НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Бөтә донъя үрмәксе ауы”на ҡарашығыҙ нисек?

“Бөтә донъя үрмәксе ауы”на ҡарашығыҙ нисек?


Иҫемдә – ун йыл элек кенә берәй мәғлүмәт табыу өсөн китапханала сәғәттәр буйы төрлө энциклопедия, белешмәләр аҡтара торғайныҡ. Компьютерҙар, интернет ул заманда ла булды, шулай ҙа улар тормошҡа әллә ни үтеп инмәгәйне.
Һуңғы йылдарҙа йәшәйешебеҙҙе компьютер, кеҫә телефонынан тыш күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Глобаль “ау” – интернетта аралашабыҙ, белем алабыҙ, яңылыҡтар ҡарайбыҙ, ял итәбеҙ, аҡса эшләйбеҙ. Әлбиттә, бының кире яҡтары ла юҡ түгел. Шулай ҙа файҙаһы күберәк был замана яңылығының.
Интернет селтәрен ҡасандан бирле файҙаланаһығыҙ? Уның ниндәй кире һәм ыңғай яҡтары бар? Тормошоғоҙҙа ул ниндәй урын биләй? Гәзит уҡыусылар ошо һорауҙарға яуап эҙләне.

Розалия Биктимерова, Баймаҡ ҡалаһы:

– Интернетты файҙаланғаныма дүрт йыллап бар. Күбеһенсә “Бәйләнештә” селтәрен ҡарап барам. дуҫ-иштәр, туғандар менән аралашыуҙан тыш, улымдың уҡыуына файҙалы мәғлүмәт эҙләйем. Телевизорҙы бөтөнләй ҡабыҙмайбыҙ, интернеттан фильмдар, тапшырыуҙарҙы яҙҙырып ҡына алабыҙ. Глобаль селтәр ваҡытты күп ала, шуныһы насар.

Айым Дәүләтбаева – Фәтихова, Дүртөйлө ҡалаһы:

– Глобаль селтәргә 2008 йылда тәүгә сыҡтым. Тәүҙә интернет-кафеға йөрөй торғайным. Унда кофе эсеп ял итәһең, компьютерҙа ла эшләй­һең.
Хәҙер инде ярты көнөм ошо виртуаль донъя­ла үтә лә китә. Эшләгән дә, ял да иткән урыным – интернет. Бында шулай уҡ төрлө иҫәптәргә, кредит өсөн аҡса күсерәм, улым менән бергә йәнһүрәт ҡарайбыҙ. Интер­нетһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яҡшы нәмәгә кеше тиҙ өйрәнә, насарҙы бар ерҙә лә табырға мөмкин. Сама белеп, үҙеңде сикләп, оҙаҡ ваҡыт ултырмай ғына файҙалан­һаң, бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.

Айгөл Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһы:

– Интернет менән 2006 йылдан файҙаланам. Заман технологияларының алыҫ аралар­ҙы яҡынайтыуы бик оҡшай. “Бәйләнештә” селтәрендә яҙышыр­ға мөмкин, хатта скайп аша күрешеп була. Һуңғыһы бигерәк сит илгә барғанда уңайлы. Кеҫә телефоны аша роумингҡа аҡса күп китә. Ҡунаҡханалағы сымһыҙ “вай-фай”ға тоташып, өйгә шылтырата торғайныҡ.
Интернет эшемдә лә ныҡ кәрәк. Мәғлүмәтте электрон почта аша ебәрәбеҙ, ҡабул итәбеҙ.
Әммә ул беҙҙең ваҡытты ла урлай. Был минут-сәғәттәрҙе китап уҡыуға, йоҡоға, яҡындар менән аралашыуға, яратҡан һөнәргә арнай алыр инек.

Эдуард Булатов, Өфө:

– 2007 йылда тәүге тапҡыр интернетҡа ингәйнем. Эҙләү системаһында тәүге һорауым Виктор Цой һәм уның “КИНО” төркөмө тураһында ине. Кумирым тураһында бик күп мәғлүмәт таптым.
Ул мәлдә виртуаль тормош әллә ни таралмаған ине. Социаль селтәрҙәрҙең яңы башланып торған мәле. Төрлө сайттар­ҙы ҡыҙыҡһынып ҡарап барғаным иҫемдә.
Хәҙер күбеһенсә “Бәйләнештә” селтәрен үҙ итәм. Унда аралашам, фильм ҡарайым, музыка тыңлайым, яңылыҡтар менән танышам. Тап ошонда бер генә тапҡыр күргән ҡыҙҙы табып, аралашырға, аҙаҡтан ҡауышырға насип булды.
Интернет шәп тә ул, ваҡытты саманан тыш исрафлай. Ярай ҙа был минут-сәғәттәр­ҙе файҙалы итеп үткәрһәң. Компьютер артынан тормаған хәҙерге йәштәр миңә баҙҙа ҡояш яҡтыһын күрмәй шытҡан картуфты хәтерләтә. Тышҡа сығыр­ға, ял итергә, эшләргә, аралашырға, тәбиғәткә, фани донъяға нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк.

А. ИШНАЗАРОВ яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 26-09-2014, 15:52 | Ҡаранылар: 621
|
  • Спортҡа ваҡытығыҙ етәме?
  • СПОРТҠА ВАҠЫТЫҒЫҘ ЕТӘМЕ?
  • Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?
  • Виртуаль донъя
  • Интернет: зыянмы, файҙамы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM