НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Эскелеккә ҡаршы ниндәй закон проекты һөҙөмтәлерәк эшләр ине?

Эскелеккә ҡаршы ниндәй закон проекты һөҙөмтәлерәк эшләр ине?


Эскелеккә ҡаршы  ниндәй закон проекты һөҙөмтәлерәк  эшләр ине?РФ Дәүләт Думаһы депутаттары иҫерткес эсемлектәрҙе магазин кәштәләренән алыу тураһында закон проекты әҙерләй. Был тәҡдим халыҡ араһында бер аҙ шау-шыу тыуҙырырға ла өлгөрҙө. Бәғзеләр уны хуплаһа, кемдәрҙер тәнҡит утын яуҙыра. Гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ ниндәй ҡарашта? Был закон эскелекте туҡтатырға ярҙам итерме?

Рәйлә Наҙарғолова,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

– Кемдәрҙелер туҡтата, ләкин эскегә һабыш­ҡандар теләһә ниндәй шыйыҡсаларҙы һатып алып эсә башлаясаҡ. Көмөшкә ҡы­уыу­сыларға, шикле иҫерткес эсемлектәр һатыусы алыпһатарҙарға ҡатыраҡ закон кәрәк. Ауылдарҙа шуның менән генә кәсеп итеп, хатта бизнес яһап ятыусылар күп. 100 мең һум тирәһе штраф һалһаң, ул саҡта ла туҡтамаһа, иркенән мәхрүм итһәң, һөҙөмтә һәйбәт булыр ине.

Илшат Зарипов, Өфө ҡалаһы:
– Магазин кәштәләренән алыу бик ҡурҡыныс тамамланасаҡ! Халыҡ элекке кеүек өйҙәрендә көмөшкә һата башлаясаҡ. Әле гараждарҙа, киоскыларҙа һатылған бәләкәй шешәләрҙәге төрлө спиртлы шыйыҡса, арзан, ялған араҡыға һорау артасаҡ. Халыҡтың күпләп ағыу­ланыуын күҙаллайым. Бик тә булмаһа, нисектер һатыу ваҡытын ҡыҫҡартһындар, йәки ҡаланан ситтә урынлашҡан ҙур магазиндарҙа, әйтәйек, “Ашан”, “Лента” кеүектәрҙә генә һатһындар ине. Ә ауылдарға килгәндә, район үҙәгендә бер генә магазин булдырырға һәм тик шунда ғына һатырға. Был закон менән мәж килгәнсе “фанфориктар”ҙы тыйыу тураһында уйланһындар ине. Улар бит асыҡтан-асыҡ төрлө киоскыларҙа һатыла. Күпме кеше ағыулана.

Фәймә Байталлапова,
Көйөргәҙе районы:

– Магазинда оҙон-оҙон сират торғанда һатыусыларҙың ҙур-ҙур йәшниктәрҙән һатып алыусы һораған маркаларҙы эҙләгәнен күҙ алдына килтерәм. Айырыуса эштән һуң, арып-талып, кешесә һөйләшергә лә хәл ҡалмағанда бер эскесе өсөн һатыусының, оҙон сиратты көттөрөп, араҡы эҙләүенән дә мәғәнәһеҙерәк күренеш булмаясаҡ. Бәлки, хөкүмәт тәмәке һәм иҫерткес эсемлектәр өсөн айырым магазиндар асыр? Сөнки араҡыны йәки шарапты айына бер тапҡыр ҙа алмаған ваҡыттарым була. шуға күрә улар кәштәлә торамы, әллә кәштә артындамы – миңә барыбер.

Гөлназ Ермакова, Мәсетле районы:
– Эскелек – ул ауырыу. Йәшереп ҡуйып ҡына проблеманы хәл итеп булмай. Хаҡты арттырырға мөмкин, әлбиттә, тик унда-бында бер эскән кешенең уйланыуы мөмкин, әммә аңы томаланған ауырыуҙар был хаҡта уйлап та бирмәйәсәк. Наркотиктарҙың хаҡы ҡиммәт булһа ла, ҡулланалар бит. Эскелек менән дә шулай.

Мәликә Мортазина, Өфө ҡалаһы:
– Дәүләт Думаһы депутаттарының был проектын хуплайым. Ләкин араҡыны кәштәләр­ҙән алыу ғына эскелекте туҡтатмауын тарихыбыҙ ағышында күрҙек бит инде. Был проблеманы аҡыл менән хәл итеү кәрәктер. Халыҡ көсләп түгел, аңлап, эсеүҙән туҡтарға тейеш. Ауылдарҙа мәсет асылыу ғына түгел, ошо дин йорттарында үрҙәге проблемалары булған кешеләр менән эшләү тәү урында булһын ине. Мәктәптәрҙә уҡытыусыларыбыҙ балалар, ата-әсәләр менән берлектә ошондайыраҡ темаларға слеттар үткәрһен.

Рәмил Көнсыуаҡов, Ауырғазы районы:
– Иң көслө закон Ҡөрьән Кәримдә яҙылған. Шуның өсөн әллә нимәләр уйлап табырға түгел, ә мосолман ҡанундары буйынса йәшәргә кәрәк. Динебеҙҙә элек-электән хәмергә, тәмәкегә, ҡомарлы уйындарға кире ҡараш йәшәгән.
Г. Ҡыуатова яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 21-11-2014, 13:10 | Ҡаранылар: 1853
|
  • Дауаланыу һөҙөмтәле булһын тиһәк…
  • Һатмайыҡ та, һатып та алмайыҡ!
  • Ишекте бикләһәң, тәҙрәнән йөрөйҙәр
  • Эскелеккә ҡаршы иң шәп ысул – эсмәү
  • “Иң яҡшыһы – хәмерҙән баш тартыу...”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM