НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Фирғәүендәр иленә сәйәхәт

Фирғәүендәр иленә сәйәхәт


йәки Мысыр халҡы Рәсәй туристары алдында бите менән ер һеперергә әҙер
Фирғәүендәр иленә сәйәхәтМысырҙа бола башланғас, их, ял итергә барып булманы, тип ҡайғырҙыҡ. Ләкин, шөкөр, беренсе апрелдән Рәсәй турис­тарына унда барырға рөхсәт иттеләр. Мысырҙа уҡыған танышыбыҙ Илшат Ҡаразбаевтың, тиҙҙән унда хәл яҡшырыр, бындай ваҡиғаларҙан һуң путевкаларға хаҡтар төшәсәк, барырға уңайлы була, тигән һүҙҙәре яртылаш раҫҡа сыҡты: хәрбиҙәр илдә тәртип урынлаштырһа ла, путевкаларға хаҡтар күҙ алдында үҫте. Быға Таиландта ҡойма ямғырҙарҙың башланыуы йоғонто яһаны, ахыры, бөтә турис­тар ҡояш артынан Мысырға ябырылды. Беҙ ҙә тиҙ генә Учалылағы «Бөтә донъя буйлап» турбюроһынан путевка һатып алдыҡ та, Өфөнән барыусы тәүге рейсҡа ултырып, ғаиләбеҙ менән Хургадаға остоҡ.
Тутанхамон, Эхнатон, Нефертити, Клеопатра ере аэропортына килеп төшкәс, тынсыу һауа тынды ҡурҙы, баш әйләнде. Биш сәғәт эсендә бер градус йылылыҡтан утыҙ биш градус эҫелеккә юлыҡ та, нисек башың әйләнмәһен! «Тезтур»ҙың хеҙмәт­кәр­ҙәренә тел-теш тейҙерерлек түгел, сәғәт кеүек эшләй­ҙәр. Оло-оло сумаҙандар йөкмәп, һарыҡ кеүек өйкөлөшөп, ҡайҙа барырға белмәй аптырап йөрөгән туристар­ҙы тиҙ генә йыйып алдылар ҙа, төрлө отелгә барыусы автобустарға урынлаштырҙылар. Бер нисә минуттан беҙ ҙә һары автобуста «Джевелс Сахара» отеленә ҡарай елдерә инек. Был ҡунаҡхананы турагент Римма Ибраһимова тәҡдим итте: «Ҙур түгел, аэро­порт һәм ҡалаға яҡын, ты­ныс». Йәш егет-ҡыҙҙарға ҙур ком­плекстар­ҙа күңеллерәк булһа, ғаиләле кешегә, әлбиттә, тынысыраҡ урында ял итеү ҡулай.
«Тезтур» хеҙмәткәре беҙҙе «Джевелс Саха­ра»­ға индереп, ресепшенға тапшырҙы һәм отель гидының иртәгә иртән килерен иҫкәртеп, һаубуллашты. Ре­сепшендағы мыйыҡлы ғәрәп киң йылмайҙы, русса һаулыҡ һорашты: «Здравствуйте!». Беҙ: «Әссәләмәғәләйкүм!» − тип ке­муҙар­ҙан яуапланыҡ, шунда уҡ, уға иҫенә килергә форсат ҡалдырмай, хәлен белешергә ашыҡтыҡ − «Кейфэ халюка?». Телдәрен боҙоп булһа ла, һөйләшергә маташыуыбыҙ дөрөҫ ҡабул ителде. Администраторҙың ҡояшҡа ҡара янған тут йөҙө яҡтырҙы, ул ҡулдарын түше тәңгәлендә ҡаушырҙы: «Мөслимдәр! Әлхәмдулилла, әлхәмдулилла», − тип яуап­ланы, ҡайҙан килеүебеҙҙе һораны. Башҡортостандан, тинек. Русса-ғәрәпсә бутҡа бешергәндән һуң, администратор, беҙҙең менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, иң уңайлы, ҙур, матур бүлмәнең асҡысын бирҙе. Үҙебеҙ менән алып барған шоколад та кәрәкмәне, паспорт эсендә «онотолған» доллар менән дә үҙен «майларға» тура килмәне.
Беҙҙең апартаменттар ике бүлмәнән, душ һәм бәҙрәфтән ғибәрәт ине. Кондиционер, фен, һыуытҡыс, телевизор (ҡырҡмаһа ҡырҡ канал күрһәтә), сейф, дөйә йөнөнән туҡыл­ған балаҫ, түшәмдә һәм стенала матур шәмдәлдәр, иркен карауаттар, өҫтәлдәр, ултыр­ғыстар, тәҙрәләрҙә ап-аҡ пәрҙәләр, ҡояштан һаҡланыр өсөн ҡалын плащевкаға оҡшаған ҡорғандар... Бәләкәй балконда − креслолар. Түшәк кәрәк- яраҡтары һәм таҫтамалдарҙы көн дә алмаштыралар, шулай уҡ бушлай бер шешә таҙа һыу ҡалдыралар. Ҡыҫҡаһы, бер нәмә эшләмәй, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
Ҡунаҡхананың ыҡсым биләмәһендә йәшеллек етерлек: пальмалар, кактус­тар, аҡ, һары, алһыу сәскәләргә күмелгән ҡыуаҡтар... Оло йәштәге бер ағай көн дә ошо үҫемлектәргә һыу һипте, ҡояштан әлһерәгән һәр гөл-сәскәне ҡәҙерләп тәрбиәләне. Декоратив би­ҙәүестәр күп – көршәктәр, фонар­ҙар, матур ҡоймалар... Ял итеүселәр теннис, бильярд, дартс, волейбол уйнай ала, кальян тарта. Аниматорҙар (ойоштороусылар) халыҡтың күңелен табыр өсөн төрлө конкурстар, уйындар тәҡдим итә: иртән ябай гимнастика ойошторола, аҙаҡ һыуҙа гимнастика көтә, шунан һуң көнсығыш бейеүе серҙәрен өйрәтеү, кистәрен итәктәр бейеүе, ут менән шоу, дискотекалар һәм башҡа мауыҡтырғыс саралар башлана.
Беҙ барғанда халыҡ күп түгел ине, аҙаҡ отель тулды: немецтар, американдар, итальяндар, украиндар, урыҫтар, поляктар... Төрлө телдәр яңғыраған пляжда беҙ ҙә ихлас үҙ телебеҙҙә һөйләштек. Йән рәхәте: һин барыһын да тиерлек аңлайһың, ә үҙеңде бер кем аңламай, тип йәшәп ятҡанда, үҙебеҙҙең башҡорт дуҫтар, тип Ҡаҙан татарҙары килеп танышты. Улар – беҙгә, беҙ уларға ифрат ҡыуандыҡ, әйтер­һең дә, туғандар осрашты. Улар ҡайтып киткәс, үҙҙәрен һағынып, яманһыуланыҡ. Шулай уҡ беҙҙе украин горчицаһы менән һыйлаған хохол Максимды, уның тел биҫтәһе ҡыҙы Соняны, йәш пар Андрей менән Катяны ла үҙ иттек. Бөтә кеше лә бер-береһенә дуҫ, иптәш һәм туған, тиеүҙәре раҫ, милли мәсьәләләр бында бөтөнләй юҡ. Үҙең яҡшы булһаң, һиңә лә шундай уҡ мөнәсәбәттә буласаҡтар. Ғөмүмән, ял итергә барғанда, насар кәйефте, дәғүәләрҙе өйҙә ҡалдырыуың зарур. Ә инде мыжыҡ, бәйләнсек холоҡло икәнһең, һиңә ҡайҙа ла ҡыйын, уңайһыҙ, насар буласаҡ. Шул иҫәптән яныңдағыларға ла.

Ҡыҙыл диңгеҙ
Нишләп донъялағы иң таҙа, үтәнән-үтә тиерлек күренеп торған матур диңгеҙҙе Ҡыҙыл тип атағандармы? Сөнки ундағы коралдар ҡыҙыл төҫтә, тиҙәр. Миңә ҡалһа, бөтә коралдар ҙа аҡ йә көрән төҫтә, әммә мысыр­ҙар менән бәхәсләшмәйем (бәлки, миндә асыҡланмаған дальтонизмдыр?). Самолеттан ҡарағанда ла, пляжда аяҡтарыңды тулҡындарҙан иркәләткәндә лә, һыу ҡыҙыл төҫтә түгел, ә һүҙ менән әйтеп бөтмәҫлек, аңлатып булмаҫлыҡ фирүзә төҫөндә күренә. Иҫ киткес, һоҡланғыс гүзәл диңгеҙ үҙенә тәү ҡараштан ғашиҡ иттерә, йөрәкте ғүмерлеккә әсирлеккә ала. Ана, Шарм-Әл-Шәйех курорттарында ял итеүселәргә күпме акула һөжүм итте, ә туристар­ҙың иҫе лә китмәне. Мысырға барыуҙан тыйылығыҙ, тигән киҫәтеүҙәргә төкөрөп, йы­ландан арбалған ҡуян кеүек, халыҡ купальник, маска-ластыларын төйнәп, һаман Ҡыҙыл диңгеҙгә ашҡынды. Затлы фирүзә ҡашынан бөтөнләй айырыла алмаған «диңгеҙ наркомандары» иһә унда йылына ике-өс тапҡыр барып ҡайтыуҙы үҙенең бурысы тип һанай. Һәм мин уларҙы бик яҡшы аңлайым. Үҙебеҙ ҙә бит бүлмә алыу менән, юл саңын да ҡағып тормайынса, диңгеҙгә елдерҙек (ташлы Шарм-Әл-Шәйехтән айырмалы рәүештә, Хургадала пляждар ҡомло, ялан аяҡ та йөрөп була). Ҡараңғы төшкәнсе һыу инеп, туйғансы мәс килдек. Тәүҙә бер аҙ хәүефләндергән акула ла онотолдо, ашау-эсеү ҡайғыһы ла китте. Бары йылы, йомшаҡ, наҙлы ҡосаҡлы диңгеҙ һәм оҙон, һалҡын ҡыштан йонсоған йәнең-тәнең! Һыу аҫтында ташып сығып барған хис-тойғоларҙы тыйыуы ифрат ҡыйын. Төрлө төҫтәге, ҙурлыҡтағы, формалағы балыҡтарҙы, диңгеҙ терпеләрен, медузаларҙы күреп, ах та ух килгәнгә сәсәй торғас, Ҡыҙыл диңгеҙҙең күпмелер өлөшө ашҡаҙаныма күсте, ауыҙға ла, танауға ла тоҙ ултырҙы. Ләкин уға иғтибар итеү ҡайҙа?!
Төрлө тарафтарҙан йыйылған ял итеүселәрҙең күптәре, әйткәндәй, йөҙә белмәй. Улар диңгеҙгә инеп баҫа ла, тулҡындарҙа сайҡалып кинәнә. Шулай тик тороу ҙа рәхәт, күрәһең, сөнки хозурлыҡ кисереүҙәре шат йылмайыуҙарында сағыла. Ләкин миңә ҡалһа, барыбер ҡолас ташлап йөҙөүгә етмәйҙер кеүек. Ошонда килгәс, ниңә йөҙөргә өйрәнмәҫкә инде үҙҙәренә? Сөнки тоҙлолоғо буйынса Үле диңгеҙҙән ҡала икенсе урында иҫәпләнгән Ҡыҙыл диңгеҙҙә, ныҡ тырышһаң да, батып булмай. Үҙем тикшер­ҙем: һыу, ысынлап та, кире этәреп сығара (хәйер, минең кеүек экспериментаторҙар бата башлаһа, Ҡыҙыл диңгеҙ күптән бысрар ине).
Ниндәй генә хайуандарҙы күрмәйһең диңгеҙҙә! Хатта ҡурҡыныс булып китә (мурена ғына үҙе ни тора!). Унда балыҡтар өркәк түгел, етмәһә, өйөрҙәре менән яҡында ғына йөҙөп йөрөйҙәр. Ә инде коралл рифтарына сәйәхәт һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Шуныһы ғына ҡыйын − иҫтәлеккә бер нәмәне лә алып ҡайтырға ярамай. Таможен­никтар кескәй генә коралл киҫәге менән тотһалар ҙа, бер мең доллар штраф түләтәсәк, рейсты тотҡарлаясаҡ. Бә­ләһенән баш-аяҡ тип, бер ҡабырсаҡ та алмайһың.


«Бөтәһе индерелгән» программаһы буйынса отелдә бушлай ете тапҡыр ашау ойошторола бит инде, шуға ҡарамаҫтан, туристар, ғүмерҙә лә аҙыҡ күрмәгәндәй, «швед өҫтәлдәре»нә ябырыла. Беҙ ҙә тәүге ике-өс көндә бар аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡараныҡ. Ундағы аҙыҡтың төрлөлөгөнән баш әйләнерлек (мәҫәлән, иртән ҡоймаҡ, йәшелсәләр менән ҡурылған йомортҡа, туғыҙ-ун төрлө турама, дүрт-биш төрлө сыр, хәлүә, ветчина, бутҡа, картуф, макарон тәҡдим ителә, төшкөлөккә – һигеҙ-туғыҙ төрлө пирожный, ике-өс төрлө пудинг, мусс, әллә күпме икмәк төрө, һурпа, ҡарбуз, ҡауын, гуава, әфлисун, тауыҡ, һыйыр ите, балыҡ һ. б. аҙыҡтар). Һәр кем, туймаҫтай булып, ҡутарғансы ресторанда ашай-ашай ҙа, пляжға барып, бот күтәреп ята, саҡ ҡына асыҡһа, шундағы барға барып тамаҡ ялғай, сәй, кофе, коктейль, һут, иҫерткес эсемлектәр эсә. Бындай муллыҡтан ҡатын-ҡыҙҙар күҙ алдында йәйелә башланы, әлбиттә. Берәүҙәрҙең биле ҡалынайҙы, икенселәрҙең боттарына ит ҡунды, өсөнсөләрҙең йөҙө ҡоймаҡтай ялтыраны... Ләкин бер кем дә ашауҙы кәметергә уйламаны. Ғөмүмән, күптәр, «Барыһы өсөн дә түләгәнмен» тигән принциптан сығып, ҡомһоҙлоҡтарына баш була алмай, тәрилкәләренә өйөп аҙыҡ һалып ала ла, икешәр-өсәр сәғәткә әллә өҫтәлгә, әллә ултырғыс­ҡа лыпын йәбешә. Ашҡаҙандары төпһөҙмө икән?! Мин дә көньяҡҡа кипарис һымаҡ һомғол ғына барғайным, бер аҙнанан үҙемде көҙгөлә күреп, йығылып китә яҙҙым − йомро икмәккә әйләнгәйнем! Күп тә ашамайым бит, тип, үҙ сағылышыма ышанмай, джинсымды кейеп ҡараным. Саҡ һыйҙым. Тәүҙә төймәне күсереп тағырға уйлағайным, ләкин, хәйерһеҙ, энә-еп алмағанмын. Ашауҙы тағы кәметергә тура килде. Минең пирожныйҙарҙы кескәй генә уймаҡтай өлөштәр менән алыуымды күргән бер ашнаҡсы, яныма килеп, бысаҡты алды ла, торттың алтынан бер өлөшөн киҫеп, тәрилкәмә һалды. Мин, сәбәләнеп, ҡулдарымды болғаным: «Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, һимерәм бит!». Ҡорһағымды кәпәйтеп күрһәтәм, урттарыма һауа тултырам. Ә ул, кәүҙәмә ымлап: «Һэльуа!» − тип баш бармағын ғына күрһәтте лә, тағы ике киҫәк пирожныйҙы һалды. Әллә мине маҡтаны, әллә пирожныйҙы... «Һау бул, зифа һын», − тип ауыр уфтандым да, ҡайтҡас, ябығырмын, тип үҙемде йыуата-йыуата, тәмлекәстәрҙе ашап ҡуйҙым. һеҙ ошо юлдарҙы уҡығанда, мине ҡайҙа булыр, тип уйлайһығыҙ? Эйе, әлбиттә, стадионда. Артыҡ килограмдар менән хушлашырға кәрәк бит...

Баныу ҠАһАРМАНОВА.
(Дауамы бар).

Сығыу ваҡыты 28-05-2011, 12:01 | Ҡаранылар: 2499
|
  • «Улай итмәгеҙ...»
  • Өс ҡатын. Өс яҙмыш
  • Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
  • Пляждарҙа һыра һемереү бөттө!
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM