RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Утын ярырға ла кеше юҡ

27.11.2012 Утын ярырға ла кеше юҡ

Рәсимә Әнүәр ҡыҙы (исемдәр үҙгәртеп алынды − авт.) дәртләнеп мәктәптән ҡайта. Кәйефе шәп, сөнки, беренсенән, улы отпускыға ҡайтты, икенсенән, контроль эште синыфтың яртыһынан күберәге «бишле»гә эшләгән − уҡытыусы өсөн шунан да ҡыуаныслыраҡ ни бар?!
− Улым, мин ҡайттым, хәҙер һиңә тәмлекәстәр бешерәм, − тип фатирына ҡыуанып килеп ингәс тә шып туҡтай. Сөнки аш бүлмәһендәге өҫтәл артында ҡәйнәһе ултыра ине. Рәсимә Әнүәр ҡыҙының йөҙөндә йылмайыу яйлап һүнә, ҡоро ғына һаулыҡ һорашып, төпкө бүлмәгә үтеп китә. Уйға батып муйынындағы еңел шарфын һалып торғанда ишеккә улы туҡылдата:
− Әсәй, мөмкинме?
− Эйе, эйе, үт, улым, − ти әсәһе.
− Әсәй, һин үпкәләмә инде, йәме, кергән кешене кире бороп сығара алманым, − ти улы аҡланғандай. − Һәм ул, нисек кенә булмаһын, минең өләсәйем бит.
− Бер ҙә борсолма, сәй эсереп һәйбәт иткәнһең, − Рәсимә тамағындағы төйөндө саҡ йотоп, улын арҡаһынан һөйә. − Ярай, бар өләсәйең янына, мин хәҙер кейемемде алмаштырам да, эргәгеҙгә сығырмын.
Тик ике-өс минуттан сығыуына ҡәйнәһе ишек төбөндә торған була.
− Килен, − ҡәйнәһе ғүмерендә беренсе тапҡыр уға ошо һүҙ менән өндәшеп, үҙе лә шуға аптырағандай, туҡтап ҡала. − Балалар беҙгә килһен. Ярай, хуш, мин ҡайттым.
Рәсимә Әнүәр ҡыҙы уны, ҡалығыҙ, ултырығыҙ, тип ҡыҫтап тормай, ярай, тип кенә башын һелкә лә, ишек яңағына һөйәлеп, ҡараштары менән оҙатып ҡала. Хәтер ҡапсығында егерме биш йыл буйы баҫылып ятҡан ваҡиғалар теҙмәһе күҙ асып йомған арала һүтелеп тарала башлай...
− Был албаҫтыны һин ҡайҙан таптың? Йүнлерәк ҡыҙ тапмаҫмын, тип уйланыңмы? − хужабикәнең тауышын ишетеп, ҡулын йыуып инеп барған Рәсимә ярты юлда туҡтай. Әсәһе улын әрләгәндә кемдер ишетер тип ҡурҡмай, бәлки, киреһенсә, ҡунаҡ ҡыҙ уны ишетһен тип, махсус рәүештә зыҡ ҡуба:
− Наташа һөлөктәй ҡыҙ, ниңә шуны алмаҫҡа? Ата-әсәһе етеш йәшәй, берҙән-бер бала. ҡыҙыбыҙға инселәп фатир алдыҡ, тине әсәһе үткәндә, һинең турала ла белеште. Ә һин тотҡанһың да был ялбыр башты эйәртеп алып ҡайтҡанһың. Кәңәш-төңәш итеү юҡ, беҙҙең һүҙҙе тапап, кәләш алам, тип, етмәһә, ауыҙ асып хәбәр һөйләп тораһың... Фатихам юҡ һеҙгә! Туй көтмәгеҙ!
Ошо һүҙҙәрҙе аңғармаҫтан ишеткән Рәсимә шунда уҡ боролоп сығып китә яҙа, ләкин ауырлы булыуы туҡтата. Исмаһам, мине яҡлап берәй һүҙ әйтһәсе, тип егетенә эстән генә үпкәләп, балабыҙ хаҡына түҙер кәрәк, уны етем итә алмайым, тип, шаҡ-шоҡ баҫып, соландан йылмайып-көлөп килеп инә. Әйтерһең дә, бер ни ҙә булмаған, бер ни ҙә ишетмәгән. Ул ишек уйымында күренеү менән буласаҡ ҡәйнәһе, иренен ҡымтып, залға сығып китә. Рәсимә ултырғысҡа ултырып, шым ғына илап ебәрә: «Әйҙә кире Өфөгә киттек, мин бында ҡала алмайым» Ләкин егете бер ни ҙә өндәшмәй, тышҡа атыла. Ике көн буйына ситләтелеп, етемһерәп йөрөгән Рәсимә Өфөгә кире ҡайтҡас ҡына терелеп-теремекләнеп китә: «Эй, үткәрмәһендәр ҙә туйҙы! Үҙебеҙ студент туйы ойошторабыҙ!». Шулай ҙа буласаҡ ҡәйнә-ҡайныһына ла саҡырыу ҡағыҙы ебәрәләр. Улар, әлбиттә, килмәй.
Күңелле үткән студент туйы ире менән бергә үткән ғүмеренең иң сағыу, яҡты нөктәһе була, һуңынан аралары көндән-көн насарая. Диплом алғас, фатир бирәләр, тип, улар егетенең тыуған ауылына ҡайтып, мәктәпкә эшкә инә. ҡыҙҙары тыуа. Тик бала ҡарашыр урынға, йәш атай-әсәйенән ҡайтышмай. ҡош-ҡорт, кәзә-һарыҡ алып ебәргән Рәсимә донъяны үҙе көтә. Бирешмәй ул ауырлыҡтарға, һыҡтап, зарланып ултырыу үҙенә хас булмағас, йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй. Мәктәптә лә эштәре ыңғай бара: балалар менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан һәләтле уҡытыусының уҡыусылары бер-бер артлы олимпиада­лар­ҙа еңеү яулай башлай. Ә ире, киреһенсә, әллә ни ырата алмай. Бәлки, ир бала булһа, беҙгә эҫенеп китер, тип өмөтләнгән йәш ҡатын иренә туптай малай табып бирә. Бер аҙға ғына ире балаға әүрәй ҙә, һуңынан тағы әсәһенең йырын йырларға тотона: «Нишләп өйөң бысраҡ? Башҡа бисәләр донъяларын «ялт» итеп тота, ә һин, имеш, өлгөрмәйһең», «Йүнләп туҡмас та ҡырҡа белмәйһең, әйтмәксе лә эшкинмәгән бисә булып сыҡтың!», «Нимә теләһә кемдәр менән урамда ыржайып көлөп һөйләшеп тораһың, әллә берәй уйың бармы, ҡара уны!» − ошоноң ише кәмһетеү, хурлауҙар көндән-көн арта, ерле юҡтан талаш сығарған ире, шуны сәбәп итеп, атай йортона китеүҙе ғәҙәт итеп ала. Балалар хаҡына түҙәм, атайлы булып үҫһендәр, тигән Рәсимә һыр бирмәй, айырылышыу тураһындағы уйҙы гел башынан ҡыуа. Ләкин бер көн аяныслы хәлгә тарый: ҡыҙын һәм улын алдан әсәһенә ебәреп, арттарынса тыуған йортона ҡайтырға сыҡҡас, ул автоһәләкәткә осрай. Ауыр хәлдә дауаханала ятҡанында, һиңә нимәгә инвалид ҡатын, әллә терелеп сыға, әллә юҡ, тигән әсәһенең ҡотҡоһона бирелгән ире айырылышыуға ғариза яҙа. Терелеп сыға Рәсимә. Яңынан атларға, ҡалаҡ тоторға өйрәнә. Төрлө күнекмәләр эшләй торғас, туғандарының һөйөүе менән, ниһайәт, тәне лә, йәне лә яҙыла. Йөрәге урынына ултырғас, ни ҡәҙәре ауыр булмаһын, айырылышҡандарына ҡыуанып ҡуя. Иң ҡыйын саҡта терәк булыр урынға, киреһенсә, арҡаға бысаҡ ҡаҙағандай, ташлап киткән әҙәмгә тотош ғүмерен сарыф итмәгәненә һөйөнә.
Шулай итеп, улар ире менән икеһе ике ярҙа яңы тормош башлай. Рәсимә Әнүәр ҡыҙы балаларына бына тигән тәрбиә биреп, уҡытып сығара − улы менән ҡыҙы коллегалары араһында абруй яулаған шәп белгестәр. Көнө-төнө дәфтәргә күмелеп, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәһә лә, йылдар шауҡымына бер ҙә бирешмәй, әүәлгесә йәш, һылыу ҡалған Рәсимә апай­ҙың уҡытыусы булараҡ та ҡаҙаныштары күп. Ә әсәһенең күрһәтмәһе буйынса бай ҡыҙы Наташаға өйләнгән ире уңыр урынға туңып ҡала. Ул яңы ғаиләлә бер кем түгел, уның менән иҫәпләшеүсе кеше юҡ.
− Университетта уҡығанында ҡыҙыма бер мең һум аҡса кәрәк булып китте лә, атайыңдан һорап тор, тинем, − Рәсимә Әнүәр ҡыҙы бер осраҡты онота алмай. − Шуға ҡәҙәр ул үҙе аралашырға ашҡынып тормағас, ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәй инек. Уртаҡ таныштарҙан адресын тиҙ генә таба һалып, ҡыҙыма әйттем дә, ул аптырағандың көнөнән китте атаһына. Аҙаҡ, әсәй, ул хатта тәмәкегә лә аҡсаны ҡатынынан инәлеп һорап ала, кейгән кейеме лә бысраҡ, яғаһы керләнеп ҡатып бөткән, шундай бахыр хәлендә йөрөгәс, нисек итеп унан бер мең һумды һорайым, тип шылтыратты. Ярай ҙа курсташтары бар, шулар­ҙан алып торҙо аҡсаны. Әйткәндәй, балаларға түләгән алименты һәр саҡ бәләкәй була торғайны, күрәһең, уҫал ҡатыны берәй әмәлен табып, эш хаҡын кәметеп күрһәтеп йөрөгәндәрҙер. Ә өләсәй-ола­тай­ҙарынан беҙ бүләк өмөт тә итмәнек. Ғүмерҙә лә яҡты йөҙҙәре, яҡшы һүҙҙәре булманы, ниндәй бүләк ти?!
Әле лә буш ҡулын һелтәп килеп ингән дә ул, күстәнәс тотоп инһә ни булған?! Балаларҙан да, ейәндәрҙән дә бер файҙа юҡ, исмаһам, һин килеп, утын ярып китер инең, тип улыма зарланған. Барайым, ярҙам итәйем, тигәс, бар, тинем. Ысынлап та, ни тиһәң дә, туғандар бит улар. Утын ярғандан бер ере лә кәмемәҫ.
Әле уйлап-уйлап ултырам да, иремдең ғаиләһенән ваҡытында ҡотолғанмын, тигән фекергә киләм. Уларҙың арбаһына ултырып, шуларға оҡшай башлаһам, балаларым да улар кеүек тәкәббер, туң бәндәләр булып үҫһә... Тәүбә-тәүбә, аллам һаҡлаһын! Балаларым, атайһыҙ үҫһә лә, етемлекте тойманы, сөнки минең ҡустыларым уларға өлкән дуҫ, ярҙамсы булды. Өсөбөҙ күңелле, рәхәт йәшәнек беҙ. Байлыҡ артынан ҡыуманыҡ, ләкин хәйерсе лә йәшәмәнек. Бер яҡтан, матди йәһәттән тыуған ауырлыҡтарҙы туғандарым ярҙамында йырып сыҡһаҡ, икенсе яҡтан, үҙем дә ҡул ҡаушырып ултырманым: икешәр смена уҡыттым, репетиторлыҡ менән дә шөғөлләндем. Мин автоһәләкәттән һуң аяҡҡа баҫҡас та, артымдан ир-егеттәр күп йөрөнө. Ләкин бер ауыҙым бешкәс, башҡаса кейәүгә сығырға ҡурҡтым. Балаларымды, башҡа оя көсөктәре, тип рәнйетерҙәр кеүек ине. Шулай ҙа яңғыҙым түгел. Инде ун биш йыл буйы дуҫлашҡан яҡын кешем бар. Ул-ҡыҙымды башлы-күҙле иткәс, үҙ рәтебеҙҙе ҡарарбыҙ, тип һөйләшкәнбеҙ. Балаларым уны, ул балаларымды беренсе осрашыуҙан үҙ итте, шуға шатмын. Ғаилә ҡормай, һаман мине көтә, һәм уның яҡты хис-тойғоларына ышанырға мөмкин − ул булмышы менән тоғро, көслө кеше, һатлыҡ йән түгел.
Рәсимә апайҙы тыңлайым да, ҡыҙыҡ был тормош тигәндәре, тип ҡуям: көткән, ышанған кешеләрең «ыһ» та итмәй һине ташлап китә, хыянат итә, инде өмөт һүнде тигәндә башҡа берәүҙәр үҙҙәренең күңел нуры, тоғролоғо менән уны яңынан ҡабыҙып ебәрә... Рәсимә апайҙың ире ныҡлыҡ күрһәтһә, икенсе ғаиләлә олтораҡ рәүешендә көн итмәй, бөгөн ҡәҙерле ир, һөйөклө атай булып беренсе ғаиләһе түрендә ултырыр ине. Ә, бәлки, уға шулай башҡалар яҙған сценарий, үрҙән төшкән күрһәтмәләр буйынса йәшәү оҡшайҙыр ҙа (бер нәмә өсөн дә яуаплылыҡ тотмай­һың!). Оҡшамаһа, шул рәүешкә риза булып йәшәр инеме икән ирмен тигән ир кеше?










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»