НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?

Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?


РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 56-сы статьяһында шаһиттар­ҙың хоҡуҡтары аныҡ билдәләнгән. Уға ярашлы рәүештә, енәйәт эшен тикшереүгә һәм хәл итеүгә әһәмиәте булған ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғалар билдәле булһа, күрһәтмәләр биреү өсөн саҡырылған кеше шаһит тип иҫәпләнә. Шаһит үҙенә, тормош иптәшенә, башҡа туғандарына (ата-әсәһе, балалары, уллыҡҡа алыусылары, ир һәм ҡыҙ туғандары, бабайы, инәһе, ейәндәре) ҡаршы күрһәтмә биреүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.
Шаһит күрһәтмә биреүгә риза булған осраҡта, ул күрһәт­мәләр­ҙе енәйәт эше буйынса, хатта һуңынан баш тартҡан осраҡта ла, дәлил булараҡ файҙаланыу мөмкинлеге иҫкәртелергә тейеш. Кәрәк осраҡта шаһит бушлай тәржемәсе ролен дә файҙалана ала, уға һүҙен кире алыуын белдерә ала, күрһәтмәләрҙе туған телдә йәки үҙе белгән телдә бирә ала. Шаһит һорау алыу­сыға, тикшереүгә, прокурор һәм судьяға үтенесен белдерә, уларҙың ғәмәлдәренә һәм ҡарарҙарына йә сара күрмәүенә ялыу бирергә мөмкин. Шаһиттың һорау алыуға адвокат менән килеү хоҡуғы ла бар. Был осраҡта адвокат менән юридик ярҙам күрһәтеүгә килешеү төҙөлә. Һорау алыу тамамлағандан һуң адвокат шаһиттың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен боҙоу тураһында белдерә ала. Был һорау алыу протоколына индерелергә тейеш.

Сығыу ваҡыты 25-06-2011, 15:58 | Ҡаранылар: 1687
|
  • Һайлау барышында күҙәтеүсе – мөһим кеше
  • Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар
  • "Эйе"ме "юҡ"мы үәт һорау!
  • Халыҡтан законһыҙ аҡса алғандар
  • Юрист кәңәше
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM