RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сит тарафта табылған бәхет

31.01.2019 Сит тарафта табылған бәхет

йәки Ейәнсура ҡыҙының ябай булмаған яҙмышы

Кеше үҙ бәхете ҡайҙа көткәнлеген беләме икән? Һынау артынан һынау килгән саҡта күңелдәге өмөт сатҡыларын һүндермәҫ өсөн көстө ҡайҙан ала? Тыуған яҡтарынан, туғандарынан айырылып ситкә киткәндә нимәләр кисерә? Был һорауҙар тураһында күп осраҡта уйланмайбыҙ. Ә бына ябай булмаған тормош юлы үткән замандаштарҙың миҫалы күптәргә өлгө булырлыҡ бит...


Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Варта ҡалаһында йәшәүсе Зилә Ҡәйепҡолова-Яковлеваның Башҡортостандан китеүенә байтаҡ йылдар үткән. Бер яҡтан, һағыныу һағыштары күңелен өтһә, икенсе яҡтан, ул үҙенең ғүмер буйы көткән бәхетен тап ошо сит ҡалала осратҡан да инде. Ә был бәхет Аллаһы Тәғәлә тарафынан, бәлки, үткәндәге күргән нужа­ларға сабырлығы өсөн бирел­гәндер ҙә. Зилә апай Ейәнсура районының Этҡол ауылында Мәрфүға һәм Вәли Ҡәйеп­ҡоловтарҙың тырыш һәм сәмле ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Һуғыш йылдарынан һуң аяҡҡа баҫып китә алмаған колхозда “таяҡ” өсөн тир түккән йәш ғаиләнең балаларын иркәләп, наҙлап үҫтерер мөмкинлеге булмай. Кире­һенсә, Зилә апайға, кескәй саҡтан йорт мәшә­ҡәттәрен атҡарыу, мал ҡарау кеүек эштәрҙән тыш, бер-бер артлы донъяға килгән туғандары – ике һеңлеһе һәм ике ҡустыһына күҙ-ҡолаҡ булырға ла тура килә. Уларҙың өҫ-башын ҡарау, ашарға бешереү, уҡырға барған­дарының дәрестәрен әҙер­ләшеү – иртә таңдан кискә тиклем бөтөрөлгән ҡыҙ бала эшһөйәр һәм уңған булып үҫә. Етмәһә, ҡышҡы оҙон кистәрҙә ул әсәһенә шәл бәйләшә.

Үҙҙәренең белем алырға мөмкинлеге булмаған ата-әсә балаларын белем алырға өндәй. Шуға ла Зилә Вәли ҡыҙы, мәктәпте тамамлағас, Өфөгә, бала саҡ хыялы булған медицина училищеһына уҡырға килә. Конкурс ҙур булыу сәбәпле, көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә алмай. Әммә ҡыҙ аптырап ҡалмай, дауаханаға санитарка булып эшкә урынлаша ла, юллама менән киске бүлеккә имтихандар тапшыра. Ата-әсәһе башҡа туғандарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн дә байтаҡ көс түгәсәген аңлағас, студент йылдарында уҡ үҙен-үҙе ҡа­рарға тырыша. Диплом алғас, Республика клиник дауаха­наһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай. Ауырыуҙарға ҡарата изге күңелле булыуын, тырышлығын күргән коллегалары уны медицина институтының дауалау факультетына барырға ҡоҙалай. Әммә тап шул йылда үҙенең буласаҡ ирен осратып, яҙмышын Саҡмағош ере менән бәйләй.
– Һәр ҡатын-ҡыҙ тормош ҡорған саҡта яҡты хыялдарға бирелә. Килен булып төшкән еремдә эш табылмауы ла миңә кәртә булманы. Ирем менән матур ғына йәшәп киттек. Ҡыҙыбыҙ Лилиә тыуҙы. Мине балалар баҡсаһы мөдире итеп эшкә алдылар. Тапҡан-таянған һәр тин тигәндәй яңы йорт төҙөлөшөнә тотонолдо. Иң тәүҙә йәшәргә йорт булһын, тип тырыштыҡ. Икәү булғас, ауыр­лыҡтар ҙа һиҙелмәгән кеүек тойолдо, – тип иҫләй Зилә Вәли ҡыҙы.

Тик уға яңы йортта ғүмер кисерергә тура килмәй: эскелек тигән бәлә арҡаһында ғаилә тарҡала. Ил халҡы өсөн һынылыш осоро булған 90-сы йылдар Зилә апай өсөн дә ауыр була. Ғаиләһеҙ ҙә, мөлкәтһеҙ ҙә ҡалған балалы ҡатын ҡайҙа барырға белмәй, аптырап ҡала. Һөнәре буйынса эшләмәгәс, шәфҡәт туташы дипломының баһаһы төшкән, тыуған яғында ла эш юҡ. Өфө ҡалаһында төпләнер өсөн ҡуртымға фатир алырға кәрәк. Балалар баҡ­саһында ҡыҙына урын табыуы ла оло проблема. Шул мәлдә ул, бар ғорурлығын еңеп, Йылайыр район дауаханаһына санитарка булып эшкә урынлаша. Ата-әсәһе аҡсалата ярҙам итә алмай, әсәһе, һатып, аҡсаһын тотон, тип ҡабарған матур шәлдәрен бирә. Тәүге эш хаҡын алыу менән Зилә апай шәфҡәт туташтарының ква­лифика­цияһын күтәреү курсына уҡырға бара, бер ыңғайҙан массаж эшләүселәр курсын да тамамлай (әсәһе биргән шәл аҡсаһы иш янына ҡуш була). Шулай итеп, ул ҡабат үҙ һөнәре буйынса эш башлай. Тормошо бер аҙ яйға һалына. Әммә ябай шәфҡәт туташының эш хаҡына ғына йорт алыу, балаһын аяҡҡа баҫтырыу мөмкин түгеллеген аңлаған ҡатын, артабан нимә эшләргә, тигән уйға бата. 1996 йылда ул бер туған һеңлеһе Раушания йәшәгән Түбәнге Варта ҡалаһына күсеп барырға ҡарар итә.

– Атайым тормошта ныҡ тәүәккәл кеше булды. Бала сағымда, йәшлек йылдарында мин үҙемдә ундай сифатты һиҙмәнем. Әммә тормош үҙ һынауҙарын ҡуйһа, кеше сыныға, бирешмәҫкә өйрәнә икән. Атайыма ла бала сағынан бик күп ауырлыҡ кисерергә тура килә. Мин дә йәшәй-йәшәй тәүәккәл булырға, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, хатта бер ни тиклем ғорурлыҡты еңергә лә өйрәндем. Себер ере ҙур эш хаҡы менән ҡыҙыҡтырһа ла, тир түкмәйенсә бер кем дә ҡулыңа аҡса тоттормай. Тәү маҡсатым йортло булыу ине, ҡыҙымдың үҙебеҙҙең өйҙә үҫеүен теләнем. Шуға күрә шәфҡәт туташы булып та эшләнем, ауырыуҙарға массаж да яһаным. Бер йылға емеш-еләктәрҙе сорттарға бүлеү өсөн келәткә төнгө сменаға урынлаштым. Унда күберәк социаль яҡтан имен булмаған ҡатындар эшләй, бер үҙем йөрөргә ҡурҡам. Иптәшкә ҡыҙымды ла алып барам. Ул дәрес әҙерләй ҙә миңә ярҙам итә. Йоҡлап ял итә лә уҡырға китә. Ауыр булды, әммә 20 йылға тип алған ипотека кредитын ете йылда түләп бөттөк. Лилиә, мәктәпте тамамлағас: “Әсәй, уҡыһам, һиңә ауыр булыр, магазинға булһа ла эшкә урынлашайым”, – тип кәңәш һораны. Әлбиттә, ул да эшләһә, еңел булыр ине. Әммә үҙемдең эшләп уҡы­уымды миҫалға килтереп, уны ваҡытында белем алырға өгөтләнем, – тип әңгәмәне дауам итте хужабикә.

Зилә апай менән уның ике бүлмәле, матур, зауыҡ менән биҙәлгән фатирында ос­раштыҡ. Ауырлыҡтар инде артта ҡалған. Ул бөгөн бәхетле ҡатын, әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Себер ере ҡатында терәк булырҙай, уны иғтибарға һәм ихтирамға төрөрҙәй Геннадий Дмитриевич менән таныш­тырған. Краснодар егете ҡа­сандыр үҙе лә бәхет эҙләп, Себер тарафтарына килә. Тик ғаиләһен юғалта. Уртаҡ һы­науҙар, ауырлыҡтар ир менән ҡатынды берләштерә лә инде (хатта тормош көтә башлағас та уларҙың икеһенә бер көндә ауыр ҡайғы кисерергә тура килә: 2009 йылдың 29 авгусында Зилә апай – бер туған ҡустыһы Миңнулланың, Геннадий Дмитриевич әсәһенең вафаты тураһында ишетә). Ҡыҙы Лилиә, юғары белем алып, хеҙмәт юлын башлаған. Татарстан егете Илнур менән яҙмыштарын бәйләп, Регина һәм Зарина исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.

Зилә Вәли ҡыҙының бәхеткә юлы урау-урау булһа ла, тормошона һис кенә лә зарланмай. Бары тик күңеленә тыуған яҡтарына һөйөү һәм һағыныу тойғолары ғына тынғылыҡ бирмәй. Хушлашҡанда ла ул күҙҙәренә йәш алып, мәрхүм атаһы хаҡында һөйләне:
– Атай-әсәйҙе борсоғом килмәй, күп осраҡты йәшереп ҡала инем. Тик уларҙың күңеле һиҙгер була бит. Өйгә ҡайтһам, атайым арҡамдан ярата ла, хәлдәреңде һөйлә әле, ҡыҙым, ауыр булһа, күңелеңде бушат, тиер ине. Барыһы ла һәйбәт, тип күңелен йыуатһам, көс­лөһөң шул, ярар, шулай бирешмәйсә йәшә, тип яуап­ланы. Вафатына бишенсе йыл китте. Хәҙер генә аңлайым: атай-әсәй иҫән булғанда беҙ 30-ҙа ла, 40-та ла бала икәнбеҙ.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)


Хан һыйы – тултырма

10.02.2019 - Махсус биттәр Хан һыйы – тултырма