, кәләш ниңә кәрәк? Етен­сеһе: Казанова синдромы. Сала­уат районының Урмансы ауылынан Шәрифә Закированың минең һорауым буйынса бынан бер нисә йыл элек “Йәшлек”кә ебәргән “Яңғыҙлыҡ” тип аталған шиғыры ла һуңғы билдәгә ауаздаш:

Төпкөл ауылдарҙың береһендә
Йәшәп ята минең геройым.
Йәшәп ята, тиһәм, хәтерең
ҡалыр,
Яңғыҙ ғүмер итә ул бөгөн.

Заманында унан сибәрерәк
Егет булмағандыр ауылда.
Бөгөн кисен кемде оҙатырға –
Тик шул һорау ине уйында.

Ситтән ҡыҙҙар килһә – тик уныҡы,
Ауылдыҡы булыр аҙаҡта.
Бөтә ҡыҙҙар уның аша үтеп,
Ҡала ине башҡа егеткә.
Бына шулай һайлап йөрөй торғас,
Ғүмере үткәнен дә һиҙмәне.
Әсәһе лә бер саҡ үлеп киткәс,
Яңғыҙлыҡтың татын тәмләне.

Клуб кеүек өйҙөң йәме лә юҡ,
Тәме лә юҡ бешкән ашының.
Ярай әле, үҙе кеүек яңғыҙ
Ир-егеттәр бүлешә аҙығын.

Береһе “ярты” тотоп килеп инә,
Икенсеһе килтерә ярты ҡаҙ:
“Әсәйемдең ҡаҙы былай ҙа күп,
Миңә лә тейеш әле ярты ҡаҙ”.

Бына шулай үтә бар ғүмере,
Өйләнергә һис тә уйламай.
Үҫә лә ул ситтә ике-өс малай,
Белә алмай үҫә: “Кем атай?”

Әлдә әле дәүләт пенсия бирә,
Асҡа үлер ине геройым.
Геройыма биргән был яҙмышты
Бер кемгә лә бирмә, Хоҙайым!

Өйләнмәү сәбәбенең психологтар һүрәтләгән һигеҙенсеһе лә бар: ир-егет үҙ идеалын эҙләй.
Беҙҙең егеттәрҙең башлы-күҙле булырға ашыҡмау сәбәбе лә ошоларға ҡайтып ҡаламы икән? Күпте күргән, күпте кисергән, ауыл тормошон һәм ауылдаштарын яҡындан, эстән белгән аҡһаҡалдарҙың береһе – Үрге Муйнаҡ урта мәктәбенең элекке директоры, байтаҡ йылдар партком секретары ла булып эшләгән Таһир Әфтәх улы Йосоповтың был туралағы фекере шулайыраҡ:
– Ошо көндә егеттәрҙең буйҙаҡ йәшәүе – тәбиғәт ҡанундарына һыймаған күренеш ул. Ҡыҙҙар ҡалаларға китеп, төҙөүсе, штукатур-маляр, урам һепереүсе, асфальт түшәүсе кеүек иң ауыр эштә эшләһә эшләй, әммә ауылға ҡайтмай. Күптәре, кейәүгә сыҡмайынса, фатирға эйә була алмайынса, пенсия йәшенә тиклем дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәй. Был – буйҙаҡлыҡ проблемаһының иң төп сәбәбе, минеңсә. Егеттәргә килгәндә, улар, минең ҡарашҡа, тыуған еренә, ауылына тоғро халыҡ. Ауылда ҡалыуын-ҡала, әммә оя ҡорор ишен таба алмай. Революцияға тиклемге осорҙа 16 йәшлек үҫмерҙәрҙе ата-әсәһенең көсләп өйләндереүен үҙ дәүеренә ҡарата ыңғай күренеш булған тип баһалайым. Сөнки ул осорҙа ла ир-егеттәр һаны әҙерәк, ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булған. Йәки 40 – 50-гә еткән егеттәрҙең ауылда япа-яңғыҙ йәшәп ятыуы үтә лә аяныс күренеш. Бына һуңғы йылдарҙа Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы яҡтарында димселәр хеҙмәте барлыҡҡа килеп, үҙ эшмәкәрлеген әүҙемләштерҙе, һәм һөҙөмтәһе күренеп тора. Беҙҙең районда ла шундай хеҙмәтте булдырырға кәрәк тип уйлайым. Сөнки, статистика күрһәтеүенсә, донъялағы һәр дүртенсе кеше тәбиғәте менән артыҡ оялсан икән. Ә ир-егеттең оялыуы имән ботағының бөгөлөүенә тиң. Ул ҡыҙҙарға яҡын килеп, һүҙ ҡатырға, танышырға, һөйөүен белдерергә тартына. Тормоштан ғына түгел, китаптар буйынса ла беләбеҙ: яусылар, димселәр ярҙамында танышып йәрәшкән парҙар матур итеп донъя ҡороп, балалар үҫтереп, йәшәп алып китә. Димсе бурысын үҙ өҫтөнә ҡатын-ҡыҙҙар, бигерәк тә еңгәләр, кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, кеше психологияһын яҡшы белгән уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре алһа, бик мәслихәт буласаҡ.

Аҙашмам тигән егетте ҡара томан аҙаштыра

Буйҙаҡлыҡ менән йәнәш ауыл ерендә һәр саҡ икенсе бер ҡотол­ғоһоҙ бәлә – эскелек йөрөй. Үрге Муйнаҡ ауылы халҡы бер ауыҙҙан буйҙаҡтар араһында эсеүселәр­ҙең күп булыуын билдәләне. Кемдер яңғыҙаҡ ир-егеттәрҙең эсеүен эшһеҙлек, төшөнкөлөккә бирелеүе, киләсәккә өмөтһөҙлөгө менән аңлатырға тырышһа, икенселәр, кешенең үҙенән тора, тип билдәләне. Ана бит, Мәзит ауылында ла өйләнмәгән ир-ат байтаҡ, хатта иллегә еткән буйҙаҡтар ҙа бар, әммә улар үҙҙәренсә донъя ҡороп, өй һалып, мал, бал ҡорто аҫрап, эскелеккә бирелмәй, бына тигән итеп йәшәй, тип фекер йөрөтөүселәр ҙә булды. Нисәмә кеше – шуныңса фекер һәм... хәҡиҡәт!
– Бөгөн ауыл буйҙаҡтарының күбеһе – һеҙҙең элекке уҡыусылар бит, Таһир ағай. Улар менән буйҙаҡлыҡ, эскелек тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнегеҙ юҡмы? – тип һорамайынса булдыра алманым.
– Һөйләшкән бар, әммә егеттәр уйынға бора ла ҡуя. Күҙәтеүҙәр буйынса шуны әйтә алам: егеттәр йәшерәк, шуғыраҡ саҡта өйләнеп ҡалмаһа, тора-бара уларҙың ҡыйыулығы юғала. Артабан енси ылығыуы бөтә, тора-бара ирлек кәре ҡайта. Йәш ғүмер тиҙ уҙа ул. Өлкәнәйгәс тә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырып сәй эсер өсөн ҡушағың булыуы яҡшы. Яңғыҙ йәшәү ул ғүмерҙең ҡыҫҡарыуына ла килтерә, йәшәүҙең йәме, тәме булмай. Демография мәсьәләһен дә артҡа һөйрәй. Ошо турала уйланған саҡтарҙа тағы ла шул Баймаҡ, Әбйәлил яҡтарында совет осоронда йәшәп килгән матур бер күренеш иҫкә төшә: улдары әрмегә киткәнсе, ата-әсә уларға ер участкаһы алып, өй һала торғайны. Хәҙер ер участкаһы алып, өй һалып йәшәп алып китеү өсөн миллионлаған һум аҡса кәрәк. Иң ябай, иң бәләкәй өй һалыу өсөн дә кәмендә бер миллион һум аҡса талап ителә. Ә элек колхоздар йәштәргә фатир һалып бирә ине. Мәҫәлән, әле “Муйнаҡ” ауыл хужалығы артеле рәйесе булып йөрөгән Әхтәм Әбделғужинға туйы көнөндә колхозда йәш ғаиләләргә төбәп төҙөлгән тәүге фатир асҡысы тапшырылғайны. Мин ул саҡта колхоздың партия ойошмаһы секретары, ә Әхтәм комсорг ине. Бына шундай матур йолаларыбыҙҙы юғалттыҡ, – тип әсенә өлкән уҡытыусы. – Һәр райондың үҙенең айырмалы бер йүнәлешлеге булырға тейеш. Элекке мәктәп директоры булараҡ, шуға иҫем китә: мин эшләгән заманда йәштәрҙең, уҡыусыларҙың 99,9 процентын эскелектән аралай алғайным. Хәҙер иһә беҙҙең йәмғиәттә эскелеккә киң юл асылды. Бына беҙҙә дүрт шәхси магазин бар. Улар көнө-төнө һыра һата. Төндә хатта йәшниге менән һаталар. Бер яҡтан, власть органдары яғынан был күренешкә шулайыраҡ ҡараш: кеше байырға тейеш. Тик ул байыу законлы юл менән башҡарылырға тейештер бит. Һатыусылар үҙҙәре әйтеүенсә, ауылға һыра ташып өлгөртә алмайҙар икән. Шуныһы бигерәк хәүефле: эскелеккә, тап һыра эсеүгә, үҫмерҙәр йәлеп ителә. Ә һыра алкоголизмы араҡы алкоголизмынан көслөрәк, тип баралар, сөнки кешене был яман эсемлеккә ылыҡтырыу өсөн ниндәйҙер матдә өҫтәйҙәр: кешенең эскән һайын эскеһе килеп тора. Аҙашмам тигән егетте ҡара томан аҙаштыра, тиҙәр бит. Ошо йәһәттән район советы ҡарары менән магазиндар ауылдарҙа һут, газлы һыу, кеүәҫ, ҡымыҙ, буҙа һатһын ине. Иҫ китерлек бит: дүрт-биш кеше байыһын тип, бер ниндәй сикләүһеҙ һыра ташып, һыра һатыу үҙебеҙҙең халыҡты күрәләтә эскелеккә этәреүгә тиң. Күрәләтә халҡыбыҙҙың генофондын, үҫәр быуындың киләсәген юҡҡа сығарабыҙ. Башҡорт халҡы, мосолман булараҡ, борон эсмәгән, әле лә эскелектән арынырға тейешбеҙ. Республикала хәҙер “Айыҡ ауыл” тигән акция ла башланды. Уға ҡушылыу түгел, күрмәмешкә, белмәмешкә һалышабыҙмы, шул һыра һатыуҙы бер ҙә сикләй алмайбыҙ. Өйләнмәү, эскелеккә һабышыу арҡаһында тыуыр йәндәр тыумай ҡала – бөгөн ауыл мәктәптәренең ябылыуы ошоға ҡайтып ҡала түгелме?
Эскелек бәләһен дә әңгәмәселәремдең күпселеге эшһеҙлек проблемаһына, ауылдың перспективаһыҙлығына, буйҙаҡ егеттәр­ҙең генә түгел, ғөмүмән, халыҡтың төшөнкөлөккә бирелеүенә, киләсәккә өмөт-ышаныс булмауына бәйләне. Ғаиләлә тейешле тәрбиәнең аҡһауын, ата-әсәнең улдарына ғаилә ҡиммәттәрен аңлата, күрһәтә белмәүен дә атап киттеләр. Дин, иман, әхлаҡ төшөнсәләренең күптәр өсөн ят булыуына төртөп күрһәтте бәғзеләр. Совет ҡоролошоноң тәрбиә алымдарының, йәмғиәттең матур традицияларының юҡҡа сығыуы менән дә аңлаттылар.
Буйҙаҡ егеттәрҙең үҙҙәре менән күрешеп һөйләшәйек тип, йәштәре еткән ике, өс егет йәшәгән өйҙәргә инеп сыҡтыҡ, тик береһен дә тап килтерә алманыҡ. Илле йәшкә еткән буйҙаҡтар һөйләшеүҙән баш тартты. Бәлки, улдарының өйләнмәү бәләһен ата-әсәһе аңлатып бирер, тип, бер нисә йорттоң ҡапҡаһынан үттек. Ҡайһы ата-әсә балаһының ғаиләле булып йәшәүен теләмәһен инде?! Асыҡланыуынса, улдары кәләш алып ҡайтһа, бөгөндән туй яһарға ла әҙер муйнаҡтар. Ишле бала үҫтереп, ҡыҙҙарын күптән тор­мош­ҡа биргән, ә бына ике улын өйләндерә алмаған етмештән үткән апайҙың үҙенең “ҡыҙмаса” булыуы күңелгә шом һалды. Әсәй эскәс, уландарына ни ҡалыр? Икенсенән, бындай нигеҙгә килен булып төшәсәк ҡыҙ ҡәйнәһенә арҡалана алырмы?!
Эйе, өйләнмәгән, ҡатын-ҡыҙ на­ҙына һыуһаған, бала һөйә алмаған ир-егеттең яҙмышы бик аяныс. Тәбиғәт алдында ла, йәмғиәт алдында ла үҙенең мөҡәддәс бурысын үтәүгә өлгәшә алмаған ир үҙен ысын ир итеп тоя һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәй аламы? Буйҙаҡлыҡ һаҙматынан сығыр әмәл бармы? Булһа, ул кемдең ҡөҙрәтендә? Ғөмүмән, был һорауҙарға әҙер яуап бармы?

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»