RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күңел күҙе тик матурлыҡ күрһен

30.03.2019 Күңел күҙе тик матурлыҡ күрһен

Дүрт йыл элек күреү һәләтен юғалтҡан егет һоҡланырлыҡ итеп донъя көтә

Арабыҙҙа йәшәгән көслө рухлы, бер-бер артлы килгән һынауҙарға бирешмәгән, киреһенсә, һынауҙар менән килгән көндәрҙең дә матурлығын күргән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар башҡаларға йәшәйеш өлгөһө, тормош үрнәге булып тора. Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Владислав Глухов ана шундай өлгө булырлыҡ шәхестәрҙең береһе. Ул 7-се класта уҡыған саҡта уҡ ҡан тамырҙары ауырыуына дусар була. Мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкән табиптар ваҡыт үтеү менән үҙҙәренең көсһөҙ икәнен аңлай. Йәш егет яйлап күреү һәләтен юғалта, ә дүрт йыл элек тома һуҡыр ҡала.

Мәҡәләмдең геройы менән беҙ район үҙәк китапханаһында таныштыҡ. Владислав – фантастика жанрын үҙ иткән әүҙем уҡыусы. Яратҡан авторҙарының аудиокитаптарын ҡуллана, махсус Брайль алфавитын өйрәнеп, ваҡытлы матбуғатты ла уҡый. Ғөмүмән, ул ҡайһы бер һау-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда ла әүҙемерәк тормош алып бара: бассейнда йөҙә, тренажер залында шөғөлләнә, махсуслаштырылған теннис һәм домино уйнай, почта бүлексәһендә эшләй, инглиз телен өйрәнә, ҡыш көнө һырғалаҡҡа йөрөй. Махсус курстарҙа заманса тех­нологияларҙы, компьютерҙы өйрәнгән, телефондағы махсус ҡушымталар иһә уға көнкүрештә һәр саҡ ярҙам итә.

– Табиптар һуҡыр ҡаласағымды әйткәс, бер аҙға шаңҡып ҡалдым. Тик мин үҙ-үҙемде йәлләп, депрессияға бирелеп ултыра торған кеше түгел. Үҙемә: “Артабан нисек йәшәргә?”– тигән аныҡ һорау ҡуйҙым һәм төрлө мөмкинлекте өйрәнә башланым. Алдан хәлемде белгәс, тома һуҡыр ҡалған мәлдә тәҡдиремә күнгән инем. Статистика мәғлүмәттәре буйынса һаулыҡ торошомдо белгән Республика һуҡырҙар йәмғиәте Мәскәү өлкәһендәге махсус реабилитация үҙәгенә уҡырға барырға тәҡдим итте. Ул миңә яңы тормошома яраҡлашыу өсөн оло тормош мәктәбе булды. Тәү сиратта, ошондай уҡ һынау алдында торған кешеләр менән танышып, аралашыу ярҙам итте. Бер-беребеҙ өсөн кәңәшсе лә, терәк тә булдыҡ. Һау саҡта тормош та, мин дә бөтөнләй икенсе инек. Ауырлыҡтар түгел, ә донъяның асылы тураһында был фекер. Бәлки, ҡайһылыр мәлдәрҙә мин йәшәүҙең, һаулыҡтың ҡәҙерен дә белеп етмәгәнмендер. Ә һынауҙар кешегә рух ныҡлығы, характер көсө бирә. Ҡайһы бер ата-әсәләр ауырыған балаларын уҡырға ебәреүҙән, кешеләр араһына сығарыуҙан ҡурҡа. Бала яйлап үҙ-үҙенә бикләнә, тормошҡа яраҡлашырға, көрәшергә тигән теләге һүрелә. Минең әсәйем дә тәүҙә яңғыҙымды сит тарафҡа ебәрергә ҡурҡты. Әммә ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, уҡырға киттем, – ти Владислав ул мәлдәр тураһында хәтерләп.

Ысынлап та, реабилитация үҙәгендә ул яңынан йәшәргә: үҙен ҡарарға, таяҡ менән алыҫ араға йөрөргә өйрәнә, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерә, Брайль алфавиты буйынса уҡый башлай. Аш-һыу әҙерләү буйынса ла дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Бер көн Владислав уҡытыусыһын аптыратып:
– Картуф менән ҡарабойҙай ярмаһын мин былай ҙа бешерә беләм. Икенсе төрлө ризыҡтар кәрәк, – тип әйтеп һала.
– Ә нимә әҙерләргә өйрәтәйем һуң?
– Ит һәм балыҡ ризыҡтары, салаттар...
– Ярай улайһа!
Бөгөн инде егет яҡындарын телде йоторлоҡ ризыҡтар менән һыйлай. Ҡамыр аштарын ғына әҙерләмәй: бешеү кимәлен үҙаллы билдәләй алмай.

Яңауыл районында физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн “Уңайлы мөхит” проекты буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған. Тик улар башлыса коляскалағы ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Почта элемтәһе, вокзал, дауахана, пенсия фонды, ҡайһы бер магазиндар – һуҡырҙар ышаныслы йөрөй алған бер нисә генә ойошма бар. Хатта кешеләр күпләп йөрөгән урамдарҙағы светофорҙар ҙа тауышлы сигнал бирмәй. Етмәһә, насар тороштағы юлдар ҙа егет өсөн ҙур проблема булып тора. Шуға күрә Владиславҡа күп осраҡта таныш булмаған кешеләрҙән ярҙам һорарға тура килә. Әлбиттә, төрлө кеше бар: кемдер күрмәмеш тә ишетмәмеш булып үтеп китә, икенселәр, киреһенсә, артыҡ ярҙамсыллығы менән ҡамасау тыуҙыра. Хатта ҡыланыуҙа, алдашыуҙа ғәйепләүселәр ҙә табылған. Быларҙың барыһына ла егет юмор менән ҡарап өйрәнгән. “Тәүге осор аҙашырмын тип ҡурҡа инем, хәҙер өйрәндем. Донъяла мәрхәмәтле кешеләр күп, аҙашһам, ярҙам итерҙәр әле!” – ти йылмайып. Ваҡыт үтеү менән унда тойомлау һәләте үҫешә башлаған. Урамда барғанда аяҡ һәм машина тауыштары, кешеләрҙең һөйләшеүе буйынса ҡайһы тирәгә етеүен билдәләй – ниндәйҙер кимәлдә улар юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора. Ҙур предметтарҙы, стеналарҙы алдан һиҙеп, урап үтә. Шуғалыр ҙа, сит кешеләр егеттең һуҡыр икәнен белеп тә өлгөрмәй ҡала.








Реабилитация үҙәгендә Владислав тағы ла бер һөнәр үҙләштерә: сәйләндән (бисер) сәскәләр, ағастар эшләй. Буш ваҡытының һәр минутын ошо яратҡан шөғөлөнә арнай. Эштәрен төрлө күргәҙмәләрҙә даими күрергә була. Ойоштороусылар бер мәл күргәҙмәгә килеүселәргә: “Был сәскәләрҙе кем эшләгән тип уйлайһығыҙ?” – тигән һорау бирә. Яуаптарҙа: “Хужабикә, мәктәп уҡыусыһы, оло йәштәге инәй...” – тигән яуаптар була. Тик бер кем дә был матурлыҡты күреү һәләтен юғалтҡан егет тыуҙырғанын алдан әйтә алмай. Күңеле изгелеккә ынтылған, саф йөрәкле кешегә генә ундай талант биреләлер ул. Аллаһы Тәғәлә яңы танышымды мәрхәмәтле күңел менән дә бүләкләгән. Ул ярҙамға мохтаж кешегә битараф ҡала белмәй. Әлеге мәлдә күреү генә түгел, ишетеү һәләтен дә юғалтҡан ҡыҙға Брайль алфавитын өйрәтә. Хатта хәрефтәрҙе усҡа яҙып өйрәтеү өсөн үҙ методикаһын булдырған. Шулай уҡ Александр исемле йәш егет һуҡырайғас, уны үҙе менән төрлө сараларға, спортзалға алып йөрөй.

Владислав сәйлән теҙеү оҫталығының барлыҡ этаптарын да өйрәнмәгән. Шулай ҙа ошо шөғөлөн мөмкинлектәре сикләнгән башҡа кешеләргә лә өйрәтеү маҡсатында үҙәк китапханала түңәрәк асҡан. Йөрөүселәр һаны көндән-көн арта.

Көслө рухлы егеткә һоҡланмау мөмкин түгел. Әлбиттә, һынауҙарға бирешмәй йәшәүендә уның өсөн ныҡлы терәк булған яҡын кешеләренең дә роле бик ҙур. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, ҡатыны Эльвина. Күреү һәләтен юғалтҡансы улы Станиславты ҡулына алыу бәхетен татыған. Хәҙер уға дүрт йәш, атаһынан инглиз телендә һөйләшергә өйрәнә.

– Тормош миңә икенсе юлды күрһәтте, – ти Владислав. – Хәҙер минең хәлдә ҡалған һуҡырҙарҙы йыйып, айырым берекмә төҙөп, уларҙың да тормошон әүҙемләштерергә теләйем. Үҙҙәренә бикләнеп, донъяның матурлығын тоймай йәшәмәһендәр ине. Үҙ сиратымда ярҙам итергә һәр саҡ әҙермен. Әйткәндәй, миңә лә ваҡытында Антон исемле егет килеп, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бер-беребеҙгә терәк булғанда ауырлыҡтарға бирешмәҫбеҙ, – тип йылмайып хушлашты яңы дуҫым.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Табиптың да төрлөһө була

03.04.2019 - Махсус биттәр Табиптың да төрлөһө була


Йондоҙнамә (1-7 апрель)

01.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 апрель)


Битараф булма – «Ер сәғәте»нә ҡушыл!