НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем

Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем


Иремдең   һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмеремОсраҡлы ғына танышым – Фәнүзә апайҙың ете балаһы бар. Ике малай һәм биш ҡыҙ. Өфөлә башҡа ул тиклем күп итеп бала табып йәшәгән ғаилә­ләр­ҙе яҡындан белмәйем. Шуға ла ғүмер буйы шул балаларын ҡарап, йүнләп эшләй ҙә алмаған моңһоу ғына күҙле был апайға бер һоҡланып, бер аптырап ҡарап ҡуя торғайным. Бер яйын табып: “Ҡалай балаларығыҙ күп ул, бәхетле ҡатын һеҙ”, – тип һүҙ башларға йөрьәт иттем. Апай, ысынлап та, бәхетле йылмайҙы, күҙҙәренең генә һаман моңһоу ҡалғанлығын һиҙҙем. “Йөрәгендә яралары барҙыр инде, ярай, тупһыҙ кеше кеүек ныҡышмайым”, – тип һүҙҙе башҡаса оҙайтманым. Ләкин Фәнүзә апай бер көн ҡунаҡҡа саҡырҙы: “Һин журналист бит, әйтер һүҙҙәрем бар ”, – тип алдан уҡ аптыратып та ҡуйҙы. Сәй эселде, моңһоу күҙле апайым менән креслоларға йәйелдек. “Яҙмышымды һөйләгем килә, яҙ гәзиткә, туғаным. Бәлки берәүгә фәһем, берәүгә ғибрәт булыр…” – тип башланы һүҙен инде алтмышҡа еткән апай.
Өйләнешкәнгә тиклем үк иремдең йөрөмтәлерәк булыуын, һәр ҡыҙға бәйләнергә әҙер торғанлығын күрә инем. Үлеп яратҡанға бындай ҡылығына күҙ йомдом тип әйтә алмайым, ҡайҙа китһен ул – барыбер мине генә ярата, тип уйланым. Илтифат бирмәнем, тип әйтергә кәрәк инде. Өйләнеш­кәндән һуң үҙгәрер, тип тулыһынса ышандым һәм йәшләй генә кейәүгә сыҡтым. Бер йыл йәшәп тә өлгөрмәнек, эшендәге бер ҡатын менән бәйләнеп китеүе хаҡында еткерҙеләр. Шаҡ ҡаттым да, иремә бер һүҙ өндәшмәнем, беренсе балам ты­уырға ике ай ғына ваҡыт ҡалғайны. Ҡасан, нисек осрашҡандарҙыр инде ул ҡатын менән һис кенә лә аңламайым. Ирем һәр ваҡыт эштән ваҡытында ҡайта, эш хаҡын да йәшермәй. Фатир бирергә торалар ине, торлаҡ, бала һәм башҡа мәшәҡәттәр менән аҙыраҡ онотолоп, янъял ҡуптарманым. Шулай ҙа йөрәгем аҫтында сабыйын йөрөткән никахлы иремдең хыянаты йәнемде ҡырҡҡа телгеләне. Әммә өндәшмәнем. Ниңә түҙгәнемде аңлатам: иремде ташлап сығып китергә, айырылышырға әҙер түгел инем. Ә теге ҡатын тураһында белеүемде әйтһәм, белә тороп та, ғәфү итһәм, кәмһенгәндәй булыр инем. Ошо ғорурлығым бөтә тормо­шомда шул тиклем ҙур роль уйнар, тип һис тә уйламаным, йәш инем. Иремдең башын стенаға бәреп ярырға теләһәм дә, хыянатын белмәмеш һәм күрмәмеш булырға ҡарар иттем. Ул – ҡала егете, мин – ауыл ҡыҙы. Атай-әсәйем алыҫ бер ауылда, уның барлыҡ туғандары Өфөлә ине. Ауырлы көйөнсә ҡайҙа барайым да, нимә эшләйем инде?!
Бала тыуғас, иремдең түбәһе күккә тейҙе, ҡәйнәмә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ҡыҙыбыҙ мине лә сикһеҙ бәхетле итте. Ғаиләбеҙ түңәрәк, ирем һәр ваҡыттағыса эштән ваҡытында ҡайта, һәйбәт кенә эш хаҡы алып эшләй. Мине ярата икәнлеген белеп-күреп торам. Шулай һәүетемсә генә йәшәйбеҙ. Нервыларымды һаҡлар өсөн иремдең хеҙмәттәштәре һәм башҡалар менән аралашыуҙы туҡтаттым, йылан кеүек борғоланып, ләстит һөйләп кинәнмәһендәр, тип кенә ҡуйҙым.
Декреттан сығып өлгөрмәнем, икенсе балам тыуҙы. Шунан – өсөнсөһө. Шул өсөнсө балам менән декретта ултырғанда, өйҙә телефон шылтыраны. 30 йыл ваҡыт үтһә лә, шул саҡтағы һөйләшеүҙе бөгөнгөләй иҫләйем:
– Фәнүзә, телефонға Айратты саҡыр әле, мөһим хәбәрем бар!
– Ирем өйҙә юҡ, хәбәрегеҙҙе миңә әйтегеҙ, еткерермен.
– Ярай, улай булғас, бик яҡшы. Әле поликлиниканан ҡайттым, беҙҙең сабыйыбыҙ буласаҡ. Һинең менән айрылышыу процесы оҙаҡҡа һуҙылыр, тип уйлайым, балаларығыҙ, фатирығыҙ бар бит – барыһын да бүлергә кәрәк. Шуға ла айырылышырға ғаризаһын тиҙерәк яҙһын ине.
– ...
– Зинһар, өндәшмәй тормағыҙ инде, һеҙҙең аяҡтарығыҙ йүнләп йөрөмәгәнлеген беләм, Айрат балаларығыҙҙы ҡарарға ярҙам итәсәк – ҡурҡмағыҙ!
– Минең аяҡтарым? Йөрөмәй?
Трубканы нисек ҡуйғанымды хәтерләмәйем. Теге ҡатынға ҡысҡырҙыммы, иланыммы, өндәшмәнемме – белмәйем. Иҫемә килгәндә, диванда аяҡтарыма ҡарап ултыра инем. Шунан нишләптер, тиле кеше кеүек, туфлийымды кейеп, бейеп ҡараным, балаҡайҙарым, әсәй концерт ҡуя, тип уйлай­ҙыр инде, сәпәкәй итә-итә ҡыуа­нышалар. “Иремдең икенсе ҡатындан балаһы була”, – тип түгел, “Нишләп минең аяҡтарым йөрөмәй тине һуң ул?” – тип уйлап ҡаңғыр­ҙым әле тәүҙә. Ҡәйнәм мине иҫ киткес ярата ине, йөрәгемдең өҙөлөргә етешкәнен күңеле менән һиҙгәндер инде – килеп, ишек ҡыңғырауына баҫты. Ишекте астым да, һәр ваҡыттағыса бәлештәрен, алмаларын, һуттарын тейәп килеп ингән ҡатынды ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Быға тиклем шаҡ ҡатып, оҙаҡ илай алмай ултырғанғалырмы икән, ныҡ итеп, үкһеп-үкһеп иланым. Бала­ларға ҡәйнәм икенсе бүлмәгә күсеп уйнарға ҡушты ла, өндәшмәй генә мине ҡосаҡлап ултырҙы.
Тынысланып, бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй ҡәйнәмә һөйләп бирҙем. Ул әллә ни аптыраманы шикелле, тиҙ генә тороп балаларҙың әйберҙәрен йыя башланы, оло улына шылтыратып, беҙҙе машинаға тейәне лә, үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Килендәшем дә килде. Бергәләшеп ултырып сәй эстек, мине йыуатыу­сы ла, йәлләүсе лә юҡ – быныһы шәп булды, юҡһа, тағы илар инем. Йылдар үткәс кенә ҡәйнәмдең ни өсөн беҙҙе үҙенең өйөнә алып ҡайтып киткәнлеген аңланым – ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер юлын тапҡан. Ҡыҙған баш менән мин сығып китмәһен тип тырышҡан. Рәхмәт инде уға, урыны йәннәттә булһын, иҫ киткес аҡыллы ҡатын ине.
Шулай ҡәйнәмдә күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, дүрт ай йәшәнек. Ирем тәүҙә бөтөнләй килеп күренмәне. Ҡәйнәмдең кисен балалар менән урамға сыҡҡан булып, аталары менән осраштырғанын беләм – балалар һөйләй бит. Әлеге ваҡиға тураһында бер кем менән дә асыҡ ҡына һөйләшмәйбеҙ, мин төндәрен шым ғына илайым, нимә эшләргә лә белмәйем. Балалар, ҡайтайыҡ, тип башты ҡатыра, етмәһә, ирем көн һайын эштән тура ҡәйнәмә инә башланы. Өндәшмәй, мин дә ләм-мим. Башым тубал кеүек ҡатты, аптырауҙың аръяғындамын. Ирем­дең күҙҙәре йәшкәҙәгәнен күрәм, бер көн сыҙаманы теге, һөйләшергә саҡырҙы. Тәүге һорауым шул булды: “Нишләп, минең аяҡтарым йөрөмәй, тип әйттең теге ҡатын­ға?”. Ирем аптырап китте, ғүмергә лә ундай һүҙҙәр әйтмәнем, тип ант итә башланы. Һуңынан белдем: аяғымды ауырттырып поликлиникаға барғайным, шунда теге ҡатындың әхирәте ирем мине күтәреп йөрөткәнен күргән дә, был хәл төймәнән фил булып, мине “инвалид” хәленә еткергән булып сыҡты. “Балаң тыуманымы әле?” – тимен. “Белмәйем”, – ти. Бер тапҡыр ҙа күрешмәгән икән. Балалар өсөн өҙөлөп торған иремдең был ҡылығын да бөтөнләй аңламаным. Өҙөп-йолҡоп ҡына тәүге һөйләшеүебеҙ шуның менән тамамланды. Айырылышырға ғариза яҙасағымды әйттем. Ҡара көйөп йөрөгән ҡәйнәмә лә, өс ай эсендә ҡоро һөлдәгә ҡалған иремә лә иғтибар итмәнем – яҙҙым ғариза. Шунан һуң ирем аяҡтарыма йығылып ғәфү итеүемде һораны, теге ҡатын менән нишләп йөрөгәнен бөтөнләй аңламай, башы эшләмәгән, имеш. Иң аптыратҡаны шул – теге ҡатындан тыуасаҡ балала эше лә юҡ, ул ҡатын ике ятып бер төшөнә инмәгәндәй. Ғәфү итеүен итмәнем, ләкин өйгә кире ҡайттым. Эшкә сыҡтым. Баяғы ҡатын менән балаһы башымдан сыҡмай, иремдең йәнен ашайым ғына. “Бар, балаңды барып күр, оятһыҙ, иманһыҙ!” – тип көн дә янъял ҡуптарам. Шулай, өс балалы һәм аҙғын ирле, көнө-төнө ҡысҡырына торған йәмһеҙ ҡатынға әйләнә башланым. Тағы ла ҡәйнәм ярҙамға килде, мине ҡаты итеп әрләп, янъял ҡуптарыу теләгемде һүндерерлек һүҙҙәр тапты. Мин теге ҡатындың кем икәнлеген барыбер белдем, балаһын да күрҙем. Барҙым янына, таныттым үҙемде. Аллаға шөкөр, йүнһеҙ генә булып сыҡты ул, мине лә, иремде лә һүгеп-һүгеп, ҡарғап, туҡмап ташлар­ға йыйынғанда саҡ ҡасып ҡотолдом. Аллаға шөкөр, тимен, сөнки был көндән һуң уны йәлләүҙән туҡтаным.
Башҡа ҡатындар нисектер, әммә иремдән ят кешенең бала табыуы мине ныҡ кәмһетте. Нисектер мине тулы ҡанлы ҡатын-ҡыҙ түгел тип күрһәткәндәй булды. Хоҙайҙан тағы ла сабый һорап, хәйер бирҙем. Ишетте ул – бер-бер артлы тағы ла ике бала таптым. Улар бишәү булды. Шунан һуң өсөнсө тапҡыр иремдең хыянат итеүен белдем. Унан һуң дүртенсе тапҡыр үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Мин белгәндән генә алты ҡатын менән йөрөнө ул. Шуларҙың тағы береһе ул тапты. Ирем аҡса менән аҙыраҡ балаларына ярҙам итеп торһа ла, бер ваҡытта ла уларҙы яратманы. Бөтә һөйәркәләрен дә, мин, хыянаты тураһында белеү менән, ғүмерлеккә ташланы. Бер ваҡытта ла өйҙән сығып китмәне, эштән ҡайтмай ҡалманы. Ҡасан күреште, ҡасан йөрөнө – һаман аңламайым. Килендәшем менән аптырап: “Төшкө аш мәлендәлер инде…” – тип һығымта яһаныҡ. Теге һөйәркәләр менән ярыша-ярыша, тағы ла балалар таптым. Шулай балаҡайҙарымдың һаны етәүгә етте лә инде. Һәр береһен яратып үҫтерҙек, балаларым һаман да аталарының мине күпме илатҡанын, күпме рәнйеткәнен белмәй – был хаҡта әйтмәйәсәкмен дә. Әллә теге ҡатындар тапҡан меҫкен балаларға төштө инде рәнйештәрем – икеһе лә йүнле булманы. Береһе үҫмер саҡта уҡ токсикоман булып, үлеп ҡуйҙы. Тәүҙәрәк тыуған ҡыҙы 17 йәшендә эскесегә әйләнде. Аталары яратмаған, аталары арҡаһынан ҡаҡмаған балаларҙың бәхете булмай шул. Минең балаларым тәртипле, Аллаға шөкөр, артабан да шулай булһын.
Иҫәрме мин? Бәлки. Уйлап-уйлап ултырам да, нишләп ғүмеремде ошо аҙғын ир менән үткәргәнемде аңларға тырышам. Тәүге хыянатын белгәс үк, бер нәмәгә ҡарамай, йәһәннәмдең аръяғына булһа ла сығып китергә тейеш инем. Үкенәм. Берәүҙең берҙән-бере булып та йәшәй ала инем бит. Бөтә ғүмерем иремдең бер көтөү һөйәркәләре менән көрәшеп, шул ҡатындарға үҙемдең яратылған ҡатын икәнлегемде иҫбат итеп үтте. Нишләп ирем шул һөйәркәләренең берәй­һенә ныҡлап ылығып, үҙе сығып китмәне икән? Кеше ире менән йөрөргә белделәр, әммә береһе лә үҙенә ғашиҡ иттерергә эшкинмәне, исмаһам. Иремдең хыянаттары тураһында әле лә ултырып һөйләшеп алабыҙ. “Берәйһен ысынлап яраттыңмы, улар менән йәшәргә теләнеңме?” – тиһәм, ысынлап тороп аптырап: “Юҡ!” – ти. Иң мөһиме – был ысынлап та шулай. Теге һөйәркәләренең исемдәрен дә иҫләмәй ул, ә мин һәр береһе тураһында мәғлүмәтте башымда йөрөтәм. Тикшерәм һаман үҙҙәрен.
Йәш ҡатындарға шуны ғына әйткем килә: йөрөмтәл ирҙәрҙе бер нисек тә туҡтатып булмай. Хыянаты тураһында белдеңме – артты-алды ҡарамай ҡасырға кәрәк. Улар һинән матурыраҡ, аҡыллыраҡ ҡатындар менән хыянат итә, тиһегеҙме? Юҡ! Улар ғашиҡ булып йөрөй, тиһегеҙме? Юҡ! Мин, ниндәйҙер ярышта ҡатнашҡан кеүек, шул ҡатындарға үҙемдең төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнлегемде иҫбат итергә тырыштым. Кәрәкмәй ине был. Яра­тылдым. Ләкин ҡәҙерем булманы. Олоғая килә хөрмәт һәм ҡәҙер тураһында нығыраҡ уйланаһың икән ул… Ә хыянат һис онотолмай, оло бер яра булып, һаман да йөрәкте өйкәй…

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 16-08-2013, 12:56 | Ҡаранылар: 2782
|
  • Осраҡлы ялыу йәки хыянатты һиҙеп буламы?
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Артыҡ көнсөллөгөм арҡаһында үҙ бәхетемде үҙем емерҙем
  • БӘХЕТ БАР УЛ, БАР УЛ БӘХЕТ!
  • Бер айырылышыу тарихы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM