RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

26.07.2019 Күренештәр

Тормош шундай гүзәл, күркәм, мауыҡтырғыс, көн һайын төрлө мөғжизәләре, асыштары, ҡыҙыҡтары менән ҡыуандырып тора. Бөгөн – шундай уйланырға мәжбүр иткән күренештәрҙән бер шәлкем...

Яҙ һулышы


Китапхананан ҡайтып кил­гәнемдә, мәктәп ихатаһынан бер өйөр бала-саға йүгерешеп килеп сыҡты, күп булһа 7 – 8 йәшлек­тәрҙер. Икеһе, баҫтырышып, минең һуҡмаҡҡа төштө лә, юл таҙартҡан техниканың үтеп киткәнен алдымда көтөп торҙо.
Малай ҡыҙҙың еңенән тартты: “Һин ҡайҙа булдың?”. Ҡыҙыҡай уның ҡулын һелтәп төшөрҙө: “Һин мине яратмайһың тип уйлап, мөйөш артына йәшендем дә, һеҙ үтеп киткәс, кире сыҡтым”.

Малай, ҡашын төйөп, бер урында тапанып, фекер төйнәне: “Ммм...”. Фекеренең осона сыға алманы шикелле, һәр хәлдә, ә ниңә, тип һораны. Ҡыҙыҡай, шул һорауҙы көтөп кенә торғандай: “Сөнки һин Азалияға ҡар бәрҙең!” – тип яуаплай һалды. Малай йылмайып ебәрҙе: “Мин һиңә бәргәйнем дә ул!”. Ҡыҙыҡай уға шикле ҡараны, шулай ҙа ирен остарында йылмайыу моронланы: “Ысынмы?”. Малай ышаныслы: “Эйе!” – тигәс, ҡыҙыҡай уны кинәт ҡосаҡлап үҙенә тартты ла, көлөп, кире көрткә этеп йыҡты, шунан торғоҙошоп, ҡарын ҡағышып, етәкләп алып китте.

Их, тойғоларҙың сафлығы...

Ҡыуыш



Бер көндө мәктәп баҡ­саһындағы ҡарт ағастарҙы ботарлап, ҡырҡып бәрҙеләр. Шул уҡ көндө кисен велосипедта йөрөгән бер нисә малаҡай, “тимер ат”тарын ситкә ҡуйып, йүгереп йөрөп ағастарҙың ки­ҫелгән ботаҡтарын ҡырмыҫ­ҡалар ише баҡса буйына ташып, ҡыуыш ҡорҙо бит, әй. Эй, тырышып эшләйҙәр, ҡарап, күҙәтеп тороуы кинәнес. Эшлекле ҡиәфәттә, йыйнаҡтар үҙҙәре. Бер нисә минутта текмәгә терәтеп, ҡыуышты ҡороп та ҡуйҙылар. Кофталары менән өҫтән ябырға ла баштары етте. Ә бит үҙҙәренә күп булһа 8 – 10 йәштер. Һәм күҙ алдына килтерәһегеҙме, шул ике арала әллә ҡайҙан ҡыҙҙар ҡурсаҡтары менән килеп сығып, ҡыуыш эсенә инеп тә ояланы. Ҡыҙыҡ инде. Әйберҙәрен йәйеп, ҡур­саҡтарын ултыртып, өйҙәренән тәм-том ташып, уйынсыҡтарын сығарып уйнарға керештеләр, йәнәһе лә, сәй эсәләр ихласлап. Малайҙар ҙа был саҡырылмаған өйҙәштәргә ҡаршы тормай, риза булып, артабан ҡыуышты нығытыуҙы дауам итте. Шул тиклем гүзәл күренеш ине был! Их, йәл, икенсе көнөнә баҡсалағы сүп-сарҙы түккәндә, ҡыуышты ла йәлләп тормай, емереп, сүп­леккә алып киттеләр.
Бала саҡтан ир-егеттәрҙең – юҡты булдырыуға, төҙөргә ынтылышы, ә ҡатын-ҡыҙҙың усаҡ тирәләй өйрөлөргә тартылыуы көслө. Был шундай тәбиғи, күркәм...

Күпме ҡабатларға мөмкин?



Стадионда йүгереп йөрөйбөҙ. Халыҡ туп-тулы: йәш ата-әсәләр балалары менән мәж килә, йәштәр футбол тибә, үҫмерҙәр баскетбол уйнай, ололар яйлап атлап йөрөй. Алдымда ғына уртаса йәштәрҙәге ир йүгереп килә ине, бер аҙҙан ул асфальттан йомшаҡ үләнгә төштө. Һәм шул уҡ мәлдә артыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ тауышы асыулы яңғыраны: “А ну-ка, быстро на асфальт!”. Ир йәһәт кенә кире асфальтҡа һикергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Һәм артына ҡурҡыулы ҡараш ташланы. Ә минән арттараҡ йәш әсә үләнгә велосипедта төшкән балаһын елтерәтә ине: “Күпме һиңә ҡабатларға мөмкин, асфальтта ғына йөрө, тип!”. Мин көлгәс, ирекәй ҡаты һүҙ ҡатыш аҡланып ҡуйҙы: “Ғәҙәт, шайтан алғыры...”
Бисәһе үҙен бер таҡтаға баҫтырамы икән әллә?


Ҡыҫылыу



9 – 11 йәшлек ике малай тас та тос һуғыша ине. Һуғыша, тип, береһе, аҫта ятҡаны, ҡулы менән башын ҡапларға маташа, ә уның өҫтөнә атланып ултырып алғаны, күҙе тамам аларып, уны дөм­бәҫләй генә! Үҙе яман итеп аҡыра! Уттан былайыраҡ ҡыҙған, хаттин ашып енләнгән. Эргә­ләрендә төрлө йәштәге бәләкәй өс-дүрт малаҡай һәм урта йәштәрҙәге ҡатын бар. Шул ҡатын балаларҙы айырыр урын­ға, киреһенсә, утҡа май һибеп, һөсләй: “Нығыраҡ кәрәген бир, башҡа бында килеп йөрөйһө булмаһындар!”.

Малайҙар, тәбиғәттәренә яраш­лы, йыш ҡына көс яр­ҙамында мөнәсәбәт асыҡлай инде ул. Шулай ҙа ҡарап тороп һуғыштырыуы енәйәткә тиң һымаҡ. Йүгереп барып, өҫтә ултырған малайҙы тартып тор­ғоҙоп, тыныс ҡына арҡаһынан ҡаҡтым: “Етте! Тыныслан! Тәрән итеп тын ал”. Ерҙә ятҡанына ла торорға ярҙамлаштым, уның да йөрәген һылап-һыйпаным: “Бөттө. Ба­рыһы ла яҡшы!”. Һаман да тыныс тауыш менән икеһен ике яҡҡа борҙом: “Ҡайтығыҙ инде, егет­тәр. Икенсе юлы үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ”. Ә теге ҡатын һаман сәрелдәп, мала­ҡай­ҙар менән ирешеүен дауам итте: “Беҙҙең ихатаға килгәндәр ҙә, бишәүләп – берәүгә!”. Бә­ләкәс малайҙар уға ҡаршы телләште: “Бишәүгә берәү түгел! Ул үҙе башланы!”.

– Беҙ бергә-бер ҡаршы сыҡтыҡ, – тине, аҫта ятһа ла, еңел­гәнгә оҡшамаған малай, уртын сәйнәп. – Ул йәшкә өлкәнерәк, ләкин мин уға бирешмәҫ инем, килеп ҡыҫылмаһалар.
– Беҙ үҙебеҙ аңлашыр инек, – тип хупланы уны малайҙар бер тауыштан. Һәм мин уларҙың хаҡлы икәнен беләм. Балалар бит хәҙер ирешеп-талаша, ә бер аҙҙан, һис ни булмағандай, һин дә мин бергә уйнап та йөрөй торған. Шуға араларына артыҡ ҡыҫылмауың хәйерле. Йәш әтәстәр кеүек бер-береһенә һикергән осраҡта ғына малай­ҙарҙы айырыу, тынысландырыу өсөн өлкәндәргә улар араһына инергә мөмкин, ә аңлашыуҙы үҙҙәренең ҡарамағына ҡал­дырыу күпкә отошло һымаҡ.

Улар шулай һуғышып та тормошто танып-белергә өйрәнә түгелме?



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән

19.08.2019 - Махсус биттәр Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән


Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 - Махсус биттәр Диана матур булыу серҙәрен белә


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

14.08.2019 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


"Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

13.08.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА


Йондоҙнамә (12-18 август)

12.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (12-18 август)


Телеңде йоторлоҡ!

07.08.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Йондоҙнамә (5-11 август)

05.08.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (5-11 август)


Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

31.07.2019 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

30.07.2019 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йондоҙнамә (29 июль - 4 август)

29.07.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (29 июль - 4 август)


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?