НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ғәфү итегеҙ мине, таныш түгел ағай!

Ғәфү итегеҙ мине, таныш түгел ағай!


Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
Һеҙгә ҙур үтенес менән республикабыҙҙың төньяҡ райондарының береһендә йәшәүсе Аида исемле ҡыҙ мөрәжәғәт итә: ошо хатымды гәзит биттәрендә баҫтыра алһағыҙ, бәлки, ул юлланған кешеһенә барып етер ине лә, күңелем тынысланыр ине...
Эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам.
Аида.
Август, 2010 йыл.
Был хәл 1990 йылдың аҙағында Өфө ҡалаһында булды. Декабрь айы. Яңы йыл алды. Минең БДУ-ла беренсе курста уҡып йөрөгән сағым. Сессия алды. Ял көнө. 2-се ятаҡта йәшәйем. Бүлмәләш ҡыҙҙарым ялға ҡайтып китте, яңғыҙ тороп ҡалдым. Йыуындым, йыйыштырындым да, сәй ҡуйып эсергә уйланым. Кранда һыу бөткән! Сәй ҡуйырлыҡ та һыу юҡ, ә сәғәт 12. Уйланым да, Аксаков урамындағы «Ҡыҫтыбый» кафеһына барырға булдым. Кейенеп сығып киттем. Ятаҡтың ишек алдында бер матур ағай баҫып тора. Сумка тотҡан, пальто, бүрек кейгән. Йөҙө яҡты (әле булһа күҙ алдымда!). Миңә ул нисектер үҙ итеп ҡарап алды ла артымдан эйәрҙе. «Ҡыҫтыбый»ға барып индем. Ул да артымдан инде. Мин сиратҡа баҫтым. Ул да. Эргәләге өҫтәлдә ултырып ашаны. Мин урамға сыҡҡас та артымдан ҡалманы.
– Һаумы, һылыу, – тине саф башҡортса. Мин уның сәләмен ҡабул иттем.
Исемемде һораны, ҡайҙа уҡығанымды һ. б. Барыһын да дөрөҫ итеп әйттем.
– Бына нимә, Аида... – тине, бер аҙ уйланып торғас. – Һиңә бер йомошом бар, тик уны мотлаҡ үтәргә тырыш, үтенеп һорайым...
– Әйтеп ҡарағыҙ, – тинем.
– Иртәгә сәғәт 11-ҙәр тирәһендә БДУ-ның төп корпусының фәлән ҡатында, фәлән аудиторияһында заочниктар уҡыясаҡ. Шунда инеп, фәлән райондан Әминә исемле ҡыҙҙы саҡырып сығарһаң ине, – тине.
– Ә ниңә үҙегеҙ инмәйһегеҙ? – тинем.
– О, юҡ, һылыу, миңә унда инергә, күренергә ярамай, – тине.
Мин:«Ярай, ағай, тырышырмын», – тип, бүлмәмә ҡайтып киттем.
...Икенсе көндө мин аманатымды үтәргә булдым. Бүлмәләштәрем ҡайҙа йыйыныуым тураһында ҡыҙыҡһынғас, дөрөҫөн һөйләп бирҙем.
– Ах, йүнһеҙ! Һин шундай кешенең үтенесен үтәп йөрөйһөңмө әле? Йүнле кеше үҙе инеп һөйләшә! Ә ул... ә ул... берәй... аҙғын кеше инде. Заочниктар араһында ундайҙар күп инде ул. Кеше ғаиләһен боҙорға йыйынаһыңмы? – тип ташланды бергә уҡыған Лилиә. Башҡа ҡыҙҙар ҙа уның фекерен ҡеүәтләне. Ә миңә шул етә ҡалды. Нишләп был хаҡта үҙем уйланмағанмын? Ысынлап та, ҡыҙҙар хаҡлы бит!.. Һәм мин... төп корпусҡа инмәнем, Әминәне эҙләп тә йөрөмәнем, саҡырманым да. Был хәлде оноттом...
Теге ағайҙы урамда күргеләнем. Бер нисә тапҡыр. Үҙен генә лә, кешеләр менән дә. Әммә үҙемдең аманатҡа хыянатым тураһында әйтә, ғәфү үтенә алманым. Ул да миңә башҡаса өндәшмәне.
Йылдар үтте. Уҡыуымды тамамлап, эшкә ҡайтыуыма ла 15 йыл тулды. Ә был таныш түгел ағай менән күрешеүемә быйыл 20 йыл туласаҡ!
Бөгөн нишләп был хәл иҫемә төштө, тиһегеҙме? Уны тормоштағы бер ғибрәтле ваҡиға хәтеремә төшөрҙө. Ул да аманатҡа хыянаттың һөҙөмтәһе тураһында.
Хыянаттың кеше балаһына бик ҡиммәткә төшкәнлеген аңланым. Дөрөҫ, әлеге тормошома зарланмайым. Әммә бөгөнгө менән генә тормош бөтмәй бит әле. Шуға күрә лә гәзит биттәре аша 1990 йылдың ҡышында Өфө урамында осраған яҡты сырайлы ағай (ул бит миңә исемен, үҙенең районын да әйткәйне хатта, онотҡанмын!) мине, әгәр булдыра алһа, ғәфү итһен ине. Эйе, ул саҡта һеҙҙең аманатығыҙға хыянат иттем – һүҙемдә торманым. Кисерегеҙ мине, зинһар өсөн. Йәшлек йылдарымда йәшлек уйҙарым менән әһәмиәт бирмәгән яңылышлығымды бөгөнгө аҡылым менән үлсәйем дә, иртә-кисен күңелем менән һеҙҙән ғәфү үтенәм... Кисерә күрегеҙ мине, зинһар...

Аида.

Сығыу ваҡыты 18-09-2010, 13:23 | Ҡаранылар: 3245
|
  • «Улай итмәгеҙ...»
  • Тормош һабаҡтары
  • Яҙмышҡа буйһонмағыҙ...
  • Хыянатты ғәфү итеп буламы?
  • Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM