НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Артыҡ 1500 һумың булһа, әйҙә, тарт

Артыҡ 1500 һумың булһа, әйҙә, тарт


1 июндән илебеҙҙә тәмәкегә ҡаршы закон үҙ көсөнә инәсәк. Дәүләт учреждениеһында, йәмәғәт туҡланыу урынында, уҡыу йортонда, дауаханала, вокзалда, поезда, автобус туҡталышында, пляжда һәм балалар майҙансығында тәмәке тартырға рөхсәт ителмәйәсәк.
Рәсәйҙең Административ кодексына индерелгән төҙәтмәләр буйынса тыйылған биләмәләрҙә тартыу, бәлиғ булмағандарҙы тәмәке тартыуға йәлеп итеү, тәмәке компанияларын бағыусылыҡҡа ылыҡтырыу, тәмәкене рекламалау өсөн штраф ҡаралған. Уларҙың суммаһы төрлөсә –1500 һумдан 500 мең һумға тиклем.
Әгәр ҙә балаға тәмәке һатып алып бирһәгеҙ, 2 мең һум штраф сәпәйәсәктәр. Әгәр ҙә инде ата-әсә, йә уҡытыусы бындай “шәфҡәтлек” күрһәтһә, уларға 3 мең һум штраф күләмендә яза биреләсәк. Сауҙа ойошмаһында бәлиғ булмаған балаға тәмәке һатһалар, уларға 90 мең һум түләргә тура киләсәк.
Ә тәмәке рекламаһы өсөн 500 мең һум штраф сәпәйәсәктәр, етмәһә, бар реклама продукцияһы тартып алынасаҡ һәм 90 тәүлеккә эшмәкәрлеккә сик ҡуйыласаҡ.
Ҡайҙа ҡарама – тыйыуҙар, штрафтар менән ҡурҡыталар, имеш, тәмәке тартыу шәхси эшем, тиһегеҙме? Улайһа, күңелегеҙ булғансы көйрәтегеҙ. Тик һәр бер тартҡан тәмәке өсөн 1 500 һум аҡсағыҙҙы әҙерләп ҡуйығыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 31-05-2013, 11:21 | Ҡаранылар: 826
|
  • Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ
  • Иғтибар!
  • Тартаһыңмы?
  • Күптән кәрәк ине!
  • Тәмәке ҡоло булмағыҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM