НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бәхет сере (Көнсығыш риүәйәте)

Бәхет сере (Көнсығыш риүәйәте)


Бер сауҙагәр улын бәхет серен белергә тип сығарып ебәргән. Егет сүлдән ҡырҡ көн үтеп, донъялағы иң яҡшы аҡыл эйәһенең йортона барып еткән.
Аҡыл эйәһенең һарайы бик ҙур, шау-шыулы, кеше менән лыҡа тулы икән. Егеткә сәғәттәр буйына үҙ сиратын көтөргә тура килгән.
Ниһайәт, аҡыл эйәһенең алдына барып баҫҡан, маҡсатын аңлатҡан. Тик аҡһаҡал уға бәхет серен асырға ваҡыты булмауын әйткән, һарай буйлап тағы ла бер-ике сәғәт йөрөп килергә ҡушҡан.
Бәхет сере (Көнсығыш риүәйәте)
– Һиңә бер үтенесем дә бар. Мә, бынауы ҡалағымды тотоп йөрө, – тип ҡалаҡҡа ике тамсы май тамыҙған Аҡыл эйәһе. – Ҡара уны, тик түгелмәһен!
Егет һарайҙа бик һаҡ йөрөгән, майҙың түгелеүенән ҡурҡҡан. Ике сәғәттән тағы осрашҡан былар.
– Йә, фарсы балаҫтарын күрҙеңме? Гүзәл баҡсамда булдыңмы? Китап­ханалағы боронғо яҙыуҙарға иғтибар иттеңме? – Аҡыл эйәһе егетте һорауҙарға күмеп ташлаған.
Егет уға бер нәмәне лә күрмәүен, ҡалаҡты ныҡ һаҡлауын әйткән. Ҡарт уны тағы сығарып ебәргән. Һарай менән ныҡлап танышырға ҡушҡан.
Егет был юлы иркен һулап, һарай гүзәллектәренә ентекләберәк бағып, һоҡланып йөрөгән. Стеналарҙағы биҙәктәр, баҡсалағы сәскәләр, һәр мөйөштәге аҫыл сәнғәт өлгөләре – ысынлап та Аҡыл эйәһенең һарайы күҙ ҡамаштырғыс икән! Шулай шаҡтай ваҡыт үткән. Егет ҡарт эргәһенә тағы килгән.
– Йә, һөйлә, – тигән аҡһаҡал. Егет түкмәй-сәсмәй нимә күргәнен һөйләп биргән.
– Ә мин биргән теге ике тамсы майлы ҡалаҡ ҡайҙа?
Шунда ғына егет ҡулындағы ҡалаҡтың күптән буш булыуын аңлаған.
– Минең һиңә бирә торған кәңәшем шул: бөтә донъяның матурлығын ҡарап йөрөгәндә ҡалағыңдағы ике тамсы май тураһында онотмау була инде Бәхет сере.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 6-11-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 169
|
  • Һуңғы өмөт
  • Уңыш хаҡында
  • Ҙур аҡылға эйә булыу
  • Ожмах ишеге
  • Хаталарын һанамай, алға ынтылғандар уңышҡа өлгәшә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM