НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Баштүбән тормош


Баштүбән тормош
1 декабрь - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

...Ун биш йыл элек булған хәл иҫкә төштө. Кисен ВИЧ-инфекциялы кеше менән осрашыуымды белгәнгә күрә икенсе көнөнә эшкә килгәс тә мине ҡатын-ҡыҙҙар уратып алғайны:
– Шунан, нисек? Һөйлә тиҙерәк!
Ул ваҡытта ВИЧ үтә ныҡ таралмағайны. Яман сир менән наркомандар, гомо­сексуалис­тар, фәхишәләр генә ауырый, тип уйлай торғайныҡ. Шуға ла табиптар аша һөйләшеүҙәр алып барып, ВИЧ-инфекциялы кеше минең менән осрашырға ризалашҡас, эштәге ҡатындар “аһ” та “уһ” килде.
– Һин уның менән ҡул бирешеп күрешә күрмә тағын, уның да, һинең дә ҡулыңда кескәй генә яра булып, йоғоп ҡуймаһын, тәүбә-тәүбә, – тине апайҙарҙың олорағы.
– Эргәһенә артыҡ яҡын барма, алыҫыраҡ тороп интервью ал, йә төкөрөгө сәсрәр, Аллам һаҡлаһын, – тип башын ҡаҡты унан кесерәге.
– Эйе, ташланып ботарлап ҡуймаһын, ыр-р, – ауыҙ йырған йәштәрҙең береһе етдиләнде, – килештерәһегеҙ ҙә ебәрәһегеҙ инде, апайҙар. Бәлки, һеҙҙе тыңлап, уға (йәғни миңә инде – авт.) противогаз кейеп барырғалыр?
– Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай, – донъя күргән кеше булараҡ, өлкән ханым үҙ позицияһынан бер аҙым артҡа сигенмәне. – Ул бит наркоман! Ә улар затынан теләһә ниндәй этлек көтөргә була. Ата-әсәһен сиғандарға һатып ебәрер бәндәләр бит!
– Ә ниңә шунда уҡ “наркоман”? Бәлки, гомосексуалистыр?
– Беҙҙең ҡалала гомосексуалистар юҡ! – апай “беҙҙең илдә секс юҡ” тигәндәй әйтеп ҡуйҙы, хатта үҙе лә көлдө.
Барыбыҙ ҙа ВИЧ-тың тир, төкөрөк, күҙ йәше (был шыйыҡсаларҙа вирус бик аҙ күләмдә), көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, китап, кейем-һалым аша йоҡмағанын беләбеҙ, ә шулай ҙа ниңәлер үтә шомланабыҙ. Айырыуса миңә ҡурҡынысыраҡ. Сөнки, әйтмәксе лә, ябай сирле менән түгел, ә ВИЧ-инфекциялы наркоман менән осрашырға йыйынам... Кисен, ҡараңғы тыҡрыҡта осраштыҡ ул егет менән. Буйға саҡ ҡына минән ҡалҡыуыраҡ, ҡаҡса. Үҙен танытҡыһы килмәгәнгә, башлығын күҙенәсә батырып кейгән, шарф менән уранған. Танауы ғына күренә. Тиҙ генә һорау­ҙарыма яуаптар алырмын да, ҡайтырмын, тип уйлағайным да, әңгәмәбеҙ оҙаҡҡа һуҙылды. Өшөгәс, ул мине бер аҙ оҙата ла барҙы. Ҡайҙа йәшәүемде белеп ҡалыуынан шөрләп, артабан оҙатырға кәрәкмәй, ирем көнсөл, тип, ярты юлда һаубуллаштыҡ. ВИЧ менән ауырыуы түгел, ә әлеге лә баяғы наркоманлығы шикләндерҙе. Үҙенең башһыҙлығы, гел генә кәйеф-сафаға ынтылыуы арҡаһында тәүҙә елем еҫкәгән, аҙаҡ киндер тартҡан, һуңынан етди наркотиктарға күскән егет уртаҡ шприц аша ВИЧ йоҡтороуы, аныҡ ҡына кемдән икәнен дә белмәүе тураһында һөйләгәйне: “Ҙур ҡалала әллә нисәмә фатирҙа йөрөлдө, унда йәштәр күп була торғайны, кайф аҫтында йөрөгәс, хәҙер иҫләмәйем дә уларҙы”. Мин бөткән кеше ул, тип ҡат-ҡат әйтһә лә, йәшәргә теләге бар ине. Әсәһе уға айырым һауыт-һаба бүлеп, сынаяҡ-тәрилкәләренә бөтөнләй ҡағылмауы, уның артынан “Белизна” менән йөрөп, бар нәмәне бер туҡтауһыҙ һөртөүе хаҡында көлөмһөрәп һөйләһә лә, әсенә ине: “Әсәйем миңә, үлһәң, яҡшыраҡ булыр ине, тип әйткәйне бер заман. Ныҡ үҙәгенә үткәнмендер инде баш-баштаҡһыҙлыҡтарым менән... Башҡа нәмәләр онотолған, ә уның шулай тигәне бер ҙә иҫтән сыҡмай”. Йәлләнем үҙен. Хәленә инеп, шаярыу ҡатыш төрлөсә йыуаттым. Уны оло иғтибар менән тыңлауым, теләктәшлек белдереүем егеткә оҡшаны, ахыры, һаубуллашҡанда, бирсәткәмде сисеп, ҡул һуҙғас, ҡосаҡлап уҡ алды: “Рәхмәт һеҙгә!” Эштәгеләргә шул турала әйткәс, өлкән апайҙар хайран ҡалды:
– Ошо баланың башы бар, тип әйт инде... Ә ул һине шул мәлдә үҙенең ҡаны менән зарарланған энә менән сәнсһә?
Уларҙың ҡурҡыуы миңә лә күсеп, энә менән сәнсмәгәнен белгән хәлдә лә, әллә ниңә байтаҡ ваҡыт шөбһәләнеп йәшәлде. ВИЧ, СПИД тураһында етерлек мәғлүмәткә эйә булһаҡ та, үҙебеҙҙе наҙан тәүтормош кешеһе һымаҡ тоттоҡ. Әле хәл үҙгәргән, тиһегеҙме? Юҡ, ун биш йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, һаманғаса ВИЧ-инфекциялы сирлеләр менән аралашҡанда ниндәйҙер ҡыйынлыҡ кисерәбеҙ. Ул яман сир менән ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе йүнһеҙ әҙәмдәр генә ауырый, тип уйлайбыҙ. Әммә, үкенескә күрә, ВИЧ ауылдарға ла үтеп ингән (әлбиттә, тәү сиратта енси юл менән), һәм уның менән ғәҙәти тормош алып барған ябай кешеләр ҙә сирләй. Мәҫәлән, аҙғын ирҙең намыҫлы, тоғро ҡатыны. Ауылда йәшәүсе йәш ҡатын Милә* лә – ВИЧ ҡорбаны.
– Бер көн мин ҡаты ғына ауырып киттем, – тип һөйләй ул. – Температурам утыҙ ете-утыҙ һигеҙ тирәһендә, лимфа төйөндәре ҙурайҙы, тамағым шеште, етмәһә, хәл юҡ, йоҡоһоҙлоҡ интектерә, төндә шыбыр тиргә батам. Тәүҙә ангина тип уйланым. Терапевт та шулай уйлап, мине “больничный”ға ебәрҙе. Аҙаҡ эс китеү ҡушылды. Эс ҡатыра торған дарыуҙар эсәм, ярҙам итмәй. Ангинаға ҡаршы дарыуҙарҙың кире йоғонтоһо арҡаһында эсем китәлер, тинек. Тәнгә сыҡҡан сабыртманы ла аллергияға һылтаным. Яҡынса бер айҙан һауыҡтым. Үҙемсә, һауыҡтым, тип уйланым. ВИЧ-тың шулай миндә ҡотороуы тураһында белһәмсе... Шул ваҡытта буласаҡ ирем менән танышып, бергә йәшәй башланыҡ – ул беҙгә күсеп килде. Минең балам бар ине, уның да тәүге никахынан балаһы бар. Уртаҡ бала табырға ниәтләнек. Ауырға ҡалғас, бер айҙан һуң иҫәпкә торор­ға ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барҙым. Шунда анализдар биргәндән һуң, ҡанымда ВИЧ барлығын әйттеләр. Иҫемде юйып йығылғанмын. Ҡабаттан анализ бирергә кәрәклеген иҫкәрткәйнеләр, бәлки, хата киткәндер, тип ҡыуандым. Анализ әҙер булғансы ер менән күк араһында йәшәнем, тамаҡҡа аш та бармай, йоҡо ла йоҡо түгел... Ирең дә анализ бирергә тейеш, тиҙәр бит инде. Уға нисек әйтергә лә белмәнем. Тураһын әйтә алманым, хәҙер ирҙәрҙән дә ҡутарғансы анализ бирҙертәләр, флюорография ғына аҙ, тинем. Анализым тағы ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Илауым... Иремә кисен ВИЧ тураһында әйткәйнем, тилерҙе генә. “Артабан был сир менән нисек йәшәргә?”, “Минән балама йоҡһа...”, “Кемдән йоҡторҙоң, йөрөмтәл бисә?!” – тип аҡырып, мине һуғып йыҡты ла, өҫтөмә ултырып муйынымдан һыға башланы. Ҡурҡҡан балам ҡысҡырып илағанға ғына иҫенә килде шикелле. Әгәр ҙә миңә йоҡторған булһаң, үлтерәм мин һине, тип янап, әйберҙәрен йыйҙы ла, машинаһына ултырып сығып китте. Баламды ҡосаҡлап, илап ултырып ҡалдым. Әлдә әсәйем өйҙә булманы, ҡышҡылыҡҡа апайыма ҡалаға йәшәргә күскәйне. Өйҙә булһа, уға ҡалай ҡыйын булыр ине... Аборт эшләттем. Үкенмәйем, сөнки ул балаға ваҡытты, аҡсаны, хәлде ҡайҙан алыр инем? Ир ситтә йөрөп-йөрөп, беҙ хәҙер бер-беребеҙҙән башҡа кемгә кәрәк, тип кире килде. Тәүге анализ ВИЧ-ты күрһәтмәгән, әммә ярты йылдан һуң ҡабаттан биргәс, уға ла сирҙең йоҡҡаны асыҡланды. Асыуы бөтмәне. Бүре күҙҙәре менән ҡараһа, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Мин матур йәшәргә ынтылам да бит, уның яғынан бер ниндәй яҡшы хис-тойғолар булмағас, ҡыйын. Енси яҡынлыҡ көсләүгә тартым. Ул һәр ваҡыт мине үлтерергә йыйынғандай ҡылана. Үҙемдең ғәйебемде белгәс, артыҡ асыулана ла алмайым. Ситтән ҡарағанда барыһы ла һәүетемсә һымаҡ, ә ысынында иһә тормошобоҙ баштүбән түңкәрелгән. Беҙгә, былай ҙа көсһөҙләнгән иммунитетты ҡаҡшатып, алкоголь эсемлектәрен бөтөнләй эсергә ярамай, ә ул эскегә әүәҫләнде, барыбер үлергә, ти ҙә ҡуя. Ә көн дә эсергә тейешле дарыуҙарҙы йүнләп эсмәй. Депрессияға бирелде. Ә мин бирешергә теләмәйем. Баламды үҫтерергә кәрәк, тип үҙемде дәртләндерәм. Ҡарт ҡына әсәйемде лә йәлләйем. Уға ла, туғандарға ла сир тураһында әйтмәнек. Берәүгә әйтһәң, ул икенсегә әйтәсәк, уныһы – өсөнсөгә... Артабан барыһына ла мәғлүм буласаҡ. Белмәүҙәре ҡулай. Әле дауаханаға барһаң, күрһәтмәҫкә тырышһалар ҙа, барыбер һиңә сикәнеп ҡарай­ҙар, ә башҡа кешеләргә ни өмөт? Мин былай ҙа ВИЧ менән ауырып киткәс, урамдан үткәндә, үҙемде мәсхәрә майҙанынан барғандай тойҙом. Әйтерһең дә, маңлайыма мөһөр һуҡҡандар ҙа, барыһы ла минән ситкә тайшана... Үҙеңә ҡарата иғтибарлы булһаң, табип­тар­ҙың әйткәндәрен теүәл үтәһәң, дарыу­ҙарҙың кире йоғонтоһон иҫәпкә алмағанда, ВИЧ менән дә йәшәргә була, тиҙәр. Шуға ышанам да, артабан йәшәйем. Ҡыйын, әлбиттә. Ә ҡайҙа бараһың? Башты ташҡа бәреп булмай. Бер хата өсөн юғары хаҡ түләүемә үҙем ғәйепле. Әхирәтемдең туйында иҫерек килеш ҡала клубына барып, шунда ниндәйҙер ир менән бер тапҡыр ғына яҡынлыҡта булдым бит мин. Бер тапҡырҙан да сир йоғор, тип кем уйлаһын? Дөрөҫөн әйткәндә, әллә үлергә лә ҡуйырғамы, тип өмөтһөҙлөккә бирелгән саҡтарым күп ул. Ауылда эш юҡ, әсәйемдең пенсияһына һәм баламдың пособиеһына йәшәйбеҙ. Хәйер, малыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ – иш янына ҡуш. Ир, депрессияһы арҡаһында, эшләмәй ята. Кем мине хәҙер эшкә алһын, ти. Өс ай һайын анализ бирергә кәрәк, ҡан күрһәткестәренә ҡарап, махсус (антиретровируслы – авт.) терапия тәғәйенләнә. Шул терапия арҡаһында ВИЧ-тың йоғошлолоғо кәмей. ВИЧ-инфекциялылар күптер, тим. Ул сир үҙен ҡайһы ваҡыт шунда уҡ күрһәтмәүе лә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләрҙең биш-ун йылдан һуң ғына үҙҙәренең ҡурҡыныс сир менән ауырығанын белеп ҡалыуы ихтимал. Ә минең иммунитет бала саҡтан көсһөҙ булғас, ВИЧ тиҙерәк күренгән. Табиптар, алдан беленеүе яҡшы, ти ҙә бит, был мине йыуатмай. Балама йыуанып йәшәйем. Уны күберәк ҡосаҡлап, үбеп ҡалырға тырышам. Ҡурҡмағыҙ, ҡосаҡлау, үбеү аша йоҡмай ул...
Быны ғына беләм, тинем. Милә аралашыуҙа ябай, ихлас ҡына. Элек мин шаян, күңелсәк инем, сир йоғонтоһонда холҡом үҙгәрҙе, тигән була. Тартынып, һорауҙарға яуап рәүешендә генә үҙенең хәлен һөйләне. Исем-шәрифемде, йәшәгән урынымды үҙгәртегеҙ, танып ҡуймаһындар, тип хафаланды. Яҙмыштан былай ҙа оло һынауға дусар ителгән кешене нисек түпәләйһең, үтенесен һанланым. Өмөтһөҙ­лөккә бирелмәһә, йәшәренә ышанып хушлаштым.
...Ә ун биш йыл элек интервью биргән ВИЧ-инфекциялы наркоман егеттең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ғаиләһе менән күптән күсеп киткәндәр.


Сығыу ваҡыты 1-12-2017, 13:36 | Ҡаранылар: 240
|
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Иремдән туйҙым
  • Өҙөлгән ҡыл…
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM