НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » һауала осоп йөрөмәйһеңме?

һауала осоп йөрөмәйһеңме?


Үҙеңдең тормошҡа ҡарашыңды билдәләү өсөн түбәндәге һынамыштың һорауҙарына «эйе» йәки «юҡ» тип яуап бирергә кәрәк.
1. Ҡулыңа гәзит алыу менән уҡый башларҙан алда иң тәүҙә һүрәттәрен ҡарап сығаһыңмы?
2. Күңелең китек булғанда ғәҙәттәгенән күберәк ашай­һыңмы?
3. Ашаған ваҡытта ла эшең тураһында уйлап ултыраһыңмы?
4. Мөхәббәт хаттарын һаҡ­лай­һыңмы?
5. Психология менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
6. Машинала ҙур тиҙлек менән йөрөргә ҡурҡаһыңмы?
7. Үлем тураһында уйлауҙан баш тартаһыңмы?
8. Йоҡлар алдынан ятҡан килеш хыялланырға яратаһыңмы?
9. Һигеҙ сәғәт йоҡлап алһаң да, үҙеңде арыған һымаҡ тояһыңмы?
10. Мөхәббәт романдарын уҡыйһыңмы?
11. Үҙеңде баҫып алған ауырлыҡтар тураһында башҡаларға һөйләйһеңме?
12. Яңғыҙлыҡтан ҡасырға тырышаһыңмы?
13. Күңелһеҙ хәлдәр арҡаһында сирләгәнең бармы?
14. Автобуста уйланып китеп, туҡталышты үтеп киткән осрағыңды хәтерләйһеңме?
15. Икенсе ҡалаға күсеп киткең киләме?
16. Кешенең характеры тыу­ғанда уҡ билдәләнә, тип уйлай­һыңмы?
17. Кинотеатрға йыш йөрөй­һөңмө?
Һәр бер ыңғай яуап өсөн үҙегеҙгә биш балл ҡуйығыҙ һәм уларҙың суммаһын һанағыҙ.

75 – 85 балл. Һин ысынбарлыҡтан ҡасып йәшәйһең, пробле­малар­ҙы хәл итеүгә ҡарағанда оноторға ғына тырышаһың. Саҡ ҡына булһа ла ысынбарлыҡ хаҡында уйланырға, үҙеңде яратмаған, ҡабул итмәгән кешеләр менән бөтөнләй аралашмаҫҡа, ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Был тормошта үҙ юлыңды билдәләргә һәм күңелһеҙ ваҡиғаларға һирәгерәк эләгергә ярҙам итәсәк.

55 – 75 балл. Хыялланырға яратаһың. Ҡай саҡ хыялдарың бөтөнләй нигеҙһеҙ, тормошҡа ашмаҫтай тойола. Әлбиттә, хистәрең йәшәргә ҡамасауламай. Тик хыялдарға артыҡ ваҡытыңды әрәм итмә, йөрәгеңде бөтөрмә.

30 – 55 балл. Ысынбарлыҡ менән уйҙырмалар, буш хыялдар араһындағы айырманы күрә белергә һәләтлеһең. Ваҡыты-ваҡыты менән сентименталь бу­лып китһәң дә, хыялдарың нигеҙле, улар буш урында ғына барлыҡҡа килмәй. Ҡулыңдан килгән эштәргә генә тотонаһың, үҙеңдең баһаңды беләһең.

5 – 30 балл. Һин артыҡ прагматик кеше. Саҡ ҡына булһа ла хыялланып алыу ҡамасауламаҫ ине. Тормош, әлбиттә, етди нәмә. Әммә ҡайсаҡ проблемаларҙы шаярыу ҡатыш хәл итеү һәйбәтерәк. Бер ваҡытта ла хаталанмай­һың, алданмайһың, ҡыҫыр өмөт менән йәшәмәйһең. Әммә артыҡ ҡаты булыуың арҡаһында мөмкинлектәреңде ҡулыңдан ысҡындырыуың да ихтимал.

Сығыу ваҡыты 27-09-2011, 11:51 | Ҡаранылар: 1208
|
  • Бойора алаһығыҙмы?
  • Һеҙ магазинға йөрөргә яратаһығыҙмы?
  • Һеҙ ысын ирме?
  • Һеҙ ниндәй хужабикә?
  • Үҙегеҙҙе яратаһығыҙмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM