НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үләт ҡырһын был бурҙарҙы!

Үләт ҡырһын был бурҙарҙы!


йәки Кеше малына тейеүселәрҙе, исем-шәрифен, фотоһын гәзиттә баҫтырып, асыҡ хөкөм итергә кәрәк
Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Әбйәлил райо­нының Иҫке Балапан ауылынан 76 йәшлек әбей хат яҙа. Баныу Ҡаһарманованың «Һыйыр малдары менән «драма» мәҡәләһен уҡығас, үҙемдең уй-фекеремде яҙырға булдым. Ишбулды ауылындағы мал хужалары хәле яҡшы таныш. Һуңғы ун йылда өс-дүрт өйҙән, балаларымдыҡы менән 18 (!) баш малыбыҙҙы урланылар. Быйыл ғына ҡыҙымдың өс баш һыйырын алып киттеләр. Ауылда эш юҡ, ауыл кешеһе мал ярҙамында ғына көн күрә. Ә был ҡараҡтар анһат кәсеп тапҡан. Тотолмаҫтарына 100 процент ышаныс менән көпә-көндөҙ кеше малын кәртәләрендә һуялар! 50 – 52 йәштә булғас, ҡатындары, балалары барҙыр. Нисек кеше малын һуйҙырып торғандар? Өфөнән килмәһәләр, былар ҙа тотолмаҫ ине. Бурҙарҙы тотоп биреүҙән ни фәтүә, хөкөм итмәгәс? Ҡатындары менән бишәр йылға ултыртып, малдарҙың хаҡын түләтмәгәс. Әшнәләре булған ир менән ҡатын Әлмөхәмәткә (Америкаға! ) ҡасҡас, нисек тотһондар. Былтыр ҡоролоҡ булып, кеше ҡиммәт хаҡҡа бесән һатып алып, малдан өҙөлмәйем, тип тырыша. Район гәзите «Осҡон»да ҡараҡтарҙың йәше генә яҙылып сыҡты. Бурҙың йәше кәрәкмәй, фотоһын төшөрөп, ысын исем-шәрифен яҙырға кәрәк. Бөтә республикаға дандары таралһын. Был әҙәм аҡтыҡтары балаларына ниндәй үрнәк күрһәтәләр, ә?! Кешенең ҡарғышына, әсе күҙ йәшенә мансыл­ған ризыҡ тамаҡтарына һөйәк булып ҡаҙалыр мотлаҡ. Тотол­мағандары һин дә мин ауылдаштары араһында йөрөп ята, тотолмағас, бур түгел. Күп ирҙәр, ғаиләне аҫрайым, тип Себерҙә эшләй. Әбйәлил бурҙары әле нисек кеше күҙенә күренеп йәшәп ята икән? Уларға самосуд яһарға кәрәк: боронғоса, ҡулдарын төбөнән бороп, аяҡтарын һындыра һуғып, йә үләт соҡорона төшөрөргә. Фәһем булыр башҡалар­ға.
Көҙ мал юғала башлаһа, «Осҡон»да: «Мал хужалары үҙҙәре ғәйепле – малдары юғалһа, үҙҙәре эҙләп ҡаңғыра, ҡәҙерле ваҡыт юғала, бурҙарҙың эҙенә төшөп булмай, шундуҡ полицияға хәбәр итмәй­ҙәр», − тип яҙалар. Бына, хәбәр итеүҙең һөҙөмтәһен күрҙек. 2009 йылда ауылдан 30-ҙан ашыу малды ҡыуып алып киттеләр, эҙе лә юҡ. Беҙгә Силәбе өлкәһе яҡын, терәлеп ята. Мал бурҙарының һәр ауылда әшнәләре бар, кеше барыбер белә ул кемдәрҙең урлашыуын, Силәбе өлкәһенә малдарҙы оҙатышыуын. Ябай халыҡ яҡлаусыһыҙ, үҙенең хәләл малының да файҙаһын күрә алмай, ҡараҡтар үрсегәндән-үрсей.
Халыҡтың хәлен аңлап, шундай мәҡәләләр баҫтырыуығыҙға рәхмәт. Баныу Ҡаһарманованың мәҡәләһен уҡығандан алып күңелемдә тынғы юҡ, йәнем әрней. Үҙебеҙҙең юғалтыу­ҙарҙы ҡабат иҫкә төшөрөп яҙҙым.
Тағы ла бер мәсьәлә бар әле − беҙҙә октябрь, ноябрь айҙарында почтальон булманы. Кем Байымға сыға – шул бер-ике аҙналыҡ гәзитте почта йәшнигенә ҡыҫтырып китә. Шулай булһа ла, гәзит уҡып өйрәнгәс, матбуғатҡа яҙылдым. Хәҙер йәштәр гәзит уҡымай, интернет менән була. Декабрҙән почтальоныбыҙ бар, һәйбәт эшләп йөрөй, эш хаҡы 2 мең һум, тиҙәр. Ул аҡсамы инде, көндән-көн хаҡтар арта, быныһы ла ташлап ҡуйырмы икән, тип борсолам. Ике ауылға тарата. Уйланһындар ине ошо хаҡта.
Сәләм менән –
Наилә ҒӘЛИНА әбейегеҙ.
Әбйәлил районы,
Иҫке Балапан ауылы.

Сығыу ваҡыты 8-02-2013, 14:08 | Ҡаранылар: 982
|
  • Һыйыр малдары менән... драма
  • Дуҫтарҙы һынатыу юҡ
  • Малығыҙ именме, дуҫтар?
  • Ябай ауыл ҡатынының бер көнө
  • МАЛЫҒЫҘҘЫ НИСЕК ҠЫШЛАТТЫҒЫҘ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM