НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Йәшлек» йәшәртә, йәшәүгә дәрт өҫтәй

«Йәшлек» йәшәртә, йәшәүгә дәрт өҫтәй


Рухи аҙыҡтың һәр кемгә кәрәк икәнен аңлатып тороу кәрәкмәҫ, моғайын. Радио, телевидение һәм хәҙерге көндә интернет һәр өйгә тиерлек үтеп инһә лә, тормошобоҙҙо гәзит-журнал­һыҙ күҙ алдына ла килтереү һис мөмкин түгел. Оло йәштәгеләр ҙә һуңғы яңылыҡтар­ҙы матбуғат баҫмалары аша белә.
Мин, етмешкә етеп килгән кеше булараҡ, 53 йыл ғүмеремде матбуғат баҫмалары менән аралашыуға арнаным. Тәүге хәбәрҙәрем 1957 йылда район гәзитендә баҫылһа, ә һуңға табаныраҡ инде «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә донъя күрҙе.
Республика эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең ике съезында делегат булып ҡатнашып, тәүгеһендә сығыш яһау бәхете тейҙе. Гәзит менән аралашыу һөҙөмтәһендә күп кенә дәүләт эшмәкәре, яҙыусы менән осрашырға, аралашырға насип булды, мөхәррирҙәр менән яҡындан таныштым. Әлеге көндә лә район, республиканың «Башҡортостан» гәзитендә әленән-әле мәҡәләләрем донъя күрә. Ә инде «Йәшлек» гәзитендә һирәк сығыш яһаһам да, был баҫманың ҡыйыу фекерле, оператив көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып яҡтыртыуы күңелде үҙенә арбай. Юҡҡамы ни был гәзит беҙҙең төбәктә тиражы буйынса район гәзитенән генә ҡалыша. Хатта һикһән йәштә һәм унан уҙған күршеләрем дә йәштәр баҫмаһына яҙылмай ҡалғаны юҡ. Киләсәктә йәштәр гәзитенең үҙенең традицияһына тоғро ҡалып, йәштәрҙең генә түгел, ололарҙың да яратҡан баҫмаһы булып ҡалырына иманым камил.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
журналист, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.


Баймаҡ районы,
Ҡолсора ауылы.

Сығыу ваҡыты 17-08-2010, 11:37 | Ҡаранылар: 1699
|
  • «Йәшлек» һандалында сүкелгән
  • Тәүгә ишетеп тетрәндем
  • Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты
  • Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдылар
  • Дәүләт гәзитһеҙ ҡаласаҡмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM