НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бер айырылышыу тарихы

Бер айырылышыу тарихы


Бер айырылышыу тарихыйәки Бөгөн һин юрғанын тартып алып киткән сабый бер көн, үҫеп, ҡаршыңа килеп баҫһа?..
Мин һеҙгә бер-береһен яратып та бергә була алмаған бәхетһеҙ ғашиҡтар тураһында түгел, ирем менән айырылышыу тарихын бәйән итергә теләйем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был хәл хәҙер иҫемә төшһә, көлөп тә алам. Кинола кешеләр илай-илай айырылыша, мин хатта күргәндәремдән һуң щаңҡып, илау түгел, һөйләшә лә алмағайным.
Яратып сыҡҡайным кейәүгә. Ябай ғына танышыу, ябай ғына осрашып йөрөүҙәр, ябай ғына туй һәм ябай ғына ғаиләбеҙ бар ине беҙҙең. Ябай тип әйтеү дөрөҫ тә түгел – барыһы ла кешесә, матур, бер ниндәй ҙа ҡаршылыҡтарһыҙ булды мөхәббәтебеҙ. Айырым йәшәр өсөн бер өйҙө ҡуртымға алдыҡ, туйҙан һуң матур итеп йәшәп тә киттек. Оҙаҡламай ҡыҙыбыҙ тыуҙы, был инде бәхеттең сиге кеүек ине. Район үҙәгендә йәшәнек, шунда бәләкәй генә магазин асҡайныҡ. Тәүҙә матур ғына итеп бергәләп эшләнек. Декрет ялында ултырһам да, бер нисә айлыҡ ҡына сабыйымды ҡалдырып, ирем менән тауар ташырға йөрөнөм, ваҡытым булғанда һатыусы булып та сыҡтым. Әллә ни табыш килтермәһә лә, иш янына ҡуш булды был магазин.
Тик нишләптер, ҡыҙыма бер йәш тирәһе булғас, ирем менән арабыҙ боҙолоп китте. Ысынлап әйткәндә, сәбәбен аныҡ ҡына билдәләй ҙә алмайым. Иремә тулыһынса ышана, бөтөнләй көнләшмәй инем. Ул быны мин уны яратмайым тип ҡабул итте шикелле. Көнләшеү хистәре ҡанымда булмағас, нишләйһең инде. Тора-бара ул кистәрен ҡайҙалыр юғалыңҡырап йөрөй башланы. Әйтеүемсә, уға тулыһынса ышана, хөрмәт итә инем, бер ваҡытта ла янъял ҡуптарманым. Балам дә бәләкәй, эш тә күп. Ошо урында йәш ҡатындар­ға бер кәңәшемде еткерәм: ирҙе ҡайһы саҡ көнләшеп тә алырға кәрәк ул, үҙен кәрәкле кеше итеп тойһон, һинең битараф булмағанлығыңды һиҙһен өсөн. Һәр хәлдә, шундай һығымтаға килдем. Ярай, быныһы – икенсе мәсьәлә. Мин һеҙгә иремдең нисек итеп өйҙән сығып китеүе хаҡында бәйән итергә теләйем.
Оҙаҡламай магазинды ябырға тура килде – ирем киреләнеп, тауар ташымай башланы. Әлбиттә, сауҙа нөктәһен ябыр алдынан булған тауарҙы арзанға ғына күмәртәләп биреп бөтөрҙөм. Балам йәш ярымлыҡ ҡына булһа ла, эшкә сыҡтым. Эште һис ауыр­һынмай ғына башлағайным, ғаиләбеҙ йәш, йорт төҙөү кеүек эштәр тураһында уйларға кәрәк бит. Аҡса табыу икебеҙҙең дә бурыс тип күрҙем. Тик ирем менән йәшәй алмаҫлыҡ хәлгә еттек – йүнләп һөйләшеү юҡ, ул көнө буйы компьютерға ҡапланып ултыра, форсаты сыҡһа, таксист булып эшләп ала. Арабыҙ насарайып киткәс, аптырап тик йөрөйөм. Шулай, бер төндө сыҙаманым, һаман компьютер ҡаршыһында ултырған иремде аныҡ һөйләшергә саҡырҙым. Матур ғына фекергә килә алмағас: “Айырылышайыҡ һуң!” – тигәйнем, риза булды. Икенсе көнгә иртән сығып китте. Мин дә эшкә юлландым. Ғаиләбеҙҙең шулай бер минутта юҡҡа сығыу йөрәк әрней, күңелдә бер таш ятҡан кеүек. Ләкин был хистәрем кискә тиклем генә булды, сөнки артабанғы хәлдәр минең өсөн көтөлмәгән һәм шул тиклем меҫкен бер хәл булып иҫтә ҡалды.
Балабыҙ тыуғас бирелгән аҡсаға алынған компьютерыбыҙ бар ине. Мин унда кешеләргә реферат-фәлән яҙып, өҫтәмә аҡса эшләнем. Иртән сығып киткәндә ирем компьютерҙы ҡалдырҙы. Тик иртә ҡыуанғанмын икән. Кисен үк елдереп килеп инде лә, уны тартып алып сығып та китте. “Эш хаҡым әҙ, миңә компьютер аҡса эшләр өсөн кәрәк, бала бар бит!” – тип ҡараным. Әммә тыңламаны, хәлемә инмәне. Ҡыҙыма балалар баҡсаһында урын юҡ, быға тиклем ирем йүнләп кенә эшләмәгәс, бала уның менән өйҙә ултыра ине. Ҡаршыма шундай проблемалар килеп баҫҡас, хистәргә бирелеп йөрөргә ваҡытым да ҡалманы.
Иң ҡыҙығы һуңғараҡ башланды. Күп тә үтмәй, ирем өйгә әсәһе менән килеп инде. Баламды ҡаршыма ҡуйып тотоп, өндәшмәй генә ҡарап торам. Тегеләр өйҙә булған нәмәләрҙе барлап йөрөй. Иң тәүҙә күҙҙәре һыуытҡысҡа төштө. Туйға уның ата-әсәһе бүләк иткәйне, тиҙ генә шул фактты иҫемә төшөрөп алдылар. Мин өндәшмәйем, минекеләр мал-тыуар биргәйне, тик ул тотонолған бит инде. Их, айырылырымды алдан белгән булһам, аҡса түгел, мал түгел, алтын бүләк итегеҙ, ломбардҡа тапшырырмын, исмаһам, тиер инем. Ярай, һыуытҡысты алырға булдылар. Күңелем менән риза түгелмен, әлбиттә, ләкин әйтергә һүҙ тапмайым. Уныҡылар биргән бит, ярай инде. Шунан микротулҡынлы мейесте күреп ҡалдылар. Уныһын да туйға иремдең туғандары килтергәйне. Ярай, мейесте миңә ҡалдырырға булдылар. Әллә йәш ярымлыҡ ҡына балаға шунда тиҙ генә ашарға йылытып-фәлән бирергә мөмкин икәнлеген беләләрме, әллә уның әллә ни ҡиммәт түгеллегенә ишара яһанылармы – белмәйем... Мал барлау дауам итә. Ҡәйнәм эҙләй, ҡарай. Асылмаған шкаф ҡалманы. Ырғытырға тип, кәрәкмәгән нәмәләр тултырып ҡуйған урынды ла тапты. Ул беҙгә тотонолған мен­дәр­ҙәр биргәйне. Йәшәй генә башлағас, түшәк-яҫтыҡ етмәй тора бит инде. Шул мендәрҙәр йыртылып сыҡты. Ташлайыммы, әллә инде үҙем йөн өҫтәп яңыртып алайыммы тип, сүп-сар өсөн тәғәйен пакетҡа һалып ҡуйғайным. Шул ҡалдыҡтарҙы машинаға сығарып һалдылар. Ә-ә, машина тигәндән, уҫал ҡатындар айырылған осраҡта иренең машинаһын да тартып ала. Балаһы булһа инде, бигерәк тә. Мин ундайҙы булдыра алманым. Бала табып ятҡас, машиналыҡ аҡса эшләмәгәнмендер шул. Ярай, әллә ни ҡиммәтле түгел ине уныһы…
Мендәр менән юрған “эпопеяһы” бының менән генә тамамланманы әле. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, ҡәйнәм ейәнсәре өсөн балаларға тәғәйен түшәк-фәлән килтергәйне. Тотонолған уныһы ла. Хәҙер уйлап ҡуям – нишләп шуларҙың тотонолған әйберҙәрен алғанмын икән? Бала аҡсаһына шундай нәмәләр алалар бит инде. Компьютер өсөн түгел. Ике лә уйлап тормай, былар шуларҙы тейәй башланы. Мин шаңҡыным. Балам да ҡарап тора, аңламай инде көн дә ябынып ята торған юрғандарын алып китәсәктәрен. Баламды тотоп торам, сабый юрғанын алам тип йәбешһә, этеп ебәрерҙәр кеүек… Юҡ, үҙенең мендәрҙәренә элекке килене башын һалмаһын тип, тегеләрен алып ҡайтты ла икән ти ҡәйнәм, ләкин берҙән-бер ейәнсәренең юрғандарын тартып алыуы бөтөнләй башыма һыйманы. Эйәреп килгән баламы ни ул, үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ейәнсәре лә баһа. Ирем тора шунда быҙау кеүек ҡиәфәттә, әсәһе нимә әйтһә, шул әйберҙәрҙе алып, машинаға тейәй. Мин өнһөҙ генә был тар күңеллелек спектаклен күҙәтәм. Ултырып та ҡарайым, баҫып та алам.
Ошо урында һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтер инем: ғаиләбеҙ тарҡалыуында иремде лә, ҡәйнәмде лә, хатта үҙемде лә ғәйепләмәйем. Нисек булһа, шулай килеп сыҡты инде. Мин йәш ҡыҙҙарға мөхәббәт тип онотолоп йөрөргә генә түгел, аҙыраҡ матди яҡты ла уйларға кәрәклеген аңлатырға ғына тырышам. Кешеләрҙең, айырылыша башлаһа, йыртыҡ мендәрҙәргә тиклем бүлешеүен, бала хаҡын да уйламауҙарын, ҡасандыр яратҡан кешеһен урамға ла сығарып ташларға һәләтле икәндәрен үҙемдең башымдан үткәндәр ярҙамында күрһәтергә генә теләйем. Байҙар – байса, ҡатлы-ҡатлы йорттар бүлешеп, банкылағы миллиондарын иҫәпләп талаша. Ябай халыҡ та шулай уҡ – бергәләп йыйған бөтөн нәмәне үҙенә генә ҡалдырырға тырышып айырылыша. Әйтергә теләгәнем шул.
Артабан “спектакль” кульминацион нөктәһенә етте. Ҡәйнәм ултырғыс башында эленеп торған ҡулсатырҙы (зонт) күреп ҡалды. “Һинекеме?” – ти иремә. Теге саҡ ҡына уңайһыҙланды шикелле, өндәшмәйерәк тора. Ҡәйнәм юғалып ҡалманы: “Ямғыр яуһа, ҡустыңдың өҫтө еүешләнә бит, алырға кәрәк!” – тип был “бөйөк байлыҡ”ты ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыр­ҙы. Шул саҡта бер минутҡа үлеп торҙом шикелле. Һәр хәлдә, миңә шулай тойолдо. Мин, меҫкен, ямғырҙа күшекһәм дә ярай инде…
Илап ултырып ҡалдым. “Микротулҡынлы мейесле ҡалған­һың бит әле”, – тип уйламағыҙ – уныһын мин өйҙә булмағанда тегеләр алып сығып киткән. Эйе, бына шулай.
Мәүеш, үҙ һүҙен дә әйтә алмаған кеше түгелмен. Яҡларлыҡ атай-әсәйем дә, туғандарым да бар. Ләкин ошондай ауыр саҡта юға­лып ҡалдым, ирем, әсәһе менән килеп, йыртыҡ мендәрҙәргә тик­лем алып сығып киткәндә аң­ҡы-тиңке булдым. Ике йәше лә тулмаған балаҡайым менән ҡуртым­ға алынған буш өйҙә ултырып ҡалдым. Баламдың атаһы, өләсәһе шул тиклем түбәнселеккә төшә ала тип күҙ алдына ла килтермәй инем. Ғөмүмән, ир кеше айырылған ваҡытта балаһының юрғандарын алып сығып китә ала икән тип ҡурҡыныс төштә лә күрмәнем. Мин бит эскән йәки яртаҡыл булған кеше тураһында түгел, ҡәҙимге, белемле, минең кеүек ябай, тулы ғаиләлә, тәрбиә күреп үҫкән кеше тураһында яҙам. Үҙҙәре килеп һоратып алған килендәрҙе, туйҙар яһап, бүләктәр биреп яратҡан, бала табып, һине атай иткән кешеләрҙе шулай бер секунд эсендә яланғас ултырғыс­ҡа ултыртып сығып китергә һәләтле икән ирҙәр. Һәр береһе улай түгелдер, ләкин кемдең кемлеген алдан күҙаллау бөтөнләй мөмкин булмаған хәл.
Хәҙер ҡыҙыма биш йәш инде. Ирем эшләй, алиментты ай һайын түләп тора, Аллаға шөкөр. Ләкин бер генә тапҡыр булһа ла балаһының хәлен белешкәне юҡ, ә ҡыҙым атаһын һағына. “Атай һатып алайыҡ”, – тип башты ҡатыра, йә Ҡыш бабайҙан атай һорай. Йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуы йүнле нәмә түгел, ләкин шулай килеп сыҡҡан икән – баланы ҡыйырһытмаһындар ине. Икенсе ғаилә ҡорған осраҡта ла. Элекке иремдең мине күрә алмауы ла мөмкин, һағыныуы ла, уныһында эшем юҡ, ләкин атай кеше ике йәше тулғансы уҡ ташлап киткән ҡыҙының тормошонда саҡ ҡына булһа ла эҙ ҡалдырырға тейеш. Мин бит ул баланы никахлап, туйлап кейәүгә сығып, атайлы буласаҡ тип ышанып, бәхетле булһын өсөн тапҡанмын. Тормош йыртыҡ мендәрҙәрҙе бүлешеүҙән генә тормай, бөгөн һин юрғанын тартып алып сығып киткән сабый бер көн, үҫеп, ҡаршыңа килеп баҫһа, күҙҙәреңде ҡайҙа йәше­рер­һең?!

Ләйлә КӘРИМОВА.
(исемемде үҙгәртеп яҙырға булдым).

Сығыу ваҡыты 8-11-2013, 12:14 | Ҡаранылар: 3012

12 ноября 2013 11:21 | ҡунаҡ | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

"бөгөн һин юрғанын тартып алып сығып киткән сабый бер көн, үҫеп, ҡаршыңа килеп баҫһа, күҙҙәреңде ҡайҙа йәше­рер­һең?!" Ундай бәндәләрҙең ояты юҡ ул, үҙегеҙҙе ғәйепләп, баланы үҙ яғына ҡайыра башлауы ла мөмкин... Үкенескә ҡаршы, көнкүрешебеҙҙә ошондай "атайҙар"ҙың булыуы күңелде ҡыра. Быларҙың тамырында, миңә ҡалһа, әсә тәрбиәһе торалыр. Мин үҙем дә әсә, ике ул үҫтерәбеҙ. Уларҙы ысын ир итеп үҫтереүҙә өлгө булырлыҡ атайҙың бар булыуы мөһим шикелле...
|
  • Осраҡлы ялыу йәки хыянатты һиҙеп буламы?
  • Йәлләмәне беҙҙе әсәй…
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Бар ғүмерем үтте туҡмалып
  • Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM