RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ярлы туғанын байҙар һөймәҫ

19.11.2011 Ярлы туғанын байҙар һөймәҫ

Бер дауыллап ала, бер тына, тигәндәй, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) инеүе мәсьәләһе тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу­сылар, хәтһеҙ ваҡыт шымып торғандан һуң, йәнә тауыш бирҙе. Ил Президентының иҡтисад мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы Аркадий Дворкович, ҡарар кеҫәһендә үк ятҡандай ышаныс менән: «Рәсәй ун бишенсе декабрҙән дә ҡалмаҫтан Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза итеп алынасаҡ», − тип белдерҙе. Бындай фаразлауҙарҙы бик күп йылдар ишетә йөрөгәс, әлеге хәбәргә илтифат итмәҫкә лә булыр ине, әммә уны вазифалы байтаҡ кеше ҡабатланы. Америка ҡушма Штаттары, Европа Союзының был мәсьәләлә ыңғай тороуын һәм Швейцария хөкүмәте башлығының Европа Союзы исеменән Грузияға килеп ҡайтыуын һәм ошо дәүләттең Рәсәй алдына ҡуйған дәғүәләренән сигенә башлауын иҫәпкә алғанда, илебеҙ халыҡ-ара ойошмаға инеүгә яҡындыр, тигән ышаныс уяна. Ике тиҫтә самаһы йыл тапана торғас, Рәсәй Федерацияһы ла Бөтә донъя сауҙа ойошмаһындағы эреле-ваҡлы дәүләттәр араһындағы тәбиғи урынын биләмәксе.
Ниңә шунда инеү өсөн йән атабыҙ һуң әле? Ниндәй бер ғиллә булды һуң әле Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы? Дәүләт өсөн, халыҡҡа ул ағзалыҡтың ни хәсиәте? Етәкселәребеҙ ошондай һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә сәбәп итмәгәс, исмаһам, үҙебеҙ, мәғлүмәт еткән ҡәҙәр, фекер уртаҡлашып ҡарайыҡ.
Ябай кеше, йәғни тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәрҙе ҡулланыусы күҙлегенән сығып ҡарағанда, БДСО-ға инеү Рәсәй халҡына рәхәтлек һәм бәхет донъяһына ҡапҡа асыр төҫлө. Шул уҡ ваҡытта илдең сәйәси етәкселеге оҙаҡ ваҡыт ойошмала ағза булып тороуҙың зарурлығына шикләнеп ҡараны. Быға Владимир Путин менән иҡтисадты үҫтереү министры Эльвира Нәбиуллинаның шөбһә белдергән һүҙҙәре лә дәлил була ала. Ә инде элекке ауыл хужалығы министры Алексей Гордеев БДСО-ға инеүгә теше-тырнағы менән ҡаршы торҙо. Ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағы етәкселәре БДСО-ның агросәнәғәт комплексы өсөн һәләкәт буласағын ныҡышмалылыҡ менән тәҡрарлай килә. Һәр кемдең, тәбиғи, үҙ бисмиллаһы − бисмилла, ләкин Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза булып инеү кеүек яуаплы мәсьәләлә сәйәси конъюнк­тураға ла, хискә лә ихтыяр бирергә ярамай.
Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡ илдәрҙең ғөмүми иҡтисадының хәлен асыҡлап тороуға тәғәйенләнгән бер нисә халыҡ-ара ойошма булдырылғайны. Был юҫыҡта иң тәүҙә Бөтә донъя банкы менән Халыҡ-ара валюта фондын телгә алырға кәрәктер. Әммә, әлегеләр менән бер рәттән, донъя хужалығына сауҙа ағымдарын көйләү менән шөғөлләнгәндәй йәнә өсөнсө ойошма ла зарур булды. Бүтән күп кенә халыҡ-ара иҡтисади институттарҙан айырмалы рәүештә, БДСО-ла бер ил бер тауышҡа эйә. Был тауыш ағза-илдәрҙең тулайым эске продукцияһы күләменә ҡарап бүленмәй. Шуға ярашлы, БДСО − демократик ойошма һәм уға теге йәки был дәүләттең иҡтисади, хәрби, дипломатик ҡеүәте йоғонто яһай алмай. Мәҫәлән, Тымыҡ океан киңлектәрендә юғалып ятыусы кескенә утрау-дәүләттең дә сауҙа бәхәсендә АҡШ-ты отоуы ихтимал. Бер ил − бер тауыш принцибын Грузия Рәсәйҙе БДСО-ға үткәрмәҫ өсөн иң һуңғы мөмкинлеккә ҡәҙәр файҙаланды.
Был ойошма ниндәй төп принциптарҙы алға һөрә һуң, тигән һорауға яуап ябай: БДСО-ның төп принцибы − сауҙа мөнәсәбәттәрендә ғәҙеллекте һаҡлау. Ғәҙелһеҙлек иһә ике осраҡта күренеүе ихтимал: үҙ дәүләтенә килеп ингән ике сит тауарының береһен баҙарҙан ҡыҫырыҡлау йәки ил эсендә йә үҙенең, йә ситтән индерелгән тауарҙарҙың береһенә өҫтөнлөк биреү. ҡулланыусы, тауар һатып алғанда, үҙ ихтыяждарын тулыраҡ файҙаланыу өсөн, етештереүсенең үҙенә ҡулайырағын, отошлорағын һайлау хоҡуғына һәм мөмкинлегенә эйә. Ошо һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, БДСО ағзалары тауар һатып алыу пошлиналарын яйлап түбәнәйтә һәм бөтә илдәрҙән килеүсе бер үк тауарҙарға пошлиналарҙы берҙәй кимәлгә еткерә. Пошлина тиҫкәре йоғонто яһамағас, иң һәйбәт һәм аҙ сығым түгеп етештерелгән тауар илгә иң түбән хаҡ менән индерелә һәм һатыла. Тәбиғи, Рәсәйҙәге тауар әйләнеше мөхитенә эләгеп, импорт тауарҙары беҙҙекеләр менән дә, үҙ-ара ла аяуһыҙ көндәшлеккә дусар була. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс тә, уның баҙарында Европа тауарҙары Америка, Япония, Алман, ҡытай һәм хатта Украинаныҡылар менән конкуренция көрәшенә ҡушылырға мәжбүр буласаҡ. Ошо конкуренция арҡаһында Рәсәй ҡулланыусыһы шул уҡ аҡсаға яҡшыраҡ, арзаныраҡ тауарҙы һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе һайлау мөмкинлегенә эйә. Һәм был фаразлау ғына түгел. Әлеге ябай ғына хәҡиҡәтте аңлаһаң һәм, БДСО-ның төп принциптарына иғтибар итһәң, Рәсәйҙең ошо ойошмаға инеүенән иң ҙур отош алыусы Рәсәй ҡулланыусыһы икәнлеккә ышанып була.
Рәсәй Федерацияһының БДСО тупһаһы төбөндә ун һигеҙ йыл тапаныуының сәбәптәре сәйәсәт менән генә бәйләнмәгән. Мәсьәләнең асылын иҡтисадты үҙгәртеп ҡороуға һәм хужалыҡтың һәр тармағын технологик йәһәттән яңыртыуға ҡаршы көстәрҙең йоғонтоло булыуынан эҙләргә кәрәктер. Ағза булып инеү киҫкен конкуренция көрәшенә йәлеп ителәсәк субъекттарҙы ҡурҡыта. Ошонда ауыл хужалығы тармағы етәкселәренең фекере аңлашыла ла инде. Ғәҙел генә фекер йөрөткәндә, Европа Сою­зы, Америка, Япония һәм ҡытай менән конкуренцияға бер үк шарт­тар­ҙа ҡаршы тора алмайбыҙ.
БДСО интеграцияланған донъя системаһында эшләүгә ҡулайлаша алған сәнәғәткә күп өҫтөнлөк бирә, сөнки сит илдәрҙәге иң һәйбәт етештереүсенән иң арзанлы тауар һатып алыу мөмкинлеге бар. Был үҙеңдә лә етештереүҙе камиллаштырыуҙы талап итә. Бынан тыш, Рәсәй предприятиелары алдында шаҡтай ҙур экспорт мөмкинлектәре асыла, сөнки бер үк ҡағиҙәләргә буйһоноусы тышҡы баҙар улар өсөн ишектәрен ихласыраҡ аса.
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы мәрхәмәтһеҙ ҙә түгел. Уның милли тауар етештереүселәргә, яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү һәм үҙгәртеп ҡороу­ға мөмкинлек биреү өсөн, баҙарҙы ваҡытлыса ябып тороу саралары һәм юлдары ла бар. БДСО-ның ошо хоҡуҡи механизмдарын файҙаланыу өсөн үҙебеҙҙең белгестәр кәрәк. Кемгәлер үпкәләү хәҙер урынһыҙ: донъялағы алдынғы илдәр Рәсәйҙе «Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы» (ВТО) тип аталған уйын ҡағиҙәләренә төшөндөрөргә теләй. Ләкин бер кем дә уны уйында оторға өйрәтмәйәсәк. Быныһы − Рәсәйҙең үҙ бурысы.
Шул уҡ ваҡытта БДСО-ның һәр сырхауҙан дауа түгеллеген дә аңлар­ға кәрәк. Әгәр насип булып, илебеҙ ойошмаға инеп китһә лә, унда ағза булып тороуҙан отошто күргәнсе ниндәйҙер ваҡыт үтергә тейеш. Демпингҡа ҡаршы көрәш тә, таможнялағы мәшәҡәттәр ҙә үҙенән-үҙе юғалмаҫ. Уның ҡарауы, таможня хаҡтарын йәки яңы пошлиналар индереүҙе, сауҙа хоҡуҡтарын бүтән төрлө боҙоуҙарҙы БДСО форумында тикшереү мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Форум иһә − бәхәстәрҙе хәл итеү юлы һәм уның ҡарарҙарын үтәүҙе тәьмин итерлек ҡәтғи механизмдарға эйә. БДСО ағзаһы булһа, Рәсәй уның ағзалары менән үҙенең газ, нефть, металлургия, химия, машиналар эшләү өлкәләрендәге сауҙа проблемаларын халыҡ-ара судта, раҫланған ҡағиҙәләргә таянып, хәл итә аласаҡ.
Етәкселәрҙең сираттағы белдереүенә ышанғанда, илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза булып инеүе юлында хәҙер үтә алмаҫлыҡ кәртәләр юҡ. Ләкин Вашингтондың Мәскәүҙе, ағзалыҡҡа алырға вәғәҙә итеп, ун һигеҙ йыл бәйҙә тотоуы ғорурланырлыҡ хәл түгел. Яҡын арала, күрәһең, вәғәҙә ителгән ҡарар ҙа булыр. АҡШ көтмәгәндә Рәсәйгә миһырбанлы булып киткәндән түгел. Америка Президентының аҫтына шәре инде. Финанс көрсөгө, халыҡтың зитына тейгән ғәмәлдәр, һуғыштар һөҙөмтәһендә АҡШ Президенты менән уның демократтар хакимиәте ышаныстан яҙа бара. Уға, исмаһам, тышҡы бер сәйәси ыңғай эш кәрәк. Быны Мәскәүһеҙ башҡарыу мөмкин түгел. Шуға күрә Обамаға яҡын йөрөгән эшҡыуарлыҡ «акулалары», президенттарының абруйын ҡотҡарып ҡалыу теләге менән, уға Рәсәйҙе БДСО-ға алырға тәҡдим итә.
Мәскәүҙә, БДСО-һыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле, тип һөйләнеүҙәргә ҡарамаҫтан, власть ғәмәлдә Рәсәйҙең ошо ойошмаға инеүен бик көтә. Был Рәсәйҙә кемдең президент буласағына ла, Украина менән мөнәсәбәттәргә лә, Иранға ла, Грузияның НАТО-ға ынтылыуына ла, башҡа күп мәсьәләләргә лә бәйле. Һәр хәлдә, Рәсәйҙең ошо йүнәлештәге яҙмышы, ахырғы ваҡыт­ҡа тиклем, кескәй генә, әммә оторо тиҫкәре холоҡло Кавказ дәүләтенең ҡулында булды. Шулай ҙа, әлбиттә, БДСО-ның асҡысы АҡШ ҡулында, ә Рәсәй, элеккесә, тупһа төбөндә. Көтөү хәлендә.
Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»