НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һеҙ – бәхетле халыҡ, учалылар!

Һеҙ – бәхетле халыҡ, учалылар!


Һеҙ –  бәхетле  халыҡ, учалылар!Яңыраҡ беҙ, Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы пенсионерҙары, Учалының Әүлиә шишмәһенә барып ҡайттыҡ Һәм шундай һығымта яһаныҡ: ожмахта йәшәйһегеҙ икән, милләттәштәр! Мин ҡайҙа ғына булманым – Ырымбурҙа, Силәбелә, Екатеринбургта, Анапала һ. б. Әммә бындағы гүзәллек бер ерҙә лә юҡ! Барып һәм ҡайтып еткәнсе һоҡланып туя алманыҡ. Тәүгә күргәнгә генә түгел инде, үҙебеҙҙең яҡта тәбиғәт ҡырыҫыраҡ шул. Һәр нәмәнең матурлығын сағыштырып беләһең. Бөтәбеҙ ҙә ундағы йәшеллеккә, таҙалыҡҡа хайран ҡалдыҡ. Беҙ зарығып көткән ямғыр-ҡунаҡ та һеҙҙә алдараҡ булған икән. Шуға ихлас шатландыҡ. Сөнки сәфәр йөрөгән кешегә көн торошо бик мөһим бит. Күкрәк тултырып тын алғас, бейек тау башына ла ауырлыҡһыҙ менеп еттек (менә алмай кире төшкәндәр ҙә бар ине). Тирә-яҡҡа һоҡланып, Әүлиә ҡәберенә баш эйеп, доғалар уҡып, үҙебеҙҙе күктең етенсе ҡатында итеп хис иттек.
Ошо сәфәрҙе ойоштороусы хажиә Зифа Әбделхәй ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Ул автобус йүнләп, беҙҙе дәртләндереп йөрөнө. Әүлиә шишмәһенән һыу алып, таныш кешеләр менән күрешеп, бик риза булып ҡайтырға сыҡтыҡ. Учалы ҡалаһында туҡтап фотоға төштөк, бик мөһабәт бинаға – ҡала мәҙәниәт йортона инеп сыҡтыҡ. Бында ла шундай матурлыҡ, тирә-яҡ гөл-сәскәләргә күмелгән. Һауаның шундай сафлығы күлдәр күп булғанға, ҡаланы ҡарағай урманы уратып алғанғалыр, тип фараз иттек.
Ҡыҫҡаһы, бәхетле кешеләр һеҙ, учалылар! Үҙегеҙҙән ихлас күңелдән көнләшәбеҙ. Насип булһа, төйәгегеҙгә тағы барырбыҙ. Ҡайтыр алдынан ғына атаҡлы бейеүсе Хилажевты күреп ҡалдыҡ. Таланттарға бай бит Учалы ере! Ошондай гүзәл ерҙең халҡы ла матур, егәрле. Хеҙмәт һалмай тороп, хөрмәт күреп булмайҙыр ул.

Ҙур ихтирам менән –
Заһира ОМОРҘАҠОВА.
Баймаҡ районы.

Сығыу ваҡыты 13-06-2014, 10:26 | Ҡаранылар: 1074
|
  • 2011 йылда баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашты. Юлға сыҡтыҡ, Һамар өлкәһе
  • Сәхнәлә – Учалылар
  • Ирәндек тауында булған хәл
  • Изге шишмәнең һыуы сихәт бирә
  • Хаталарын һанамай, алға ынтылғандар уңышҡа өлгәшә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM