RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Утын әҙерләп булырмы?

28.01.2019 Утын әҙерләп булырмы?

Был ҡарт – яңы Закондың «ҡорбаны», тип интернет селтәре буйлап таратылғайны. Бөрйән районының Байназар ауылы кешеһе йәйгеһен тау битләүендә йығылып ятҡан ағасты бесәнлегенә һөйрәтеп һалып киткән дә, ҡыш ат егеп, хужалыҡта ҡулланыу өсөн алып ҡайтырға булған. «Лесовоз» операцияһы ваҡытында урман хужалығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә эләгеп, уға протокол төҙөгәндәр. Бер ҙә, йығылған ағасты алып ҡайтып бара, тип тормағандар.

1 ғинуарҙан РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, хәҙер граждандарға ҡороп, төбөнән сереп йығылған, көслө елдән, ҡар баҫыуҙан, ауырыуҙан зарарланып, ергә ауған ағастарҙы рөхсәт алмайынса йыйырға була. Урманға техникала, балта, бысҡы тотоп барырға мөмкин, әммә эре габаритлы техникала инергә ярамай. Янғынға ҡаршы осор иғлан ителгәндә, ҡороған ағастарҙы йыйырға рөхсәт бирелмәй. Утын әҙерләргә барыу тураһында урындағы урман хужалығы инспекторына хәбәр итергә кәрәк.

“Валежник”ты нисек, нимә менән йыйыу шарттарын һәр төбәк үҙе бил­дәләй. Мәҫәлән, Пенза өлкәһендә урманға бысҡы менән инеүҙе тый­ғандар, Краснодар крайында ҡайһы тирәлә йыйыуҙары тураһында иҫәп алып барыла.

Беҙҙең республикала, БР Урманды һаҡлау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 200 мең кубометр ағас етештереүгә 4,5 мең участка билдә­ләнгән. РФ Дәүләт Думаһы депутат­тары фекеренсә, илдең Урман кодексына үҙгәрештәр халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса индерелгән. Ошоға тиклем ҡороған ағастарҙы йыйған өсөн кешеләргә штраф һалына ине. Тау, дала зонаһында йәшәгән халыҡ нисек тә ерҙә ятҡан ошо киҫкәләрҙе утын итеп файҙаланырға тырыша.

Рәсәйҙә Урман кодексына уйланыл­маған ниндәй генә үҙгәреш индер­мәнеләр. Халыҡтың иң асыуына тейгәне – милли байлыҡ һаналған урман­дарыбыҙҙың ҡуртымға бирелеүе. Эре ҡуртымсыларҙың, табыш артынан ҡыуып, ҙур биләмәләрҙә урманды ҡырыуы кемдең генә йөрәген әрнетмәй икән? Урманды таҙартыу, тергеҙеү, янғындан һаҡлау тигәндә, улар бурыстарын бөтөнләй үтәргә ашыҡмай. Сөнки ҡануниәттә эре намыҫһыҙ ком­панияларға ҡаралған язалар ҡәтғи түгел. Билдәләнгән ерҙә ағас ҡырҡҡас, 49 йыл үтеүен дә көтмәй, был ойошмалар банкрот итеп таныла ла, эш тә бөтә, бурыс­тар һауала эленеп ҡала. Ур­­ман­сылар фекеренсә, урманды тергеҙеү, янғын­дан һаҡлау менән тик профессионалдар ғына шөғөлләнергә тейеш. Арен­даторҙың урманы янғанда, ауылға янғын яҡынаймаһа, өй төҙөрлөк тә ағас ала алмаған халыҡ уны һүндерергә лә сыҡмай.

Ҡороп йығылған ағастарҙы йыйыуға законлы рөхсәт биреү ҙә, халыҡ мән­фәғәтен ҡайғыртып индерелһә лә, күп бәхәс тыуҙыра. Ул үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары менән беҙҙең граждандар өсөн “тоҙаҡ” булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, үҙәге сереп, ел-дауылда йығылған ағасты алып ҡайтып барғанда тикшереүселәргә эләктең икән, ти, быны нисек иҫбатларға һуң? Йығылған теләһә ниндәй ағасты алып, урындағы власть менән конфликтҡа инергә мөмкин. Нимә генә тимә, бар нәмәне бушҡа алырға өйрәнгәнбеҙ. Беҙҙең халыҡҡа урманға рөхсәтһеҙ инергә, бушлай алырға ирек кенә бир, “валежник” йыям тип, үҫеп ултырғанын да йығып алып ҡайтырға күп һорамаясаҡ.

Билдәле булыуынса, урман бер нисә төркөмгә бүленә. Мәҫәлән, беренсе төркөмгә ҡараған һыу, айырыуса һаҡланыуға алынған тәбиғәт билә­мәләре, сана­торийҙар, ҡала яны зоналары һ. б. урындарҙа ҡороған ағас йыйырға бөтөнләй рөхсәт ителмәй. Закондың нескәлектәрен белмә­гәндәр унан да ҡороп йығылған ағастарҙы алып ҡайтыуы бик ихтимал.

“Зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙа­ланмаған, мейес яғып көн иткән ауыл кешеһенә йылына яҡынса 20 кубометр ағас кәрәк. Элек урман фондынан халыҡҡа ауылға яҡыныраҡ диләнкә бүленеп, утынға ағасты шунан алғандар. Ә хәҙер бындай тәртип һаҡланмай. Ул алыҫ һәм уңайһыҙ урындан бирелә. Документты юллап йөрөү ҙә мәшәҡәтле, тип борсола ауыл кешеләре.

Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Ишембай, Йылайыр – урманға бай райондар. Был төбәктәр өсөн киҫкәне утынға алыу бик мөһим дә кеүек түгел. Ерҙә ятып бурһыған, дымланып бөткән, түбән сифатлы ағастарҙы халыҡ йыймаясаҡ та (имән ағасы ғына оҙаҡ серемәй ята), сөнки улар өсөн был утынға ла һа­налмай. Халыҡҡа утын итеп фай­ҙа­ла­нырға әле йығылмаған, әммә ҡоро йәки үҫеп ултырған ағас кәрәк. Урманлы район халҡы утынға ихтыяж кисерергә тейешме икән? Урман кодексына ярашлы, һәр урмансылыҡта урмандарҙы үҙләштереү планы, урман хужалығы регламенты бар. Ошо документтарға таянып, урман­сылыҡтар йыл һайын киләһе йыл өсөн урман декларацияһы бирергә бурыслы. Унда биләмәлә күпме ағас ҡырҡыу күҙаллана, киҫкәләр бармы – шулар күр­һәтелә. Декларацияла күр­һәтелгән хәлдә, халыҡҡа ҡороған, әммә йығыл­маған, ҡартайған, сирле ағастар­ҙы утынға алыу ҙа мәшәҡәт тыуҙырмаҫ ине. Был сереп йығыласаҡ ағастарҙың яҡынса күләмен билдәләү өсөн дә кәрәк.

Утын алыу урман эсендә йәшәгән ябай халыҡҡа мәшәҡәт тә тыуҙырырға тейеш түгел кеүек. Төбәктәр билдәләгән нормативтар буйынса утынға ағасты бушлай алырға хоҡуҡлы граждандар категорияһы ла бар. Тик законлы хоҡуҡ­тарыбыҙҙы файҙалана ғына белмәйбеҙ.
Һәр үҙгәрештең кире яҡтарын ғына ҡабул итмәйек, законға үҙгәрештәр индереү утынға интеккән халыҡҡа ярҙам булыр ҙа, бәлки. Урман инспекторҙа­ры фекеренсә, бер ниндәй документһыҙ, ҡороған ағас йыям тип, һәр кем үҙ белдеге менән урманда киҫкә ағас йыйып та йөрөргә тейеш түгел. Урындағы урман хужалыҡтары йығылған ағастарҙы йы­йыусыларҙы контролдә тоторға бурыслы. Тәғәйен урын күрһәтелеп, ха­лыҡтың ҡулына ниндәй ҙә булһа рөхсәт ҡағыҙы бирелһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр, тикшереүсе органдар ҙа бәйләнмәҫ ине. Урмансыларға урман фонды иҫәбе өсөн дә был мотлаҡ. Һәр кем техникаһы менән, ҡороған ағас йыям тип, ирекле рәүештә урмандарҙы арҡырыһынан буйына йөрөй башлаһа, тәбиғәтебеҙҙән ни ҡала?!

Көтәйек, яңы ҡануниәттең һөҙөмтәһен ваҡыт күрһәтер.



Ҡоро утын

Таңдан сығып, атын екте бабай –
Кәрәк ҡоро утын алаһы.
Ҡыш бауыры оҙон, әле күпме
Өй йылытып, мейес яғаһы...

Юғиһә бит көн дә әбекәйе:
“Сей ҡайының”, – тиеп һуҡрана.
Аңлай бабай: көҙҙән алған утын
Ҡыҙыу утта ғына тоҡана.

Йәй эш менән үтте: малға бесән
Кәбән-кәбән өйөп ҡуйылды,
Картуфы һәм башҡа йәшелсәһе,
Ҡарышҡандай, үтә ныҡ уңды.

Һәм бабайҙың ике ҡулы, бушап,
Ҡоро утынғаса етмәне.
Һағындыра хәҙер улдарының
Ҡайтып төшөп, ярҙам иткәне...

Шулай уйлай-уйлай барҙы ла ул
Йәйен бесән сапҡан еренә,
Ҡыу йәйекле ҡарағайҙы йығып,
Бәйләп һалды сана биленә.

Ҡайтып етһә, өйө балҡып китер:
Ҡоро утын – ҡатын бәхете.
Сәйе ҡайнап, ҡоймаҡ шыжлай
башлар
Һәм таралыр тәмле аш еҫе...

Бәлки... Бәлки, балалар ҙа ҡайтыр,
Ҡырҙан тойоп өйҙөң йылыһын?..
Бабай мунса яғыр, һөйөнһөн, тип,
Бәпестәре улы-ҡыҙының...

Тик юлында тәртип һаҡсылары
Ҡаршыланы “бур”ҙы шат ҡына.
Күңелдәге ап-аҡ, саф хыялдар
Бер-бер артлы инде ватыла...

“Мин урманды һеҙҙең кеүектәрҙән
Ҡурсалаусы булам, белегеҙ!
Ағас урлап, байып ятаһығыҙ,
Шуға бөлөп бара илебеҙ...”

Йәш бер егет шулай “һайраны” ла,
Ул арала ҡағыҙ сығарып,
Акт төҙөнө. “Закон шулай ҡуша”, –
Тине погонлыһы, ҡыҙарып.

“Һуң, егеттәр, әле, – тине бабай. –
Яңы ҡанун сыҡты түгелме?
Ҡоро ағас ҡырҡып алып ҡайтыу
Бөтөн илдә рөхсәт ителде!”

“Аҡыл һатма, ҡартлас! Беҙме, һинме
Ҡанундарҙы һанға һуҡмаусы?
Ауғанынан алһаң, булыр ине,
Урман күркен йәнһеҙ йыҡҡансы!”

Өндәшмәне бабай, тамағына
Ғәре төйөр булып тығылғас.
Эсендәге асыу ялҡын булып
Тоҡанманы, гүйә, сей ағас.

“Алла бирһә, пенсиямдан йыйып,
Ул “зыян”ды инде ҡаплармын.
Утынһыҙ ҙа оҙаҡ йонсомабыҙ,
Һау булһам ни, эшһеҙ ятмаҫмын...”

Буш ҡул менән ҡайтҡан бабайының
Хис-тойғоға тулған күңелен
Әбекәйе баҫты, йылы сәй һәм
Йор һүҙ менән биреп әжерен:

“Их, бабайым, иҫ юйғансы эсеп,
Аунап ятһаң урам буйында,
Балаларың өйҙә ас ултырһа,
Һинең хәмер булһа уйыңда,
Бер кем килеп, янамаҫ та ине,
Өндәшмәҫ тә ине, валлаһи.

Ә һин көн-төн эш тип үртәләһең,
Бына инде уның “файҙа”һы!
Бер ҡорҙашың, ана, байлыҡ туплай,
Хәмер менән кеше ағыулап.

Уға ла бит яза биреүсе юҡ,
Һүҙ әйтмәйҙәр хатта бер хурлап”.
Барыһын да белә бабайыбыҙ:
Кемдең ысын урлап киҫкәнен,
Ул ағасты, “КамАЗ”дарға тейәп,
Ҡай тарафҡа кемдәр илткәнен;

Һәм берәүҙәр, бысҡы тотмай ғына,
Күрмәйенсә хатта урманды,
Ошо байлыҡ менән сауҙа итеп,
Батшаларҙай донъя ҡорғанды;

Хоҡуҡ һаҡсыларын, көсөк кеүек,
Һөсләтергә була икәнен;
Яҡын дуҫтарҙың да бер-береһен
Көнсөллөктән “һатып” киткәнен;

Хәмер менән кәсеп иткәндәрҙең
Хөкөмдәрҙән нисек ҡасыуын,
Килеменең бер өлөшөн бүлеп,
Ниндәй кеҫәләргә тығыуын...

Ғәҙеллекте яҡлап көрәшеүҙән
Белә бабай фәтүә сыҡмаҫын.
Үҙ нәфсеһен тыя һис юғында:
“Исмаһам, ул сикте уҙмаһын”.

Хөкөм көнө килер. Барыбыҙ ҙа
Яуап биреү өсөн баҫырбыҙ,
Был донъяла ниҙәр ҡылған булһаҡ,
Шуның емештәрен татырбыҙ.

Саф күңелле бәндә тамуҡ өсөн,
Сей утындай, хәрәм ҡылыныр.
Һыуҙан ҡоро сыҡҡан залим иһә –
Унда дөрләп яныр утындыр.

Даян МӘЖИТОВ.



Автор: З. ХӘСӘНОВА.
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Шоколадлы сыр

20.02.2019 - Махсус биттәр Шоколадлы сыр


Мамыҡ ҡына юрғаным...

18.02.2019 - Махсус биттәр Мамыҡ ҡына юрғаным...


Йондоҙнамә (18-24 февраль)

18.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (18-24 февраль)


Йәй буйына  петуния сәскә  атһын тиһәгеҙ

“Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 - Махсус биттәр “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”


811 көн һәм төн...

15.02.2019 - Махсус биттәр 811 көн һәм төн...


Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ

15.02.2019 - Махсус биттәр Ҡышын әсе борос үҫтерегеҙ


"Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА


Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

14.02.2019 - Махсус биттәр Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!


Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта

11.02.2019 - Махсус биттәр Көҙгө уңыштың нигеҙе – орлоҡта


Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...

Йондоҙнамә (11-17 февраль)

11.02.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (11-17 февраль)