НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәббәт – ул мәңгелек йәки Һөйгәнемә хат

Мөхәббәт – ул мәңгелек йәки Һөйгәнемә хат


Хәҙер күптән инде кеше бер-береһе менән ҡағыҙға хат яҙышмай. Был ролде кеҫә телефоны, интернет үтәй. Ниндәй генә формала булмаһын, әҙәмдәр­ҙең үҙ-ара аралашыуы бик тә кәрәк. Туғандарға, дуҫтарға, ҡәҙерле кешеләргә. Араларҙы яҡынайтыу өсөн, йылы мөнәсәбәттәр өсөн, мөхәббәтле булып йәшәү өсөн. Тап әлеге һуңғыһы, мөхәббәт, кешегә өмөт бирә түгелме? Яратҡан кешемә күңелемдән генә инде нисәнсе мәртәбә хат яҙҙым да, ниһайәт, ҡағыҙға төшөрөргә булдым. Ә йөрәктә һаман “Ебәрергәме?” тигән һорау тора. Яуап бар ҙа кеүек, юҡ та…

Мөхәббәт – ул мәңгелек йәки Һөйгәнемә хат“Һинең мине иҫеңә төшөрөүеңде өмөтләнеп көтөүгә булышлыҡ иткән һөйөүем, бер янып, бер һүнеп, яңынан тоҡанғандан һуң, ахырыһы, мәңгелеккә йөрәктә ҡалыр. Шундай бер әйтем бар: һуңғы мөхәббәт мәңгелеккә әйләнә… Минең, бәлки, тәүгеһе йә берҙән-берелер ҙә әле. 17 йәштәге яратыуҙы, моғайын, беренсе тип булалыр.

Иҫләйһеңме?.. Ә минең иҫемдә. Яңы ғына студент тигән исемгә лайыҡ булып, уҡыу башланыуға тулыр-тулмаҫ ике ай ғына үткән. Мыжғып торған ҙур ҡала. Йәштәр менән лыҡа тулы университет. Шат тауыштар, йыр-моң, китаптар менән тулы ятаҡхана. Танышыуҙар. Дуҫ­лашыуҙар. Ҡауышыуҙар. Шун­дай бер көндө көтмәгәндә бүлмәгә һин килеп индең. Әйләнә-тирәләге береһенекенә лә оҡшамаған тулҡын сәстәр, янып торған йәшкелт-һоро күҙҙәр, йомшаҡ тауыш, тыуған яғың диалектында үҙенсәлекле итеп һөйләшеүең… Бер күреүҙән ғашиҡ булыу тигәндәренә шунан бирле һис һүҙһеҙ ышанам. Тик һиңә мин генә ғашиҡ булмағайным, ятаҡтың Казановаһы булып китереңде бел­һәм, һинең яндан күҙемде йомоп үтер инем. Тик белмәнем… 17 йәштә күп кәрәкме ни? Әле теге ҡыҙ, әле быныһы менән ҡултыҡлашып-етәкләшеп йөрөүеңде күреп, аһ, тиҙерәк оноторға ине һине, тип уйлай инем. Әммә сәстәреңде ел­берләтеп алдыма килеп баҫһаң, был уйым бөтөнләй булмағандай юҡҡа сыға ине. Әлбиттә, яратыуымды һиңә әйтергә форсат булды, иң яҡын саҡтарыңда ҡолағыңа ғына шыбырлаһам, ишетер инең. Шыбыр­ла­маным. Әйтмәнем. Шым ғына яраттым да яраттым. Шундай мөхәббәт буламы икән?

Айҙар, йылдар үтте. Хатта һинән бик күптәр йөҙ борғанда ла, әр һүҙҙәре, ҡарғыштар яуҙырғанда ла, һөйөүем һүрелмәне. Тағы йылдар үтте. Башҡалар миңә һөйөү менән баҡҡанда, мин һинең күҙҙәреңде эҙләнем, башҡалар мине наҙлағанда, һинең ҡулдарыңды һағындым, башҡалар моңланғанда, һинең гитара ҡылдарына ҡушылып йырлағаныңды ишеткем килде. Шундай ҙа мөхәббәт буламы икән? Ә бит барыһын да белдерергә бәләкәй генә хат киҫәге лә, йә телдән әйтелгән сәләм дә етә ине.


Йылдар үтте. Ә Ер түңәрәк. Осраштыҡ бер көндө. Мөхәб­бәтем инде йөрәгемдең иң төпкөл урынына инеп урын­лаш­ҡайны, һыҙлатмай ҙа ине, һыҡратмай ҙа. Үҙеңде таныманым. Тик йылдар һәм яҙмыш һынауҙары ҡағылғандан яны­уы бер аҙ һүрәнләнгән күҙҙәреңде танымау мөмкинме һуң?! Күптән инде йылғаның ике ярындабыҙ. Тап йырҙағыса:

Ике яр бит бергә була алмай,
Уртаһында йылға барында…


Яҙмышыңдағы дауыл-ҡойондар­ҙан, тетрәнеүҙәрҙән азат булып (һәр хәлдә, шулай күренде миңә), тыныс ҡына донъя көтәһең. Һис кенә лә һинең ысын яртың кеүек күренмәгән йәрең менән дә риза инең шикелле. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һине усымда тотҡан һымаҡ булдым да, ул бына-бына ябылһа, мәңгелеккә минеке булыр кеүек инең. Йомманым усымды… Һинең: “Ниңә һаман кейәүгә сыҡмайһың?” – тигән һорауыңа яуап биргәндәй булып, бары ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр әйттем, иҫеңдәме: “Һа­ғындым… Онотма­ным…” Бер йө­рәккә ике мөхәббәтте һыйҙырған кем бар? Барыһын да аңлағандай бул­ғайның. Бер нисә сәғәт менән генә һаналған ул осрашыу булмаһа, ысын һөйөү – мәңгелек, тигәнгә ышан­маҫ та инем. Ысын булып сыҡты шикелле. Һаман яратам… Һәм тағы ла шундай еңел бер юл бар – сәләм хаты. Һәм тағы ла көтөү…”

P.S. Бөгөн мөхәббәтте бик арзанайттылар, йәмен ебәрҙеләр. Әле береһен яраталар, әле икенсеһен. Шундай ҙа һөйөү буламы? Әллә минең ике тиҫтәнән ашыу йыл яратыуым, һаман онотмауым һәм оноторға теләмәүем дөрөҫ түгелме? Яңғыҙлығым хатамы? Бер кешене яратып, башҡаны ғүмерлек юлдашым итеп һайларғамы? Ғүмер уртаһына еттем, ахыры.
Ҡыҫҡаһы, хатты ебәрергәме, тағы бер “ҺАҒЫНДЫМ… ОНОТМАНЫМ…” тигәнемә өҫтәп, “ЯРАТАМ” тип әйтергә мөмкинлек булһын өсөн?”

Гөлкәй.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 13-02-2015, 12:11 | Ҡаранылар: 1409
|
  • Шиғриәт минуттары
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • Аҡылһыҙ Мөхәббәт
  • «Етегәндең һигеҙенсе Йон­­доҙо булыр ­­­­инем...»
  • Ике майшәм хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM