НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бәхетһеҙлекте еңеүселәр

Бәхетһеҙлекте еңеүселәр


 Бәхетһеҙлекте еңеүселәрҠыйғы районында йәшәүсе күп балалы йәш ғаилә – Айгөл һәм Юнир Латиповтар хаҡында был яҙмам. Тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти күренгән замандаштарыбыҙ өлөшөнә ҙур һынауҙар төшә, күп кенә тетрәнеүҙәр кисерергә мәжбүр итә уларҙы яҙмыш.
Йәштәр Салауат районында тыуған: Айгөл Бишәүҙәр ауылы ҡыҙы, Юнир – Ахундыҡы. Биш йыл элек улар тормош юлын бергә үтергә һүҙ ҡуйыша. Юнир Айгөлдөң улы Батырҙы үҙ балаһылай күрә, артабан бер-бер артлы уртаҡ мөхәббәт емештәре – Салауат (2007 йылғы), Азалия (2008), Ынйы (2009) тыуа.
Йәш ярымлыҡ ҡына сағында Батыр ҡапыл ҡаты ауырып китә.
– Улым имгән саҡта башҡа балалар һымаҡ үҫте, тик күкрәктән айыр­ғас, күҙгә күренеп һулый башланы, – тип хәтерләй Айгөл. – Ябыҡты, организмы аҙыҡты эшкәртә алманы, балам ҡоро һөйәккә ҡалды.
Район табиптары Өфөгә юллама биргәс, Латиповтар Батырҙы шунда килтерә. Был ваҡытҡа инде баланың тәне лә боҙола. Баш ҡала табиптары уның артабан йәшәй алыуына ышанысын юғалта. Ошо көндәрҙе әсә кеше хәҙер ҙә күҙ йәшһеҙ тыныс ҡына иҫләй алмай. Һораша-белешә торғас, Батырҙы Мәскәүҙә дауалау мөмкинлеге булыуын ишетәләр. Тик бының өсөн 120 мең һум аҡса кәрәк була. Юнирҙең әсәһе Зәйнәп Миңлейәр ҡыҙы һөйләүенсә, йәштәр үҙҙәре йәшәгән өйҙө (улы өйләнер алдынан Ахун ауылында төҙөлөп бөтмәгән йорт һатып алып, уны эшләп күсеп сыҡҡан булалар) 100 мең һумға һата, ҡалған сумманы бурысҡа ала. Батырҙы Мәскәүҙә Рәсәй балалар клиник дауаханаһында ярты йыл дауалай­ҙар. Унда һәр балаға бер табип билдәләнә, сирлеләрҙе бик ныҡ тикшерәләр, ҡарайҙар. Малай гастроэнтерология бүлегендә ятып, аҙыҡты зонд аша ҡабул итә. Сығыр сағында табиптар уға махсус диета талап ителгәнен әйтә.
– Ейәнемдең йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе, күңеле лә күтәрелде, уйнай башланы, – тип, баланың терелә башлағанына нисек ҡыуанғанын хәтерләй Айгөлдөң әсәһе Мәҙинә ханым.
Мәскәүҙән ҡайтҡас (бында улар­ҙың улдары Салауат тыуа), Латиповтар Ҡыйғы районының Ибрай ауылында, Үрге Ҡыйғыла фатирға инеп йәшәйҙәр. Әммә ғаилә ишәйә килә сабыйҙарға шарттар ҙа булдырырға кәрәк бит. 7,5 квадрат метрлыҡ бер бүлмәлә ете кеше – үҙҙәре, дүрт балаһы, Юнирҙең әсәһе – көн итеүе еңел булмай. Йәштәр район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Аңлайҙар Латиповтарҙың хәлен – уларға Үрге Ҡыйғынан өс саҡрым арауыҡта урынлашҡан Кеҙетамаҡ ауылынан йорт бирәләр.
– Юлдан барыу, йә булмаһа, юлһыҙ ерҙән барыу еңелме? Әлбиттә, урау булһа ла, беҙ юлдан барырға тырышабыҙ, сөнки юлһыҙлыҡта аҙашыуыбыҙ йә һәләк булыуыбыҙ бар. Тормош та – оҙон юл. Ауырлыҡтарын ғына еңә алырлыҡ көс кәрәк, – ти Айгөл.
– Тормошта үҙ көсөңә, туғандарыңа ышанырға кәрәк. Өмөт­һөҙлөккә бирелмәү, киләсәккә ышанып йәшәү мөһим, – тип уға ҡушыла Юнир.
Латиповтар бергә-бергә иңдәренә төшкән һынауҙы еңеп сыҡҡан. Ата-әсәлек бурысының ниндәй яуаплы булыуын яҡшы аңлай улар.
Айҙар ҒӘЗИЗОВ.
Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы.

Сығыу ваҡыты 20-11-2010, 13:02 | Ҡаранылар: 1547
|
  • Көтөлмәгән һынау
  • Батырҙар сыҡты келәмгә
  • Халыҡ рәхмәтен алып
  • Бәхет сере — тырышлыҡта...
  • Үҫһен шәжәрәбеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM