НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күҙәтеүсән булһаң…

Күҙәтеүсән булһаң…


Күҙәтеүсән булһаң…Ирем Илдус, улдарым Шамил һәм Сыңғыҙ менән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһенә ҡараған Кәшәлә утарына килеп йәшәй башлауыбыҙға бер йыл да үтеп китте. Элек бында ҙур ауыл булған. Перспективаһыҙ мөһөрө тағылғас, ул бөтөрөлгән. Беҙ йәшәгән урындан күрше ауыл­ға – 18 саҡрым. Кәшәләлә ҡурсаулыҡтың терәк мәғлүмәт-сервис пункты урынлашҡан. Беҙ, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре булараҡ, бында рөхсәтһеҙ ял, һунар итергә килеүселәр хаҡында «Башҡортос­тан» милли паркы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы етәкселегенә хәбәр итә алабыҙ. Йәйгеһен килгән туристарҙы ҡаршы алабыҙ, ҡурсаулыҡ режимын аңлатабыҙ, экскурсия үткәрәбеҙ. Быйыл ғына Кәшәләлә 1,5 мең турист булды. Шулай уҡ, ғилми хеҙмәткәрҙәр булараҡ, беҙгә тикшеренеү эштәре алып барыу, ҡоштарҙың, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең иҫәбен алыу, яңыларын асыҡлау эше лә йөкмәтелгән. Нөгөш йылғаһын күҙәтәбеҙ, фенологик тикшеренеүҙәр алып барабыҙ. Йәшәгән йортобоҙҙан алыҫ түгел урман башлана. Шуға ла йәнлектәр – беҙҙә йыш ҡунаҡ. Йәйгеһен бейек үлән араһында уларҙы бик күреп булмай. Ә бына ҡышҡыһын, ҡарҙағы эҙҙәре буйлап, беҙҙең янда нимә йөрөүен асыҡ күрергә мөмкин. Быйыл ҡар ятҡас, ҡуян менән төлкө йыш килеп йөрөнө. Тәүҙә ҡылыйкүҙ килде. Өсмөйөш формаһында баҫҡан тәпәй эҙҙәре буйынса уны еңел танырға була. Бик ашыҡмай ғына йөрөгәнгә оҡшағайны. Ҡарҙы ла өңгән, нимәлер эҙләгән. Ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәне лә аңлашылмай, эҙ яҙлыҡтырған. Һарайға тауыҡтарҙы ашатырға барғас, сылбыр кеүек тигеҙ генә һалынған эҙҙәр күҙгә ташланды. Төлкө килгән икән. Юлдары йылғалағы боҙҙа ла, беҙ һыу алырға йөрөгән мәкелә лә бар ине. Ҡуян эҙҙәре күренеү менән икенсе көнөнә төлкө лә пәйҙә була шулай.
Балалар менән урман ситендә йөрөгәндә ғәҙәти булмаған эҙҙәрҙе күрҙек. 20 – 25 см интервал менән ике параллель нөктә ине улар. Берәй ҡоштор, тип уйлаһам, аҫ шундай эҙ ҡалдыра икән. Был бәләкәй генә йәнлек ат тирләгәндә арҡаһында ҡалған күперекте яларға ярата, һуңынан ялын да «үреп» төшөп китә.
Кәшәләлә бүреләр ҙә күп. Ара- тирә уларҙың эҙҙәре лә күренеп ҡала. Ҡурсаулыҡ, милли парк биләмәһе булғас, яҡлаулы икәнлектәрен беләләр. Тауҙарҙа мышы эҙҙәрен осратырға була. Улар ағас аҫтынан тамаҡ туйҙырырлыҡ нимәлер эҙләй, йәш ботаҡтарҙы, ҡайырыһын да ашай.
Был биләмәләрҙә беҙгә һирәк кенә күрергә тура килгән ҡоштарҙы күҙәтергә була. Яҙғыһын ала сумғалаҡ, оҙон һәм киң суҡышлы өйрәк­тәр­ҙең йылы яҡтан ҡайтҡанын күргәйнек. Бер ваҡыт ҡоштар ҡыс­ҡырыш­ҡанға ҡараһам, бер төркөм ҡарға ағас башында ултыра. Араларында ятырағы ла күренә. Ул тыныс ҡына ултырҙы ла, бер ваҡыт ҡарғалар менән һуғыша башланы. Был йылан ашаусы бөркөт булып сыҡты. Беҙҙең яҡта бик һирәк осрай торған ҡош.
Беҙҙең Башҡортостан тәбиғәте йәнлек-ҡоштарға сикһеҙ бай. Күҙәтеүсән булһаң, уларҙы танырға мөмкин.

Дилә НУРМӨХӘМӘТОВА,
«Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының һәм «Башҡортостан» милли паркының туризм буйынса белгесе.

Сығыу ваҡыты 22-03-2017, 15:58 | Ҡаранылар: 265
|
  • Осар тейенде күргәнегеҙ бармы?
  • Маҡсатыбыҙ – башҡорт илен, мәҙәниәтен бар донъяға танытыу
  • Төлкө көлкө түгел
  • Ял итергә теләүселәр өсөн
  • Эстонияла ғәжәп бүрене үлтергәндәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM