НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ә беҙҙең ауылда...

Ә беҙҙең ауылда...


Әлфиә ХӘЙҘӘРОВА, Хәйбулла райо­нының Бүребай ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Ауылыбыҙҙа 4 900 кеше йәшәй, 83 күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Билдәле булыуынса, беҙҙә һикһән йыллыҡ тарихы булған “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинаты бар. Ул ауыл һәм район үҫешенә тос өлөш индерә. Халыҡ, башлыса, комбинатта һәм ауылда урынлашҡан район электр станцияһында эшләй. Күпләп мал-тыуар аҫраусылар һирәк.
Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында “Ҡайын­ҡай” лагеры урынлашҡан. Әлеге мәлдә икенсе заезд башланды, халыҡ оло теләк менән ял итергә килә.
Ауыл биләмәһе “Балаға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” республика хәйриә акцияһына ҡушылды. Ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә бүребайҙар мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. “Йәнтөйәгем – Хәйбулла” программаһына ярашлы, 1 июндән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған “Ауылым мираҫы” акцияһы башланды. Уның маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, тирә-яҡты төҙөкләндереү. Акция аҙағында, йәғни 17 авгус­та, “Пушкин урамы” байрамы уҙасаҡ. Ул спорт һәм мәҙәни сараларға бай буласаҡ.
Июлдең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Ме­таллург көнө уҙғарыла. Быйыл да ул юғары кимәлдә үтер, тип өмөтләнәбеҙ.
Ауылда ике ҡатлы сауҙа комплексы төҙөлә. Шулай уҡ автозаправкалау станцияһы төҙөләсәк. Фрунзе урамында һыу үткәргес селтәре яңыртыла. Ҡыҫҡаһы, ауыл тормошо гөрләй.

Сығыу ваҡыты 5-07-2013, 12:56 | Ҡаранылар: 891
|
  • Ә беҙҙең ауылда... (3 июнь)
  • Ауыл мәҙәниәт йорттарының хәле нисек?
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM