RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылға төлкө килгән...

16.11.2012 Ауылға төлкө килгән...

Ауылға төлкө килгән...
Белорет районының ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡы көлтә ҡойроҡ килтереүе ихтимал бәләнән ҡурсалаған ветеринарҙарға рәхмәтле
Белорет районының ҡоҙғон-Әхмәр ауылына төлкө килеүе тураһында урындағы халыҡ хәбәрҙар булһа ла, районда ҙур ғауға булманы. Яңыраҡ төлкөнөң ҡоторған булыуы раҫланды һәм Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Рөстәм Хә­митовтың «Башҡортостандың айырым ауыл биләмәләрендә хайуандарҙың ҡотороуына бәйле сикләү саралары индереү тура­һында»ғы бойороғона ярашлы карантин иғлан ителде.
Карантин индерелгән ауылдар иҫәбенә ҡоҙғон-Әхмәр ауылы ла эләкте. Беҙ ҙә, был хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында, юлға сыҡтыҡ.
Тәүҙә Белорет ветеринария участкаһының баш дәүләт ветеринар инспекторы В. Золотарев менән осраштыҡ.
– Валерий Федорович, республика матбуғатында бөтә Башҡортостанға ҡоҙғон-Әхмәр ауылында сикләү индереү тураһында хәбәр итеп яталар. Хәл шулай уҡ киҫкен торамы?
– 19 октябрҙә төлкө ҡоҙғон-Әхмәр ауылындағы картуф баҡсаһына килә. Ошо көндө үк хужалар ветеринар белгескә мөрәжәғәт итте. Ветеринария хеҙмәткәре шул уҡ көндө урынға сығып, бар хәүефһеҙлек сараларын күрҙе, төлкөнө ветеринария станцияһы лабораторияһына анализ өсөн алып килдек. Шуға ҡарамаҫтан, анализдар әҙер булғанын көтмәйенсә бөтә хәүефһеҙлек саралары үтәлде. Вәлиевтар төлкө менән бәйләнештә булмаһа ла, уларҙы травмпункт­ҡа мөрәжәғәт итергә күндерҙек. Ауыл малы тулыһынса планлы рәүештә вакцинацияланһа ла, тағы ла бөтә мал-тыуарға вакцинация үткәрҙек. Ауылдағы һәр хужалыҡ ветеринар күҙәтеүгә алынды. Вәлиевтар профилактик прививка эшләтә. Бөгөнгө көнгә ҡарата ҡоҙғон-Әхмәр ауылында бөтә профилактик саралар күрелгән. Төлкө табылған урын зарарһыҙландырылды. Әлеге ваҡытта Вәлиевтарҙың малы яҡшы ашай һәм эсә, үҙҙәрен тыныс тота. ҡотороу сиренең тәүге билдәһе – мал эсә алмай, сөнки боғаҙын фалиж һуға, үҙҙәрен агрессив тота. ҡотороу нервы системаһы зыян күреүҙе аңлата. Ауылдағы хәл-торош кеше һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырмай. ҡоҙғон-Әхмәрҙә ҡотороу ауырыуы юҡ. Тик ауылға төлкө генә ингән. Халыҡҡа төлкөләргә яҡын бармаҫҡа, уларҙы тотмаҫҡа, бәйләнешкә инмәҫкә, ә был хаҡта ветеринария хеҙмәтенә, ауыл хакимиәтенә хәбәр итергә кәрәк. Ә улар һунарсыларға хәбәр итәсәк. Халыҡ мөрәжәғәте буйынса муниципаль район хакимиәте һунарсылар ассоциацияһы менән берлектә төлкөләрҙе аулаусы һунарсылар бригадаһы булдырған. Әгәр ҙә был система яйға һалынһа, мәсьәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк.
– Быйыл беҙҙә генә түгел, республиканың башҡа райондарында ла ҡотороу менән ауырыған төлкөләрҙең ауылдарға килеүе күҙәтелә. Был хәл шулай уҡ Учалы, Бөрйән, Борай райондарында ла теркәлгән. Бындай күренеште нимә менән аңлатыр инегеҙ?
– ҡотороу ауырыуы тәбиғәт сығанағы характерына эйә. Билдәле ваҡытта төлкөләрҙә ҡотороу барлыҡҡа килә, улар йә башҡалары менән бәйләнешкә инә, йә ҡотороу ауырыуынан үлмәй ҡалған төлкө сир йөрөтөүсе була һәм унан йәш быуынға күсә. Төлкөләр генә түгел, бүре һәм башҡа хайуандарҙың да ауырыуы ихтимал. Сөнки улар үҙ-ара бәйләнешкә инә, ә ауырыу шайыҡ аша күсә. Төлкөләрҙең ҡотороу менән ауырыуына тәбиғи сығанаҡ характеры хас булһа, берәҙәк эт һәм бесәйҙәр беҙҙең арала һәм улар ҙа ҙур хәүеф сығанағы булып тора. «Кескәй дуҫтарыбыҙ» сүплектәрҙә йөрөй, ә был сүплеккә шул уҡ төлкөләр ҙә, бүреләр ҙә килә. Бындай ҡырағай хайуандар менән бәйләнешкә ингән эт, бесәйҙәр кеше араһында йөрөй. Уларҙың кешеләргә һөжүм итеүе лә ихтимал, бала-сағаның да улар менән уйнауы бар. Шуға ла берәҙәк эт һәм бесәйҙәрҙән һаҡ булырға кәрәк, уларҙы тотоп, вакцинациялай ҙа алмайбыҙ. ҡалала берәҙәк эт һәм бесәйҙәр шул тиклем үрсене, уларға ҡарата аныҡ саралар күрелмәһә, аулаусы махсус ойошмалар булдырылмаһа, ҡала халҡы араһында ла күңелһеҙ осраҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ауыл хакимиәте башлыҡтары берәҙәк эттәрҙе тотоусы ойошмалар, һунарсылар ассоциацияһы менән килешеүҙәр төҙөргә тейеш.
Сит илдә берәҙәк мал тураһында хатта белмәйҙәр ҙә. Беҙ Германияға эш менән барғанда ветеринария хеҙмәткәрҙәренән: «Берәҙәк эттәр менән һеҙ нисек эшләйһегеҙ?» – тип һораныҡ. Сит илдәге коллегаларыбыҙ: «Нимә ул? Беҙҙә берәҙәк эттәр юҡ, һәр береһе урынлаштырылған», – тине.
ҡоҙғон-Әхмәр ауылында, йорт хужаларының ҡайҙа йәшәүен һорайыҡ тип, магазинға инһәк, төлкө килгән йорт хужабикәһе Гөлназ Миңлебай ҡыҙы бында һатыусы булып эшләй икән.
Ауылға төлкө килгән...
– Төлкө килгәндең икенсе көнөндә үк прививкаға йөрөй башланыҡ. Әле дүртәүһен эшләттек, тағы ла икәүһе ҡалды. ҡалғанын ирем һөйләр, – тине ул.
Магазинда әйбер алып торған Илүзә Вәхит ҡыҙы Вәлиева:
– Хәдим минең ағайым була. Төлкө килеүе тураһында беҙгә инеп әйтте. ҡарайыҡ тип барғанда ул үлгәйне. Төлкөгә аптыраған юҡ, – тине.
– Төлкөләргә өйрәнеп бөткәнбеҙ инде, йыш осрайҙар, – тип һүҙгә күршеләре Сәүиә Рамазан ҡыҙы Йомадилова ҡушылды. – Бесән ваҡытында яланда сысҡансылап йөрөйҙәр. Электән төлкө күп булды. Беҙ бәләкәй саҡта атайҙар уларҙы йыш аулай ине, ә хәҙер тоторға ярамай. Урман эсендә йәшәгәс, ундай күренештәргә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ. Мәҫәлән, бынан 8 – 9 йыл элек ауыл буйлап болан йөрөгәйне. Бүре лә килгәне булды. Әле лә, ауыл эргәһендә бүреләр йөрөй, тип һөйләйҙәр.
Вәлиевтарҙың күршеһе лә булған Сәүиә Йомадилова беҙгә юл күрһәтте. Юл ыңғайы күршеләрен маҡтап-маҡтап телгә алды.
Бәлә яңғыҙы йөрөмәй, тигәндәре шул буламы икән, бынан дүрт көн элек Хәдим Вәхит улы аяғын ауырттырып ҡуйған. Шуға ла беҙгә, кәртә артына сығып, төлкө менән осрашҡан урынын күрһәтә алманы. Өйҙә генә һөйләштек.
Ауылға төлкө килгән...
– Көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә кәртәлә йөрөй инем. Эт өрә лә өрә. Ул саҡта ҡар юҡ ине. Артҡа сыҡһам, күршенең картуф баҡсаһында һыйырҙар үкерешә. Минең һыйыр­ҙар икәнен күргәс, эргәләренә йүгерҙем. Барһам, һыйырҙар төлкөнө һөҙгөсләй. Ә ул ҡасып маташа. Тиҙ генә һыйырҙарҙы ҡыуып ебәрҙем. Төлкө өй яғына килә бирҙе лә йығылды. Йүгереп инеп, Белорет ветеринария станцияһына шылтыраттым. Улар «Тиҙ ярҙам» машинаһынан да етеҙерәк килеп етте, ярты сәғәт тә үтмәне. Һыйырҙарҙы кире алып ҡайтҡансы килгәйнеләр. Төлкөнө алып киттеләр. Малдарҙы сығармаҫҡа ҡуштылар. Ветеринар табиптарҙың күрһәтмәһен тулыһынса үтәнем. Улар шунда уҡ прививкалар китабын ҡараған, бәхеткә күрә, ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцина эшләнгән булған. Икенсе көнө тағы ла вакцина эшләп киттеләр. Үҙебеҙгә лә прививкаға йөрөргә ҡуштылар. Аҙаҡ көн дә килеп, малдарҙы ҡарап торҙолар. Ветеринарҙарға бик рәхмәтлебеҙ, – тине йорт хужаһы.
ҡоҙғон-Әхмәр ауылында халыҡ малды күп тота. ҡала яҡын булғас, һөт ризығын һатырға йөрөйҙәр. Хәдим Вәхит улы Вәлиев та уңған ауылдаштарынан ҡалышмай: өс һыйыр, өс башмаҡ, биш баш йылҡы, ун һарыҡ һәм башҡа мал-тыуары бар. «Малды ҡараһаң ғына мал. Әле аяғым ауыртып, улар­ҙы ҡарай алмағанға йәнем сыға яҙып ултырам», – ти ул.
Ысынлап та, ауыл халҡының күҙ терәп торғаны – мал. ҡоторған төлкө арҡаһында Вәлиевтар ҙа төп йәшәү сығанағы булған малдарынан ҡолаҡ ҡаға яҙған, әммә ветеринарҙарҙың талабын теүәл үтәү, малдарға ваҡытында вакцина эшләтеп тороу уларҙы ҙур бәләнән аралаған.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»