RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Малды хәҙер электрон көтөүсе көтә

28.05.2019 Малды хәҙер электрон көтөүсе көтә

Көтөүсене заман технологиялары алмаштыра ала

Һуңғы осорҙа йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән ауыл халҡы алдында «ҡайҙан көтөүсе табырға?» тигән киҫкен мәсьәлә килеп тыуа. Был ҙур, яуаплы эште береһенең дә үҙ өҫтөнә алғыһы килмәй. Социаль селтәрҙәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында ла көтөүсе эҙләгән иғландар йыш күренә башлай.
Бөгөн шәхси хужалыҡтар алдында торған көнүҙәк мәсьәләне еңел хәл итеү юлын «Прибор-Уфа» ойошмаһы тәҡдим итә. Әйткәндәй, ойошманың эшмәкәрлеге бик киң. Мәктәптәргә, вуздарға, төрлө ойошмаларға лаборатория ҡорамалдары, махсус лаборатор йыһаз, һауыт-һаба, колбалар, микроскоптар һәм башҡа ошондай кәрәк-яраҡтар бар. «Прибор-Уфа» предприятиеһының тағы ла бер йүнәлеше агросәнәғәт менән тығыҙ бәйләнгән. Мәғлүм булыуынса, йылдан-йыл яңы технологиялар үҫешә һәм тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә. Кемдәр ошо технологиялар менән киң ҡуллана, уларға һәр йүнәлештә мөмкинлектәр асыла. «Прибор-Уфа» тәҡдим иткән электрон көтөүсегә ентекле туҡталайыҡ. Был ҡорамалдың мөмкинлектәре менән «Прибор-Уфа» йәмғиәтенең һатыу бүлеге етәксеһе Азат БИҠҠУЖИН әңгәмә барышында ентекләберәк таныштырыр.


– Азат Миҙхәт улы, Көнбайыш илдәрендә аҙым һайын осраған ҡорамал – электрон көтөүсене беҙҙең халыҡ нисек ҡабул итте, уның менән ҡулланыусылар бармы?

– Эйе, ҡорамалды Көнбайыш илдәрендә аҙым һайын осратырға мөмкин. Был яҡтарҙа малдар юлдарға, кеше йәшәгән ерҙәргә сыҡмаһын өсөн фермер йәки мал тотоусының биләмәһен электрон көтөүсе менән уратып алыу шарт. Кире осраҡта мал тотоу тыйыла. Ә беҙҙең республикала мал иркен йөрөй. Шунлыҡтан ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙарға, бесәнлектәргә, ултыртылған урман үҫентеләренә ҙур зыян килә. Ул ғына ла түгел, көтөүһеҙ йөрөгән һыйыр-аттар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә йыш осрап тора.

Электрон көтөүсе әлегә беҙҙә һирәк күренеш. Әммә йәмәғәтселек үҫеш алған һайын, заман технологиялары киңәйә һәм беҙҙең тормошҡа үтеп инә. Шуға ла был ҡорамалдың тиҙҙән һәр хужалыҡта буласағына ышаныс ҙур. Сөнки һуңғы йылдарҙа ул беҙҙең яҡтарҙа ла тарала башланы. Уңайлы булыуын баһа­лаған беҙҙең һатып алыу­сыларыбыҙ ту­ған­дарына, күрше-күлән­дә­ренә тәҡдим итә, үҙ ва­ҡы­тында улар һөйләшеп, бергә йыйылышып алалар. Ғөмүмән, электрон көтөүсе популярлаша башланы.

– Ҡорамалдың уңайлыҡтары, мөмкинлектәре менән беҙҙең гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырып үтһәгеҙ ине.


– Электрон көтөүсе ҡулланыуҙа бик уңайлы әйбер. Иҡтисади яҡтан да, кешенең ваҡытын һаҡсыл тотоноу өсөн дә бик шәп ҡорамал. Хужаларға малын эҙләп, көтөп йөрөргә кәрәкмәй. Халыҡ күҙ терәп торған малын тулыһынса был заман ҡорамалына ышанып тапшыра ала. Күп кеше көтөүсе эҙләп яфа сигә. Уны тапҡан осраҡта ла күпме аҡса сарыф итәләр, бөгөн көтөүсегә көнлөк түләү хаҡы 1000 һум бит. Тағы ниндәй көтөүсе эләгә әле, ул ваҡытында эшкә сыҡмаҫҡа, үҙ эшенә яуаплы ҡарамаҫҡа ла мөмкин. Мал хужалары үҙҙәре сиратлап көткән ауылдар ҙа бар. Ә электрон көтөүсе өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә.

Ҡорамалды мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ҡырағай хайуандар биләмәгә инмәһен өсөн умартасылыҡ йүнәлешендә лә ҡулланып була. Мәҫәлән, иген баҫыуҙарын күп осраҡта мал тапай. Йорт хайуандары булһынмы, ҡыр хайуандары булһынмы – сәселгән баҫыуҙарға зыян килтерә. Ә электрон көтөүсе менән уратып алғанда, улар инә алмаясаҡ. Шулай уҡ, умартасыларға килгәндә, күптәр мул уңыш алырға теләй һәм урман яҡтарына сығып китә. Урман инде умарталыҡ өсөн иң хәүефле урын. Күп осраҡта айыу килеп умарталарҙы туҙҙырып-емереп, һөжүм итә. Ошондай күңелһеҙ хәлгә осрамаҫ өсөн электрон көтөүсене ҡуйып һаҡланып була. Был юҫыҡта ла электрокөтөүсе үҙен аҡ­лай.




– Бындай шәп ҡорамал күпме тора һәм уның менән ниндәй майҙанды уратып алып була? Хаҡ­тары менән таныштырып китегеҙ әле.

– Әйтергә кәрәк, уның хаҡы тешләшмәй. Ҡора­мал үҙ хаҡын бер-өс айҙа тулыһынса ҡаплай. Ба­ҫыуҙың күләме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, төрлө гектарға яраҡлаштырып була. Бер гектар майҙанды уратып алыр өсөн ун бер мең һум аҡса китәсәк. Биш гектар ун биш мең буласаҡ. Шулай арта бара, йөҙ гектары етмеш биш мең һум тәшкил итәсәк. Был хаҡтар үҙен тиҙ арала аҡлаясаҡ.

– Электрон көтөүсене ябай кеше үҙе ҡора аламы, әллә файҙаланыуға тапшырыр алдынан махсус белгестәр кәрәкме?

– Электрон көтөүсе мобиль аппарат, ул акку­му­ля­торҙан һәм электр сымдарынан эшләй. Бер нисә өлөштән тора: импульс ебәреүсе генератор, махсус изолятор һәм ҡорос сымдар. Уны һәр һатып алыусы үҙе ҡора ала. Ҡорамалды йыйыуҙа бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар юҡ. Схемаға ҡарап йыяһың. Шуға ла бер ниндәй махсус белемле кеше кәрәкмәй.

Электрон көтөүсене ауыл хакимиәттәре, ауыл халҡы үҙе лә йыйылып һатып алырға мөмкин.

«Прибор-Уфа» ойошмаһының ишектәре һатып алыу­сылар өсөн һәр ваҡыт асыҡ, килегеҙ. Офис һәм һатыу нөктәһе баш ҡаланың үҙәгендә, уңайлы урында урынлашҡан. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 10 а, икенсе ҡат, 212-се офис. Килегеҙ, көтәбеҙ! Белешмә өсөн телефондар: (347) 294-60-60, 221-00-65, 8 9063727048.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Заман менән бергә атлайыҡ, дуҫтар!



Автор: Г. СОЛТАНОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Баҡсасыға –  ярҙамға

25.06.2019 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


“Һылыуҡай”ҙың  исеме  – Гүзәл!

25.06.2019 - Махсус биттәр “Һылыуҡай”ҙың исеме – Гүзәл!


Йондоҙнамә (24-30 июнь)

24.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (24-30 июнь)


Йәй етте, баҡсала эш тағы күбәйҙе

21.06.2019 - Махсус биттәр Йәй етте, баҡсала эш тағы күбәйҙе


Йондоҙнамә (17-23 июнь)

17.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (17-23 июнь)


Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы

12.06.2019 - Махсус биттәр Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы


Йондоҙнамә (10-16 июнь)

10.06.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 июнь)


Телеңде йоторлоҡ! (17.05.2019)

09.06.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (17.05.2019)


Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)

09.06.2019 - Махсус биттәр Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)


Һаулыҡ һағында – ҡалҡан

08.06.2019 - Махсус биттәр Һаулыҡ һағында – ҡалҡан


«Ҡас, Луиза, ҡас!»

07.06.2019 - Махсус биттәр «Ҡас, Луиза, ҡас!»


"Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА

04.06.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА