RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 Йондоҙнамә (15-21 апрель)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна уртаса килергә оҡшай. Шишәмбелә иғтибарлы булығыҙ. Был көндө ниндәйҙер сәйер ваҡиғаға осрауығыҙ бар. Уны ваҡыт үткәс кенә тулыһынса аңларһығыҙ, моғайын. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осорҙоң тәүге яртыһы үтә көсөргәнешле үтер. Дөйөм хәлдәр һеҙҙән түҙемлелек, егәрлелек, ҡайһы саҡта хатта батырлыҡ та талап итер. Күптәргә дошмандары менән асыҡтан-асыҡ көрәшергә тура килер. Иң ауыр мәлдә йондоҙҙар ярҙамынан ташламаҫ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ошо арала элек боҙолған мөнәсә­бәттәрҙе ялғай алырһығыҙ, ләкин был оҙаҡҡа бармаҫ. Шишәмбелә ниндәйҙер юғалтыуҙар кисереүегеҙ ихтимал. Артабан хәлдәр ҡатмарлана башлар. Ҡайһы бер алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙҙан баш тартырға ла мәжбүр булырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ваҡыттығыҙҙы әүҙем үткәрерһегеҙ, ләкин аҙнаның йомғаҡтары ҡәнәғәт­ләндермәҫ. Был тәбиғи, сөнки үҙаллы эш итеү мөмкинлеге юҡ, эшмә­кәрлегегеҙ икенсе кешеләр менән бәйле булыр. Йомала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләнең сисеү юлын табырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә мөм­кинлектәр булыр һымаҡ. Ниндәйҙер мөһим эште тамамларһығыҙ. Аҙна араһында файҙалы бәйләнештәр ҙә булдырырһығыҙ, һеҙгә уларҙың аҙаҡ кәрәге тейәсәк.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бөтә эштә лә ышаныслы кешеләргә таянһағыҙ, һәйбәт булыр ине. Күп һөйләгән һәм күпте өмөт иткәндәрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Шаршамбыла уйламаған ерҙән килем алырһығыҙ. Быға уртаҡ тел таба белеүегеҙ ярҙам итер.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Эштәрегеҙ яйлана башлар һымаҡ. Матди ҡыйынлыҡтар ғына бер аҙ дауам итер. Шаршамбынан һуң йондоҙҙар әүҙемлегегеҙҙе кәметергә ҡуша. Иңегеҙгә артыҡ яуаплылыҡ алмаҫҡа тырышығыҙ. Күберәк күҙәтегеҙ, фекер төйнәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был аҙнала күмәк башҡарған эштәр яҡшы барыр. Быға кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәр саҡ булышлыҡ итер. Хатта ҡайһы бер хәлдәрҙе алдан төҫмөрләрһегеҙ. Аҙна һаулыҡты нығытыу өсөн дә уңайлы.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә хәлдәр бигүк һәйбәт булмаҫ кеүек. Етәкселәрҙән кемдер эшегеҙгә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерер. Аҙна барышында ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер, моғайын. Ниндәйҙер ыңғай ваҡиға ла булыр, ләкин ул һеҙгә бәләкәй булып күренер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Алдығыҙҙа яңы мәсьәләләр ҡалҡып сығыр. Бәғзеләр элек белмәгәнде өйрә­нергә мәжбүр булыр. Ғөмүмән, бындай хәл һеҙҙе бер ҙә борсомаҫ, тормошҡа яңыса ҡарай башларһығыҙ. Яңы таныш­тарығыҙға тулыһынса ышанмауығыҙ хәйерле.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна һәйбәт булыр. Тап был арала нин­дәйҙер ҙур эште уңышлы тамам­ларһығыҙ кеүек. Был үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙҙы тағы ла арттырыр. Шаршамбыла өмөтлө осрашыуҙар булыуы мөмкин. Йомала ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мәл яңы эштәрҙе башлау өсөн уңайлы. Бәғзеләргә башҡалар менән етәкселек итергә лә тура килер бәлки. Элек хәлдән килмәҫлек күренгән ниндәйҙер ҙур эште лә урынынан ҡуҙғата алырһығыҙ. Бәләкәй уңышһыҙлыҡтар осраһа ла, аҙна менән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.



Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Табиптың да төрлөһө була

03.04.2019 - Махсус биттәр Табиптың да төрлөһө була


Йондоҙнамә (1-7 апрель)

01.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 апрель)


Битараф булма – «Ер сәғәте»нә ҡушыл!

Күңел күҙе тик  матурлыҡ күрһен

30.03.2019 - Махсус биттәр Күңел күҙе тик матурлыҡ күрһен