НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Миленаның «мама»hы менән бәхәс йәки «Ейәнсәрем башҡортса hөйләшмәй»

Миленаның «мама»hы менән бәхәс йәки «Ейәнсәрем башҡортса hөйләшмәй»


Миленаның «мама»hы менән бәхәс йәки «Ейәнсәрем башҡортса hөйләшмәй»Улымды балалар арбаhына ултыртып, ҡыҙымды етәкләп, саф һауа һуларға сыҡтыҡ. Баш ҡала гөжләй: кешеләр hәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, машиналар ағымының иге-сиге юҡ. Ә беҙҙең үҙ көйөбөҙ.

Күрше йорт янындағы эскәмйәгә ҡунаҡланыҡ. Ҡы­ҙым күбәләктәй талпына, ғәҙәттәгесә, һорауҙарын бирә. Әңгәмәгә улым да ҡушыла, үҙенсә хәбәрен теҙә. Күңелле беҙгә, донъябыҙ теүәл. Яныбыҙға Нина әбей килеп туҡтаны. Һи­геҙенсе тиҫтәһен ҡыуалаған зәңгәр күҙле теремек ҡарсыҡ беҙҙең йортта йәшәй. Ул бер килке күҙәтеп торҙо ла:
– Надо же, такие маленькие, а уже понимают башкирский язык, – тине. Яуап итеп йылмайғас, уның ҡыҙым йәшендә бүләһе барлығын һөйләне лә, юлын дауам итте.
Бер мәл ике елле сумка тотҡан 55 йәштәр самаһындағы ханым яныбыҙға ул­тырҙы.
– Ике туҡталыш араны йәйәү үттем, аяҡтарым тал­ды, – тине ул, үҙе ах та ух килә, шыбыр тиргә батҡан. Текләп ҡараған ҡатындан ҡыҙым һипһенеп, ҡарашын йәшерҙе, миңә нығыраҡ һыйынды. Ә ҡустыhы ауыҙ йыра, ҡул болғай, йәнәһе, сәләмләй.
– Ҡыҙым, ҡурҡма, инәй матур, ул бында ял итергә ултырҙы, – тигәс кенә бала асылып, йәнә хәбәренә кереште. «Ни өсөн турғай анау ағас башына ҡунды, ә нимә тураhында йырлай ул? Ни өсөн әкиәттәге ҡарға hөйләшә?» кеүегерәк һо­рау­ҙары яуа ғына. Ҡыҫҡаһы, туҡтауhыҙ бытырлашабыҙ.
– Балаларың һәр саҡ шулай саф башҡортса һөйләшәме? – яныбыҙға ҡунаҡлаған ҡатын милләттәшебеҙ икән.
– Тырышабыҙ инде. Бала әсә телен яҡшы белергә тейеш, тигән фекерҙәмен, – тинем.
– Минең ейәнсәрем бар, оло балаң йәшендә булыр, ҡыҙым менән кейәүем үҙ телебеҙҙе өйрәтмәй. Бала мине “няня”, ә ҡартатаһын “деда” тип йөрөтә. Эс боша шуға, – тине ҡатын.
Ҡыҙымдың ауыҙ тултырып “өләсәй, ҡартатай” тип әйткәнендә, әсәйем менән атайымдың йөҙҙәрендә бә­хетле йылмайыу сатҡыһы барлыҡҡа килгәнен хәтерләп, ысынлап та, ҙур ҡы­уаныстан мәхрүм икән был, тип уйлап ҡуйҙым.
– Урыҫ һүҙҙәре еңел әй­телгәнгәме, “һә” тигәнсе отоп, телмәренә индереп кенә баралар шул, – тинем. – Балаларымды туған теленән мәхрүм итергә хаҡым юҡ. Башҡорт теле шундай йәнле, һутлы – рәхәтләнеп һөйләш кенә. Бәпестәремә милли ауыҙ-тел ижады бик оҡшай. Ҡыҙым өләсәһендәге бесәйенә Ҡамыр батыр тип исем ҡушып ҡуйҙы әле.
Ҡатын йылмайҙы ла ейәнсәренең әкәмәттәрен һөйләргә кереште. Шунан ҡы­ҙын яманлар­ға тотондо: – Бер балаһына баш була алмай, бәпес еңмеш һәм иркә үҫә, дауахананан сыҡмай үҙҙәре. Кейәүем дә башҡорт, тик телде өйрәтмәйҙәр, – тип битәрләне.
Һүҙҙе икенсегә борорға теләп:
– Ейәнсәрегеҙҙең исеме ни­сек? – тинем.
– Аделина. Аделиша ти­беҙ уны. Ҡыҙымдың исеме Милена, кейәүемдеке Данир.
– Миленаһы Ми­ләү­шә бул­һа, ейән­сәре «няня» урынына «өләсәй» тимәҫ инеме икән, – тигән уй йүгереп үтте баштан.
– Һинеке­ләр­ҙе­ке нисек?
– Фаягөл менән Шай­морат.
– Ыста! Әлеге заманда ла кеше ундай исем ҡушамы ни?! Йүнле исем таба алманығыҙмы?
– Иптәшем ме­нән оҙаҡ уйлап, яратып ҡуштыҡ. Беҙ­гә бик оҡшай. Ҡыҙым гөлдәй ма­тур һәм наҙлы, ә улым моратына ҡы­йыу атлаған ба­һадир булһын ти­гән ниәтебеҙ ята был исемдәрҙә.
– Ки-и-и-т, аҡылдары ин­мәҫ элек алмаштыра һа­лығыҙ. Боронғо исемдәр бит, ауылские, – ҡатын, тө­көрөктәрен сәсә-сәсә, исем алмаштырыу ысулын өйрәтергә кереште.
– Туҡтағыҙсы… Кәрәк­мәй… Һәр кемгә үҙ исеме ғәзиз була. Балаларын мил­ли рухта үҫтергән таныштарым араһында Нурсолтан, Ирхан, Инсаф, Йәдкәр, Батырхан, Искәндәр, Кәми­лә, Айсулпан, Сәлимәләр бар. Исеменә күрә есеме, тимәйҙәр бит юҡҡа ғына. Баланың туған телен хөрмәтләп үҫеүен теләһәк, тәү сиратта исемдән башлау мәртәбәлер тигән ышанысым бар.
Кәртәһенә ҙур таш төшөүен аңлап, ханым тоҡанып китте:
– Фу-у-у, иҫкелек ҡалдығы. Бабай, әбей исемдәре.
Кәйеф ҡырылһа ла, йылмайырға көс табып:
– Килештек, улайһа! Ки­ләсәктә бәпескә исем һайларға тура килһә, мотлаҡ һеҙҙең менән кәңәшләшермен, яраймы?
Ханым һыу уртлағандай тынып ҡалды. Нимә яуап бирергә икән, тип уйлағанында башындағы шөрөптәре шығырлағаны ишетелгәндәй тойолдо. Шул арала телефоны “йырлап” ебәр­ҙе. Шылтыратыусының һүҙҙәре яңғырап ишетелде:
– Ну, мам, сколько можно тебя ждать?! Ты же обещала с Аделюшой посидеть. Меня подруги ждут.
– Эйе-эйе, доченька, етеп киләм. Әйт внученьке – няня тиҙҙән будет! – шулай тип телефонының төймәһенә баҫты ла, беҙгә күҙенең ағын әйләндереп ҡарап, йортҡа инеп юғалды.
Милена “доченька”һы “мам”дан һалдырғас, ейәнсәренән нимә көтә икән бисара был ханым?
Шул саҡ Фаягөлөм ҡулымдан тартып:
– Әсәй, инәй ямаҡай бит, киттек бынан, – тип көйһөҙләнде, ә Шайморатым, бисә-сәсә һүҙенән ары торорға теләгәндәй, был арала тәрән йоҡоға талғайны.

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 5-09-2017, 07:00 | Ҡаранылар: 239
|
  • Диуаналар менән тулды донъя
  • Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән
  • Өләсәй кәңәштәре
  • Балалар ауыҙынан
  • Көҙгө
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM