RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Теләктәргә сиктәр юҡ

23.12.2018 Теләктәргә сиктәр юҡ

Бер батша, үҙенең баҡсалары буйлап йөрөп килергә ниәтләп, һарайынан сыҡһа, ҡапҡа алдында хәйерсене тап итә. Хәҙер был хәйер һораясаҡ, тип уйлап, батша уға: “Ни теләйһең?” – тип мөрәжәғәт итә. Ерҙә ултырған хәйерсе, батшаға аҫтан өҫкә ҡарап, былай ти:
– Һин минең теләгемде ҡәнәғәтләндерә алған кеше кеүек яуап бирҙең әле...
– Әлбиттә, мин теләгеңде ҡәнәғәтләндерә алам, әйт! – ти батша.
Хәйерсе:
– Ниҙер вәғәҙә итер алдынан ике тапҡыр уйларға кәрәк, батшам, – ти.
Батша асыулана башлай:
– һин һорағандың барыһын да бирәм. Сөнки бик баймын һәм көслөмөн. Мин бирә алмаған нимә һорай­һың һуң?
– Минең һорауым бик ябай. Ҡулымдағы ҡапсыҡты күрәһеңме? Уны һәр ваҡыт үҙем менән алып йөрөйөм. Шуны ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер менән тултыра алырһыңмы икән? – тигән хәйерсе.
– Әлбиттә, – тигән батша һәм, ярҙамсыһын саҡырып, ҡапсыҡты аҡса менән тултырырға бойорған.
Ни ғәжәп: ярҙамсыһы аҡсаны ҡапсыҡҡа төшөрөп тора, ә ул юғалып тора, ти. Был хәл оҙаҡ дауам иткән, барыбер ҡапсыҡ буш ҡалған. Быны күреп, кеше йыйылып киткән. Аптырап, батша бар булған аҡсаһын хәйерсенең ҡапсығына тултырырға бойорған. Хатта алтын-көмөш тә һалынған. Барыбер ҡапсыҡ буш ҡалған. Батша хәйерсегә:
– Һин еңдең. Ҡапсығыңдың серен ас әле, – ти.
Хәйерсе:
– Уның сере ябай: минең тоғом кешенең теләктәренән яһалған. Әҙәм балаһының теләктәре күп. Бер хыялын тормошҡа ашырһа, тағы икенсеһен теләй. Ҙур ниәте үтәлһә лә, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул тормошта әһәмиәтле булыуҙан туҡтай. Теләктәр, нәфсе ҡапсығын бер ҡасан да тултырып булмай ул, – тип яуаплаған.



Фото: Shutterstock





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?

16.01.2019 - Махсус биттәр Хеҙмәт стажын нисек раҫлатырға?


Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)

14.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 ғинуар)


Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)

09.01.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (4.01.2019)


Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)

08.01.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)


Ниндәй түшәм һайларға?

08.01.2019 - Махсус биттәр Ниндәй түшәм һайларға?


"Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА

03.01.2019 - Махсус биттәр "Йондоҙло табын" - Флера ШӘРИПОВА


Ҡабан йылы Көнсығыш календары буйынса тыуғандарға нимәләр вәғәҙә итә?

Тәү ҡараштан ҡабынған һөйөү дауам итә ғүмер буйына...

2019 йылдың символы   һары Ер Ҡабаны буласаҡ

Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)

31.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (31 декабрь-6 ғинуар)


Байрам табынына

30.12.2018 - Махсус биттәр Байрам табынына


Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?

30.12.2018 - Махсус биттәр Тайҙың билдәмәһе ҡайҙа?