НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙа

Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙа


Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙайәки берең ут, икенсең һыу була белегеҙ

– Түҙемлегем ҡалманы, етте, айырылам мин унан, балаларымды алам да сығам да китәм! – тип һыҡтаны йәш ҡатын. – Ул вахтанан ҡайттымы, беҙгә көн бөтә. Бөгөн төндө лә саҡ үткәрҙек. Мин – эштә, балалар мәктәптә саҡта көнө буйы йоҡлай ҙа, ҡараңғы төштөмө, эсеп иҫереп ала ла «концерт» ҡуя башлай. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, барығыҙҙы ла үлтерәм, тип теҙеп баҫтырып ҡуя. Үҙе лә йоҡламай, беҙҙе лә ыҙалата. Унан ҡалһа, тышҡа сығып китә лә, машинаны онтайым, тип ҡулына нимә етте шуны ала. Улымдың да, ҡыҙымдың да ҡоттары осоп бөттө…
Ҡала үҙәк дауаханаһы бүлектәренең береһендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фирүзәнең ошондай аһ-зарын йыш ишетәм. әммә гел генә уға: «Ҡуй, улайтма, ирең бөткән кеше түгел, ситкә китеп эшләп, донъяғыҙҙы бөтәйтә. Теләгән ереңә барырға өр-яңы машинағыҙ бар. Тормошоң етеш. Балаларыңды тере етем итмә, ир боларыр ҙа бөтөр», – тип ҡаршы төшөп килдем. Ысынлап та, Вилүрҙең эштән ҡайтыуына аҙна-ун көн үтһә, тегеләр һин дә мин йәшәп китә. Ең һыҙғанып өйҙәрен рәтләргә, эргә-тирәһен тәртипкә килтерергә тотоналар. Ул вахтаға киткәндә матур ғына сығып китә лә, ҡайтҡанында ләх булғансы эсеп, эшләгән аҡсаһының арыуығын тотоноп, бөтә ғаләмгә үсле булып ҡайтып инә. Енләнеүенең сәбәбе шунда: ул йәш ҡатынын айҙар буйына яңғыҙын ҡалдырып китә лә, үҙе өйҙә юҡта бисәһе теләһә кем менән теттерә, уның аҡсаһына «гулять» итә тип уйлай. Былай үҙ хәләленең икенсе ир ҡосағында ятыуын үҙ күҙҙәре менән күргәне, түшәктә тотҡаны юҡ. Шулай ҙа кеше һүҙе кеше үлтерә бит. Дуҫыңа ҡарағанда дошманың күп заманда йәшәгәндә бигерәк тә ҡурҡыныс. «Изге уйлы»лар бының ҡайтҡанын ғына көтөп тороп, бисәһен ошаҡларға тотоналар. Машинаңдан төшмәй, һин юлға сыҡтыңмы, ирһеҙ йөрөгән иптәш ҡыҙҙары йыйыла башлай…» Саҡ торған иргә етә ҡала. «Мин ғаиләнән айырылып, ситкә аҡса эшләргә китәм, ә һин бында маз булаһың», – тип ҡатынын йәберләргә тотона. Айыҡ баш менән бәйләнә алмай бит инде, карточкаһы ҡулында – бара ла араҡы һатып ала. Араҡыға һыра ҡушмай эсһәң, аҡса елгә оса тип, уныһын да һемерә. Иренең өйҙә ятып ҡалған телефонына, әйбер һатып алды, тип СМС-хәбәрҙәр килгәнен күргән ҡатындың аҡсаһын шулай спиртлы эсемлеккә туҙҙырғанына йәне көйә. Ире алдында аҡланып та ҡарай, ирешеп тә еңә алмай. Кәрәк ерендә һүгеп, юхаланып саҡ ирен ипкә һалып алһа, уныһына китергә ваҡыт етә. Шулай эт менән бесәй шикелле йәшәүҙәренә биш йылға яҡын ваҡыт үтеп бара. Бергә лә йәшәй алмайҙар, йыйған донъя малын бүлешеп айырылышырға ла теләмәйҙәр. әлбиттә, ғәйеп атта ла бар, тәртәлә лә. Ысынлап та, ирен аҡса эшләүсе агрегат итеп кенә күрә шул ҡатын. Ире булмаһа ла, ай һайын уға 50 – 60 мең һум аҡса үҙенән-үҙе килә, тип уйлай ул. Тегеһе ситкә китеп эшләмәҫ тә ине, бында эшләгән аҡсаға ашаһаң, кейенеп булмай, кейенһәң, ай буйы ҡоро сәй эсергә тура килә. Шулай «оҙон аҡса»ға ҡыҙығып ситкә китәләр ҙә, мал табам тип, тир түгәләр. Бәғзеләренең ҡатындары ла яңғыҙ ваҡытын бушҡа уҙғармай. Ошо сәбәпле ғаиләләр тарҡала.
Был юлы ла танышымдың ятлап бөткән ялыуҙарын тыңланым да, йоҡо күрмәгәнлектән, күп илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәренә ҡарап: «Сыҡһаң, сыҡ та кит. Донъям тип, йәбешеп ятыуҙан файҙа юҡ. Тыныс йәшәүгә бер ни етмәй. Иҫереп алйығанында, ысынлап та, үлтереп ҡуйыр. Балаҡайҙарыңды уйла», – тинем.
Шундай аҡыл бирҙем, сөнки күптән түгел генә ҡалабыҙҙа ире йәп-йәш ҡатынын туҡмап үлтерҙе. Ҡырҡ йәше тулып, аҙна үтеүгә ҡәбер эйәһе булды, меҫкенкәй. Һамар тарафтарынан килен булып төшкән ҡатындың ерләргә килгән туғандары: «Ни эшләп түҙеп йәшәнең икән һин уның менән? Берҙән-бер улыңды ла һиңә ҡаршы ҡуйып бөткән бит!» – тип түгелеп иланы. Ошондай күренештең шаһиты булғандан һуң Фирүзәгә: «Имен сағыңда иреңдән ҡасып ҡотол!» – тип әйтергә йөрьәт иттем.
Тағы ла үҙебеҙ йәшәгән ҡасабала ғына нисәмә ир ҡатынының башына етте. Беҙ йорт һалып сығып йәшәй башлаған ғына осорҙа ҡот осҡос хәл булды. Ҡатынының эштән ҡайтыуын һағалап торған ир хәләл ефете ҡапҡа асыуға уға балта менән сапҡан. Гел эсеүҙән аҡылдан яҙған ирҙе төрмәгә яптылар, улдары, кескенә ҡыҙҙары етем ҡалды. Тырышып-тырмашып йорт төҙөп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан йәш ғаилә шулай күҙ алдында юҡҡа сыҡты.
Был хәл онотолдо тигәндә, былтыр өс бала әсәһен ире шулай уҡ сапҡылап үлтерҙе. Төшкө аш мәлендә өйөндә иҫерек ҡалған ирен ҡайтып ҡарайым тип кенә эштән сығып киткән ҡатынды хеҙмәттәштәре оҙаҡлағанға эҙләп барһа, ҡанға батҡан үле кәүҙәһен табалар…
Унан һуң да ҡатын-ҡыҙ ҡорбан булған фажиғәләр йыш ҡабатланды. Икенсе улыма йөклө саҡта бала табыу йортонда үҙебеҙҙең ҡасабанан Айзилә исемле ҡатын менән бергә яттыҡ. Ул һомғол буйлы ҡара һылыуға ауырлы булыуы тағы ла мөләйемлек өҫтәй ине. Уның һөйләүҙәренән иренең класташы булыуын аңланым. Тәҙрәнән күҙен алмай көтә уныһын, тегенеһе килһә – килә, килмәһә – юҡ. Мин, тәжрибәле кеше булараҡ (икенсегә бала табам бит), Айзиләгә: «Көтмә иреңде, кемделер көтһәң, бала тыуымға килмәй», – тигән булам. «Эй, апай, ситкә йөрөй тип ҡурҡам. Шундай холҡо бар. ҡайҙан белдем, әйтәйемме? Тыуған көнөмдә, алтын алҡа алып бирәм, тигәс, ювелир магазинына индек. Һатыусылар ирем менән күптәнге таныш кеүек һөйләшә. Хатта берәүһе, уның күҙенә туп-тура ҡарап: «Һеҙ бит теге юлы ошондай ҡашлы балдаҡ алдығыҙ. Бына уның алҡаһы», – тимәһенме?! Ә бит ул миңә балдаҡ бүләк итмәне», – тип һөйләп һалды, ҡапыл асылып. Бер мәлдәрәк улдар табып алдыҡ. Йыш ҡына күрешеп торҙоҡ. Улдарыбыҙға өс йәштәр тирәһе булғандыр, автобуста бергә ҡайтып килә инек, Айзилә үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Етмәһә, иҫкесә Яңы йыл ине, ирем дә ҡаршы булмағас, өйҙәренә индек. Усаҡлығы иркен, эсе тулы йыһаз. «Матур йәшәйһегеҙ икән», – тиеүемә: «Апай, мал ни ул нимә, табыла торған нәмә. Мөхәббәтле булып, килешеп йәшәмәгәс, нимәгә ул был донъя... Ошо усаҡлыҡты эшләгәнсе, анау оҫтаханала йәшәнек. Ирем урам аша йәшәгән бер яңғыҙ ҡатынға әүрәп алды ла, шунан ҡайтманы. Йәй шулай үтте. ҡышты бала менән таш оҫтаханала сығып булмай ҙа инде, төҙөлөштө йәһәтлә, тип тылҡыйым. Тегенем, төн булһа, юҡҡа сыға ла ҡуя. Артынан эҙләп барып, һөйәркәһе йәшәгән өйҙөң тәҙрәләрен онтап бөттөм. Ҡайтһа, уның артынан эйәреп барған өсөн туҡмалам. Саҡ йәһәтләп эшләп индек ошоно. Өр-яңы машинабыҙҙы һатып, әле бер йылға ер сигенә эшкә сығып китте. ә мин нисек яңғыҙ йәшәргә тейеш? Зарланырға түгел, аҡса ебәрә, бала ҡараулы, һуң бит мин йәш! Иң һөйөлгө, яратылғы килгән сәскәләй ваҡытым! Ә ул мине бер йылға ҡалдырып китте! Шарап шешәһенең башын асып, бер кем дә эсмәй ул, тип юлға ултыртып киткән кеүек инде».
Йәй көнө Айзиләне урамда осраттым. «Ирем ҡайтты, апай, бер миллион һум аҡса алып ҡайтҡан!» – ти ҡыуанып. Уның һөйләүенән ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртыуҙарын, яңы машина һатып алғандарын белдем. Буласаҡ йорттарына нигеҙ һалғандар. Матди яҡтан етеш булһалар ҙа, барыбер берегеп китә алманылар. Ире ситкә йөрөүенән туҡтаманы, Айзиләне лә хыянатта ғәйепләне. Яйлап үҙе ҡатынын эсергә өйрәтте. Йәшникләп араҡы алып эсереп, эскелек һаҙлығына батырҙы ла, балаһын тартып алды. Берҙән-бер йыуанысынан – улын бағыуҙан да мәхрүм ҡалғас, йәшәүҙән бөтөнләй ваз кисте Айзилә. Ҡатынынан еңел ҡотолдо ла ул, әммә Аллаһы Тәғәлә бар бит әле. Айзилә иҫән саҡта әле, үҙе әйтмешләй, «ҡыҙҙан» кәләш алды. Айзиләнең вафатына күп тә үтмәне, ир эштә ҡазаланды – ҡаты йән йәрәхәттәре алып, түшәккә ятты. Йәш кәләшенең түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне, бер яҡтан – кеше балаһын ҡарарға, икенсе яҡтан, хәрәкәтһеҙ ятҡан ирҙе бағырға кәрәк. Яҙмыштың бындай боролошона әҙер булмаған ҡыҙ күрше егеткә әүрәп китте. Берҙән-бер көн иренең яңы машинаһына ултырып, һөйәре менән ситкә сыҡты ла китте. Бына шулай һемәйҙе үҙ ҡатынының ҡәҙерен белмәгән ир. Иргә ҡатын табылыр, ә бына балаға әсәһен бер кем дә алмаштыра алмай. Хас әсәһенә генә оҡшап торған үҫмерҙе күргән һайын йөрәгем әрней. Аҙғын тормошто алға ҡуйған атаһы уны иң ҙур бәхеттән – әсә наҙынан мәхрүм итте.

Гөлдәр Ҡадаева.

(Дауамы бар).

Сығыу ваҡыты 14-10-2016, 21:30 | Ҡаранылар: 716
|
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • Башҡорт байыһа…
  • Тормош күренештәре
  • Яҙмышмы, яңылышмы?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM