НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ауырлыҡтар артында ЕҢЕЛЛЕК ята

Ауырлыҡтар артында ЕҢЕЛЛЕК ята


Тормошто сикһеҙ һынауҙарҙан торған һикәлтәле юлға оҡшатам. Әҙәм балаһының ныҡлығы шатлыҡ-ҡайғы менән дә, байлыҡ-йотлоҡ менән дә ҡапшала. Бөттө, барыһы ла бөттө, тип күңел төшөргәндә, дөм ҡараңғылыҡта ҡапыл ут гөлтләп ҡабынғандай, көтмәгәндә яңы офоҡтар асыла. Ауыр­лыҡтан һуң иҫ киткес еңеллек килә. Түбәндә һүрәтләнгән осраҡтар тап шуны раҫлай. Яҙмыш ауырлығына зарлан­ғанда был бары сираттағы һынау икәнлеген онотмағыҙ.

Бала – ғаилә тотҡаһы, тиһәләр ҙә...

БДУ-ның икенсе курсында уҡып йөрөүсе Камил “первашка” Әнисәне тәү күреүҙән оҡшата. Шаталаҡ, сая, күҙҙәренән нур сәселеп торған ҡыҙ тәүҙә хистәренә яуап бирмәй. Егет бер ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, һүҙен һүҙ итә – ҡыҙҙың йөрәгенә асҡыс ярата. Шунан, башҡаларға тәтемәҫ элек тип, уға яусы оҙатып та ҡуя. Башта ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡырҡа баш тарта. Яусы ишектәрен өсөнсө ҡат ҡаҡҡас ҡына күнәләр. “Ә балағыҙ булһа, донъя баҫа башлаһа, ни эшләрһегеҙ? Бигерәк йәшһегеҙ бит. Тәүҙә уҡыуығыҙҙы ҡайғыртыр инегеҙ”, – ти ҡыҙҙың ата-әсәһе. Йәштәр, ҡулға диплом алмайынса, һеҙҙе өләсәй-ҡартатай итмәй торорбоҙ, ти.
Әнисә менән Камил матур итеп йәшәп китә. Күгәрсендәй гөрләшкән парға, моғайын, һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Уҡыуҙы тамамлағас, дипломлы белгестәр Камил­дың тыуған яғына ҡайта һәм район үҙәгендә эш башлай. Тырыш, намыҫлы йәштәр ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшә. Социаль программа ярҙамында үҙ йортло булалар. Әммә шул өйҙә һаман да бәпес ауазы яңғырамай ҙа яңғырамай. Теләк менән мөмкинлек тура килмәй шул.
Йәштәр дауаханалар тупһаһын күп тапай. Табиптар икеһенең дә һаулығында кәмселек тапмай. Баҡтиһәң, улар бер-береһенә биологик яҡтан тура килмәй икән! Аптырағас, яһалма аталандырыу юлын ҡулланып ҡарайҙар, әммә һөҙөмтә булмай.
Көнө-төнө бала хаҡында хыял­лан­ған ирен йыуатыр һүҙ тапмай йәш ҡатын. Өйләнешеүҙәренә ту­ғыҙ йыл булғас, Әнисә уға ҡаты талап ҡуя. “Бөгөндән беҙ ғаилә түгел, рәсми рәүештә айырылышайыҡ. Һиңә ата бәхете бүләк итерҙәйен осратырһың. Мин барыһын да хәл иттем”, – ти ҙә, икенсе ҡалаға күсеп китә.
Ҡатынының бындай ҡыланышы Камилды иҫәңгерәтә. Бергә йәшәү дәүерендә төрлө мәлдәр булды, һәр саҡ йылмайып-көлөп кенә торманылар, әммә ғаиләһен тарҡатыу тураһындағы уйҙың башына инеп тә сыҡҡаны юҡ ине. Тәүҙә ирлек ғәрлегенә барып, Әнисәне туҡтатыу өсөн бер нәмә лә эшләмәй. Ике аҙна самаһы аңҡы-тиңке һуғылып йөрөй. Ниһайәт, түҙмәй, ҡатынына бара. “Әнисә, мин һине яратам! Балаһыҙ яҙмышҡа дусар ител­һәк тә, ғаиләбеҙҙе һаҡлайыҡ. Бер-беребеҙ өсөн яралғанбыҙ. Һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым...” – ти ул.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Әнисә менән Камил һәүетемсә генә йәшәп китә. Табиптарға йөрөүҙән туҡтай­ҙар, бала хаҡында ла башҡа һүҙ ҡуҙғатмайҙар. Күп тә үтмәй икеһенә лә вазифалы эш тәҡдим итәләр. Ә бер аҙҙан тағы ла көтөлмәгән ҡыуаныс килә – Әнисә балаға уҙа!
Яралғанын тәүге миҙгеленән үк ата-әсәһенең сикһеҙ һөйөүен тойған малай сәләмәт һәм аҡыллы булып буй еткерә. Ауырлыҡтарҙы лайыҡлы кисергән ғаиләнең бәхете бөтөн бөгөн. Улар һәр көнгә шөкөр ҡылып, Алла ҡөҙрәтенә һоҡланып йәшәй.

Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

Альберт ҡара йәштән үкһеҙ етем ҡала. Ул әсәһенең ике туған һеңлеһе ҡарамағында үҫә. Ҡатын баланы тәрбиәләүгә әллә ни ҙур көс һалмай. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа малайҙың йоҡа курткала, иҫке йәйге ботинкала йөрөүенә лә, бейәләй-ойоҡбашы булмауына ла иғтибар итмәй. Мәктәпте тамамлағас, уны берәй ҡайҙа уҡырға индереү һорауы ла күтәрелмәй. Малай иһә, шулай булырға тейеш, тип йәшәй бирә. Үҫкәс кенә ул үҙенең Өфөлә коммуналь торлағы булыуын, аҫраусы ҡатындың уны ҡуртымға биреп тороуын белеп ҡала. Шуныһы аптырата, электр уты, газ-һыу өсөн бер тин дә аҡса түләнмәгән. Бәлиғлыҡ йәшенә еткән Альберт ана шул фатир тип әйтергә тел әйләнмәгән бүлмәлә йәшәй башлай. Һаҡсы, йөк ташыу­сы кеүек эштәрҙә йөрөп тамаҡ аҫрарлыҡ, өҫ-башын ҡарарлыҡ аҡса таба. Бәхеткә күрә, эскелек һәм башҡа замана афәттәре уны урап үтә.
Бер мәл ул Ҡыйғы районы ҡыҙы Айгөл менән таныша. Өфөлә балалар приютында тәрбиәсе булып эшләгән ҡыҙ ипле холоҡло, яғымлы. Наҙға һәм иғтибарға сарсаған егеткә тап шундайы кәрәк була ла. Оҙаҡҡа һуҙмай йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй.
Айгөл Альберттың тормошон “әҙәмсә”гә әйләндерә. Тәүҙә ул фатир өсөн әллә күпме йылға йыйылған бурыстан ҡотолорға ярҙам итә, документтарын тәртипкә килтерә. Артабан ремонт эшләнә, ҡаралты-йыһаз һатып алына, ҡыҫҡаһы, ҡотһоҙ бүлмәгә йән ҡуна. Ситтән тороп техникум тамамлаған Альберт даими эшкә урынлаша. Йәштәр бик татыу йәшәй.
Ир бушыраҡ ваҡытында ҡатынының эшенә йөрөргә ярата. Ғаилә йылыһынан мәхрүм булған кескәй­ҙәр уны күреү менән: “Атай килде!” – тип ҡыуанып ҡаршы ала. Ул һәр саҡ эш хаҡының бер өлөшөн балаларға тәмлекәс, уйынсыҡтар алыуға тотона.
Альберттың ауыр бала сағы эҙһеҙ үтмәгән, күрәһең, табиптар уға “түлһеҙлек” мөһөрө таға. Шулай ҙа өмөтөн өҙмәй: табиптан табипҡа күп йөрөй, юҡ аҡсаһын бар итеп шифаханаларҙа дауалана. Етмәһә, Айгөлдөң йәше үткән һайын сәләмәтлегендә тайпылыштар асыҡлана. Улар бер мәл приюттан бала алырға ла уйлап ҡуя, әммә торлаҡ шарттары тейешле талаптарға яуап бирмәгәс, был теләктәре тормошҡа ашмай.
Табиптар, ЭКО процедураһы ярҙамында атай-әсәй була алаһығыҙ, ти. Ул, дәүләт программаһына ярашлы, бушлай эшләнә, тик сират тигәнен өс йыл самаһы көтөргә кәрәк икән. Аҡсалары мулыраҡ булһа, түләүлеһенә йөрьәт итерҙәр ине, тик матди хәлдәре шәптән түгел шул. 34 йәшлек ҡатын сиратын сабыр ғына көтә башлай. Ярты йыллап ваҡыт та үтмәй, уға бушлай ЭКО эшләргә тәҡдим итәләр!
“Тәүге процедура һәр саҡ уңыш­һыҙ була”, “йәш түгелһең, организмың ҡаҡшар”, “Ә бына берәү­ҙеке ки­леп сыҡмаған…” тип дәрттәрен һүн­дерергә маташыусылар ҙа була. Әммә Айгөл тик яҡшыға өмөтләнә. Оло шатлыҡҡа, барыһы ла уңышлы үтә. Балаятҡыға индерелгән ике яралғы ла үҫеп китә.
Ун ике йыл бала хаҡында хыял­лан­ған Айгөл менән Альберт күптән түгел шалҡандай ике малайға атай-әсәй булды. Бәпестәр ваҡытынан алдараҡ тыуһа ла, һау-сәләмәт. “Һаман да ысынбарлыҡҡа ышанып бөтә алмайым. Ҡайһы саҡ төн уртаһында, барыһы ла тик төш булған, тип тертләп уянам да, карауаттарында мыш-мыш йоҡлап ятҡан улдарымды күреп, кире тынысланам”, – ти бәхетен сабыр ғына көтөп алған әсә.
Йөҙ дуҫың урынына… башыңда аҡыл булһын

Дамир белеме буйынса тарихсы, тик ул бер көн дә дипломы буйынса эшләп ҡараманы. Юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсында уҡығанында Радик исемле дуҫы менән төҙөлөш өлкәһендә бизнес асып ебәрҙе. Анығыраҡ әйткәндә, ремонт менән шөғөлләнеүсе бригада булдыралар. Радик эшселәр менән етәкселек итһә, Дамирҙың бурысы – клиенттар йәлеп итеү. Башланғыс капиталды ике яҡ та тигеҙ һалһа ла, бизнес юридик яҡтан тулыһынса Радиктың исемендә була. “Был бары ҡағыҙ, ысынында иһә икебеҙҙең дә хоҡуҡтар тиң”, – тигән партнеры. Сығым да, килем дә һәр саҡ ҡап уртаға бүленгән. Ике дуҫ моратына тиҙ ирешә – тәүҙә тин-һумдар килһә, унан яҡшы эш хаҡы ала башлайҙар.
Бәләкәйҙән, эшҡыуар буласаҡмын, тип иҫе киткән Дамирға был шөғөл ҙур ләззәт килтерә. Кеҫә­һе­нә “түңәрәк” сумма ай һайын инеп тора. Ул бер ҡасан да бөтмәҫтәй тойола. Матди азатлыҡ, үҙегеҙ бе­лә­һегеҙ, яңы-яңы ихтыяждар тыу­ҙыра. Элек биш егет көн күргән тар ятаҡ бүлмәһендә “доширак”ка ҡәнәғәт булған Дамир өсөн тормоштоң өр-яңы бите асыла. Ул фатирға күсә, тик элиталы магазиндарҙа кейенә башлай, ҡиммәтле кафе-ресторандарҙы үҙ итә. “Вип” көнитмештең бар рәхәтен татый.
Аҡса артҡан һайын эс-бауырыңа үтеп барған дуҫтар ҙа күбәйә икән. Үтескә аҡса алыусы иптәштәренең бурысын ҡайтармауына ла көйөнмәй.
Бер көндө ике дуҫ юҡ урында ғауғалашып китә. “Бүтән бергә эшләмәйбеҙ. Мин һине эштән ҡыуҙым тип иҫәплә”, – тип ҡырт киҫә Радик. Дамир үҙ өлөшөн даулап ҡарай, әммә юҡҡа ғына. Документтар буйынса бизнесҡа тулыһынса Радик хужа, ә ул бары ялланып эшләнеүсе сүрәтендә.
Шулай итеп, Дамир эшһеҙ, һуҡыр тинһеҙ ҡала. Нимә ҡылырға? Баш ҡала аҡсаһыҙҙарҙы яратмауы һәр кемгә мәғлүмдер. Уның хатта киләһе айға фатир өсөн түләү мөмкинлеге булмай. Бизнес ҡанундары ҡаты шул, эштәге етәксе кеүек хәлеңә инеп йәлләп тормай.
Ҡайғыһын дуҫтарына һөйләү менән, күптәре уны күрмәмеш-белмәмешкә әйләнә, хатта бурыс ҡайтарыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмай. Дамир бар донъяға ҡул һелтәп, тыуған ауылына ҡайтып китә. Яҡындарын хафаға һалып, тәүҙә ул көнө-төнө түбәгә текләп ятыр була. Ары-бире һуғылғас, Дамир ҡабаттан әүәлге шөғөлөнә тотонорға ниәтләй. Тәүҙә ошо өлкәлә эшләүселәрҙең тәжрибәһен ентекләп өйрәнә, юридик белемен нығыта. Шунан ата-әсәһенән ссуда алдыра ла, ҡабаттан Өфөнө яуларға юллана. Бәхеткә, ярты йылдай ваҡыттан даими килемен тергеҙә ала. Ә бөгөн ул Радиктың төп дәғүәсеһе.
“Әлеге форс-мажор хәл ғүмерлек һабаҡ булды. Беренсенән, камиллыҡтың сиге юҡлығын аңланым. Ниндәйҙер юғарылыҡҡа өлгәшһәң, туҡтап ҡалырға ярамай, артабан үҫешеү юлында булыу мөһим. Икенсенән, дуҫ-иш һайлағанда һаҡ булырға кәрәк. Өсөнсөнән, артыҡ маһайырға ярамай. Эйе, мин ҡайһы саҡ үтә эре ҡыланғанымды аңланым. Хоҙайға ошо һынау өсөн рәхмәтлемен. Хәҙер күп ваҡиғаға икенсе күҙлектән ҡарайым”, – ти тормош һабағы алған йәш эшҡыуар.

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 9-01-2015, 14:52 | Ҡаранылар: 1212
|
  • Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?
  • Башҡорт байыһа…
  • Туҡал
  • Кеше малы йәл түгел...
  • “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM