RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙең организм – серҙәр хазинаһы

20.11.2010 Беҙҙең организм – серҙәр хазинаһы

Беҙҙең организм – серҙәр хазинаһыХәтер буйынса ғына түгел, һиҙгерлектә, фекерләүҙә, күҙаллауҙа ла кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ.
Югославия феномены Борислав Гаджанскиҙың исеме лә күптәргә таныш. 5-се синыфта уҡыусы 11 йәшлек малай, вуз программаһына ингән юғары математиканы тулыһынса тиерлек белеп, телдән ҡатмарлы математик иҫәпләүҙәрҙе башҡара алған.
– Борислав, 348 517 368 454 361 458 882 һанынан 22-се дәрәжә тамырҙы таба алаһыңмы? – тиҙәр уға. «Һигеҙ», – тип яуаплай ул, бер минут ваҡыт үтер-үтмәҫтән.
Тағы бер бөйөк иҫәпсе Луи Дагбер менән электрон-иҫәпләү машинаһы араһында ярыш ойошторола. Дагбер шундай шарт ҡуя: машина ете мәсьәләне сискәнсе ун мәсьәләне сисеп өлгөрһә генә үҙен еңеүсе тип иҫәпләйәсәк. Ярыштың нимә менән тамамланырын меңәрләгән телевизор ҡараусы ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Әммә оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Дагбер ун мәсьәләне 3 минут 43 секунд эсендә дөрөҫ итеп эшләһә, машина ете мәсьәләне тик 5 минут 18 секунд эсендә генә хәл итә алған. Дагбер секундына бер нисә мең ғәмәлде эшләй алған машинаны еңә! Ә кеше мейеһе секундына 4 – 5 операция ғына башҡара ала.
Дөрөҫ, Борислав, Дагбер кеүектәр үҙ өлкәһендә феномен һанала һәм, тәбиғәттән һалынған мөмкинлектәрҙе тулы ҡеүәтендә файҙаланғанда, кеше алдында ниндәй мөмкинлектәр асылыуын күрһәтеүсе асыҡ миҫал булып тора.
Кешенең мөмкинлектәре һәм һәләте тағы ла нығыраҡ асылыр ине. Әммә уларҙы һаҡлап тороусы ниндәйҙер тотҡарлаусы механизмдар бар. Был механизмдарҙы гипноз ярҙамында ҡуҙғатып ебәреп була. Профессор К. Платнов «Һүҙ физиологик һәм дауалау факторы булараҡ» тигән китабында бер ҡыҙыҡлы тәжрибә тураһында яҙа.
Гипноз хәленә индерелгән кешеләр 10 кг ауырлыҡтағы йөктө 0,5 метр бейеклеккә күтәргән. Тәжрибәлә ҡатна­шыусыларҙың арығанлығы һиҙелә башлағас, йөк ике тапҡыр­ға кәмене, тип аңдарына һеңдергәндәр. Уларҙың эшкә һәләтлелегенең шунда уҡ яңынан тергеҙелеүе күҙәтелгән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлағандар. Йөктөң ике тапҡырға кәмеүе үҙ һөҙөмтәһен бирмәй башлағас, дүрт тапҡырға кәмене, тип гипнозлағандар. Һөҙөмтәлә кешеләрҙең эшкә һәләтлелеге ҡайтанан көсәйгән. Дүрт тапҡырға кәметеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй башлағас, һыналыусыларҙы, ун тапҡырға кәмене, тип ышандырғандар. Бының да һөҙөмтәһе булмай башлағас, 20 тапҡырға кәмене, тип ышандырғандар. Был тәжрибә кешенең эшкә һәләтлегенең уртаса нормаһын бер нисә тапҡырға күтәреп булыуын күрһәткән. Йәғни тотҡарлап тороусы процестарҙы гипноз ярҙамында алып ташлап, кешеләрҙең физик эш башҡарыуҙағы мөмкинлектәрен күпкә арттырыуға өлгәшеп булған.
Беҙҙең һиҙеү органдарыбыҙ ҙа иҫ киткес ғәжәп мөмкинлектәрҙе күрһәтә.
Америка ғалимдары кешенең танау өлөшөндә ҡандан килеүсе микроөлөшсәләрҙең тупланмаһы булыуын асыҡлаған. Уның ярҙамында кеше, алыҫ араға осҡан ҡоштар кеүек, ерҙең магнит тартыу көсөн һиҙә алыр ине. Үкенескә күрә, кешеләр был аппарат менән ҡулланмай, шуға күрә уның һиҙгерлеге юғал­ған. Әммә теге йәки был эшмәкәрлек ваҡытында кешеләр шул анализаторҙың берәүһен генә ҡуллана башлаһа, уның һиҙгерлеге ҡырҡа артып китә. Мәҫәлән, тәжрибәле туҡымасылар бер төҫтөң генә 100-ҙән ашыу төрөн айыра ала. Рәссамдар әйберҙәрҙе сағыштырып ҡарағанда уларҙың пропорцияларындағы күҙгә күренмәҫ тигеҙһеҙлекте лә күрә.
Был миҫалдар кешенең иҫ киткес мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Кемдәр быға ышана һәм көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт менән уларҙы үҫтерергә теләй, уларҙа был мөмкинлектәр тулыһынса асыла. Бының өсөн иң беренсе сиратта теләк, ҡыҙыҡһыныу, көслө характер һәм ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк. Ни тиклем иртәрәк үҙ өҫтөңдә эшләй башлай­һың, шул тиклем яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшәсәкһең, ти ғалимдар.
Бөйөк швед ғалимы Карл Линней мәктәптә иң наҙан уҡыусыларҙың береһе булған. Шуға күрә барыһы ла уны, киләсәктә итексе булыр, тип юраған. 20 йәшендә ул урта мәктәпте тамамлаған. Әммә доктор Ротман Линнейҙың тәбиғи фәндәргә, айырыуса ботаникаға, һәләтен күреп, мөмкин тиклем уның был һәләтен үҫтерергә тырыш­ҡан. Ротман етәкселегендә Карл кеше физиологияһын өйрәнә башлай. Ботаникаға булған ҡыҙыҡһыныуын файҙаланып, доктор Ротман үҙенең уҡыусыһында Карл мәктәптә өйрәнергә теләмәгән латин теленә лә һөйөү уята алған. Бер көндө ул Карлға бөйөк ғалим Плинийҙың латин те­лендә яҙылған китабын алып килә. «Бына уҡып сыҡ әле. Уның китаптарында тәбиғи фәндәр буйынса тотош энциклопедия тупланған. Латин теле – ғилми донъяның халыҡ-ара теле. Уны өйрәнмәй тороп, һин фән менән ныҡлап шөғөлләнә алмаясаҡһың. Күреп тораһың, үҫемлектәр тураһында ғилми китаптар латин телендә яҙыл­ған», – ти ул.
Шулай итеп, Линнейҙың тәбиғи фәндәргә булған ҡыҙыҡһыныуы күңеленә ятмаған латин телен өйрәнергә лә ярҙам итә.
Чарльз Дарвинды ла бала сағында атаһы һәләтһеҙ, йүнһеҙ тип иҫәпләгән. «Һинең бер ниндәй етди шөғөлөң юҡ, эттәр ҙә, ҡомаҡтар ҙа, атыш. Үҙең һәм беҙҙең ғаилә өсөн хурлыҡ ҡына булырһың инде», – тип ҡабатларға яратҡан ул. Әммә, шундай күңелһеҙ күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, Дарвин бөйөк ғалим булып таныла. 20 йыл буйы эшләгән хеҙмәте Дарвинды бөтә донъяға таныта.
Бөйөк ғалим Эйнштейн да бала саҡта физика менән математиканан әллә ни яҡшы өлгәшмәгән. Әммә олатаһы уны: «Ярай, Альберт, барыһына ла профессор булырға тимәгән, һин дә берәй кем булырһың әле», – тип йыуатҡан.
Николай Гоголдең дә мәктәптә яҙған иншалары башҡаларҙыҡынан бер ҙә айырылып тормаған. Күренекле яҙыусы Иван Гончаров 40 йәшендә генә ижади уңышҡа өлгәшкән.
Ҡыҫҡаһы, тәбиғәт тарафынан кешегә бик күп мөмкинлек бирелгән. Уларҙы үҫтереү, тулыһынса асыу һәр кемдең үҙенән тора. Ә үҙең өҫтөндә эшләй башларға бер ҡасан да һуң түгел.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА

Хужабикәләргә кәңәш

30.11.2018 - Махсус биттәр Хужабикәләргә кәңәш


Ҡасан тоҙ һалырға?

28.11.2018 - Махсус биттәр Ҡасан тоҙ һалырға?