НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Донъяһына күрә түрәһе

Донъяһына күрә түрәһе


Донъяһына күрә түрәһе
йәки Бөгөнгө кадрҙар бер нәмә лә хәл итмәй

Бала саҡтағы бер шөғөл иҫкә килде. Политбюро ағзаларының исем-шәрифтәрен яттан белеүҙә үҙ-ара ярыша инек. Мәктәптә, клубта Политбюро ағзаларының фотогалереяһы ла була торғайны. Бының әрәсәһе булып совет халҡында дәүләт ҡарарҙарының башлыса ошо коллектив тарафынан ҡабул ителеүе тураһында фекерҙе һеңдереү ята ине.
Ысынлап та, совет дәүләтендә халыҡтың мәнфәғәтенә ҡағылған төп һорауҙар уның менән кәңәшләшеп, төрлө яҡтан ентекле тикшерелеп ҡабул ителде. Берәй закон-маҙар ҡабул ителеп, уға икенсе көндө үк өҫтәмәләр, үҙгәрештәр индереү тураһында уй башҡа ла инеп сыҡманы. Етәкселәр ни тиклем башлы, аҡыллы булмаһын, улар барыбер халыҡ, белгестәр менән кәңәшләшеп эшләне. Демократик үҙгәртеп ҡороуҙың бер маҡсаты парламентта ултырған ябай хеҙмәт кешеһе (эшсе, колхозсы) урынына профессионалдарҙы ултыртыу булғайны. Был идея хәҙер онотолдо. Власть даирәләре башлыса өлгөрөп етмәгән кешеләр менән тулды. Хәҙерге Рәсәй парламенты булһынмы йәки суд, хөкүмәт йәки министрлыҡмы, уларҙың кимәленең ҡырҡа түбәнәйгәнен күрергә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр үҙенең халыҡ менән бер «тура бәйләнеш»ендә бер суд ҡарарын күрһәтеп, кешене көлдөргәйне. Унда судья: «Был кеше өлкә прокуратураһына хат менән мөрәжәғәт итеп, енәйәт ҡылған», – тип яҙа. В. Путин судьяның квалификацияһының түбән булыуын әйтеп үтте. Бында көлөргә түгел, иларға кәрәк. Яңыраҡ Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та: «бәғзеләр түрә өҫтәле һәм креслоһы алыу менән үҙҙәрен түрә итеп һанай башлай, ә күптәренең тейешле компетенцияһы юҡ», – тип белдерҙе. Үҙҙәренең был етешһеҙлеген улар ябай кеше өсөн төрлө бюрократик кәртә булдырыу менән йәшереп маташа, тине Рөстәм Зәки улы. Бынан алдараҡ Өфө мэры Ирек Ялалов «UrbanБайрам» тигән форумда ҡала чиновниктарының ул әҙерләргә ҡушҡан баш ҡаланың үҫеш стратегияһын төҙөргә ҡулынан килмәүе тураһында әйтеп үткәйне. Уның иҫәпләүе буйынса, чиновниктарҙың 60 проценты бойороҡто тулыһынса инҡар иткән, тик 20 проценты ғына ҡушҡан эште үтәгән, ә ҡалған 20 проценты илке-һалҡы ғына ҡараған. Был «футбол» дүрт йыл буйына дауам итә икән.
Һәр кемгә мәғлүм, чиновниктар төрлө тармаҡтағы кешеләрҙең нисек эшләгәнен тикшерергә, ниндәйҙер һығымталар яһарға, уларҙы оптималләштерергә ярата. Әммә Рәсәй тарихында бер тапҡыр ҙа чиновниктар­ҙың эш һөҙөмтәһе тикшереп ҡаралмаған. Был үҙенә күрә табу.
XVII быуатта бөтә Рәсәйгә яҡынса 15 мең чиновник булған. Петр I батшанан алып улар­ҙың сафы тик артҡан ғына. 1982 йылға дөйөм һан 2,5 млн кешегә еткән. Оло быуын кешеләренең хәтерендә уларҙың һанын ҡыҫҡартыу тураһындағы указдарҙың иҫәбе онотолғандыр ҙа инде. Әммә дәүләт аппараты ҡыҫҡараһы урынға тик арта ғына. Уны хатта Рәсәйҙең аналитика хеҙмәте хеҙмәткәре лә аныҡ ҡына иҫәпләй алмай. Сөнки был «аждаһа», төрлө ҡиәфәткә инеп, оҫта йәшеренә белә. Быны иҫбатлау өсөн бер миҫал килтереү ҙә етә. Беҙҙең райондан сыҡҡан Байкал Ғәбитов тигән бер кешенең генә Өфөлә ҙур етәксе булып эшләгәне иҫтә ҡалған. Бөгөн иһә властың төрлө кимәлендә эшләгән кешене һәр ауылдан тиерлек осратыу аптыратмай ҙа. Элек мәғлүмәтле кеше генә түгел, һәр кем тиерлек һәр министрҙы, хакимиәт башлығын танып белә торғайны, бөгөн улар халыҡҡа бөтөнләй таныш түгел, тиһәң дә, хата булмаҫ. Халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында халыҡ һаны кәмей бара, ә власть даирәләрендә йыл һайын артҡандан-арта. Улар ағаста ултырған ҡарға тубы һымаҡ: штатты ҡыҫҡартыу тураһында указ сығыуы була, ҡарғалар һымаҡ икенсе ағасҡа осоп ултыралар ҙа – вәссәләм. Иғтибарлы уҡыусылар яҡшы хәтерләй: коррупцияға ҡаршы көрәштең бер нисә ҡыҙыҡ алымы тәҡдим ителгәйне. Унда, һәр чиновниктың кабинетының ишектәрен алып ташлау йәки үтәнән-үтә күренгән быяла ишектәр ҡуйҙырыу һәм һәр кабинетта видеокамера ҡуйҙырыу кәрәк, тигән тәҡдимдәр булды. Ҡайҙа ошо тәҡдимдәр? Уларҙың береһе лә ғәмәлгә ашырылманы. Уның урынына башлыса чиновниктар ғына башҡаларҙы күҙәтә алған камералар ҡуйылды...
РФ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы, уларҙың аппараты – 15 мең, Рәсәйҙең төбәк парламенттарында – 35 мең, муниципалитет депутаттары – 700 мең кеше. Төрлө министрлыҡ, ведомство, уларҙың урындағы филиалдары – 700 мең, Рәсәй төбәктәренең министрлыҡтары, аппараты менән – 600 мең, муниципалитет чиновниктары – 1 миллион кеше. Төрлө контролерҙар – 1 млн 300 мең, дәүләт фондтары (пенсия, социаль, страховкалау) – 1 млн 500 мең кеше (яҡынса 6 млн), – ти эксперттар. Ә бына Рәсәй статистика хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, чиновник­тарҙың дөйөм һаны 1 млн 107,3 мең кеше.
2013 йылда 10 мең кешегә 102 чиновник тура килһә, бөгөн – 108. Советтар Союзында ни бары 73 кеше ине. Бөтә донъя банкы төҙөгән дәүләт идараһы рейтингында Рәсәй 210 дәүләт араһында 120-се урында бара.
Аҡса яғына килгәндә, бында эш харап. Рәсми статистика буйынса, чиновниктарҙың эш хаҡына 2009 йылда 519,3 млрд һум китһә, 2013 йылда 31 процентҡа күберәк – 682,7 млрд. Дмитрий Медведевтың «аҡса юҡ» тигән һүҙҙәренә ҡарамай, чиновниктар өсөн аҡса гел табылып тора. 2017 йылда Дәүләт Думаһы депутатының «таҙа» эш хаҡы (премия, өҫтәмә түләүҙәр­ҙән тыш) 360 мең һум тәшкил итә. Комитет етәксеһе 500 мең һум ала. Һалым декларациялары буйынса 40 мең дәүләт хеҙмәткәре илдең иң бай кешеләре иҫәбенә инә.
Ҡыҙыҡ миҫал. Бай Мәскәүҙә эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтеү менән чиновниктарға киткән аҡса ошо эшһеҙҙәргә түләнгән пособиелар суммаһынан ике тапҡырға күберәк икән. Эшһеҙҙәргә социаль ярҙам өсөн ҡаҙнанан 726 млн һум аҡса бүленһә, эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәткән төрлө учреждениеға 1,7 млрд һум китә. Бында лидер булған Карелияла был профиль чиновниктары өсөн киткән аҡса эшһеҙҙәргә түләнгән аҡсанан 16 тапҡырға күберәк.
Элек «Бөтә нәмәне лә кадрҙар хәл итә» тигән лозунг булһа, бөгөн кадрҙар бер нәмә лә хәл итмәй, тиеү дөрөҫөрәктер. Дмитрий Медведев президент сағында олигархтарға ҡаршы тора алған төбәк етәкселәрен – Юрий Лужков, Эдуард Россель, Минтимер Шәймиев, Петр Суминды – үҙенең кимәленә ярағандарға алмаштырҙы. Яңылары иһә шулай уҡ принцип менән урындағы кадрҙар­ҙы тейешле рәүештә ҡуйҙы. Бына бөгөн Владимир Путин да ошо сәйәсәтте үткәрә: халыҡ һайлап ҡуйған төбәк етәкселәрен бер тәжрибәһе лә булмағандарына алмаштыра башланы. Уларҙың киләсәктә эре бизнес баҫымына ҡаршы тора алырына ышаныс юҡ. Тимәк, Рәсәй төбәктәрендәге кадрҙар кимәленең артабан да төшөүе дауам итәсәк. Улар башлыса эре бизнес, капитал мәнфәғәтен яҡлау менән генә мәшғүл буласаҡ.
Уларҙы, компетенцияғыҙ түбән, шунлыҡтан даими квалификацияны күтәреп тороу кәрәк, тип өндәүҙән файҙа булмаясаҡ. Минеңсә, был енәйәтселәрҙең компетенцияһы тейешле кимәлдә. Һәр береһенең тиерлек икешәр дипломы бар. Уларҙың бер генә «етешһеҙлеге» ҡамасаулай: бөгөнгө Рәсәй дәүләтенең бер бәләкәй генә шөрөбө, винтигы. Ә был дәүләт халыҡ мәнфәғәтен яҡлау урынына капитал һағында тора, уға хеҙмәт итә. Шунлыҡтан һәр чиновник үҙ урынында йыш ҡына ябай халыҡҡа ҡаршы булған, уға яһалма кәртәләр тыуҙырған ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр. Миҫал өсөн «Мал көтөү» тураһындағы законды ғына алып ҡарайыҡ. Беҙҙең республика парламентында уның проекты ун йыл тирәһендәй бер хәрәкәтһеҙ ята. Сөнки ул өйөр-өйөр йылҡыһы булған түрәләргә ҡаршы буласаҡ. Ә ҡарауһыҙ малдан зыян күргән ябай кеше мәнфәғәттәре онотола. Шул уҡ хәл малды тик махсус урындарҙа һуйыу тураһындағы ашығыс рәүештә ҡабул ителгән ҡанунға ла ҡағыла.
Бөгөн чиновник түрә, етәксе булыуҙан туҡтаны. Ул үҙ аллы бер етди ҡарар ҙа ҡабул итә алмай. Власть вертикале уны был функциянан азат итте. Бар шөғөлө – етәкселек имитацияһын башҡарыу – бер нәмә лә ҡабул итә алмаған төрлө кәңәшмә, форум, симпозиум һ.б. үткәреүгә ҡайтып ҡалды. Стратегик дәүләт курсын үткәреү тигән нәмә юҡ. Дәүләт аппараты башлыса мониторинг менән генә шөғөлләнә. Бер стратегик маҡсатҡа буйһонмаған, власть коридорҙарының халыҡҡа билдәһеҙ булған мөйөштәрендә тыуған бер ниндәй системаһыҙ рәүештә ҡабул ителгән ҡарар­ҙарҙың үтәлешен күҙәтеп тороу, булған хаталарҙы ҡул режимында төҙәтеү – бөгөнгө чиновниктың төп бурысы.
Был мәҡәләне тамамлап, уны чиновниктар уҡымаҫ, тигән өмөттә ҡалам. Уларҙың шөғөлдәре ҡаты – башҡортса гәзит уҡырға ваҡыттары юҡтыр.

Илдар ҒӘБИТОВ.

Сығыу ваҡыты 3-11-2017, 11:28 | Ҡаранылар: 185
|
  • Өй төҙөргә тип алған ағасты һатып булмаясаҡ
  • Терәлерлек булмаған терәк кәрәкме?
  • Үтескә алыу, юҡ, биреү үкенесле булмаһын
  • Халыҡ зарына ҡолаҡ һалыусы ойошма
  • Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM