НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ғәйбәт түгел, ғибрәт

Ғәйбәт түгел, ғибрәт


Миңә 90 йәш тулып килә.
Элек шулай булды бит инде: атай һүҙе – закон. Шул закон буйынса мине йәшләй өйләндерҙеләр. Димләгән ҡыҙ һуҡырмы ул йәки кәкреме – һайланып тора алмай­һың, барыһы ла атай ихтыярында. Минең атай ҙа дуҫының ҡыҙын миңә димләп алып бирҙе. Кәләшемә 17 генә йәш ине. Тиҙҙән өй һалып, башҡа сығарҙылар. Мин ни, эш менән булам. Ә йәш кәләштең миңә тиклем үк яратып йөрөгән егете булған икән. Элек ни, хәҙерге кеүек, табип булдымы ни – ауырға ҡалыусылар әбей-һәбейгә ауырын төшөртөргә йөрөйҙәр ине. Минең ҡатын да шул юлдан киткән булған. Аҙағыраҡ асыҡланыуынса, ул егет, минең өйҙә юҡлыҡты тура килтереп, һөйгәне, йәғни минең ҡатын янына йыш килеп йөрөгән. Быны белеп ҡалғас, ҡатыныма, ниңә уны яныңа ебәрәһең, тип һуҡранғайным, ул миңә былай тип яуап бирҙе: «Ул минең тәүгем, мин уны онота ла, унан баш тарта ла алмайым», – тип яуапланы.
Шулай итеп, улар артабан да осрашыуын дауам итте. Ә минең менән түшәктә ҡатыным бер ниндәй ҙә ләззәт алмауын белдерҙе. Айырылышыр ҙа инең, тағы ла атай һүҙенән сығып булмай. Йәшәлде инде шул рәүешле.
Булыры булған, буяуы уңған. Был хәл тураһында яҙыуымдың сәбәбе – ҡыҙҙарға теләгем: кейәүгә сыҡмай тороп, егеттәр менән түшәк уртаҡлашмағыҙ. Саф көйө сыҡһаң, ирең һине усында ғына йөрөтөр.

Көйөргәҙе районының Николо-Березовка ауылынан И.Г.Я.

Сығыу ваҡыты 14-08-2010, 15:02 | Ҡаранылар: 1786
|
  • Лилиә Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый
  • «Күктән моңһоу ҡараш менән Улар беҙгә ҡарайҙар …»
  • Беҙ балаларға кәрәк һәм терәк
  • Яҙмышҡа буйһонмағыҙ...
  • Өйләнергәме, юҡмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM