НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Етем балалар булмаһын!

Етем балалар булмаһын!


Бөйөк Еңеүҙең оло даталары береһе артынан береһе үтеп кенә тора. Күптәр үҙҙәренең атайҙары тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлаша, ә яҡындары яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған етемдәр үҙҙәренең ауыр бала сағы, атайһыҙлыҡтың ҡыйынлығы, күргән михнәттәре тураһында яҙһа, минең дә ауыр бала сағым йөрәгемде әрнетә.
Минең дә атайым, Ғаффан Сабит улы Сабитов, биш балаһын ҡалдырып һуғышҡа китә. Алтынсыһы, ул китеп, ике ай үткәс донъяға килә.
Атайым һәләк булғанда миңә 3 йәш тә тулмаған була, шуға күрә уның ниндәй кеше икәнен дә белмәйем. Һуғыш бөтөп, башҡа балаларҙың атай­ҙары ҡайта башлағанын күреп, беҙҙең дә атай ҡайтыр, тип көттөк тә көттөк. Ләкин ул ҡайтманы, хәбәрһеҙ юғалған, тигән «ҡара ҡағыҙ»ы килгән булған.
Атайҙары ҡайтҡан балаларға уйнарға барһаҡ, улар атайҙарының алдына, елкәһендә ултырып иркәләнә. Шунда, ишек янына ышыҡланып ҡына: «Их, бер генә тапҡыр «атай» тип әйтеп ҡарарға ине», – тип илап тороуым әле лә хәтеремдә. Ҡайтып, әсәй­ҙән: «Әсәй, нишләп беҙҙең атай ҡайтмай икән?» – тип йөҙәтеп бөтөрә инем. «Йөрөгән инде шунда алда, хәйләләшә белмәй», – тигән була ине бахыр әсәйем. Исмаһам, атайымдың фотоһын да күргәнем булманы. Әсәйем, биш малай, бер ҡыҙҙы күп ауырлыҡ күреп аяҡҡа баҫтырып, һәр беребеҙҙе башлы-күҙле итеп, 58 йәшендә генә мәрхүмә булды. Көндөҙ колхоз ҡырҙарында, ә кис фермаға төнгө ҡарауылға китер ине. Бер һыйыр һөтө хөкүмәткә китеп торҙо. Ҡыш ошо һыйырҙы егеп, бесән тейәп, Магнит баҙарына китер һәм өс көн йөрөп, икмәк алып ҡайтыр ине. Ағайҙарым көҙ, яҙ тағы шул ерҙе ҡаҙып, өшөгән картуф эҙләр ине. Табылһа, өшөгән булһа ла, бик ярап ҡалыр ине лә бит.
Ағайҙарым, үҫә килә, балыҡ тотоп, һунарға йөрөп, әсәйҙең ҡул араһына инә башланы. Күп баланы көтә алмаҫһың, тип ауыл советына саҡырып, әсәйемә берәүһен булһа ла Ҡусҡар ауылындағы балалар йортона бирергә ҡушалар. Әсәйем бер ағайымды ошо балалар йортонда ҡалдырып, илай-илай ҡайтып китә. Иртән һыйырын һауып инеп килһә, ағайым унан шыр-яланғас ҡасып ҡайтып инә. Әсәйемдең шунда, ағайымды ҡосаҡлап, нишләп кенә шуларҙың һүҙен тыңлап, ҡолонсағымды ҡал­дыр­ҙым икән, тип үкһеп-үкһеп илағаны бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау үҫеп, инде үҙебеҙ күп балалы атай-әсәйҙәр булдыҡ, һәр ҡайһыбыҙҙа 5 – 7 бала, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ күп.
Балалар йортонан ҡасып ҡайтҡан ағайымды иҫләп, әлеге ваҡытта ата-әсәле етемдәрҙең күбәйеүе тураһында уйлап хафаландым. Йөрәк ярып сыҡҡан ғәзизеңде нисек итеп приютта ташлап китмәк кәрәк? Ошо сабыйҙарҙың, ҡасан атайым йәки әсәйем килеп алыр икән, тип көтөп илауҙарына нисек түҙмәк кәрәк?! Ә уларҙың ят ғаиләлә тәрбиәләнеүе? Хөкүмәт ҡарар әле, тип тап та, ташлап кит, имеш. Йәшлектең бит була ҡартлығы ла: бер йотом һыу алып бирер балаң яныңда булмауҙы күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле!
Беҙҙең күршебеҙ Рәүеф ағай Ғүмәров менән Үлмәҫбикә еңгәй тураһында яҙғым килә: туғыҙ балаға ғүмер биреп, матур ғына йәшәп ятҡанда ағай ҡапыл ауырып үлеп китте. Әле тормош үтә яҡшы түгел ине. Үлмәҫбикә еңгәйҙе лә ауыл советында, бер-ике балаңды балалар йортона ебәрәйек, тип әллә күпме өгөтләгәндәр. Артыҡ балағыҙ булһа, үҙегеҙҙекен тапшырығыҙ, минең артыҡ балам юҡ, тип илай-илай сығып киттем, тип һөйләй торғайны еңгәй. Ысынлап та, бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырҙы ул. Бөтәһен дә башлы-күҙле итеп, күп ейән-ейәнсәргә өләсәй булып, матур йәшәне. Ҡыҫҡаһы, бөтөн балалар ҙа атай һәм әсәй наҙын тойоп, тулы ғаиләлә үҫһен.
Мәүзиға ҒӘБИТОВА.

Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.

Сығыу ваҡыты 22-02-2011, 10:14 | Ҡаранылар: 3253
|
  • Атайлы атайһыҙҙар
  • Ғүмерҙәр ике килмәй
  • БАЛА САҒыбыҙҙЫ һУҒЫШ УРЛАНЫ
  • Өнһөҙ шаһиттар
  • Ирҙәргә күңелем ҡалды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM