RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Умартасылыҡ – килемле шөғөл»

01.05.2019 «Умартасылыҡ – килемле шөғөл»

Бөгөн башҡорт бал ҡортоноң даны бөтә донъяны яулай. Сөнки Башҡортостан балының файҙаһы барыһына ла мәғлүм. Был кәсепкә тоғролоҡто һаҡлап, уның үҫешенә булышлыҡ иткән йүнселдәр һоҡланыу уята. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ҙә ошо боронғо кәсепте ҡәҙерләп һаҡлаусы тәжрибәле умартасылар Наилә һәм Тәлғәт АБДУЛОВТАР менән.


– Барыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһын­дырған һорау: быйылғы йыл умартасылыҡ өсөн нисек килә? Бал ҡорттары нисек ҡышлаған һәм мул уңыш алырға мөмкинлек бармы?

– Быйылғы яҙ умартасылар өсөн бик ҡыуаныслы килде, республиканың барлыҡ районында ла бал ҡорттары уңышлы ҡышланы, 95 – 100 процентҡа тиклем иҫән сыҡтылар. Әлбиттә, ҡорттар үлгән осраҡтар ҙа бар. Ләкин был хәл ҡорт менән яңы шөғөлләнә башлаусы ҙур булмаған хужалыҡтарҙа күҙәтелә. Март аҙағы-апрель баштарында ҡорттарҙы тышҡа сығарғас, хәҙер умартасылар ҡыуаныслы мәшәҡәттәр менән мәшғүл: ояларҙы таҙартыу, икенсеһенә күсереү, йәш ҡорттар күбәйһен өсөн йылытыу, аҙыҡтары бармы-юҡмы икәнен тикшереү...
Ҡояшлы йылы апрелдә, тал сәскә атҡас, бал ҡорттарының гөж килеп һеркә ташыуы ла умартасылар күңелендә яңы миҙгелгә ҙур өмөттәр уята. Ҡорттар апрель-май айында алмашына. Шуға барыбыҙ ҙа майҙың йылы килеүен теләйбеҙ.

– Ә һеҙҙең умарталығығыҙ, белеүемсә, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһендә урынлашҡан. Ниңә тап был төбәкте һайланығыҙ?

– Минең иптәшем Тәлғәт Фәкей улы Абдулов үҙенең умарталығын Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тота. Был ауыл тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәктер, сөнки башҡорт умартасылығына иң ҙур өлөш индергән хужалыҡтар тап ошонда урынлашҡан. Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһенә Ҡарамалы, Түбәнге Ләмәҙ, Тау, Манатау ауылдары ҡарай. Уларҙың эргәһендә йүкә урманлы тауҙар күп. Бында уңған, ябай һәм ярҙамсыл, тырыш кешеләр йәшәй, ҡорт тотмаған хужалар һирәк. Бала саҡтан был шөғөл менән булышырға өйрәтәләр, мәктәптә лә ҡортсолоҡ дәрестәре бар ине.

Совет осоронда Башҡортостанда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе дүрт ҙур хужалыҡ булды. Яңауыл районында – «Буйский», Мишкәлә – «Заря», Йылайырҙа – «Һүрәм», Иглиндә – «Түбәнге Ләмәҙ» совхоздары. Ошо хужалыҡтар меңдәр өсөн тормош мәктәбе, илгә иң татлы аҙыҡ етештереүсе булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте. Ул йылдарҙа 6 меңгә тиклем умартаһы булған 32 умарталыҡ Ләмәҙ биләмәһендә генә түгел, Архангел райо­нында ла, Оло-Тәләктә лә тора.

Әйтергә кәрәк, статистика буйынса, ҡортсолоҡ тармағын үҫтереүҙә Ләмәҙ ауыл биләмәһе бөгөн дә алдынғылыҡты бирмәй. Иглин районында 18 мең умарта булһа, шуның 6 меңдән ашыуы – тап ундағы шәхси хужалыҡтарҙа. Бындағы умарта­сыларҙың профессиональ кимәлен улар­ҙың республика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашыуы һәм еңеүҙәр яулауы билдәләй. 2008 йылда 2-се урынды Илдар Нас­ретдинов яулаһа, 2010 йылда 1-се урынға Рәшит Аҙнабаев лайыҡ булды. Бында өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренең белемен йәштәргә өйрәтергә, был һөнәрҙең серҙәрен, алымдарын балаларына ғына түгел, бөтә теләүсегә лә тапшырып ҡалдырырға тырыша. Мәктәп уҡыусылары Рәшит Аҙнабаевтың умарталығына практикаға йөрөй.

Миҫал өсөн Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһендә ҙур умарталыҡтары булғандарҙы һанап үткем килә: Рәшит Аҙнабаевта – 500, Әфҡәт Хәлиловта – 150, Айрат Мырҙағәлинда – 100, Тимербай Хисмәтовта – 180, Риф Шәүәлиевта – 150, Әрхәт Ишембаевта – 80, Фердинант Зиннуровта – 60, Ира Хәйретдиновала – 60, Ринат Шәйхетдиновта – 60, Тау ауылы умартасылары Сабир Дәүләтшинда – 100, Мөхәмәҙиевтар ғаиләһендә – 100, Мана-тауҙан Шамил Зариповта – 140, ағалы-ҡустылы Христолюбовтарҙа 350 умарта бар, Ҡарамалы ауылында, дөйөм алғанда, 500 умарта – Илһам Хәлитов, Вәли Мирхәйҙәров, Марат Фазлетдинов, ағалы-ҡустылы Су­фияновтар, Илдар Насретдиновтың хужалыҡтарында. Шуныһы ҡыуа­ныслы, ошо урта быуын вәкилдәренә алмашҡа йәштәр үҫеп килә: Рәмил Аҙнабаев – 200, Айнур Аҙнабаев – 100, Руслан менән Радик Вәлиәхмә­товтар 300 умарта тота.

Иглин районы умартасылары ойош­маһын Түбәнге Ләмәҙҙән Фәнил Имаметдин улы Исламетдинов етәкләй. Ул да ихтирамға лайыҡ умартасы. Ойошма район үҙәгендә урынлашҡан һәм унда йыш ҡына ултырыштар үткәрелә, башҡорт ҡортоноң генофондын һаҡлау, алдынғы эш алымдарын таратыу мәсьәләләре күтәрелә. Шулай уҡ ойошма бал продукцияһы етеште­реүселәргә һатыуға сығарыу юлдарын өйрәтә.
Иглин районы умартасыларының күбеһе шул ҡәҙәре эскерһеҙ, ихлас һәм ябай. Умартасылыҡ тармағын яҡшы беләләр, китапта һәм бер ҡайҙа ла яҙылмаған алымдары күп. Был ысулдарҙы улар сер итеп һаҡламай, бер-береһе менән бүлешә, ярҙам итешә.

– Умартасылыҡ эше гел шулай ыңғай ғына барамы, әллә үҙенә күрә проблемалары ла бармы?

– Проблемалары ла етерлек, әлбиттә. Был Иглин районында ғына түгел, ә дөйөм Башҡортостандың барлыҡ ра­йонына ла ҡағыла. Йүкә ағасының аяуһыҙ ҡырҡылыуы, һуңғы йылдарҙа урман хужалығы эшселәренең кәмеүе арҡа­һында йүкә урмандары зарарлы бөжәктәргә ҡаршы эшкәртелмәй, һөҙөмтәлә ағас сәскәһеҙ ҡала. Шуның арҡаһында июнь айында ләмәҙҙәр умарталарын күсерергә күрше райондарҙан урын эҙләй башлай һәм шунда күсерә.

Икенсе проблема – сит яҡтарҙан ҡорттар индереү. Был Ләмәҙгә ҡағылмаған кеүек, сөнки үрҙә әйтеп үткән ойошма яҡшы эшләй, ә ҡалған ра­йондар өсөн ҙур мәсьәлә. Ғөмүмән, баҡса участкаларында, ауылдарҙа беҙҙең ҡорттарҙы тотоп булмай, улар уҫал, шуға Карпат, карника һәм башҡа тоҡомло ҡорттарҙы тоторға тура килә.

Ә бына башҡорт (урта урыҫ) тоҡомло ҡорттар күп булған Иглин, Архангел, Нуриман, Ҡариҙел, Ғафури, Миәкә, Тәтешле, Яңауыл райондарына сит ҡорттарҙы индереүҙе тыйырға кәрәк ине. Тик быны кем генә хәл итер: Ветеринария тармағын күҙәтеү хеҙмә­теме, хөкүмәтме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ауыл хужалығы министрлығында умартасылыҡ буйынса белгестәр юҡ.

– Һеҙ, тәжрибәле, умартасылыҡ тармағын яҡшы белеүсе белгес булараҡ, эштәрен яңы баш­лаусыларға һәм башҡа умар­тасыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Умартасылыҡ менән яңы шөғөл­ләнә башлаған йәки ҡорттарының хәлһеҙ булыуына, үлеүенә зарланған кешеләргә кәңәштәр бар, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше хәҙер китап уҡымай, 5 – 6 йыл элек ҡортсолоҡҡа бәйле баҫмалар ҙур ихтыяж менән ҡулланылһа, хәҙер иһә уларға әйләнеп ҡараусы ла юҡ.

Күптәр интернеттан ғына мәғлүмәт ала. Ләкин шуға иғтибар итегеҙ: Рәсәйҙә тәбиғәт шарттары төрлө, Краснодарҙа, Алтайҙа ҡулланылған алымдар беҙҙекенә тап килмәй.

Умарталарығыҙ көслө, сәләмәт булһын тиһәгеҙ, дауалау сараларын йылына ике тапҡыр – яҙ һәм йәй аҙағында үткәреп тороу зарур. Был эш бик күп сығым талап итмәй, биш умартаһы булған кешегә 600 – 650 һум аҡса кәрәк.

Бал ҡорттары өсөн иң ҡурҡынысы – варратоз талпаны, уны бер нисек тә бөтөрөп булмай. Беҙ дауалау саралары менән талпандарҙың төп өлөшөн үлтерәбеҙ. Әгәр улар күбәйеп китһә, ҡорттарҙың иммунитеты кәмеү арҡаһында башҡа ауырыуҙар ҙа көсәйә – ҡара паралич, ҡанаттарҙың дефор­мацияһы, ҡапсыҡлы үрсемдең ауырыуы. Бындай умартала көҙ көнө ҡорттар берәм-берәм оянан осоп сығып үлә, умартасы быны һиҙмәй ҙә ҡала, һөҙөмтәһен генә күрә. Ояла бал тулы, ә ҡорт юҡ! Был хәлде һуңғы 3 – 4 йылда күп кенә районда күҙәттек, исеме лә бар: ҡорттар оя ташлай (массовый слет пчел). Ә сәбәбен бер кем дә үҙенән эҙләмәй – күрше ағыулаған, телефон вышкалары зыянлы һәм башҡалар тип ҡарай.

Варратозға ҡаршы сараларҙың иң уңышлыһы – пластинкалар. Уларға төрлө дарыу – тимол, флувалинат, амитраз, эфир майҙары һәм ҡуҙғалаҡ кислотаһы һеңдерелгән. Талпан бер препаратҡа өйрәнеп китмәһен өсөн 2 – 3 йыл һайын уларҙы алмаштырып торорға кәрәк.
Беренсе тапҡыр яҙ көнө – беренсе ревизия мәлендә рамдар араһына 1 – 2 пластина элергә, уны 30 көнгә тиклем ҡалдырырға, йәш ҡорттар сыҡҡан мәлдә улар ояла торорға тейеш. Бынан башҡа, көндөҙгө температура 14 градустан артҡас, төрлө ауырыуҙы булдырмау өсөн ноземат, тимол, лозеваль, апимакс һәм башҡа стимуляторҙарҙы биреү зарур.

Яҙ миҙгелендә күстәр ҙә көсһөҙ, был ваҡытта артыҡ дымлылыҡ кәрәкмәй, шуның өсөн шәкәр сиробын ҡуйы (1 стакан һыуға 2 стакан шәкәр) эшләргә, уны, умартаның көсөнә ҡарап, 200 – 300 грамм миҡдарында ғына 3 – 4 тапҡыр бирергә кәңәш ителә. Препа­раттарҙың да барыһын да түгел, иң әҙендә 1 – 2 тапҡыр бирергә. Ҡайһы берәүҙәр профилактикалау өсөн үлән төнәтмәләре эшләй, ләкин был дарыуҙар ҡулланыуҙы тулыһынса алмаштырмай. Шулай уҡ яҙғы ревизия мәлендә, йәш ҡорттарҙы йылытыу маҡсатында, артыҡ рамдарҙы алыу, кәметеү, диафрагма ярҙамында ҡыҫыу кәрәк. Рамдар өҫтөнә полиэтилен һалыуға ҡаршыбыҙ, сөнки артыҡ дым аскофероз барлыҡҡа килтерә.

Икенсе тапҡыр дауалау саралары – пластинкалар, шәкәр сиробы менән стимуляторҙар биреү август айында – балды һурҙыртҡас та ҡабатланырға тейеш. Шәкәр сиробының ҡуйылығы кәмей (1 стакан һыуға – 1 стакан шәкәр).

Был ваҡытта, дауалау саралары менән бер рәттән, ҡорттарҙы көҙгө арттырыу (осеннее наращивание пчел) эшен башҡарырға кәрәк.
Миҙгел аҙағында күс көслө күренә, бар ҡорт та ояла. Улар инә ҡортто ашатмай, уға йомортҡа һалырға бирмәй. Шуға оя уртаһында яңы ҡорт үрсеме өсөн 3 – 4 буш рам ҡуйып ҡалдырыла.

Ҡышҡы миҙгелгә әҙерләгәндә шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: ҡорт һыуыҡтан ҡурҡмай, ә дым менән насар аҙыҡтан ҡурҡа. Дымлылыҡ тураһында әйтеп тормайым, быға яуапты китаптарҙан да табырға була.

Бал ҡорттарын туҡландырыуға килгәндә, көнбағыш, рапс, япраҡ һуты балын ҡалдырырға кәңәш ителмәй. Август айҙарында көн торошо киҫкен үҙгәрә, көндөҙ йылы, төндә һыуыҡ була. Был ваҡытта үләндәр, япраҡтар һут бүлеп сығара, был һутты төрлө бөжәк ашай ҙа, үҙ ваҡытында тәмле масса бүлеп сығара. Был массаны бал ҡорттары нектар итеп йыя, япраҡ һуты балы ошо була ла инде. Әгәр ҙә һеҙ йәшәгән урында рапс, көнбағыш үҫә икән, август айында бар балды һурҙырып, урынына 15 – 20 литр шәкәр сиробы бирегеҙ, шәкәр сиробында ҡорттар яҡшы ҡышлай. Ләкин һуңламағыҙ, шәкәр сиробын яңы быуын ҡорттарын тәрбиәләүсе, ҡышҡылыҡҡа ҡалмай торған ҡорттар эшкәртергә тейеш. Йәш ҡорттар оҙон ҡышты сығыр, аҙаҡ яҙғы ҡорттарҙы тәрбиәләү өсөн улар һау ҡалырға тейеш. Был ваҡытта биргән шәкәр сиробы һатыуға сығарылған балға эләкмәй, яҙғыһын йәш ҡорттарҙы тәрбиәләүгә китә, ә көҙ һалынғаны ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ булып ҡала.

– Кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт, гәзит уҡыусыларға бер аҙ үҙегеҙ тотҡан «Умартасы» магазины хаҡында ла һөйләп үтегеҙ әле.

– Беҙҙең магазин Өфө ҡалаһында Достоевский урамындағы 97-се йортта урынлашҡан, совет йылдарынан бирле эшләп килә. Оҙаҡ йылдар бөтә Рәсәй етештереүселәре менән бәйләнеш булдырғанбыҙ, үҙебеҙҙе ышаныслы партнер итеп танытҡанбыҙ. Умартасы­ларға бик күп ассортиментлы, сифатлы тауар тәҡдим итәбеҙ: инструменттар, умартасылыҡта кәрәкле инвентарь, Башҡортостандың иң яҡшы етеште­реүселәренән – Асҡын, Шишмә, Иглин райондарынан – балауыҙҙан ғына торған кәрәҙҙәр, стандартҡа тап килгән умарталар, рамдар һәм ветпрепараттар. Умартасыларҙың эшен еңеләйтеүгә яңы технологияларыбыҙ бар: рамды тишкестәр, кәрәҙ йәбештергестәр, тимерсыбыҡ һуҙ­ғыстар, бал һурҙырт­ҡанда ҡулланыла торған 5 – 6 төрлө өҫтәл, сифатлы бал айыртҡыстар (медогонка), 12 һәм 220 вольттан эшләй торғандары ла бар.

Беҙҙең һатыусылар – умартасылыҡ серҙәрен яҡшы белгән, уның нескәлектәрен төшөнгән үҙ һөнәр­ҙәренең оҫталары. Улар һеҙҙең һорау­ҙарға тулы яуап бирер, кәңәштәрен йәлләмәҫ. Шылтыра­тығыҙ, яҙығыҙ.

Һеҙҙе «Умартасы» магазинында көтәбеҙ. 8-905-18-15-043, 8 (347) 273-91-78 http://www.ufa-pchelovod.ru, рabduloabdulov59@yandex.ru



Автор: Г. СОЛТАНОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (13-19 май)

20.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Пионер булмауыма үкенәм

19.05.2019 - Махсус биттәр Пионер булмауыма үкенәм


Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 - Махсус биттәр Батыр башҡорт ҡыҙы


Йондоҙнамә (13-19 май)

13.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (13-19 май)


Эх, был чаттар!  Бөтөнләй теңкәне ҡороттолар!

“Йондоҙҙар” рецебы  буйынса шешлек  бешерәйек

Кибеттә нисек алдайҙар?

10.05.2019 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ

08.05.2019 - Махсус биттәр Ер йылынғас ҡына сәсегеҙ


Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (6-12 май)


Милли биҙәкле түбәтәй

05.05.2019 - Махсус биттәр Милли биҙәкле түбәтәй


Ҡыуаныс сығанағы

03.05.2019 - Махсус биттәр Ҡыуаныс сығанағы


Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)

29.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)