НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡыуаныслы хәбәрҙәр ҙә, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ҙә, күңелде борсоған проблемалар ҙа булды

Ҡыуаныслы хәбәрҙәр ҙә, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ҙә, күңелде борсоған проблемалар ҙа булды


Дежур телефон миңә килеп эләккәс тә иң тәүге шылтыратыу Әбйәлил районының Аһылай ауылынан булды. Күңелһеҙ шылтыратыу ине ул. «Һеҙҙең «дежур телефон»ға беҙҙең ауылдан кемдер ауыл фельдшерына зарланып шылтыратҡан да, үҙен Клара Ғайсина тип таныштырған. Бына әле Клара апай медпунктта ултыра, мин шылтыратманым, кемеһе шылтыратты икән, тип көйөп, ҡан баҫымы күтәрелеп киткән, һөйләшә лә алмай», – тинеләр. Бик ғәжәпләндерҙе был хәл. Әгәр ҙә әйтер һүҙең бар икән, ниңә уны кеше исеменән әйтергә?! Кеше яҙмышы менән шаярыу бит был. Әйтергә ҡурҡаһығыҙ икән, иң яҡшыһы – өндәшмәй ҡалығыҙ. Был − бер. Икенсенән, ҡайһы берәүҙәр «дежур телефон»ды уйынсыҡҡа әйләндереп алды, кәрәкме ул, юҡмы – мотлаҡ аҙна һайын шылтыратырға кәрәк. Шылтыраталар ҙа бер тапҡыр баҫылып сыҡҡан нәмәне ҡабат һөйләй башлайҙар. Ғәфү итегеҙ, беҙгә бит былай ҙа шылтыратыу­сылар күп, бәлки, уларға кисекмәҫтән ярҙам итергә кәрәктер, һеҙ бит уларҙың да, беҙҙең дә ваҡытыбыҙҙы алаһығыҙ. Тәҡ­димдәрегеҙ, әйтер һүҙҙәрегеҙ бар икән, редакцияға хат та яҙып һалырға мөмкин. Тағы шуны иҫегеҙгә төшөрөп киткебеҙ килә: «дежур телефон» шәмбе һәм ял көндәрендә эшләмәй. Беҙгә шылтыратҡан ваҡытта ошо әйтелгәндәрҙе иҫтә тотһағыҙ ине. Ә хәҙер был аҙналағы шылтыра­тыу­ҙарға күҙ һалайыҡ.

«Гел зарланыу
ғына булмаһын»
− Әбйәлил районының Байым ауылынан Рәүиә Ғәликәева булам. «Дежур телефон» рубрикаһын даими күҙәтеп барам. Әле бына һуңғы һанды ҡарап сыҡтым да, шылтыратыусылар күп, тик күберәк аһ-зарҙары менән уртаҡлаша. Шуға күрә матур, ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән уртаҡлашайым әле, тип һеҙгә шылтыратырға булдым. Беҙҙең ауылда шундай бер матур традиция йәшәп килә: 23 февралдә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә концерт ҡуя, ә 8 Мартта ир-егеттәр беҙгә шундай уҡ бүләк әҙерләй. Был беҙҙең яҙылмаған закон, хатта бер ниндәй белдереү эленмәһә лә, 8 Март көнө концерт буласағын белеп торабыҙ. Бынан тыш, 6 мартта Туйыш, Байым, Ғабдин ауылдары килендәре араһында бик матур бәйге үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ауыл китапханаһы менән берлектә тағы бер матур сара – өләсәйҙәр ярышы ойошторҙо. Ул март аҙағында үтте. Төрлө ауылдарҙан иң дәртле, уңған өләсәйҙәрҙе берләштереүсе бик матур, фәһемле сара булды ул. Был ярышта Йәнекәй ауылынан Алһыу Истамғолова «Иң шәп бишек йырын башҡарыусы» номинацияһын алды, Байымдан Хәнифә Собханғолова «Иң шәп йырсы, әкиәт һөйләүсе» тип табылды. Ул йәштән үк шиғырҙар яҙа, конкурста ла үҙе яҙған әкиәттәрҙе һөйләп ишеттерҙе. Ғабдин ауылынан Тәслимә Хөснуллина боронғо йырҙарҙы башҡарыуы, йолаларҙы күрһәтеүе менән тамашасыларҙы әсир итте һәм «Тамашасы һөйөүе»нә лайыҡ булды. Байым ауылынан Венера Мостафина супер-өләсәй булды. Был сараны ойоштороусы Мәҙинә Ғәскәрова, Айһылыу Мөхәмәт­динова, Мәҙинә Йәһариналарға ҙур рәхмәт! Тағы бер өләсәйебеҙ – Байым ауылынан Әлфиә Үтәба­еваны республикала супер-өләсәй тип әйтергә була. Күптән түгел ул өс ейәнсәргә өләсәй булды, улы Тәлғәт менән килене Земфираның өс игеҙәк ҡыҙы тыуҙы. Бына шундай матур яңылыҡтарыбыҙ бар әле беҙҙең!
Афарин, әбйәлилдәр! Иҫ киткес шәп байрамдар ойоштораһығыҙ икән.

«Эш эҙләйем,
ярҙам итегеҙсе»
− Минең һөнәрем водитель, шуның буйынса берәй эш табырға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән? Йөк машинаһында эшләргә лә категориям бар. Һаулығым буйынса Себер яҡтарына эшкә бара алмайым. Шунлыҡтан үҙебеҙҙең республикала эш табырға ине, берәй колхоз, совхоз булһа ла ярай, – тип шылтыратты беҙгә Ғафури районынан Фәнис исемле ир-ат.
Фәнис, һеҙгә урындағы йәиһә Республика мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәрәк. Водителдәргә эш табырға була. Бындай һөнәр эйәләре талап ителеүе тураһындағы иғландар махсус гәзиттәрҙә лә йыш ҡына баҫылып тора бит.

«Инвалидлыҡ
бирмәнеләр»
− Мин тыумыштан инвалидмын, диагнозым – Элерс-Данлас синдромы. Бала саҡта инвалидлыҡ юлламаным, әммә 2000 йылдан 2006 йылға тиклем инвалидлыҡ алдым. Һуңынан паспортым юғалыу сәбәпле һәм ауыл мәшәҡәттәренән бушамай бер нисә йыл юлламай йөрөнөм. Әммә әле, олоғая бара, һыҙланыуҙарым көсәйгәс, яңынан юлларға булдым. Участка дауаханаһы табибы Венера Мостафина мине Өфөгә медицина комиссияһы үтергә ебәрҙе. Комиссия үттем, әммә инвалидлыҡ бирмәнеләр, тейеш түгел, тип яуап бирҙеләр. Элек ни эшләп бирҙеләр икән? Мин бит төнө буйы һыҙланып йоҡлай алмай сығам.
Инвалидлыҡ юллауҙың һәм алыу­ҙың да үҙ тәртиптәре бар. Уның өсөн даими рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итеп, дауаханаларҙа дауаланыу курсы үтеп торорға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ быға тиклем бер нисә йыл дауамында табипҡа мөрәжәғәт итмәгән­һегеҙ икән, тимәк, ауырымаған­һығыҙ, шуға күрә лә комиссия шундай ҡарар сығарған.

«Беҙгә медпункт кәрәк»
Баймаҡ районының Ҡыуат ауылы халҡы исеменән шылтыратыусы Солтанғоловтар ғаиләһе менән Зәйнулла Ғүмәр улы Мостафин, ауылға фельдшер кәрәк, тип мөрәжәғәт итте. «Ауылда ололар, ауы­рыу­ҙар күп, медпунктыбыҙ ҙа, фельдшерыбыҙ ҙа бар ине, хәҙер килеп уны ябалар. Беҙҙе был мәсьәлә бик борсой. Өс саҡрым алыҫлыҡтағы Әбделкәрим ауылында бик яҡшы фельдшерлыҡ пункты бар ҙа ул, ләкин төрлө саҡтар була, гел генә унда йөрөп булмай бит», – ти улар.
Борсолоуығыҙ аңлашыла, ләкин бер һеҙҙең ауылға ғына түгел, тотош республикаға хас күренеш ул. Шулай ҙа Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Миңлеғәле Ғүмәровтан һеҙҙең һорауға аңлатма биреп үтеүен һораныҡ. «Әлегә тиклем райондағы барлыҡ медицина пункттары муниципалитетҡа ҡараһа, хәҙер беҙ тулыһынса республика ҡарамағына күсәбеҙ. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡарары бар. Билдәләнгән нормалар буйынса ауылдар араһы дүрт саҡрымдан кәм булһа һәм ике ауылдағы халыҡтың һаны 1000 кешегә етмәһә, бер генә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалдырыла. Йәғни 800 кешегә бер фельдшер булырға тейеш. Беҙ быны бер нисек тә үҙгәртә алмайбыҙ. Барыһы ла финанслауға бәйле», – тине ул.

«Тейеш нәмә күп тә ул»
− Әбйәлил районынан Гөлфиә булам. Һеҙ, өс йәшкә тиклем балаларға бушлай дарыу тейеш, тип яҙғайнығыҙ, әммә беҙ бер ҙә генә лә шуны ала алмайбыҙ. Дарыуханала дарыу бар, тиҙәр, яҙып бирегеҙ, тиһәк, бирмәйҙәр. Тағы бер мәсьәлә борсой беҙҙе – ниңә районға йәш табиптар эшкә ҡайтарылмай икән? Һәм тағы гәзитегеҙгә теләгем бар: аш-һыу рецептарын күберәк бирһәгеҙ ине.
Һорауҙарығыҙ аңлашыла, тәҡдимдәрегеҙ өсөн рәхмәт, киләсәктә улар­ға иғтибар итергә тырышырбыҙ. Дарыуҙар ала алмауығыҙға килгәндә, беҙҙең илдә йыш ҡына шулай бит инде ул – йә хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәйбеҙ, йә белеп тә, уға ирешә алмайбыҙ. Һеҙгә талапсаныраҡ булырға, ҡайһы бер саҡта ныҡышмалылыҡ та күрһәтергә кәрәк. Беҙ бит бер тапҡыр райондың дәүләт ҡарамағындағы дарыуханаһы мөдиренә шылтыратып, һөйләштек, ул, килһендәр, һораһындар, дарыуҙар бар, тип яуап биргәйне.

«Ҡурай хаҡында махсус сығарылыш кәрәк»
Белорет районының Сермән ауылынан Әсҡәт Хәйернуров та үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
«Йәшлек» гәзитен даими алдырып уҡып барам. 16 битлек гәзиттә ҡурай тураһында махсус сығарылыш кәрәк ине. Бәлки, 6 апрелгә – Республика ҡурайсылары көнө айҡанлы шундай сығарылыш бирергәлер? Ҡурай тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күп бит. Йәш ҡурайсыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнер ине. Шулай уҡ флаг, герб тураһында ла материалдар күрге килә.
Әлбиттә, «дежур телефон» барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итеп бөтә алмай. Әммә шулай ҙа беҙгә ышанып шылтыратыуығыҙ өсөн рәхмәт. Ә инде гәзитте ҡыҙыҡлыраҡ, уҡымлыраҡ итеү өсөн һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ айырыуса мөһим.

Шылтыратыуҙарҙы
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА ҡабул итте.

Сығыу ваҡыты 6-04-2012, 09:36 | Ҡаранылар: 1124
|
  • Һорауҙарҙың төрлөһө бар
  • «Сүп-сарҙан арынырға ярҙам итегеҙ!»
  • Телефон араларҙы яҡынайта
  • Күңелебеҙ киң. Унда аһ-зар ҙа, мөхәббәт тә һыя
  • Алло, һеҙҙе «Йәшлек» тыңлай!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM