RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ышаныслы, талантлы әхирәтем

12.01.2018 Ышаныслы, талантлы әхирәтем

Ышаныслы, талантлы әхирәтем
Йылдар үткән һайын үҙемдең бала сағымды, йәшлегемде һағынам. Иҫкә алырлыҡ матур булды йәшлегебеҙ, киләсәккә матур хыялдар менән йәшәнек. Ләкин тормош тигәнең әхирәтем Әминәне лә, мине лә күп һынау алдына ҡуйҙы. Ана шул һынауҙарға бөгөлмәйенсә, бирешмәйенсә, беҙ уның менән ғүмер буйы тиерлек йәнәшә атланыҡ, аралаштыҡ. Минең сәнғәт юлын һайлауым яңылыҡ булманы, сөнки артист булыу бала саҡ хыялым ине.

Әхирәтем Әминә тиҫтерҙәренән ирҙәргә хас талапсанлығы, үтә лә етди булыуы менән айырылып торҙо. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡығанда уҡ класс старостаһы, дружина советы рәйесе, комсомол ойошмаһы етәксеһе булып, ойоштороу эштәрендә ярайһы ғына тәжрибә тупланы. Өфө дәүләт нефть техник институтында инженер һөнәрен алып, үҙ аллы тормош юлына баҫҡас, ниндәй генә ойошмала эшләһә лә, етәксе вазифаларын башҡарҙы. Һәр ерҙә белеме, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы, кешеләр менән уртаҡ тел таба алыуы уға тик абруй өҫтәй килде. Ә бына ижадҡа килгәндә, Әминә Яхинаның драматургияға атылып килеп инеүе уның пьесаһы буйынса ҡуйылған тәүге спектаклдә төп ролдәрҙең береһен баш­ҡар­ған миңә, әхирәтенә, ғәжәп яңылыҡ булды. Драматургия ҡанундарын белмәйенсә, тормош тәжрибәһенә, үҙенең интуитив һиҙемләнеүенә таянып яҙған “Ҡайы­рылмаһын ҡанаттар” пьесаһын театр коллективы 2000 йылда сәхнәләштерҙе. Автор пьесаһын әҙерләгәндә артистар, режиссер Сәлихйән Әф­ләтүнов менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Шуға күрә лә спектаклде тамашасы йылы ҡабул итте.
Артабан Әминә ниндәй генә яуаплы вазифа башҡармаһын, ижад эшенә башкөллө сумды, драматургтар семинарҙарына йөрөп, үҙ өҫтөндә эшләп, тәнҡитселәр, белгестәр кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, драматург булараҡ танылыу яуланы. Уның геройҙары – ябай халыҡ араһынан сыҡҡан, беҙҙең холоҡ-фиғелдәребеҙҙе туплаған замандаштарыбыҙ. Шуға күрә лә әҫәрҙәге ваҡиғалар тамашасыларҙы тиҙ генә үҙенә йәлеп итә. Улар сәхнәләге геройҙар менән бер бөтөн донъяға әйләнеп, бергә йәшәй башлай. Әминә Яхина үҙенә һәр ваҡыт юғары талап ҡуя, замандың бөгөнгө тормош ҡанундарын яҡшы белгән эҙләнеүсән эҙәрмән ул. Сөнки пьесала киҫкен ваҡиғалар сыуалышы, характерҙар ҡатмарлығы, кинәйәле диалогтар булмаһа, ул әҫәр театр өсөн түгел. Бына ошо төшөнсәләр­ҙе үҙләштерә-үҙләштерә, әхирәтем, көнүҙәк проблемалар­ҙы күтәреп, тамашасыны уйландырырлыҡ байтаҡ пьеса ижад итте. Сибай театрында “Бабайға кәләш кәрәк!” (режиссеры С. Әф­лә­түнов), “Йән һөйгәнем һин генә “(режиссеры Д. Ғәлимов), Салауат театрында “Аҡҡошом минең” (режиссеры С. Әф­ләтүнов), “Еҙ беләҙек” (режиссеры Ә. Әбүшаһманов) әҫәрҙәре сәхнәләштерелеп, театрҙарҙың репертуарын байытты. Бынан тыш, “Сулпан” балалар театрында уның пьесалары буйынса ҡуйылған “Яңы йыл мажаралары”, “Юл мажаралары әлифбаһы”, “Синьор Светофор”, “Етем төлкө” спектаклдәре кескәй тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Халыҡ театры ла байтаҡ әҫәрен тамашасы иғтибарына сығарҙы, “Аҡ­ҡошом минең” әҫәрен Арғаяш халыҡ театры сәхнәләштереп, Силәбе өл­кәһе ойошторған конкурста Мәҙәниәт министрлығының иң юғары баһаһын – гран-при яуланы. Был театр яңыраҡ Әминәнең “Йәйғор ҡалҡҡанда” (ре­жис­серы Ю. Һәүбәнова) пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Мин был мәҡәләмдә яҙыу­сының ижадын анализлауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Ни бары әхирәтемдең үҙенең олпат юбилейын тос уңыштар менән ҡаршылағанын тирә-йүнгә еткергем килде! Ул – ике китап авторы, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Теленән дә, ҡулынан да килә дуҫымдың. Ире Шәфҡәт менән үҙ тырышлыҡтары менән төҙөгән бына тигән етеш донъялары бар, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған һөйөклө әсәй ҙә, дүрт ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй ҙә ул.
Әминә! Һинең менән хас та уртаҡ яҙмыш кисерҙек: бер мәктәптә уҡыныҡ, ғүмер буйы аралаштыҡ, бергә ижад итәбеҙ. Хатта йөрәгебеҙҙе ярып сыҡҡан беренсе балаларыбыҙҙы – Азамат менән Фәнилде юғалттыҡ. Улар ҙа дуҫтар ине. Аллаға шөкөр, тормош һынауҙарына бирешмәнек. Беҙ, ижад кешеләре, тамашасы күңеленә тик изгелек орлоҡтары ғына һалайыҡ, булған сабырлығың, зиһен байлығың һине ташламаһын! Юбилейың менән, дуҫым!

Зифа БАЯЗИТОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»