RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бал тотҡан – бармағын ялаған

13.08.2011 Бал тотҡан – бармағын ялаған

Бал тотҡан –  бармағын ялаған
Сираттағы оҙайлы ялымды йәйҙең иң ҡыҙыу ваҡытында алдым. Күктә – самаһыҙ ҡайнар ҡояш, аяҡ аҫтында – турғай башы ҙурлыҡ еләк, һауала – иҫ киткес хуш еҫ, һыу буйы тулы – халыҡ. Эйе, был – июль! Отпускымдың тәүге көнөндә үк йәнтөйәгемдә – Күгәрсен районының Бикес ауылында инем инде. Күңелле һәм рәхәт: атайым менән әсәйем эргәһендә, ялға ҡайтҡан апайҙарым, уларҙың балалары менән нисек күңелһеҙ булһын ти?! Юҡ, был ял итеп кенә ятҡан, тип уйлап ҡуймағыҙ. Бесәнгә лә йөрөнөм, еләккә лә барҙым, картуф баҡсаһында ҡуңыҙға ҡаршы ла көрәштем. Һәм тағы ла... Ана шул тағы ла тигәнем тураһында ентекләберәк яҙмаҡсымын.

Баштан-аяҡ «ҡоралланып», ҡорт баҡсаһына

– Апай, әйҙә минең менән ҡорт баҡсаһына, – тип саҡырҙы ҡустым Азамат бер көн иртәнге сәйҙе эскәндә.
Оһо, «күңелле» була икән. Азамат быйыл ғына умартасылыҡ эшен башлап тора. Бизнес-проект төҙөп тапшырғас, дәүләттән махсус программа буйынса субсидия алғайны, әле ең һыҙғанып уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуы. Салауат ҡалаһында йәшәүсе Резеда апайымдың улы ул, өйҙәге иң ҙур ейән. ҡалала торһа ла, ысын ауыл балаһы – һәр эште ыһ та итмәй башҡарып ҡуя.
Миңә лә ят шөғөл түгел умартасылыҡ, атайымдар бал ҡорто аҫ­рау­ҙы туҡтатҡанға бер нисә генә йыл үткән, ә быйыл яңынан тергеҙҙек. ҡорттарҙан сағылып, шешенеп йөрөүҙәр һаман иҫтә.
Шулай итеп, аяуһыҙ ҡорт ҡаяуынан тулыһынса һаҡлыҡ сараһы күреп, йәғни комбинезон, махсус эшләпә-күҙлек кейеп, бер ҡулыма һалҡын һыулы күнәк (сағылһам, тиҙ генә тәнемде һыуларға кәрәк), икенсеһенә күрек тоттом да эйәрҙем ҡустым артынан. Күрек тигәндән, «Бына сөрөк, үҙең тоҡандырып өйрән», – тип, Азамат был эште миңә йөкмәтте. Ярай әле эргәгә әсәйем килеп баҫты, үҙ ғүмерендә әҙ күрек төтәттеме ни ул.
ҡустым ҡасауын (стамеска – ҡортсоноң иң төп эш ҡоралы) тотҡан да киң-киң аҙымдар менән елдерә генә, артынан, их, ниңә бирсәткә лә кейеп булмай икән, хәҙер сағылам бит инде, тип уйлай-уйлай китеп барам.
Картуф баҡсаһы осондағы бесәнлектә ике тиҫтәнән ашыу умарта көтә. «Балйорт» тип атайым мин был урынды хәҙер.

Нәҙекәйбилдәрҙең һәр минуты ҡәҙерле

Азамат:
– Апай, әйҙә, үҙеңдекенән башлайыҡ, – тигәс, исемемдең баш хәрефе яҙылған умарта эргәһенә туҡтаным. Миңә, Гүзәл апайыма, йәнә Буранбай ҡустыбыҙға умарта инселәп япҡайны ул.
Сираттағы күрһәтмәне алам:
– Умарта ауыҙына өрҙөр әле.
Ни өсөн икәнен беләм – төтөн һулаған ҡорттар хәүефтән аҙыҡ запасы менән ҡотолмаҡсы булып, ауыҙҙарына бал тултырырға ашыға, саға алмайҙар, шул арала эшеңде башҡарып өлгөрөргә кәрәк.
У-уу, ҡалай гөжләйҙәр. Азамат умартаны ипләп кенә асып, ундағы бәләкәй мендәрсекте алды (үҙе әйтеүенсә, был эҫенән дә һаҡлай, үҫеш өсөн дә һәйбәт), йоҡа сепрәкте яртылаш асыңҡырап, рам өҫтөн тағы төтәтергә ҡушты. Үҙе бисмиллалап, береһен алып, ентекләп ҡарай башланы.
– Аллаға шөкөр, йомортҡа һалалар. Бына, нығыраҡ ҡара әле, кәрәҙҙең күҙәнәге төбөндә һары ғына таяҡсалар тора. Бына быныһы әреғорт ояһы, – тип миңә өйрәтә-өйрәтә үҙ эшен эшләй, ә мин ул арала тирә-яҡты зәп-зәңгәр төтөнгә тултырғанмын, имеш. – Ун минуттан да оҙағыраҡ ҡарарға ярамай, юҡһа туҙыша башлайҙар. Апай, улай ныҡ өрҙөрмә. Бер нисә йыл эсендә ҡорт ҡарарға онотҡан­һың, ахыры. Саҡмай улар...
Азамат әйтеп тә бөтмәне, ҡулына бер ҡорт килеп тә ҡунды, сағып та китте. Хәҙер сәбәләнә башлар, тип эстән генә йылмайып ҡуйҙым. Юҡ, ҡаяуын ғына һыпырҙы ла, онотто егет ул турала.
– Сәбәләнгәнде ҡорттар яратмай. Мә, рамды тотоп тор әле, үрсемгә тигәнен алмаштырып ҡуяйым.
ҡалтыранмаҫҡа тырышып, ҡорт тулы рамды алам. Ауыр ғына. Ә бал ҡорттарының ялтырашып, шундай матур булып гөжләшеп тороуын күрһәгеҙ!
– ҡара, ҡара, кәрзинле! – тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бик тә етеҙ бер бал ҡорто аяҡтарына һарғылт һауытын элгән дә йүгереп китеп бара. Бына бер мөғжизә.
– Һеркә ташыйҙар. Шуны һитәгә әйләндерәләр. Ул кәрәҙ күҙәнәктәрендә һаҡлана, туҡланыу өсөн төп аҙыҡтарының береһе, – тип аңлата Азамат. Үҙе рамдарҙы бер урындан икенсеһенә күсерә, инә ояһы, тип һаҡ ҡына ҡырҡып алып ташлай йә, икенсе умартаға ҡуйырға кәрәк, тип һалып тора. Тиҙ-тиҙ генә магазиндың (ҡыуып алыр өсөн махсус рамдар) балауыҙлы рамдарын аралаштырып урынлаштыра – бер һүҙ менән әйткәндә, мәж килә. Самалап ҡына өрҙөрөп торғас, ҡорттар ҙа туҙышмай, уҫаллыҡтарын да күрһәтмәй. Улар үҙ эше менән мәшғүл, минуттары ла һанаулылыр инде.
Сағылмай ғына бер нисә умартаны үттем шулай. Умартасылыҡ – мауыҡтырғыс кәсеп. Белгән кешегә бер ҙә мәшәҡәте юҡ кеүек. Ана, Азаматыбыҙ ҙа өйрәнеп килә. Һорашыр, белешер кешеләре лә күп үҙенең – олатаһы менән өләсәһенән һорай, дуҫтарына шылтырата (бигерәк тә уның «Илһам ҡоҙа», «Артур кейәү», «Булат еҙнә» тип өндәшкәнен йыш ишетәбеҙ, улары ихлас аңлата, килеп тә өйрәтәләр, рәхмәт төшкөрҙәре), энциклопедияһын да асып-асып ҡарай. Һүҙ юҡ, тырыша туғаныбыҙ. Баллы кеше – бай кеше, тиҙәр бит. Ысынлап та, тырышһаң, килеме тамып түгел, ағып килә. Эшһеҙлектән йонсоп йөрөүселәргә лә ишара булһын ине һүҙем. Беҙҙең халыҡ егәрле ул бер эш башлаһа, тәүәккәллек кенә кәрәк.
– Был көслө умарта, берәй аҙнанан бал ҡыуырға мөмкин, – умартасы улар араһында йөрөй торғас, ҡайһы күстең көслө, ҡайһыһының әкренерәк эшләгәнен белеп бөтә.
– Бынауында урын бушыраҡ түгелме? – тип үҙемдең мәғлүмәтле икәнемде белдермәксе булам. Бал ҡорто буш араға балауыҙ эшләй, алғанда емерелеп әрәм була.

Балын яратһаң, бәләһен дә ярат

Бына бит, һанаулы ваҡыт эсендә әллә күпме яңы нәмә белдем, белгәндәремде иҫемә төшөрҙөм. Инде имен-аман, сағылмайынса ғына бынан ҡайтаһы... Үкенескә күрә, был уйым барып сыҡманы.
– Бынауһын ҡарайыҡ та, бөгөнгә етер, – тип сираттағы умартаға юлланған Азаматҡа эйәргәндә, әллә уң яҡлап баҫманым, әллә бер уҫалына эләктем – ойоҡбаш аша аяҡҡа ҡаҙалды бит бер ҡорт. Шул көйө барып, аяғымды һыулы күнәккә тыҡтым. ҡустымдың, файҙаға ғына ул, тигәне ауыртыуҙы баҫманы. ҡорт саҡмайынса, бал булмаҫ, тип белеп әйткән инде ололар.
– Түҙергә кәрәк, үҙең бая ғына, мин дә умарта тотасаҡмын, тип хыялланып торҙоң түгелме? – Азамат мине тынысландырырға тырыша.
– Ю-юҡ, кире уйланым, һинең генә балыңды ашаясаҡмын, – тим тирә-яғыма күректе өрҙөрә-өрҙөрә, хәҙер бер саҡһа, килә лә киләләр ул. Үҙем аяғымдың шешә башлағанын тоям. Бына эш тамам, умарта өҫтөн генә ябаһы ла...
– Әл-ләү! – Был юлы ең эсенә йәшерергә маташҡан бармағыма эләкте. Ахыры, был «Балйорт»та йәшәүселәр мине үҙһенмәне.

Бал, бал, тиеү менән ауыҙ тәмләнмәй

Бал тотҡан –  бармағын ялаған
Икенсе көнөнә Азамат, ашығыс эше килеп сығып, Салауатҡа ҡайтып китте.
– Олатайымдарҙың бер умартаһынан бал ҡыуып алырға кәрәк. Әгәр теләһәң, үҙең ҡарай тор, көтһәң, мин иртәгә ҡайтам, – тине, йә, эшләй алырһыңмы, тигән кеүегерәк ишаралап. Бына миңә «батырлығымды» һынап ҡарарға мөмкинлек! Был юлы мин – төп ҡортсо, ә күрексе – Гүзәл апайым.
Өй алды баҡсаһына барып инәбеҙ. Бында алты умарта. Мин инде «Балйорт»та тәжрибә тупланым, шуға ла үҙемде харап шәп ҡортсо итеп тойҙом. Магазинға ҡуйылған рамдар лыҡа тулы – бал ялтырап тора. Унан йомшаҡ ағас ботағы менән ипләп кенә ҡорттарҙы һыпырып төшөрәм, апайым махсус һауыт­ҡа теҙә бара. Ун ике рамды ла алып бөткәс, һауытты икәүләп тоторға тура килде.
Аласыҡта бал ҡыуғысҡа (медогон тибеҙ) икешәр рам һалып әйләндерәм. Уныһын да дөбөр-шатыр әйләндерергә ярамай – һәүетемсә генә бер тиҙлектә, юғиһә балауыҙы емерелеүе лә бар. Рамдың ике яғын да бушатҡас, өр-яңы балды күнәккә ағыҙабыҙ. Еҫ кенәһе! ҡорттан сағылып һыҙланыуҙарым онотолдо ла ҡуйҙы.
– ҡарабойҙай балы, – тине әсәйем.
– Йә, ҡорттан сағылдың да, арының да, умарталыҡты күргең дә килмәҫме икән? – тип ҡуйҙы апайымдар.
– Ю-юҡ, хет хәҙер үк тағы бер егермеләгән умартаны ҡарашырға әҙермен! – тим. Ысынлап та, шулай. Барған һайын барғы килә Хоҙай мөғжизәһе булған егәрле нәҙекәйбилдәр янына!

Теманы дауам итеп...

Кеше умарталыҡтан бал ғына алмай. Бал ҡорто етештергән балауыҙ, инә һөтө, ҡорт елеме, ағыуы, сәскә һеркәһе – һәммәһенән дә файҙа күрәбеҙ. Мәҫәлән, һитәлә (һеркә) тәбиғәттә булған барлыҡ витаминдар, аминокислоталар (һыйыр ите, йомортҡа һәм сыр менән сағыштырғанда 5 – 7 тап­ҡыр­ға күберәк) бар. Бал ҡорто һөтөндә лә бөтмәҫ шифа. Балдың үҙе генә лә ни тора! Ул күп эске органдарҙың эшен көйләй, ҡан составын яҡшырта, иммунитетты күтәрә, иң мөһиме – ҡеүәтле энергия сығанағы булып тора һәм организмды иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Балда, шәкәр менән бер рәттән, организмға кәрәкле минераль матдәләр, микроэлементтар, витаминдар, ферменттар, хлор, цинк, кремний, литий, никель, алюминь, хром, аҡ һәм ҡара ҡурғаш, титан, осмий, бор бар.
Йыл дауамында көн һайын 20 – 50 грамм бал ашау ҡанды яҡшыртып ҡына ҡалмай, матдәләр алмашыныуын да яйға һала. Бер һүҙ менән әйткәндә, уның файҙаһын һанап бөтөрөрлөк түгел. Бөрйән бал ҡорттары етештергән солоҡ балы иһә шифаның да шифаһы һанала.
Башҡортостандың ғәжәп тәбиғәтендә йыйылған балдың аналогтары юҡ. Уны күп илдәрҙең ғалимдары өйрәнә. Башҡорт балын йыһангирҙәргә лә юҡҡа ғына тәҡдим итмәйҙәрҙер («Мир» станцияһында көндәлек туҡланыу рационына индерелгән ул). «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» исемлегендәге балыбыҙ халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә фәҡәт еңеүсе рәтендә. Быға 1900 йылда – Парижда үткән Бөтә донъя йәрминкәһендә, 1961 йылда Германияла алтын миҙал алыуын, 1965 йылда Румынияла яулаған көмөш миҙалды индерергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа бындай ҡаҙаныштар артҡандан-арта бара.
Республиканың бөтә балсыларын Умартасылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ емешле булһын, алған балығыҙ һәммәһенә лә шифа килтерһен!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Наҙгөл ХӘЙСӘРОВА фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»